Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Отошло түгелме, әллә ҡурҡыталар ғынамы?
Отошло түгелме,  әллә ҡурҡыталар ғынамы? Автогражданлыҡ яуаплылығын мәжбүри страховкалау (ОСАГО) буйынса тыуған проблемалар тураһында хәҙер күп яҙалар, сөнки улар бик аҡрын хәл ителә. Бының сәбәбе нимәлә: страховкалау компаниялары эшләргә теләмәйме, әллә уларға бындай эшҡыуарлыҡ төрө менән шөғөлләнеү зыян ғына килтерәме, әллә ниндәйҙер аңлашыл­маусанлыҡ аяҡ саламы? Ә автомобиль хужаларына был осраҡта ни ҡылырға?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙа страховкалау­ҙың ошо төрөнә бәйле ҡыйынлыҡтарҙы бөтөрөү сараларын тикшереүгә арналған кәңәшмә булды. Ул башланыу менән, шундай дөйөм фекер төҫмөрләнде: кешеләр был проблеманың тотҡонона әйләнде – закон полистан тыш автомобиль йөрөтөүҙе тыя, әммә ошо документты алыу үтә ҡыйынлашты.
Страховка компания­ларының ОСАГО полисын һатыуҙан баш тартыуы ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара. Штраф түләтеүҙәре бер хәл, әгәр ҙә берәйһенең машинаһын төкөтһәң ни эшләргә? Үҙ машинаңды һатырға тура килмәгәйе...
Шулай ҙа Рәсәй Граждандар кодексының 445-се статьяһы бер аҙ өмөт уята былай: страховка ойошмаһы килешеү төҙөүҙән баш тартһа, уны суд ҡарары аша мәжбүр итергә була. Килешеү төҙөүҙе һорап ғариза яҙаһың да, йәнә баш тартһалар йәки ғари­заға тейешле ваҡытында яуап бирмәһәләр, суд тупһаларын тапай башлайһың... Ҡануниәткә ярашлы, ОСАГО полисы асыҡ килешеү булып тора, йәғни страховкалаусы һәр теләүсе менән килешеү төҙөргә тейеш! Уға баш тартырға рөхсәт юҡ. Рәсәй Феде­рацияһының “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Законы (1992 йылдың 7 февралендә ҡабул ителгәне) шуны аңлата: бер тауарҙы һатып алғанда икенсе төрлөләрен дә алыуҙы шарт итеп ҡуйыу (өҫтәмә хеҙмәттәргә риза булырға мәжбүр итеү) тыйыла.
Хоҡуҡтарын боҙоу осрағы менән риза булмаған ҡайһы бер автомобиль хужалары шулай эшләй ҙә: судҡа мөрәжәғәт итә һәм, ҡағиҙә булараҡ, еңеп сыға. Страховка ойошмаларын административ яуап­лылыҡҡа тарттырыу осраҡтары бихисап, ләкин штраф күләме уларҙы ҡурҡытмай. Өс-дүрт кешене страховкалау был ғына штрафты, моғайын, бер-ике сәғәт эсендә ҡаплайҙыр. Ә көнөнә уларға күпме кеше мөрәжәғәт итә... Штрафты иһә көн һайын һалып тороуҙары икеле.
– Ҡайҙан килеп тыуҙы был проблема, элек ул ғәҙәти хәл һәм бер ниндәй баш ауыртыуы тыуҙырмай ине бит? – тип аптырай парламенттың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмил Хәки­мов. – Махсус бланкылар ни өсөн етешмәй башланы, уларҙы баҫып сығарыу ошоға саҡлы һис ниндәй ҡаршылыҡҡа осрамай ине бит?
Махсус бланкыларҙың бөтөүе тураһында раҫларға маташыу – страховкалау ойошма­ларының күҙ буяуы ғына. Белгестәр раҫла­уынса, страховканың был төрө менән шө­ғөл­ләнеү отошло түгел. Шуға улар өҫтәмә хеҙмәтләндереү – мәҫәлән, ғүмерҙе страховкалауҙы – һатып алыуығыҙҙы ла шарт итеп ҡуя.
– Беҙҙә махсус бланкыларға ҡытлыҡ юҡ, ә сират барлыҡҡа килеүенең сәбәбе шул: күп кенә страховка ойошмалары ябылды. Шуға полис алырға теләүселәр быйыл ғына ла 40 процентҡа артты, – ти “Росгосстрах”тың Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Юрий Шпизель. Директор аңлатыуынса, йыл аҙағына һорау менән тәҡдим нисбәте тигеҙләнәсәк, һәм сират та булмаясаҡ йәки ҡырҡа кәмейәсәк, әлегә иҡтисадта “кисектерелгән һорау” тип аталған хәл өҫтөнлөк итә. Ләкин Дәүләт Йыйылышындағы әлеге ултырышҡа был компанияның вәкиле килмәне һәм бының сәбәбе лә әйтелмәне.
– Уның килмәүен мин ихтирам күрһәтмәү билдәһе итеп ҡабул итәм. “Росгосстрах” беҙҙәге барлыҡ автогражданлыҡ яуаплы­лығын страховкалауҙың 70 процентын алып тора, шулай булғас, был проблеманы уларһыҙ тикшереүҙән фәтүә булырмы икән? – Автоһәүәҫкәрҙәр союзы вәкиленең был һорауы урынлы ине, ләкин кәңәшмәне туҡтатмаҫҡа булдылар, сөнки бер компанияға ҡарап ҡына мәсьәләгә күҙ йомоп булмай бит.
