Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Газ ҡорамалдарын тикшерегеҙ!
Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәте көнкүрештә газды хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау йәһәтенән сираттағы айлыҡ үткәрә.

Айлыҡтың төп маҡсаты — көнкү­рештә газды хәүефһеҙ фай­ҙа­ланыу мәсьәләләренә халыҡ­тың иғтибарын йәлеп итеү.
Кешеләрҙең иғтибарын йорт­тарҙа һәм фатир­ҙарҙа газ при­борҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәү зарурлығына йүнәл­тәбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе боҙоу аяныс хәл­дәргә килтерә, һәм уларҙың һаны кәмемәй, айырыуса йылытыу миҙгеле башында. Көн дә тиерлек газ менән ағыуланыу хаҡын­да мәғлүмәт килә. Баш­ҡорт­­останда 2015 йылда биш кеше газ менән ағыуланып һәләк булған. Сәбәбе — төтөн юлы ваҡытында тейешле тик­шереү үтмәгән. 2016 йылда ете кеше вафат булды.
Газ приборҙарын файҙалан­ғанда ябай ғына ҡағиҙә­ләр­ҙе үтәгәндә был бәхетһеҙ осраҡтар ҡабатланмаҫ ине. Приборҙарҙы хәүефһеҙ файҙа­ланыу өсөн бөтөн яуаплылыҡ милексегә йөк­мәтелә. Ул төтөн һәм елләтеү юлдарын ваҡытында тикшерергә, газ ҡорамалдарын белгес тарафынан техник хеҙмәт­ләндереүҙе һәм ремонтлауҙы тәьмин итергә тейеш. Газ приборын хеҙмәт­ләндереү, төҙөклән­дереү йәки алмаштырыу менән бәйле бар­лыҡ ғәмәлдәрҙе махсус ойошма башҡара. Йорт һәм фатир эсендәге ҡорамалдарҙы техник хеҙ­мәтлән­дереү өсөн ошондай ойошма менән килешеү төҙөлә. Ул шулай уҡ газ ҡорамал­да­рының, уны һүндереү ҡулай­лама­ларының, йорт эсендәге, подъездағы, фасадтарҙағы газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында профилактик тикшереү үткәрә, бынан тыш, тәүлек әйләнәһенә авария-диспетчер хеҙмәтен күрһәтә.
Газ ҡорамалын файҙалан­ғанда, бигерәк тә йылытыу миҙгеле башланғанда, төтөн һәм елләтеү юлдарына айырым иғтибар биреү шарт. Уларҙың емерелеүе, туңыуы йәки тығы­лыуы тартыу көсөнөң боҙоло­уына килтерә. Ә тартыу көсө юғалған осраҡта газ приборын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла, сөнки ағыуланырға мөмкин. Тап шуға күрә газ ярҙамында эшләгән йылытыу ҡорамалын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн мотлаҡ тикшерергә кәрәк. Бының өсөн приборҙағы кескәй тәҙрәгә ҡағыҙ киҫәген яҡын килтерәләр. Әгәр ул тәҙрәгә тартыл­һа, тимәк, тартыу көсө бар. Мейес горелкаларын һәм газ приборҙарын тартыу көсө булмағанда файҙаланыу айырыуса хәүефле, сөнки янған саҡта бүленеп сыҡҡан ағыулы мат­дәләр бинаға тара­ласаҡ. Был осраҡта хәүефһеҙлек автома­тикаһы “телгә килергә”, газ ҡаҙанын йәки һыу йылытҡысты һүндерергә тейеш. Әгәр ҡулайлама эшләмәһә, газ менән ағыуланырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә