Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡарама миңә, камера...
Ҡарама миңә, камера... Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеүсе камераларға хәҙер торған һайын күберәк өҫтөнлөк бирәләр – улар машиналарҙың тиҙлеген һәм автобус һыҙаттарынан барыуын ғына теркәп ҡалмай, ә юлдан ситкә сығыуын, светофорҙа стоп-һыҙыҡты үтеп китеүен, туҡталҡаларҙа дөрөҫ урынлашмауын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Камераларҙың тиҫтәләрсә төрө бар, һәм уларҙың эшләү рәүеше лә бер-береһенә оҡшамаған.

Бындай комплекстарҙың мөмкинлеге сикләнмәгән. Улар түбәндәге осраҡтарҙы күҙ асып йомғансы асыҡлай ала:
– тиҙлек режимын боҙоуҙы;
– урам киҫелешен ҡыҙыл сигналға үтеп китеүҙе;
– стоп-һыҙыҡты үтеп туҡтауҙы;
– тимер юл аша сыҡҡанда тыйыусы светофорға туҡтамауҙы;
– тыйыусы юл тамғаһын һанға һуҡмауҙы;
– велосипед юлы һәм тротуар буйлап автомобилдә барыуҙы;
– юлдың ситенә сығыуҙы;
– ҡаршы хәрәкәт һыҙаты буйлап барыуҙы;
– йәмәғәт транспорты һыҙатында килеүҙе;
– алдағы пассажирҙарҙың хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүен;
– рулдә килеш телефондан һөйләшеүҙе (hands-free булмаһа);
– көндөҙ яҡындағы утты яҡтыртмай йөрөүҙе;
– йөк машиналарының тыйылған һыҙатта барыуын;
– юлдағы тоташ һыҙыҡ аша үтеүҙе;
– туҡтау һәм туҡтап тороу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы;
– ташланған автомобилдәрҙе табыу;
– ҡыуып алып кителгән машиналарҙы табыу.
Камералар 300-гә саҡлы теркәү тамғаларын таный ала, шул иҫәптән – СССР-ҙан ҡалған иҫкергән тамғаларҙы. Был элекке союздаш республикаларҙан ингән автомобилдәрҙең дә юл ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү өсөн шулай эшләнә.
Тәүге шундай камералар Европала 60-сы йылдарҙа уҡ ҡулланыла башлаған, ләкин автомобилселәр уларҙы йыш ҡына ватып китә торған булған, шуға күрә артабан ныҡлы камералар урынлаштырыла башлай.
Йәнһеҙ камера – коррупцияға ҡаршы һәйбәт сара ул, сөнки ришүәт талап итә алмай. Дөрөҫ, юл ҡағиҙәһен боҙоуҙы фотоға төшөргән камера автомо­билселәргә барыбер оҡшамай. Был фото штраф яҙылған квитанция менән бергә почта аша ебәрелә – бик күптәрҙең уны алғаны бар. Ҡайһы берәүҙәр авто­инспекторҙар ҡулынан алмаған квитанцияны түләргә лә ашығып бармай. Әммә штраф күләме 10 мең һумдан ашып киткән кешене хоҡуҡи яҡтан сикләү көтә, мәҫәлән, сит илгә сыҡҡанда паспорт контроле аша үткәрмәйәсәктәр. Тик камераларҙы һәр ерҙә ҡулланыуҙың икенсе яғы ла бар: улар юлдағы автоинспекторҙар һанының кәмеүенә килтерә. Тимәк, иҫерек шоферҙар язаһыҙ ҡалыу мөмкинлеге ала, номерын махсус бысратҡан йәки нимәлер менән булһа ла йәбештергән автомобилселәр тиҙлекте күҙәтмәй башлай. Шулай ҙа Рәсәй төбәктәрендә ошондай камераны һатып алыуға һәм урынлаштырыуға киткән сығым үҙен биш-алты айҙан аҡлай. Ә Мәскәү ҡалаһында был күрһәткес хатта өс ай ғына тәшкил итә.
Хәҙерге камералар радар, фототеркәү һәм лазер төрҙәренә бүленә. Радар камералар – юл ҡағиҙәләрен боҙоусылар өсөн иң “хәүефлеһе”, сөнки улар радар-детектор нигеҙендә эшләй, йәғни локатор ебәргән сигнал машинаны мотлаҡ фотоға төшөрөп өлгөрә. Әммә төнөн һәм һауа шарттары насар булғанда бындай камералар насар күрә.
Лазер камералар ҙа шундай уҡ нигеҙҙә эшләй, тик улар автомобилдәрҙе алыҫтаныраҡ теркәргә һәләтле, ә үлсәнгән тиҙлек сәғәтенә 350 километр менән сикләнә.
Фототеркәү камералары үҙе төшөргән фотоһүрәтте эшкәртергә лә һәләтле. Бындай камералар яҡынлашҡан автомобилде генә түгел, ә алыҫлаша барғанын да “эләктерә”. Икенсе төрлө әйткәндә, камераны үтеп киткәс тә газға баҫҡан һәм тиҙлекте арттырған шофер ҙа был ҡоролманың күҙәтеүенән ҡотола алмай. Фототеркәү ысулының яңылышыу ихтималлығы биш проценттан да артыҡ түгел. Был камераларҙың иң таралған төрө – “Автоураган”, ул туҡталҡала дөрөҫ урынлашмаған автомобилде лә теркәргә һәләтле.



Ҡыуаҡ артына боҫорға ярамай

Рәсәйҙең эске эштәр министры Владимир Колокольцев күптән түгел автоинспекторҙарға “ҡул” радарҙарын ҡулланыуҙы тыйыу тураһында ҡарар сығарғайны. Быға юл тәртибен күҙәтеүселәр араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙың йышайыуына сәбәпсе булды.

Күп кенә автомобилселәр белмәй ҙә әле: юлдағы автоинспекторҙар алыҫтан уҡ күренерлек урында торорға тейешле. Радарҙары менән ҡыуаҡ артында йәки башҡа урында боҫоп торһалар, тимәк, хоҡуҡ боҙалар. Был уларҙың эш автомобиленә лә ҡағыла. Ул ғына түгел, әлеге ҡарар буйынса “Вәзир”, “Бинар”, “Сокол-Виза”, “Бөркөт” һәм башҡа күсмә радарҙар ҙа тыйылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә