Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Еңелеүҙе белмәйбеҙ”
Башҡорт дәүләт универси­тетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттарынан торған “Йөрәктау” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Санкт-Петербургта “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при яуланы. Унан алда ғына ошо уҡ коллектив Өфөлә “Студент яҙы-2016” республика фестивалендә
I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнгәйне. Уларҙың “Ҡымыҙ” фольклор композицияһы иң юғары баһаға лайыҡ булды.
Коллективтың алыштырғыһыҙ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы ЗӨБӘЙЕРОВА иһә был еңеүҙәрҙе сираттағы ваҡиға булараҡ ҡабул итә. Быға аптырарға ла түгел, сөнки “Йөрәктау” егеттәре һәм ҡыҙҙары (коллектив 2007 йылда барлыҡҡа килде) ниндәй генә кимәлдәге фестивалдәрҙә һәм сәхнәләрҙә сығыш яһамаһын, һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Ә бит Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы уларҙан тыш тағы ла бер түгел, өс ижади коллективҡа етәкселек итә. Ни ғәжәп – улары ла еңелеүҙе белмәй! “Быларҙың барыһына ла нисек өлгәшәһегеҙ ҙә нисек өлгөрәһегеҙ?” – тип һораным Әлфиә Зөбәйерованан, был феноменаль күренештең асылына төшөнөргә тырышып. Яуап урынына рәхәтләнеп көлдө ул.
Халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫын һәм рухи ҡомартҡыһын өйрәнеүҙе, уны пропагандалауҙы маҡсат итеп алған һәм ошо йүнәлештә арымай-талмай эшләгән был ҡатындың уңыш сере, ысынлап та, нимәлә икән?! Уның менән әңгәмә барышында ошо һорауға яуап табырға тырышайыҡ.



– Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы, бер-бер артлы дүрт коллектив ойошторорға нисек йөрьәт иттегеҙ?
– “Йөрәктау”ҙың ҡул арты еңел булды! 2007 йылда ул саҡтағы Стәрлетамаҡ педагогия институты етәкселеге тәҡдиме менән ошо ансамблде ойошторғайным. Студенттар араһында һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр күп, бик теләп йөрөйҙәр, шуға һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне, йәштәр менән башта ҡала, һуңынан республика, Рәсәй сәхнәләрен яуланыҡ.
Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады бик бай, уны өйрәнгән һайын, эҙләнгән һайын яңы биттәрен асаһың, шуға күрә өлкәндәрҙән генә торған ансамбль булдырыу идеяһы менән яна башланым һәм 2010 йылда ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә “Ашҡаҙар нағыштары” гөрләп эшләй башланы. Коллективтарҙың икеһе лә бер-бер артлы “Башҡорт халыҡ фольклор ансамбле” статусын яуланы. Бер аҙҙан “Ни өсөн әле башҡорт балалары үҙҙәренең йыр-моңон белмәй үҫергә тейеш?” тигән уй башыма килде һәм бәләкәстәрҙән генә торған “Арман”ды ойошторҙом.
“Аҡ шоңҡар”ҙы 2013 йылда Ленин исемендәге 2-се башҡорт лицей-интернатынан барып таптым. Мәктәптә ниндәйҙер бер сарала ҡатнашҡанда күреп ҡайттым балаларҙы, улар төрлө төбәктәрҙән йыйылған һәм бик тә талантлылар. Бындағы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы мотлаҡ сәхнәгә алып сығырға кәрәк тигән ҡарарға килдем дә ошо идея менән мәктәп етәкселегенә барҙым. Илшат Марат улы Ҡәйепҡолов тәҡдимемә шатланып риза булды. Күп тә үтмәне, 18 егет-ҡыҙҙан фольклор коллективы туплап, уға “Аҡ шоңҡар” тигән исем биреп, ең һыҙғанып эшләй ҙә башланыҡ. Өс айҙан һуң, 2014 йылда, “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында 1-се урынды алдыҡ. Бына шулай, бер-бер артлы дүрт коллектив тыуҙы ла ҡуйҙы.
– Ишембайҙа тәүге ҡарлуғасығыҙ – “Юрматы”ғыҙ ҙа бар бит әле. Улар бөгөн дә осошта!
