Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Таҡыр юлдың ауырлығы
Республика көнө яҡынлашҡан һайын, күңелде Башҡортостандың 1990 йылдан башланған яңы тарихы тирәләй уйҙар биләп ала. Өлгәшелгән ҡаҙаныштар, ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлектәр, киләсәккә өмөттәр – барыһы хаҡында ла оҙон-оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Бер генә ваҡиғаның да төбәктәге сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәлгә, ижтимағи тормошҡа фәҡәт ыңғай йәки кире йоғонто яһамағанын иҫтә тотҡанда, фекерҙәрҙең төрлөлөгөнә ғәжәпләнәһе түгел. Ҡытайҙың күренекле дәүләт эшмәкәре Чжоу Эньлай, Бөйөк француз революцияһының 200 йыллығы билдәләнгән саҡта, “Был ваҡиға тураһында ни уйлайһығыҙ?” тигән һорауға: “Уның эҙемтәләренә баһа бирергә бик иртә әле”, – тигән бит. Шуның кеүек, ниндәйҙер аныҡ һығымтаға килергә ашыҡмаҫҡа кәрәктер.


Һис шикһеҙ, республикабыҙ ошо осор эсендә күп яҡлап нығынды, күтәрелде, уны хәҙер донъяның һәр төбәгендә тиерлек беләләр. Элекке Башҡортостанды хәҙергеһе менән бөтөнләй сағыштырыр­мын тимә. Иң мөһиме – был уңыштар урындағы халыҡтың йәшәү сифатында ыңғай сағылыш таба. Беҙҙең өсөн тағы ла һөйөнөслөрәге – телебеҙҙең дәүләт статусын алыуы, милләтебеҙ алдында үҫеш йәһәтенән яңынан-яңы мөмкин­лектәр барлыҡҡа килеүе.
Әйткәндәй, халҡыбыҙ уларҙы тулыһын­са файҙалана белдеме икән? Юҡ шикелле. Борис Ельцин: “Иректе йота алған тиклем һоғоноғоҙ”, – тиһә лә. Ни өсөнмө? Сөнки азатлыҡ эйфорияһына бирелгән бәғзеләрҙең башында милләт, республика киләсәге тураһындағы уйҙарға урын етеңкерәмәне. Урыҫ әйтмешләй, “алғаны­быҙ үҙебеҙҙең быуатҡа етһә, хуш”, тинеләр.
“Башҡортостан” гәзитенең элекке баш мөхәррире, билдәле ғалим һәм сәйәсмән Мансур Әйүпов интервьюларының бере­һендә: “Суверенитет тигән ҙур бер тәгәр­мәсте, күмәкләп тотоноп, әйләндереп ебәрҙек тә ул, тик аҙаҡ уға этәргес биреп барырға оноттоҡ. Милләтебеҙҙең үҫеше мәнфәғәтендә һәр кем ниндәйҙер тырыш­лыҡ һалырға, мәҫәлән, ғалимдарыбыҙ тиҫтәләрсә фән кандидаты һәм докторы әҙерләргә, башҡа өлкәлә уңыш яулаған­дар ҙа үҙенә лайыҡлы алмаш тәрбиәләргә тейеш ине”, – тигәйне. Ысынлап та, шәхси ҡаҙаныштар менән сикләнеү арттырманы халҡыбыҙҙың бәҫен.
Әле күптәргә берҙәмлек, әүҙемлек, юғарылыҡ өлгөһө күрһәткән туғандаш ҡәүемдәрҙең тәжрибәһенә таянып, беҙгә зыялылар сафын тулыландырыу менән бер рәттән милли буржуазияны тергеҙеү идеяһын да алға һөрөргә кәрәк. Юғиһә, был хаҡта һүҙ ҡуҙғатыуы ғәйәт уңайһыҙ булһа ла, беҙҙекеләрҙең матди йәһәттән фәҡирлеген танымау мөмкин түгел. Күренеп тора бит: бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең, пенсияға һәм социаль түләүҙәргә күҙ төбәп йәшәгәндәрҙең ҙур өлөшө – республиканың төп халҡы вәкилдәре. Кемгә ер йәки торлаҡ кәрәк тиһәң дә – шулар.
Бер яҡтан ҡарағанда, милләттәштә­ребеҙ араһынан күпселектең байлыҡ артынан ҡыумауы – яҡшы күренеш. Баш­ҡорттоң холҡо ҡомһоҙлоҡҡа, дан-шөһрәткә этәргән психологиянан йыраҡ тора, сөнки, тарихтан белеүебеҙсә, ата-бабабыҙ һис тә иҙелеп, буйһоноп йәшәмәгән. Иркенлек, ихласлыҡ, йомартлыҡ хас беҙгә. Ләкин, икенсе юҫыҡта фекер йөрөтһәк, әлеге дәүерҙә, йәғни баҙар иҡтисады заманында, башҡорт байҙарын ишәйтеү тураһында һүҙ бармаған хәлдә лә, милләттәштәрҙең мөмкин тиклем күберәген үҙаллы кәсеп итеүгә ылыҡтырырға кәрәклеге асыҡлана. Азат рухлы, матди яҡтан ихтыяж тоймаған кеше генә етди маҡсаттарға ынтыла ала бөгөн. Өйөндә ғаиләһе ризыҡҡа, кейемгә мохтаж булып ултырғанда ул нисек итеп милләт мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йөрөһөн?
Тик, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең халыҡ бизнеста ла тапалған һуҡмаҡтарҙы һайлаусан. Мәҫәлән, берәү йылҡысылыҡ­ҡа тотоноп, уңышлы эшләй башлаһа, бүтән милләттәштәре лә шул шөғөлгә йөҙ бора, һөҙөмтәлә көнәркәштәр арҡа­һында ығы-зығы барлыҡҡа килә. Шундай хәлдәр ҡабатланмаһын, ағай-эне бер-береһе менән татыу йәшәһен тигән теләктә һәр кемгә үҙ юлын эҙләргә кәңәш итер инем. Эшҡыуарлыҡ бит ауыл хужалығы, ниндәйҙер тауар етештереү, сауҙа менән генә сикләнмәгән, мөмкин­лектәр донъя тулы. Мәҫәлән, сәнғәт эшмәкәрлеге менән бәйле бизнес төрҙәре, этник һәм экологик йүнәлештәге хеҙмәттәр бик ҡыҙыҡлы ла, төшөмлө лә.
Эйе, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың бай һәм көслө булыуын теләһәк, йәштәре­беҙҙе ижади ҡарашлы, заманса фекерле, милли рухлы, ихтыярлы эшҡыуарҙар армияһы итеп тәрбиәләргә тейешбеҙҙер. Әгәр инерция буйынса барһаҡ, ҡулдан ысҡынған мөмкинлектәр өсөн һаман да аҡланырға сәбәптәр эҙләһәк, таҡыр юлдан барған тәгәрмәсебеҙҙең дә хәрәкәттән туҡтауы ихтимал. Ҡасандыр вәғәҙә ителгән иректе һоғонорға һуң түгел әле беҙгә...



Автор: Ә. САФИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә