Бесән айын Зәлифә әбей йыл да сабырһыҙланып көтөп ала. Быйыл ҡыш ҡаты ғына сирләп, түшәккә йығылғас, йәйҙе еткереп ала алһам ғына ярар ине тип ҡурҡҡайны. Шөкөр, әлегә һин дә мин йөрөп ята лаһа. Иҫән булһа, быйыл да бесәнлектәрен барып күреп ҡайтыр әле.... Зәлифә килен булып төшкән йылдарҙа унда бәләкәй генә аҡлан ине. Күп тигәндә биш-алты күтәрем бесәне сыҡҡандыр. Эргәһендәге шыр урманын ботай торғас, һәйбәт кенә сабынлыҡ әтмәләп алдылар. Аҙаҡ инде эргә-тирәнән башҡа кешеләр ҙә, ағас ботап, ыҡсым ғына яландар булдырҙы. Әммә бесәнлектәрҙең бөтәһенә лә бер исем – Хөсәйен сабынлығы тигән атама бирелде.
Бына халыҡтың бесәнгә төшөүенә бер аҙна ваҡыт үтте, ләкин йүнле көнө булмағанлыҡтан, сабып ҡына һалып ҡуйҙылар. Бакуй киптерерлек ҡояш юҡ. Зәлифә әбейҙең кинйә улы ла бер яланын аяҡтан йығып һалып ҡуйҙы инде, ә иртәгә әсәһенә ярҙамға килергә тейеш. Өфөнән ҡыҙы ла бер көн ял алып килеп етермен тип хәбәр ебәргән.
Бесән айы ауыр тиһәләр ҙә, бер мәл генә бит ул. Юҡҡа ғына боронғолар: “Ураҡ урыуҙары, ай-һай, ауыр, бесән эшләүҙәре бер дәүер”, – тип йырламағандыр инде. Зәлифә лә йыл һайын көтөп алыр ине йәмле йәй айҙарын. Эх, йәшерәк сағы булһа икән... Күрмәгәндәрен күрһәтер ине хәҙерге йәштәргә. Юғиһә бесән айы етә башлаһа, аһ та уһ килә башлайҙар. Әйтерһең дә, таш аҡтаралар. Бер башлаһаң, бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Башланған эш – бөткән эш. Йәмле тәбиғәт ҡосағында күмәкләшеп шаярыша-көлөшә ярышып эшләүҙәрен Зәлифә әле һаман матур бер хәтирә кеүек иҫенә ала. Һәр эште күңел биреп, еренә еткереп башҡарырға яратҡан ҡатын заманында ирмен тигән ирҙәрҙе алдына сығармай торғайны. Шәп тә, матур ҙа саба ине. Кәүҙәһен төп-төҙ тотоп, артыҡ көсәнмәй генә, беләк көсө менән генә һелтәй торғайны. Әйтерһең дә, салғы менән бесән сапмай, ә болон буйлап йөҙөп йөрөй.
Инде етенсе тиҫтәне аша атлауға ҡарамаҫтан, бер йылды ла сабынлығына бармай ҡалғаны юҡ. Балаларына рәхмәт, үтенесен кире ҡаҡмайҙар. Быйыл хәле мөшкөлөрәк шул. Аяҡтары һыҙлай, хәле лә тиҙ бөтә. Нисегерәк булыр инде? Шунда барһа, ғәжәптер инде, йәне-тәне ниндәйҙер көс-ҡеүәт ала, күңелендә әллә күпме иҫтәлек яңыра!
Әбей стенала элеүле торған кәкүкле сәғәткә күҙ һалды. Электричка килергә лә күп ваҡыт ҡалмаған икән. Ҡабығын әрсемәй генә бәрәңге һалғайны, бешеп тә киләлер инде. Зөлфиәһе ярата ошондай бәрәңгене. Ҡайын утынынан төшкән эре күмерҙе һалғас, самауыр ҙа күңелле генә йыр башланы. Күстәнәс килерен алдан һиҙҙертеп тора шул. Хәҙер елпелдәп килеп тә керер әле балаҡайым. Уғаса булмай ҡапҡа асылған тауыш ишетелде. Тыҡ-тыҡ баҫып килеүенә ҡарағанда, Зөлфиәһе булырға тейеш. Күрше-күлән тиһәң, галуштарын лыштырҙатып килерҙәр ине, ә был еңел генә, ҡаласа баҫып килә. Әбей ҡоласын йәйеп ҡыҙына ҡаршы барҙы, һағыныуы ла еткән икән шул. Күрешмәгәндәренә лә байтаҡ бит. Әсәһе ҡыҙының бер аҙ ҡалыная төшкән арҡаһынан тупылдатып һөйөп алды ла: “Бар, өҫтөңдө генә алыштыр ҙа баҙҙан һалҡын ҡаймаҡ сығар, ә мин бәрәңгене һарҡытайым”, – тип аласыҡҡа ашыҡты.
Әсәле-ҡыҙлы серләшә-серләшә рәхәтләнеп сәй эстеләр. Әсәһе маҡтай-маҡтай ҡала күстәнәсе менән һыйланһа, Зөлфиә, ғәҙәттәгесә, кинәнеп яңы ҡаймаҡ менән бәрәңге ашаны. Иртәгә бесәнгә төшөргә булһа ла, йоҡларға һуң ғына яттылар.
...Зөлфиә иртән торғанда, әсәһе күптән һыйырын һауып, һәш-һәшләп көтөүгә ҡушып йөрөй ине. Уға уңайһыҙ булып китте. Нисек әсәһенең торғанын ишетмәне икән? Оло кеше ул-был эштәрен бөтөргәнсе йоҡлап ят әле. Аласыҡта ла бөтә нәмә әҙер. Аш бешә, самауыр ҡайнай. Зөлфиә өҫтәл әҙерләй башланы. Бер заман оло ҡапҡа шар асылып китте лә ҡола атын еккән ҡустыһы ғаиләһе менән бер арба булып килеп тә инделәр. Урамда әсәһенең: “Һай, минең үҫкәндәрем, эшкинделәр инде хәҙер”, – тигән шат тауышы ишетелде. Арбанан төшкәс тә малайҙар, береһенән-береһе уҙҙырып, өләсәләренә үҙҙәренең бәләкәй генә салғыларын күрһәтеп маҡтанды. Атайҙары һәр береһенә яйлаштырып, ыҡсым ғына итеп яһап биргән. Кинйәһе Рөстәмен дә алырға булған икән. Дөрөҫ, эшләп үҫһендәр. Ир бала атай тирәһендә уралырға яратыңҡырай шул.
Иртәнге ашты бергәләп ашағас, Зөлфиәнең ҡустыһы оҙаҡлап ултырырға ирек бирмәне. Ни тиһәң дә, өлкән ир-аттарҙан унан башҡа кеше юҡ бит. Үҙен хужараҡ итеп тә тойғандыр инде.
– Тиҙерәк ҡуҙғалайыҡ. Иртәнге һалҡында сабып ҡалайыҡ. Ҡояш ҡыҙҙыра башлаһа, эштең рәте булмаясаҡ, – тип өтәләнде. – Көнө лә аяҙ булмаҡсы. Томан ергә ятты.
Зәлифә әбей ризыҡ тултырылған тоҡто, һауыт-һабаны матурлап арбаға урынлаштырҙы. Атаһының салғыһын да әҙерләп ҡуйғайны, улы үҙенекен алып килгән икән.
Берәм-берәм арбаға ултырыша башланылар. Ана бит, үҙҙәре бер арба булды ла ҡуйҙылар. Былай булғас, бесән оҙаҡҡа бармаҫ, Алла бирһә. Хужаның ултырыуы булды, ҡола ат, әйткәнде лә көтмәй, ҡуҙғалып китте. Зәлифә әбей урам буйына уҡ сығып оҙатып ҡалды. Шунан тәүге эше итеп күршеләге инәйгә хәйер индереп биреүҙе кәрәк тапты. Бер әсмуха сәйен, яулыҡ индереп биргәс, аш бүлмәһендәге ҡырылмаһа ҡырҡ эшенә тотондо. Айыртылған һөтөн ҡайнатырға ултыртты. Яңы ҡатыҡ ойотор.
Ҡатыҡ тигәндән... Бесәнселәргә ҡатыҡ һалманы түгелме? Көн ҡыҙҙырып ебәрһә, ҡатыҡһыҙ ни эшләмәк кәрәк? Аҙым һайын сәй ҡайнатып йөрөп буламы ни эш ваҡытында? Эй, әттәгенәһе. Ни ҡылмаҡ кәрәк? Әбей тегеләй һуғылып, былай бәрелеп йөрөнө лә ишек төбөндәге бүкәнгә барып ултырҙы. Берәй сараһын күрергә кәрәк. Малай-шалайҙы ғына йүгертер ине, был ваҡытта кем өйҙә торһон?.. Ә үҙе барып килһә... Зәлифә әбейҙең күҙҙәрендә нур балҡып китте. Яйлап ҡына үҙе барып килә ала ла инде. Көн ҡыҙҙырғансы барып етәсәк, һи-и, тимәк, быйыл да Хөсәйен яланын бер ҡыҙырып киләсәк икән.
Ул йәштәрсә етеҙ аҙымдар менән баҙға төшөп, ҡатыҡлы батманды алып сыҡты, һалҡын ҡатыҡты һәйбәтләп туғыны ла алып китә торғанын бәләкәй һауытҡа бушатты. Шунан өйгә инеп, кейемдәрен йыйҙы. Былай булғаны юҡ ине, ни ғәләмәттер, тиктән генә кәйефе күтәрелеп, йырлағылары килә башланы. Алһыу төҫтәге иң яратҡан күлдәген, йәшел бәрхәт камзулын кейеп, аҡ батис яулығын яҙып ябынды. Кәлүштең ҡайһыһын кейергә икән? Ул шкаф башына күҙ һалды. Ултырғысҡа баҫып, өр-яңы сөм галошын алып кейҙе лә ҡаршыһындағы ҙур көҙгөгә күҙ һалды. Унан битен ваҡ ҡына йыйырсыҡтар ҡаплаған һөйкөмлө генә ҡарсыҡ ҡарай ине. “Эй, Зәлифәкәй, ҡартайғанһың шул”, – тип үҙе менән һөйләшеп алды. Бер аҙҙан әбейебеҙ юлда ине инде. Күргән кеше, билләһи, ҡунаҡҡа китеп баралыр, тип уйлар ине.
Ғүмере буйына матур йөрөргә, матур йәшәргә яратты бит үҙе лә. Бына ул ауылды үтеп, урман араһынан юрғалай. Бында һәр нәмә таныш уға. Шулай булмай ни, нисә йыл тапаны ул ошо һуҡмаҡты. Килен булып төшкәне бирле... Хөсәйене лә, үҙе лә эшкә, ай-һай, ауан булдылар. Икәүләп хәтһеҙ яланды ике-өс көндә бакуйға һалырҙар ине. Шул ваҡытта Зәлифә ҡыҙыҡ күреп кенә кәбән һалырға өйрәнгәйне. Ҡасан да булһа кәрәге тейер тип башына ла килтермәгәйне йәш ҡатын. Ә кәрәге тейҙе. Нисегерәк тейҙе әле! Һуғыш башланғас, Хөсәйене тәүгеләрҙән булып фронтҡа китте. Зәлифә өс йәшлек кенә Зөлфиәһе менән торҙо ла ҡалды. Оҙаҡламай бесән башланды. Ир ҙә юҡ, ат та юҡ. Биштәрле тоғон артмаҡлап, балтаһын биленә ҡыҫтырып, ҡыҙын ҡайҙа етәкләп, ҡайҙа күтәреп, Зәлифә лә кешенән ҡалмай йөрөнө. Башлап ебәреүе генә ҡурҡыныс булған икән. Аҙаҡ өйрәнәһең. Көн дә эшең ырай.
“Уф-ф, – Зәлифә әбей терт итеп ҡалды. Уйланып килә торғас, саҡ йылан өҫтөнә баҫмаған бит. – Инәкәйем, ҙурлығы. Туҙбаш йылан икән. Зыяны булмаһа ла, барыбер имәнес...”
Бына шул ваҡытта кәбән ҡойорға өйрәнеүенең кәрәге тейҙе лә инде. Ауылда ир-ат юҡ. Бисәләрҙең ҡулынан килмәй йә баҙнаты етмәй. Зәлифә бер түгел, ике кәбән ултыртып ҡуйҙы. Кәбәндәре ниндәй бит әле! “Туғанҡайым, ярҙам ит инде”, – тип килеүселәр әҙ булманы ул саҡта. Тегеләрҙең бала-сағаһы уның кипкән бакуйҙарын йыя, ә Зәлифә кәбән һала. Баштары әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китә ине. Хәленән килгәнсә ауылдаштарына ярҙам итте. Үҙҙәре лә уның был изгелеген бер ваҡытта ла онотманы.
Эй, ул замандағы күргәндәрҙе инде. Уйлай башлаһаң, уйылып китерһең. Шулай бер саҡ осоп-ҡунып, тирләп-бешеп йыйған бесәнен күбәләп йөрөй ине. Зөлфиәһе сәй эсә торған ҡарағай төбөндә бөрлөгән ашап ҡалды. Бер заман ләүкелдәп эт өрә башланы. Тәүҙә Зәлифә иғтибар итмәне. Нимә булды икән тип барһа, ҡара йылан ҡыҙына табан шыуышып яҡынлаша. Ә Ҡытмыр нисек тә тегенең юлын киҫергә итә.
