Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете ҡатындың йәшенле йәйе
Ете ҡатындың  йәшенле йәйе “Ул йылда йәшенле ямғыр шулай ҡара болот аралаш ҡыҙыл ут булып килеп сыҡты. Сөгөлдөрҙә эшләп йөрөгән ҡатындар, шул мөйөштән сыҡҡан (төньяҡ-көнбайыш) ҡурҡыныс ҡара болот тиктәҫкә түгел, әйҙәгеҙ, имен саҡта ҡыуышҡа кереп ҡалайыҡ тип, тиҙ генә йәшенеү яғын ҡараны...”
Ни өсөндөр әсәйем 45 йыл элек булған был фажиғәле ваҡиғаны йәнә иҫенә төшөрҙө. Күҙҙәре йәшләнеп китте. Әҙерәк тынысланғас, ул көндәрҙең хәтер ебен тағата башланы.


“1971 йылдың июнь айы. Сөгөлдөр утау мәле. Ирек улыбыҙға бер генә йәш. Ул ауырып торғас, ике көн эшкә һуңлап сығырға тура килде. Колхоздың сөгөлдөр баҫыуы Юлыҡ ауылы янында ине. Беҙ, Һабай ауылы ҡатындары, сөгөлдөрҙө ике звеноға бүленеп эшләйбеҙ. Үрге яҡтар – беҙҙең урам ҡатындары, звено етәксе­һе – Нәғимә апай Басирова, ә түбән яҡтыҡы Гөлфара Басирова ине.
– ­Һуңлап сыҡтың, Сәғи­ҙә, һине үҙебеҙгә ала ал­майбыҙ. Сөгөлдөрҙө апа­руҡ утап та өлгөрҙөк инде. Гөлбикә Әминева менән икегеҙгә Ибраһим яғында айырым ер ҡалдырҙыҡ, шунда барығыҙ! – тип Нәғимә апай ҡәтғи генә әйтте лә күмәкләп эшкә тотоноп та киттеләр.
Мин илайым:
– Ғүмер буйы бергә йө­рө­гәнде, ниңә улай итәһе­геҙ?! Бала ауырығас, ни ҡылайым инде, шулай тура килде бит! – тип инәләм, ә улар әйләнеп тә ҡарамай, үҙ юлдары менән китеп тик бара.
Ни эшләйһең инде, ба­ла­уыҙ һығып ултырыр ва­ҡыт түгел, Гөлбикә менән икәү генә теге айырым ике гектар ярымышар ерҙе алдыҡ та эшкә тотондоҡ. Ул ваҡытта ныҡ үпкәләһәм дә, аҙаҡ Аллаһы Тәғәлә шулай ҡушҡандыр, тип әхи­рәт­тәремә мең рәхмәтле булып, ятҡан урындары йәннәттә булһын, тип Ҡөрьән аяттары уҡыйым, шөкөрана ҡылам...
Ошо хәлдән һуң бер аҙна ла үтмәне, әлеге йәшенле ямғыр сыҡты. Үрге яҡ звено эшләй ҙә эшләй, ямғырға тиклем әҙерәк ер ыратып ҡалырға уйлайҙарҙыр инде. Беҙ ҡурҡышып тиҙерәк ҡы­уыш­ҡа инеп йәшендек. Дер ҡал­тырап йәшен үткәнен көтә­беҙ. Өс тапҡыр “шарт” итеп күк күкрәне. Ҡатындар: “Яҡында ғына нимәнелер атты бит!” – тип үҙ-ара һөй­ләнешеп алды. Яйлап йә­шен тынды, ямғыр ҙа туҡта­ғандай булды.
