Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Халыҡ дошманы”
“Халыҡ дошманы” Был һүҙбәйләнеш һәр кемдең күңеленә тыуғанда уҡ ҡан менән күсәлер, һәр хәлдә, беҙҙең илдә мәктәп уҡыусыһынан алып сал сәсле аҡһаҡалға тиклем уның ни икәнен белә, сөнки хәтәр шаңдауы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Шуны әйтергә кәрәк, әлеге ярлыҡ заманында әҙәм балаһына ғына түгел, хатта йәнлек, ҡоштарға ла йәбештерелде. Мәҫәлән, социалис­тик юлға баҫҡан Ҡытайҙа, дөгө ҡоротҡосо тип, турғайҙарға ҡаршы көрәш асалар. Беҙҙә иһә, игенде “бөтөрөүсе”, ауыл хужалығы “дошманы” булараҡ, йомрандарҙы юҡ итергә тотоналар. Шуныһы сәйер: был эш балаларға – киләсәк быуынға йөкмәтелә.
Колхозлаштырыу осороноң тәүге йылдарында сыҡҡан балалар журналы “Пионер”ға (“Керпе”, 1930, ғинуар-февраль) күҙ һалайыҡ. Журналдың 3-сө һанында комсомолдың Үҙәк Комитеты секретарының 81-се протоколынан күсермә бирелә. Был ҡарарҙың бер нисә бүлегенә иғтибар итәйек.


Һәр пионерға

“Отрядҡа бер яңы бала ылыҡтырырға. 20 кило ташландыҡ йыйырға, 10 йомран, 15 сысҡан үлтерергә. Бер емеш ағасын һәм йәшелсә баҡсаһындағы 10 япраҡлы үҫемлекте ҡоротҡостарҙан таҙартырға. Бер сыйырсыҡ ояһы һәм ике тағараҡ яһарға”.
Тағы бер баҫманан (“Киске Өфө”, № 34) өҙөк килтерәйек. “Йомрандар дошманы” тип атала Вара Буранбаевтың мәҡәләһе, һүҙ ике бер туғандың һөйләшеп ултырыуы, уларҙың һөйләшеүе тәбиғәткә ҡағылыуы тураһында. Элек райсоветта эшләп йөрөгәне былай ти: “Кемдер райсовет рәйесенә: “Баҫыуҙарҙа йомрандар күбәйеп киткән. Ҡайҙа ҡарама, шунда баштарын суҡайтып ултыралар. Бер йомран ҡышҡылыҡҡа бер бот (16 килограмм) тос иген әҙерләп һалып ҡуя икән. Тимәк, 100 йомран 16 центнер игенде урлай булып сыға. Шуларға ҡаршы көрәш асырға ине”, – тигән.
Был хәбәр рәйескә етә ҡалған. Башҡарма комитеттың бер ултырышында ул “йомран­дарҙы ҡырыу буйынса район комиссияһы” төҙөй. Уның рәйесе итеп – мине, урынбаҫар итеп халыҡ мәғарифы бүлеге мөдирен тәғә­йенлә­неләр. Йом­ранд­арҙы бөтөрөү өсөн дүрт ай ваҡыт бирҙеләр: апрель – июль айҙарын. Комиссия ағза­лары йыйылып һөйләштек тә был мөһим сараға мәктәптәрҙе йәлеп итергә булдыҡ. Мәғариф бүлеге мәктәптәргә, отчет формаһын ҡушып, фарман ебәрҙе. Отчетты 1 сентябргә яһарға тейеш булдылар.
Май айы башында урынбаҫар менән икәү­ләп Һаҡмар йылғаһы буйында ултырған ҙур ауылға барып төштөк. Ауыл Советы рәйесе һәм мәктәп директоры менән осраштыҡ та, күнәктәр алып, уҡыусы балалар менән күмәкләп колхоз баҫыуҙарына йомрандарға ҡаршы көрәшергә сығып киттек. Уҡыусылар йүгереп йөрөп йомран ояларын эҙләй. Тапҡан береһе: “Бында килегеҙ!” – тип ҡысҡыра. Барып етә һалабыҙ. Балалар күнәк менән яҡындағы шишмәнән һыу ташый, өңгә һыу ҡоя. Икен­селәре һыуҙа сәсәп, борҡ-һарҡ итеп килеп сыҡҡан йомран­дарҙың башына һуғып үлтерә тора. Шулай итеп, азартҡа инеп киттек тә ул көндө утыҙлаған йәнлектең башына еттек.
Көҙ отчет мәғлүмәттәренән сығып иҫәпләп ҡараһаҡ, сәстә­ребеҙ үрә торҙо: Баймаҡ районы буйынса 50 меңгә яҡын йәнлек юҡ ителгән. Быға ышанырғамы, юҡмы? Әммә район буйынса илле мең бот иген “һаҡлап” ҡалынған. Шуға ҡыуандыҡ. Ҙур эш бит был. Шулай тип “йомрандарҙы ҡырыу буйынса район комиссияһы” башҡарма комитетына отчет бирҙек. Беҙҙең отчетты маҡтап ҡабул иттеләр...”
Бына шулай, йәмәғәт, бала­ларға беҙ нисек тәбиғәтте һаҡларға өйрәттек. Парадокс килеп сыға түгелме: сыйырсыҡтар ҡайтыуға оялар яһаттыҡ, ә яҙ башлаусы ҡара ҡарғаларҙы “халыҡ дошманы” яһаныҡ – борсаҡ баҫыу­ҙарына һөжүм итә, кукуруз шытымын сүпләй... Тәүгеләренә арнап шиғырҙар яҙҙыҡ, икенсе­ләренең һөлдәлә­рен таяҡҡа элеп ҡуйып, баҫыу ситтәренә ҡаҙап сыҡтыҡ. Үке­нескә ҡаршы, йомрандар менән дә шул уҡ хәл булды. Их, Әҙәм менән Һауа балаһы, тиһең ҡайһы саҡ, Аллаһ Тәғәлә барыһын да – һине лә, мине лә, ҡоштарҙы ла – белеп яралтҡан бит, тәбиғәттә тигеҙлек (баланс) булдырған. Беҙ генә ҡыҫылып, ошоно боҙмай­быҙмы икән? Ғөмүмән, тәбиғәтте һаҡлайыҡ, тип лаф орғансы, бәлки, үҙ ҡанундарыбыҙ менән уның эшенә тығылмаҫҡа ғына кәрәктер?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә