Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәләмәтлек утрауы
Сәләмәтлек утрауы “Йәйғор” шифаханаһы 1984 йылда ойошторола. Тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.

– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморрой һәм енси ауырыуҙарҙан дауа­лағанда айырыуса яҡшы күрһәт­кестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып киләләр. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “АNA-TOMOTOP” тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫты­рабыҙ, – ти Альберт Рәшит улы. – Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай. Мәҫәлән, ҡаҡма тулҡынлы терапия аппараты – республикала берҙән-бер. Ул быуындар шешеүенән, үксә һөйәге ауырыуҙарынан арындыра.
Шифаханабыҙҙағы “Гальвано-ванна” ҡоролмаһы ла Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләне­шен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта.
“Магнитотурботрон” аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнит тулҡындары организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән тиҙ ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия – һауығыуға өмөт өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн – ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамыр­ҙары ауырыуҙарынан, балалар экземаһынан, псориаздан киле­шә. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
“Йәйғор”ҙың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энәһен лазер нурына алыштырған. Теш­тәрҙе лазер ярҙамында дауалау механик ҡатнашлыҡтан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллер­гияһы булғандар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡотолоу­ҙың берҙән-бер сараһы. Белгестәр теште ағартыу, уға ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыр­тыуҙа озонды бик уңышлы фай­ҙаланалар. Озон терапияһы ярҙа­мында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һыр­ҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла ошо юл менән ҡан әйләнешен яҡшыртыу, тамыр­ҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер-лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыу­ҙарына ҡаршы көрәшәләр.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итергә теләүселәр артҡандан-арта: республика ҡала-райондарынан, сит төбәктәрҙән генә түгел, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгес­тәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ­ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу ­мөмкинлеген бирә. “Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашалар”, – ти ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған да инде.
Шифахананы ҡарағай урманы уратып алған. Ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алмашынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙо баш ҡаланың сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиңләрлек.





Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә