Һуғыш балалары өлөшөнә төшкән һынауҙарға ҡая-таш та сыҙамаҫ ине. Етемлек, ҡыйырһытыуҙар, аслыҡ, өшөп-туңыуҙар, “атай” һүҙен өндәшеүгә зар-интизар булып йәшәү… Миллиондарса етемдәрҙең йөрәгендәге әрнеүҙе баҫа алырлыҡ дауа бармы икән? Уларҙың һөйләгәнен тыңлағанда битараф ҡалыу мөмкин түгел, бөгөн тормош ауыр, тип зарланғандар өсөн уңайһыҙ булып китә. 85 йәшлек Фәзмиә апай әйтмешләй: “Хәҙер хөрриәттә йәшәйбеҙ, әҙәм балаһы ауырлыҡҡа сыҙай, рәхәтлеккә түҙмәй шул”.Уның тетрәндергес хикәйәте аяуһыҙ һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға алып китә. Сабый саҡтан Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәтен кисергән, бик иртә ололар менән бер рәттән ауыр эшкә егелгән, шуның менән Еңеүҙе яҡынайтҡан, һуғыштан һуңғы йылдарҙа емереклектәрҙе тергеҙгән фиҙакәр кешеләр сикһеҙ хөрмәткә лайыҡ. Һуғыш осоро балалары быуыны ла олоғайҙы, сафтары ла йылдан-йыл һирәгәйә…
Фәзмиә Әхмәтша ҡыҙы 1931 йылда Яңауылда ишле ғаиләлә донъяға килә. Апаһы Мәфтуха, Ғәтифә, ағалары Әхмәтйән, Мөхәммәтйән, Миңләхмәт, Нуриәхмәт, Нурмөхәмәт, Нурулла… Әсәһе Таибә төпсөгөн тапҡас, мандый алмай, вафат була. Итәк тулы бала менән ҡалған Әхмәтша олатай 1921 йылда Ҡыҙыл ауылынан ире һуғышта һәләк булған тол ҡатынды ала. Рауза өләсәй балаларҙы айырып ҡарамай, сабый ғына ҡалған Нуруллаға айырыуса әсә наҙын тулыһынса бирергә тырыша. Кейемдең юҡ сағы, бала-сағаға күп кәрәк – киндер һуғып, бөтәһенә лә өҫ кейемен үҙе тегеп кейҙерә. Әхмәтша олатайға килгәс тапҡан биш баланың өсөһө ғүмерһеҙ була: Ҡорбанғәли, Ғариф, Сәлимә исемле балалары бәләкәй саҡта ауырып үлгән, тик ике ҡыҙ бала — Фәүзиә, Фәзмиә — буй еткерә.
Фәзмиә апай атаһын иртә юғалтһа, әсәһенән ғүмер буйы айырылмай, олоғайған көнөндә лә 94 йәшенә тиклем оло һөйөү менән тәрбиәләй. Һәм бөгөн дә уларҙы айырыуса наҙ менән һағынып иҫкә ала. “Атай-әсәйемде хәтерләгән һайын иҫем китә, әллә элек шулай булдымы икән: бер ваҡытта бер кем тураһында насар һүҙ әйтмәҫтәр, йомош-юлға килгәнде һис буш ҡул сығармаҫтар, насар ҡылыҡтарын да аҡларлыҡ сәбәп табырҙар ине. Ҡәһәрле һуғыш йылдарында бик ауыр йәшәне халыҡ, аслыҡтан шешенеп үлгәндәр ҙә булды. Һыйыр аҫраған кешегә еңелерәк, һөтө-ҡатығы йыл әйләнәһе тиерлек бар. Тик һыйыр аҫрауы ла бик ауыр, бигерәк тә бесән әҙерләүе, сөнки болондағы бесәнлектәр колхоз малдары өсөн генә рөхсәт ителә, ә колхозсыларға ҡыуаҡ араһы, соҡор-саҡырҙағы ерҙәр генә ҡала. Уныһы ла кем алданыраҡ өлгөрә, шуға эләгә. Унан бесәнде сабырға, ташырға, өйөргә көс тә кәрәк. Ә ауылда ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына. Беҙ, шөкөр, һыйырҙан ҡалманыҡ, нисек кенә ҡыйын булһа ла, әсәйем “инде аҡтан айырмаһын Хоҙай” тип, уны һаҡлап ҡалырға тырышты”, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Фәзмиә апай.
Фашист илбаҫарҙары илебеҙгә һөжүм иткәс, бер ғаиләнән биш һалдат Тыуған ил һағына баҫа. Улар киткәндә “беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ, көтөгөҙ” тиһәләр ҙә, ғәзиздәренең береһе лә кире әйләнеп ҡайтмай. Фәзмиә инәй һуғышта ятып ҡалған ағалары тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай, күңел яралары һаман да ҡанһырап һыҡрай, йөрәк әрней: “Ҡуй инде, исмаһам, береһе ҡайтһасы! Миңләхмәт менән Нуриәхмәт ағай ғаилә ҡороп өлгөрһә, өсөһө атай булыу бәхетен дә татый алманы. Башта Миңләхмәт ағайҙы алдылар. Бәҙеғолъямал еңгә етенсе балаһына ауырлы ҡалғайны… Рәфҡәт ағайҙы һуңғараҡ оҙаттыҡ. Ә ҡалғандары эшләгән урындан һуғышҡа алынды. Бер-бер артлы “ҡара ҡағыҙ” йә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килде. Миңләхмәт ағайҙың — 1942 йылдың февралендә, Нурмөхәммәт ағай — шул уҡ йылдың мартында, Нуриәхмәт менән Рәфҡәт ағайҙың да (документ һаҡланмаған) хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр алдыҡ, иң кесе ағайым Нурулла 1944 йылдың 24 февралендә һәләк булған…
Ауылда ҡайғы ишек ҡаҡмаған йорт ҡалмағандыр, шулай ҙа кеме булһа ла, ғәрипләнһә лә, тере ҡайтыуы оло шатлыҡ ине. Ә һуғыштың тәүге йылдарында алынғандарҙың күбеһе яуҙа башын һалды шул, етмәһә, ағайымдар сая, ҡыйыу ине, әсәйемдең әсенеп әйткәне иҫтә ҡалған: “Алабармандар, башты һаҡлай белмәнеләр инде!” Аллаға шөкөр, әсәйемдең йыуанысы — тәүге никахтан улы Ибраһим – һуғыштан иҫән ҡайтты.
Тылда ла, фронттағы кеүек, төрлө сәбәптән халыҡ ҡырылды, аслыҡтан-яланғаслыҡтан тыш, йәбер-золом күп булды, бер ус башаҡ, дүрт юллыҡ таҡмаҡ өсөн дә төрмәгә ултырттылар, йәғни хужаларға ярамаһаң, эш хана – бигерәк миһырбанһыҙ, аяуһыҙ, хатта хаяһыҙ ҡыланды урындағы етәкселәр.
Колхоз баҫыуҙарында үҫтерелгән иген, фермаларҙа алынған ит-һөт — бөтәһе фронтҡа ебәрелә, колхозсының үҙенә бер нәмә лә тиерлек ҡалдырылмай, төп ризыҡ — картуф. Ул осорҙа ябай халыҡҡа ҡуйылған талапҡа хайран ҡалырлыҡ: һәр колхозсы, колхозда бушлай тиерлек эшләүҙән тыш, һалым түләргә, ит, һөт, йомортҡа, йөн, картуф тапшырырға тейеш ине. Быларҙы тапшыра алмаһаң, ҡаты яза көтә… Шуға ла ғаиләң ас ҡалһа ҡала, әммә дәүләткә бурысты түләргә тейешһең.
Иҫ киткес фәҡирлек, ризыҡ, кейем юҡ. Ҡыш сығыу, бигерәк тә яҙға табан, ауыр. Йәйге-көҙгө айҙарҙа үҙеңә ризыҡ, малға бесән, һалам, өй йылытырға утын әҙерләп ҡуймаһаң, ҡыш сыға алмайһың тигән һүҙ. Ул ваҡытта ауылдың осонан уҡ әрәмәлек башлана, туғай-ҡыуаҡтар емеш-еләккә бик бай. Июнь аҙаҡтарында еләк өҫтө – беҙҙең иң яратҡан ваҡыт. Ер еләге бөтөүгә башҡалары өлгөрә. Ҡыуаҡтар күп, унда ҡарағат, бөрлөгән, муйыл, балан, гөлйемеше ишелеп уңа. Шуларҙың һәр береһен шул көндәрҙә ашар өсөн дә, ҡышҡылыҡҡа ла йыйып өлгөрәбеҙ. Ер еләге, ҡарағат, баландан әсәй ҡаҡ ҡоя, шул уҡ еләкте, муйылды киптерә, ә инде баланды аяҡлап, ҡыйыҡҡа элеп ҡуя, шәкәр булмау сәбәпле, ҡайнатма яһамайбыҙ. Организм өсөн бик файҙалы татлы ризыҡ, шуға ла ауырыу бик алмай беҙҙе. Беҙ үҫкән саҡта тирә-яҡ тәбиғәттең ҡыҙ ғына сағы: һауа ла, һыуҙар ҙа таҙа, химикаттар ҡулланмайҙар, туғайлыҡтар беҙҙе туйындыра… Хәҙер улар юҡ инде, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерәбеҙ тип, һыу буйҙарын, ҡыуаҡлыҡтарҙы һөрөп бөтөрҙөләр.