Зәлифә юлында тап булған беренсе муйыл ағасының һыйыҡ ҡына сыбығын һындырып алып, йүгереп килгәндә, йылан Зөлфиәгә яп-яҡын, башын күтәреп ташланырға ғына тора ине. Ул йән асыуы менән берҙе тартҡайны, йылан йомарланып-йомарланып барып ятты. Ярһыуы еткән Зәлифә уны әллә күпме туҡмағас, ҡыҙын күкрәгенә ҡыҫып тыйыла алмайынса илағайны. Шунан һуң ҡыҙын башҡаса йөрөтмәм дә тигәйне, йөрөтөргә тура килде шул, ҡайҙа ҡуяһың уны? Күрше әбейгә генә ҡалдырып китер ине, уларҙың да өй тулы бала, йүнле ҡарау эләкмәҫ тип, гелән генә үҙе менән алды.
Ана, алда Ҡаран йылғаһы күренде. Шуны аша сыҡһаң, теге яғына күп тә ҡалмай. Ошо тирәлә Зәлифә өсөн бик тә ҡәҙерле бер ағас түңгәге булырға тейеш. Ҡайһы тирәләрәк әле? Зәлифә оҙаҡ ҡына ян-яғына ҡаранып торҙо. Әһә, ана эре үлән араһында тороп ҡалған икән. Барыбер тапты бит. Ул бер аҙ ял да итермен тип түңгәк өҫтөнә барып ултырҙы ла ҡытыршы ҡулдары менән уны йомшаҡ ҡына һыйпап ҡуйҙы.
1944 йылдың мартында уйламағанда-нитмәгәндә Хөсәйене ҡайтып төштө. Эй ул саҡтағы илай-илай шатланғандары... Зәлифә әбейҙең күҙҙәренә тағы ла әселе-сөсөлө йәштәр килеп тығылды.
Ҡарап тороуға һап-һау Хөсәйененә әллә ни булған кеүек. Йүнләп һөйләшмәй ҙә, һөйләһә лә кәрәкмәгән һүҙҙәрҙе килтереп ҡыҫтыра. Зәлифә берҙе һөйләй, ә ул төптө икенсене әйтеп ҡуя. Бер заман ҡатын түҙмәне, илай-илай үҙенең үпкәһен белдерергә кереште. Ә Хөсәйене күҙҙәрен таҫырайтып ҡараған да башын һелкеп тик ултыра. Етмәһә, ауыҙы йырыҡ.
– Эй, Зәлифәкәйем, мин бер ни ҙә ишетмәйем, ниҙәр һөйләп, нимәгә генә илайһың икән, –- тип ҡатынының яурынынан ҡосоп алды. Баҡтиһәң, Хөсәйен бөтөнләй ишетмәй, контузия алып ҡайтҡан икән.
Шулай бер ни ҙә ишетмәйенсә Хөсәйене ете йыл йөрөнө. Әйтеүе генә анһат... Был ваҡыт эсендә Зәлифә ире менән ымлап аңлашырға өйрәнеп бөткәйне инде. Ә бер көн көтөлмәгән мөғжизә булды. Йәмле май айы. Икәүләшеп бысҡы, балта күтәреп, утын әҙерләргә урманға киттеләр. Көн иҫ киткес матур. Кәкүк саҡыра, бар тирә-яҡ сәскәгә күмелгән.
– Әйҙә, үҙебеҙҙең баҫыуға барайыҡ, – тине Хөсәйен. – Яланы ла ҙурайыр, утынын да ҡышҡыһын ташып алырға яҡын, уңайлы булыр.
Хөсәйен хәбәрҙе сурыта ғына, Зәлифәһе “эйе” тигәнде аңлатып баш ҡағып ҡына бара. Йылға янына еткәс, ял итергә туҡталдылар. Тап бына ошо ерҙә әле Зәлифә ултырған түңгәккә ултырҙы Хөсәйен. Ҡатыны иркәләнеп уға терәлде. Шулай ултыра торғас, Хөсәйен ҡапыл: “Ишетәһеңме, бисәкәй, кәкүк нисегерәк саҡыра, ә?” – тип ысҡындырмаһынмы. Зәлифә артыҡ иғтибар итмәй генә: “Эй, хәстрүш, кәкүк тауышын һин түгел, мин ишетмәйем әле,” – тип кенә ҡуйғайны ла. Тегеһе: “Улай тип әйтмә, Зәлифә, ныҡлабыраҡ тыңла әле”, – тигәйне, Зәлифә йығылып китә яҙҙы. Ишетә ләһә Хөсәйене, һөйөнөсөнән ни эшләргә белмәгәйне ул саҡ ҡатын. Ишетә Хөсәйене. Ишетә!!!