Башҡа страховка ойошмаларының вәкилдәре кәңәшмәлә ҡатнашыуҙан баш тартмаған. “СОГАЗ” компанияһы вәкиле, мәҫәлән, килеп тыуған хәлде шулай тип аңлатты:
– Бында федераль компаниялар ғәйеп­ле. Улар тейешле дәүләт органдарынан страховка хаҡын күтәртергә маташа. Страховка баҙарындағы урынды яулап алырға тырышалар. Ә беҙ, төбәк операторҙары, ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмайбыҙ, бының өсөн финанс мөмкинлектәре юҡ әлегә, шуға офистар ҙа, хеҙмәткәрҙәр ҙә аҙ.
Полисһыҙ йөрөгән өсөн штраф түләтеү туҡтамай – Дәүләт автоинспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксе­һе урынбаҫары Рәүил Байбурин әйтеүенсә, быйылғы тәүге ярты йылда ғына ла бының өсөн шоферҙарға биш меңдән ашыу штраф һалынған.
Килеп тыуған хәлдән сығыу өсөн күптән түгел Башҡортостанда Рәсәй автостраховкалау союзының Берҙәм агенты сис­темаһы ла ойошторолғайны. Ул клиентҡа сиратһыҙ һәм өҫтәмә хеҙмәтләндереү төрҙәре алырға мәжбүр итмәй генә теләһә ниндәй компанияның полисын һатып алырға ярҙам итеү маҡсатында төҙөлгәйне. Әммә уның эш йоғонтоһо һиҙелмәй – ОСАГО буйынса сират кәмемәй. Был система­ның вәкиле Елена Рябова депутаттарҙы һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусы башҡа белгестәрҙе әлегә эштең тулыһынса яйға һалынмауына һәм бер нисә айҙан йоғонто буласағына ышандырҙы.
Күрше Татарстан менән сағыштырыуҙар ҙа йыш яңғыраны кәңәшмәлә. Был республикала “Росгосстрах”тың өлөшө 34 процент ҡына тәшкил итә икән. Тимәк, урындағы компаниялар күп, һәм улар көслө. Шулай булһын өсөн шарттар ҙа тыуҙырылалыр.
Автомобиль йөрөтөүсенең әлеге полисында мәғлүмәттәр үҙгәрмәһә, уны яңы по­лисҡа алмаштырмаҫҡа, ә фәҡәт файҙа­ланыу ваҡытын оҙайтырға ғына тәҡдим дә булды кәңәшмәлә. Был хәлде күпкә еңеләйтер ине, әлбиттә – яңы бланк өсөн түләргә кәрәкмәүе полис хаҡын да арзанайта төшөр ине, “бланк юҡ” тигән һылтау ҙа юҡҡа сығыр ине.
Әйткәндәй, автостраховка полисы биреү менән шөғөлләнеүҙең отошло булмауы тураһындағы мәғлүмәтте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Наил Ғиззәтуллин кире ҡаҡты. Уның белдереүенсә, былтыр полис һатыуҙан страховкалау компаниялары Рәсәй буйынса 220 миллиард һум йыйған, шуның 121 миллиард һумы юл ваҡиғала­рында зыян күреүселәргә түләүгә тото­нолған. Ә быйыл страховка иғәнәләре байтаҡҡа артты бит. “Тимәк, отошло эшләйҙәр булып сыға?!” – тине депутат.
ОСАГО полисы тауар-аҡса мөнәсәбәттә­рендәге алдынғы алым булып тора: юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп та авария яһаһаң, сит кешенең автомобилен һин түгел, ә һинең менән килешеү төҙөгән страховка компанияһы йүнәтә, сөнки клиенттарынан йыйған аҡса тупланмаһы уға бындай мөмкинлекте бирә. Юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙа икенсе яҡ ғәйепле булһа, унан аҡса түләттереү еңелләшә – уның страховка компанияһы сығымдарҙы үҙ өҫтөнә ала. Юғиһә ремонт хаҡын ҡайтартыу өсөн күпме мәшәҡәт кисерергә тура килер ине. Шуға күрә ОСАГО полисы кәрәкме, юҡмы тигән һорау ҙа урынһыҙ буласаҡ. Әммә уны тормошҡа ашырыуҙа контроль булмауы ғына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Баҙар иҡтисадында бөтә нәмәне һорау менән тәҡдим үҙенән-үҙе яйға һала тигән ҡараштан күптән арынғанбыҙ бит инде. Шуға күрә кәңәшмәлә был полисты биреүҙе дәүләт ҡарамағына күсерергә тәҡдим итеүҙәрен дә аңларға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 57

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 45

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 40

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 57

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 43

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 60

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 61

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 41

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 41

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 47