Йәй көнө йәш балаларҙы ла колхоз эшенә йәлеп итәләр ине: утау, иген әйләндереү, елгәреү. 11 йәштән бесән саптым, әлеге айырым урындарҙа, әрәмәлектә ҡалғаны – беҙгә. Бер хикмәт иҫтә ҡалған. Мин яңғыҙым уйһыулыҡта бесән сабам, әсәй – колхоз эшендә. Әрәмәлек ситендәге ҡалҡыулыҡта бер эт миңә төбәлеп ултырғанын абайланым, байтаҡ ваҡыт үткәс ҡараһам, һаман ултыра. Төшкө ашҡа туҡтаған осорҙа әсәй ашарға алып килде. “Әсәй, минең һаҡсым бар, ҡара әле, бынау эт ни эшләп ултыра икән ул”, – тим көлөп. Әсәйем ҡурҡып китте: “Эй, балам, эт түгел, бүре бит был!” – тип сарбайлап ҡыуа башланы. Бүре тороп баҫты ла, бер аҙ ҡарап торғас, әкрен генә атлап ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа инеп юғалды. Ул ваҡытта бүре күп ине, ҡышын төндә генә түгел, көпә-көндөҙ ауылға килеп һарыҡтарҙы боғаҙлаған осраҡтар булды. Ә был бик ас булмаһа ла, минең хәлһеҙләнгәнде көтөп ултырған, күрәһең”, — тип хәтер ебен һүтә Фәзмиә апай.
Түҙгәнгә — түш, тиһәләр ҙә, Фәзмиә апайға шәхси тормошта ла ҡаты һынауҙар ҡуя яҙмыш. Тәүге мөхәббәтен юғалтып, байтаҡ йылдар үткәс, гел яңғыҙ булмай тип, күптән ҡулын һорап йөрөгән кеше менән ғаилә ҡорһа ла, бер бөтөн булып китә алмайҙар. Шуғалырмы, уның ҡырын эштәрен ғәфү итә алмай, яңғыҙ ҡалыуҙы өҫтөн күрә — юлдары айырыла. Барлыҡ һөйөүен, наҙын ҡарында ғына ҡалған улына бағышлай, матур тәрбиә бирергә тырыша, тик күҙ ҡараһындай күреп үҫтергән ғәзизенең ғүмере ҡыҫҡа була. Ә һуғыш йылдарында имгәнгән әсәһе, олоғая төшкәс, аяҡтан ҡала, бәхетенә күрә, ҡыҙы тәрбиәһендә, ҡәҙер-хөрмәттә уҙа ҡалған ғүмере.
Ҡатмарлы ғүмер юлы үтһә лә, аяуһыҙ яҙмыш еле берсә яндырып, берсә туңдырһа ла, Фәзмиә Әхмәтша ҡыҙы күңел сафлығын, кешеләргә, тормошҡа һөйөүен, өмөтөн юғалтмаған, һәр ваҡыт ихлас, йор һүҙле, бай телле, асыҡ йөҙлө апайҙың һәр фекерен мәҡәл-әйтем, йыр-шиғыр менән нығытып ҡуйыуы уның хәтирәләрен мауыҡтырғыс яһай, һөйләүе һис ялыҡтырмай, тыңлағандан-тыңлағы килә. Бөгөн дә бар эшен үҙе бөтөрә ул, уңған, егәрле, тынғыһыҙ Фәзмиә апайҙың тормошо йәштәргә биргеһеҙ, аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Асыҡ зиһене, көҙгөләй хәтере, ҡара иҫәпкә шул тиклем оҫта булыуы ла хайран ҡалдыра. Үҙе шаяртып: “Уҡыу ғына эләкмәй харап булғанмын, юғиһә Президент тирәһендә йөрөр, илде кәм-хур итмәҫ инем”, — тип көлә. Эйе, бик һәләтле, отҡор булһа ла, ваҡытында ауылда башланғыс класс белеме алғас, күрше ауылға уҡырға йөрөргә мөмкинлеге булмай уның. Үҙе һандуғастар көнләшерлек моңло бала була. “Әле лә ауылға ҡайтып, туғайҙарға сығып йырлап үтһәм, яңы һулыш асылғандай. Ана шул йыр ғүмерлек юлдашым булды – шатлығымды йырҙарға һалдым, ҡайғымды ла йырлап баҫтым”, — ти ул.
Инде артабан, шатлыҡ-ҡыуаныстан ғына йырлап, туҡһанды елдереп үтеп, иҫәнлектә-һаулыҡта йөҙҙө ҡаршыларға яҙһын, бәхет, һөйөнөстәр генә бүләк итһен тормош уға. Эйе, ул быға йөҙ тапҡыр лайыҡ. Аллаһ Тәғәләгә инанып, тик изгелек ҡылып, яҡшы уй-ниәттә йәшәгән апайыбыҙ һәр кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Беҙҙең ырыуҙа иң олоһо булараҡ, кәңәш, ярҙам һорап, уға мөрәжәғәт итәбеҙ, хаталарҙы, яңылыштарҙы алдан күреп иҫкәртә ул, аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙе ҡурсырға тырыша.