Ҡыуыштан сығып, тәп­ке­ләребеҙҙе тотоп, ер әҙе­рәк һурыҡһын әле тип “табор өйө”нә йүнәлдек. Ям­ғыр һибәләй, беҙ ишектән ҡалҡыу ерҙәрәк урынлаш­ҡан үрге яҡ звеноның ҡыуышын ҡарайбыҙ. Унан берәүҙең дә сыҡҡаны кү­рен­мәй. Уңарсы булмай, тракторсы Шәфиғулла ағай Зәйнуллин менән бригадир Шәйхетдин Зәйнетдинов һыбай килеш Юлыҡ яғына сыҡты. Беҙ уларға: “Ни өсөндөр теге звено ҡатын­дары ҡыуыштарынан сыҡ­май, барып ҡарап килегеҙ әле!” – тинек. Улар шул яҡҡа сабып сығып китте.
Ҡараһаҡ, кемдер ҡы­уыш­тан сыҡты ла, иҫерек кеше кеүек тәнтерәкләп, биҙрәһен болғай-болғай, был яҡҡа атлай башланы. Уны-быны уйламай, аптырап ҡарап, көтөп торабыҙ. Ҡыуыштан был яҡҡа тиклем берәй саҡрымға яҡын ара барҙыр. Арҡа юлын­дағы әлеге күпер ул ва­ҡытта юҡ, соҡор ғына. Шул соҡорға етте лә: “Беҙҙе­келәр бөттө!” – тип ҡыс­ҡырып, йығылып китте. Геү килешеп үрге ҡыуышҡа сығып йүгерҙек.
Эй-й-й, балаҡайым, ундай афәтте бер кемгә лә күрергә яҙмаһын! Ҡыуыш эсенә кереү менән уң яҡлап та, һул яҡлап та бахыр­ҡайҙар тәгәрәшеп ята. Бе­реһе генә иҫән, ул да был ҡот осҡос фажиғәнән аҡыл­дан яҙған кеше кеүек, башын тегеләй-былай болғап, әллә нимә мығырҙап ултыра. Ул Мәғүҙә еңгә Ҡужина ине. Күҙ алдыңда иптәштә­рең утлы шарҙан берәм-берәм тәгәрәһен әле, хыялый булырһың да!
“Йәшен атҡан кешене ҡоро тупраҡҡа күмәләр, күмһәң, терелә икән, тигән­де ишеткәнем бар”, – тине арабыҙҙан кемдер. “Әйҙә­геҙ, күмеп ҡарайыҡ”, – тип ҡатындарҙың бер нисәһе ерҙе соҡой башланы. Тап ошо ваҡытта Еҙем-Ҡаран­дан врачтар килеп етте. Уларҙы баяғы атлылар алып килде. Табиптар ҡатындарҙың һәр береһен ҡарап сыҡты ла Сәкинә еңгә Ғафарованың тере икәнен асыҡлап, дауа­ха­наға алып китте. Әммә ул да барғас үлгән.
“Беҙҙекеләр бөттө!” – тип ҡысҡырғаны Зәйтүнә апай Яҡупова ине. Бер звено­лағы туғыҙ ҡатындан икеһе генә иҫән ҡалды. Ҡалған етеһе өсәр-алтышар балаларын етем ҡалдырып, һәләк булды. Тәүбә, Хоҙа­йым! Ул ваҡыттағы ҡара ҡайғыны бер кемгә лә күрергә яҙмаһын! Миңә бигерәк тә ҡыйын булды, ауырыуға әйләндем. Әллә нисә йыл бергә эшләгән бер звено ҡатындары күҙ алдында юҡҡа сыҡты. Ут күршеләремде берәм-бе­рәм өй беренсә тараталар, һәр йорт алдында илаш-ҡысҡырыш, Аллам һаҡла­һын!
Беҙҙең яҡ урамдың йоп һаны яҡлап, әлеге имам-хатип Фәнил торған ерҙә, Зәкиә Моталлапова ире Минехәт менән өс бала – Миңнира, Зимфира, Дамир­ҙы үҫтерәләр ине. Уларҙың эргәһендә беҙгә ҡаршы күршеләр – звено етәксеһе Нәғимә еңгә Басирова. Уның беренсе ире – Миң­легәрәй Басиров һыуға батып үлгәс, өс балаһы Нә­жиә, Ринат, Ришат менән ҡалғайны, икенсе ире Әсҡәт Хәбибуллиндан Ләлә, Нәси­мә, Рөфҡәт исемле балаларын тапты. Алты бала­ның өсәүһе үкһеҙ етем ҡалды.
Таҡ һан яҡлап, беҙҙән бер өй аша Гөлниса менән Хөрмәт Әминевтәрҙең өс балаһы бар ине. Бере­һенән-береһе бәләкәй Фәр­ғәт, Фәррәх, Фәимә әсәйҙә­рен юғалтты. Бер нисә йылдан һуң аталарын да йәшен атып, улар ҙа үкһеҙ етем ҡалды. Улар эргәһендә генә Ғафаровтар – Сәкинә еңгә менән Кәшбулла ағайҙың Хәлиҙә, Шамил, Тимербай, Байтимер, Фаил, Фәрит исемле балалары. Сабый­ҙар ғәрип атай ҡулында үҫте. Уларҙан ике өй аша Миңнифа Яҡупова (баяғы Зәкиәнең апаһы) ире Вә­лиәхмәттән Фәрғәт, Мансур, Мансаф, Нуриәхмәт, Миң­һылыу, Урал исемле балалары бар ине. Алтыһы ла әсәйһеҙ ҡалды. Уларҙан өс-дүрт өй аша Зәйтүнә апай Яҡупова яңғыҙ ғына өс бала тәрбиәләй ине: игеҙәктәре Иҫәнбай менән Аҫылбай, ҡыҙы Таңсулпан. Хоҙайҙың рәхмәте менән туғыҙ ҡатын араһында ул – иҫән ҡалғандарҙың береһе.
Ошо урам буйлап төньяҡ оста Ғәшүрә исемле ҡатын Бәҙерниса исемле апаһы менән икәү генә йәшәй ине. Ғәшүрәне лә был йәшенле афәт алып китте. Салыш яҡтан (ауылға кергән урамды шулай йөрөтәләр) ике ҡатын Нәғимә еңгәнең звеноһында эшләмәһә лә, ҡыуышҡа йәшенергә тип кереп кенә, ошо һәләкәткә тарыны. Береһе Зәки Ғәзизовтың ҡатыны Гөлсөм ине. Уларҙың да өс бала­һы – Венера, Радик, Эльвира етем ҡалды. Икен­се­һе – Хәмит ағай Ҡужиндың ҡатыны Мәғүҙә еңгә – балалары хаҡына иҫән ҡалған ике ҡатындың береһе.
Ҡатындарҙы ололап, хөр­мәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Район, колхоз етәкселеге оркестр саҡыр­ҙы. Уҡыусылар мәктәп фор­маһында, пионер галстуктары тағып, пилоткалар кейеп, зыяратҡа оҙатҡан юл­да теҙелешеп торҙо. Мәр­хү­мәләрҙең туған-тыума­саһы, нәҫел-нәсәбе, эргә-тирәләге был хәлде ишет­кәндәр барыһы ла килгән­дер, сөнки зыяратҡа халыҡ йылға кеүек ағылды ла ағылды. Ҡатындарҙы зыярат эсендә бер тирәгә кү­меп, ҡәберҙәрен оҙон кәртә менән уратып алдылар, керергә ҡапҡа эшләнеләр. Унан кергәс тә, урталыҡта айырым иҫтәлекле таҡта­ташты һуңыраҡ беркетеп ҡуйҙылар. Унда был хәл-ваҡиғаның ҡасан булғанын, унда һәләк булғандарҙың исем-шәрифтәрен яҙған­дар.
Ошо арала ғына зыя­ратҡа барғаным юҡ әле. Аяҡтарым ауыртып тора. Ҡасан әле, бер барғанда, уратып алған кәртәләре сереп йығылып бара ине. Йүнәттеләрме икән?..”
Әсәйем шулай һөйләнә-һөйләнә ҡулына Ҡөрьән китабын алды. Уҡыған аяттарын мәрхүмәләргә бағыш­лап, йәшенле ямғырҙың имен-аман үтеүен теләп доға ҡылды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21