Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар – “Umarta” балалары
Улар – “Umarta” балалары Сәхнә түрендә ун дүрт йәшлек ике үҫмер тора. Студенттар һәм эшсе йәштәр менән тулы тамаша залы бер туҡтауһыҙ уларға ҡул саба. Мускулдары сығып торған көслө спортсылар ҙа, алтын тапҡан даланлылар ҙа, билдәле сәхнә йондоҙҙары ла, абруйлы зыялылар ҙа түгел улар. 9-сы кластан ике ябай уҡыусы. Иғтибарға күнекмәгәнлектәнме, ныҡ ҡына оялалар. Ни ҡылырға белмәй, залда ултырғандарҙан ярҙам эҙләп маташҡан кеүек, ҡараштары тирә-яҡҡа йүгерә. Уларҙың башында бер генә уй ине: “Шатланырғамы быға, әллә ҡайғырырғамы?” Һәр хәлдә, шулай тойолдо.
Был хәлгә мин сентябрҙең башында баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған “ӨфөФорум”да шаһит булдым. Ике көн эсендә яңы проект уйлап, уны тормошҡа ашырыуҙа беренсе аҙымдар яһап, йөҙләгән тамашасы һәм юғары мәртәбәле жюри алдында уны яҡлап, форум сиктәрендәге “Umarta” проекттар оҫтаханаһында еңеүсе булған был ике шәп егет менән аралашыу мөмкинлеген файҙаланмай ҡалдыра алмай инем.



– Сәләм, егеттәр, әйҙәгеҙ, гәзит уҡыу­сыларҙы үҙегеҙ менән таныштырығыҙ әле.
– Исемем – Алмас Ғиниәтуллин, тыумышым менән Ҡариҙел районының Иҫке Бағаҙы ауылынан. Миңә ун дүрт йәш.
– Ә мин Александр Батыргәрәев, Благовещен ҡалаһынанмын. Миңә лә ун дүрт йәш.
– Һеҙҙе “Umarta” проекттар оҫтахана­һын­да еңеүегеҙ менән ихлас күңелдән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Был форумға нисек килеп эләктегеҙ? Ҡайҙан уның тураһында ишетте­геҙ?
– Рәхмәт! Беҙ был сара тураһында Интернет селтәренән белеп ҡалдыҡ. Ысын әйткәндә, ойоштороусыларҙың пиар бүлеге бик ҙур эш башҡарған, сөнки “Бәйләнештә” сайтында, “Инс­таграм”да һәр ваҡыт ошо сара тураһында мәғлүмәттәр, төрлө постар бик йыш күренеп торҙо. Әммә беҙ, уҡыусылар булараҡ, тәүҙә быға иғтибар ҙа итмәй инек, тик 2 сентябрҙә, Өфөфорумда “Umarta” проекттар оҫтаханаһы барлығын белеп ҡалдыҡ. Әлбиттә, был беҙҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы, шуға күрә ҡатнашырға булдыҡ. Ойоштороусыларҙың береһенә, Илдар Кинйәбулатовҡа, шылтыратҡайныҡ, яуап бирмәне, күрәһең, эше тығыҙ булғандыр. 3 сен­тябрҙә барыбер уның менән бәйләнешкә сыҡтыҡ һәм Өфөфорумға килергә теләгебеҙҙе белдерҙек. Ул, әлбиттә, риза булды.
– Һеҙ уның менән электән танышмы?
– Эйе, беҙ уның менән былтыр үткән “Bashcon” хакатонында таныштыҡ.
– Бик ҡыҙыҡ! Бер-берегеҙ менән дә шунда таныштығыҙмы?
– Юҡ! Беҙ Республика инженер лицей-интернатында (элек – Республика башҡорт лицей-интернаты) бер класта уҡыйбыҙ, ятаҡта бергә йәшәйбеҙ.
– Аңлашылды. Үҙегеҙҙең проект тура­һында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле. Һеҙ уны үҙегеҙ эшләнегеҙме, әллә мәктәптә уҡытыу­сылар өйгә эш итеп бирҙеме? Ҡайҙан килә был идея?
– Беҙ “Umarta” проекттар оҫтаханаһында “Өфө саралары” тигән проект менән сығыш яһаныҡ. Проектты Өфөфорумға килгәндә уйлап сығарҙыҡ. Дөрөҫөрәге, беҙҙең бер нисә идея бар ине, тик тап ошоноһон отошло булыр тип таптыҡ һәм уны ғәмәлгә ашыра башланыҡ.
– Шулай ҙа проектығыҙҙың маҡсаты ниндәй? “Өфө саралары” нимә һуң ул?