Ул көндө һөйләшеп танһыҡтары ҡанманы. Бер-береһенә әйтер һүҙҙәре шул тиклем күбәйгән. Әллә нисә тапҡыр сәй ҡайнатып эстеләр, емертеп эшләнеләр. Хөсәйене генә шунан һуң оҙаҡ йәшәмәне шул. Әллә үлер алдынан Зәлифәһе менән туйғансы һөйләшеп ҡалһын өсөн генә ҡолағын астымы икән Хоҙай Тәғәлә?!
Зәлифә түңгәкте наҙлап йәнә бер һыйпаны ла, тороп ҡағынып, артабан юлын дауам итте. Сабынлығы күренә лә инде. Ялан тулы булып йөрөй балаҡайҙары. Әсәһен күреп ҡалған Зөлфиә уға ҡаршы йүгерҙе.
– Әсәкәйем, ниңә арбаға ғына ултырып килмәнең? Арының инде. Бир һауытыңды, үҙем тотайым. Әллә ҡатыҡмы?
– Эҫелә айранһыҙ ҡыйын бит ул. Төптө хәтеремдән сыҡҡан.
– Түҙер инек әле. Сәй етерлек. Ыҙалап ни...
– Улай тимә, ҡыҙым. Бында килеп, йәшәреп, тын алып ҡайтам.
Зәлифә әбей күҙҙәре менән ҡәҙерле аҡланды айҡаны.
– Һеҙ айран эсеп, ял итеп алығыҙ, мин әҙерәк ҡараштырып киләйем, – тип сабынлығын иңләп ары китте. Үлән шәп үҫкән быйыл. Малдар асыҡмаясаҡ. Ошондай ҙа ҙур яланды ире менән икәүҙән-икәү генә бөтөрөп ҡуялар ине бит. Сабының ҡалды, үҙең юҡ.
Зәлифә әбейҙең йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Бар нәмәне күҙҙән үткәргәс, сәй эсә торған ҡарағай төбөнә ыңғайланы. Балалары гөр килеп тамаҡ ялғай. Ейәндәре лә икмәкте ҡайһылай ҡайыра тешләп ашап ултырған була. Зөлфиәһе быйыл олоғая төшкән һымаҡ. Ҡыҙарып китеп сәй һемерә. Әбей ейәндәре янынан урын алды. Ҡыҙы айран һонғас, миңә сәй генә яһап бир, һалҡын айран быуынға төшөр тип, сәй яһатты. Зөлфиәгә әсәһенең йөҙө йонсоу, ағарынып киткән кеүек тойолдо.
Беҙҙең менән арбаға ултырып ҡайтырһың, тиһәләр ҙә, Зәлифә әбей йәйәүләп ҡайтыуҙы хуп күрҙе. “Арбала һелкетә, минең бер ерем дә ауыртмай, бер аҙ арығанмын ғына”, – тип кире ҡайтырға сыҡты.
Юлда тыны ҡыҫылһа ла, туҡталмаҫҡа тырышты. Ҡайтып етергә лә тиҙерәк аш һалып ебәрергә кәрәк. Атлы кешеләр ни хәҙер артымдан ҡайтып етер әле, тип аҙымын ҡыҙыулатты. Өйөнә ул “Аһ Алла”ға төшөп саҡ ҡайтып етте. Ҡоро-һары йыйып индереп усаҡ яҡты, бәрән итенән генә аш һалып ебәрҙе. Шунан әҙерәк кенә хәл алайым тип, мөйөштә торған ағас карауатҡа ятып торҙо. Эй, Хоҙайым, быйыл да мораҙына иреште. Сабынлығын, йәшлеге туғайын барып күрҙе. Кеше бесән айы ауыр тигән була. Ҡайҙан ауыр булһын...
Зәлифә әбейҙең күҙ ҡабаҡтары ауырайҙы. Алыҫта, томан араһында ғына Хөсәйене күренеп ҡалған һымаҡ. Бәй, ҡолас ташлап бесән сабып йөрөй ҙәһә. Тороп тор, мин дә хәҙер ярҙамға киләм. Ни ғәләмәт, ире унан ҡаса түгелме? Юҡ, ҡасмай, киреһенсә, үҙенә саҡыра. Үҙе ҡайҙалыр йүгерә, артынан Зәлифәне лә саҡыра. Ул еңел генә итеп ире артынан йүгерә. Бына Хөсәйене күҙҙән юғалды. Зәлифә лә томан эсенә инеп ғәйеп булды.
Зәлифә, ҡалҡынырға тырышып, “ыһ” тигән өн сығарҙы ла күҙҙәрен мәңгегә йомдо...