– Төп маҡсат – ихтыяждары уртаҡ булған кешеләрҙе бергә туплауҙа ярҙам итеү. Бөгөн Өфө ҡалаһында төрлө саралар үтеп тора. Мәҫәлән, һинең ошо форумға бик барғың килә, әммә бында тағы кем килерен белмәйһең. Бәлки, бында дуҫтарың да булмаҫ. Ошондай икелә­неүҙәр теләгеңде юҡҡа сығарыуы ихтимал. Әгәр һин ошо сараға бер нисә дуҫыңдың килгәнен күрһәң, теләгең күпкә нығынасаҡ. Йә икенсе миҫал: һинең футбол уйнағың килә, әммә ихатағыҙҙа туп тибергә майҙан йә кешеләр юҡ икән, ти. Шуға һин беҙҙең сайтҡа инеп, картала берәй футбол майҙанын табаһың да шунда сара ойоштораһың: “Сәғәт 16:00 – Футбол”. Башҡалар сайтҡа инһә, шул сара тураһында мәғлүмәтте күреп, ҡушыла алалар. Бик ябай, әммә кәрәкле сара.
– Ысынлап та, ябай һәм фай­ҙалы. Минең аңлауымса, һеҙҙең проект – ошо сайт. Ә унда инде Өфө ҡала­һының картаһы бар. Шунда төрлө тамғалар ҡуйып саралар үткәрергә йә үҙеңә оҡшаған­дарына ҡушы­лырға була.
– Эйе, тап шулай. Һеҙ идеяны дөрөҫ аңлағанһығыҙ, тиһәк тә була.
– Рәхмәт. Тағы бер һорау, һеҙ ул сайтты үҙегеҙ яһанығыҙмы?
– Әлбиттә.
– Ҡайҙа өйрәндегеҙ был һөнәргә?
– Сайт яһау менән былтыр ҡыҙыҡ­һына башланыҡ. Ул ваҡытта биология буйынса ғилми-ғәмәли конферен­цияға әҙерләнә инек. Тик беҙгә консоль программаһын яһарға кәрәк булды. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтлән­гәндән һуң лицейҙың информатика уҡытыу­сыһы Тимур Салауат улы Та­жетди­новҡа мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә өс һүҙ әйтте: PHP+MySQL+phpmyadmin. Шунан башлап беҙ график интер­фейстарҙы ныҡлап өйрәнә башла­ныҡ. Әлегәсә бер нисә конференцияла ҡатнашырға өлгөрҙөк. Яҙ “Bashcon” хакатонында ҡатнашып, ярайһы тәжрибә тупланыҡ.
– Уны өйрәнеү ҡыйын түгелме?
– Беҙҙең яуап – юҡ! Тырышлыҡ булһа, барыһын да үҙләштерергә була. Теләк кенә кәрәк.
– Аңлауымса, һеҙ барыһын да үҙегеҙ өйрәнәһегеҙ?
– Барыһын тип әйтеп булмай. Әлбиттә, күбеһен үҙебеҙ өйрәнәбеҙ, сөнки бөгөн Интернет селтәрендә әллә күпме кәрәкле һәм файҙалы видеояҙма табып була, әммә шулай ҙа ҡайһы бер аңламаған саҡтарҙа уҡытыусыларҙан кәңәш һорайбыҙ. Вадим Ринат улы Ниғмәтуллин үткәр­гән олимпиада дәрестәре лә ҙур йоғонто яһаған­дыр беҙҙең үҫешкә. Шуның өсөн үҙебеҙҙең уҡы­тыу­сыларыбыҙға оло рәхмәттәребеҙҙе белде­рәбеҙ.
– Ярай, егеттәр, үҙегеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙгә ҡа­рап, мин генә түгел, ошо залда ултырған бөтә кешеләр ҙә ҡыуана. Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә.
Беҙгә аралашыуҙы туҡтатырға тура килде, сөн­ки был ике егет янына бер эшҡыуар килеп, уларҙың проектының бағыусыһы булырға теләген белдерҙе. Уларға ҡамасауламаҫ өсөн арыраҡ киттем. Эйе, халыҡта элек-электән “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигән әйтем бушҡа йөрө­мәй­ҙер әле. Бер йыл эсендә ҡыҙыҡлы сайттар яһарға өйрәнгән егеттәр киләсәккә ышаныслы ҡарай. Уларҙы унда яңы, юғары үрҙәр көтә. Йәш­тәргә юлдарығыҙҙа уңыштар ғына насип булһын, тип теләргә генә ҡала.

Шәфҡәт ҒӘБИТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873