– “Юрматы”ны онотоу мөмкинме һуң! Ижад юлымдың шишмә башы бит ул! Ансамбль башта “Йәйғор нурҙары” тип атала ине, тәүге етәксеһе Шәфи ағай Янбаев вафат булғас, эшен миңә ышанып тапшырҙылар. Ул саҡта Ишембайҙа бик популяр булған “Башҡорт ҡунаҡханаһы”нда эшләй инем. Ҡаланың былай ҙа мәҙәниәт тормошо эсендә ҡайнап йәшәгәс, яңы коллективты етәкләү ҡыйын булманы. Исемен “Юрматы” тип үҙгәрттем дә гөрләтеп эшләп алып киттем. Бик матур костюмдар тектерҙек, ҡайҙарҙа ғына сығыш яһаманыҡ, һөҙөмтәлә “башҡорт халыҡ фольклор ансамбле” исемен алдыҡ.
– Шундай һәләтле етәксене ишем­байҙар нисек ҡулдан ысҡындырҙы һуң?!
– Стәрлетамаҡта “Башҡортос­тан ынйы­лары” республика конкурсында “Юрматы”ның сығышын күреп бик оҡшат­ҡандар, күрәһең. Алда әйткәнемсә, “Йөрәктау”ға саҡырҙылар. Башта ике ҡалала ла эште алып барҙым, һуңынан Стәрлетамаҡ мине бөтөнләй үҙенә әүрәтте...
– Бөгөн иһә ҡаланың мәҙәниәт тормошон Әлфиә Зөбәйерованың коллективтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай...
– Эшеңде күрә, ғәҙел баһалай белһәләр, дәртләнеп, ҡолас йәйеп ижад итергә була. Мәҙәниәт һарайында беҙҙең өсөн уңайлы шарттар булдырылған, үҙебеҙҙең ҙур ғына бүлмәбеҙ бар. Бейеү залы ла беҙҙең ҡарамаҡта. Репетициялар көндөҙгө 2-нән киске 9-ға тиклем дауам итә. Бер көн ике төркөм шөғөлләнһә, иртәгәһенә ҡалған икеһе килә. Улар менән вокал, хореография, ҡурай буйынса белгестәр эшләй. Костюмдарға ла мохтажлығыбыҙ юҡ, “Арман”дарға ҡала мәҙәниәт һарайы үҙ аҡсаһына тектерһә, ҡалғандарын мәҙәниәт бүлеге кейендерә. Юл сығымдарын да улар ҡаплата, “Йөрәктау”ҙарҙың ижад сәфәрен Башҡорт дәүләт университеты етәкселеге хәстәрләй. Күреп тораһығыҙ, беҙ һәр яҡлап иғтибар менән уратып алынғанбыҙ, шулай булғас, бәйгеләрҙә еңмәй сара юҡ (көлә).
– Артистарығыҙ араһында йәштәр, студенттар күп. Әйтегеҙ әле, буласаҡ юрисҡа, нефтсегә йәки иҡтисадсыға халыҡ ижады кәрәкме?
– Ә ни өсөн кәрәкмәһен?! Һәр милләттең фольклоры нигеҙендә – халыҡ аҡылы. Тап ул яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә, ғәҙел, мәрхәмәтле, тыйнаҡ булырға өндәй, кешеләргә рухи байлыҡ өләшә. Быны мин йәштәребеҙҙән үк күреп торам: йыр-бейеү аша донъяға ҡараштары үҙгәрә, милли аңдары уяна. Сәхнә – улар өсөн үҙе бер оло тормош мәктәбе, шуға ла егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың бер ҡасан да юғалып ҡалмаясағына, киләсәктә уларҙан бай рухлы, бынамын тигән белгестәр сығасағына һис кенә лә шикләнмәйем.
– Ә бына һеҙҙәге рухи байлыҡ ҡайҙан килә?
– Сәңгелдәктән, тип әйтәйем әле, сөнки мин сабый саҡтан йыр-моңға сорналып, өләсәйемдең әкиәттәрен, ҡобайыр-бәйеттәрен тыңлап, тыуған яғым Ғафури районы Ташбүкән ауылының гүзәл тәбиғәте ҡосағында уйнап үҫтем. Атайым да, әсәйем дә халыҡ йырҙарын бик матур йырлай ине. Әле атайымды уйлаһам, шул тиклем моңло булған икән, тип ҡуям. Абдулла ағай Солтановты хәтерләтә ул миңә. Йәйен таң һарыһынан һыбай йәйләүгә сығып китер ине, уның йыры тауҙар араһынан ишетелә торғайны. “Шәмсетдин ағайҙы тыңларға” тип, аҙна һайын ҡунаҡҡа саҡыралар ине үҙен. “Буранбай”ҙы шыңғырлатып һуҙыр ине. Мин дә, еләккә барғанда, атайымдан ишеткән йырҙарҙы ул булып урман яңғыратып йырлап ҡарай торғайным.
6-7-се кластарҙа ауыл клубында бейеүҙәр һала башланым. Халыҡ беҙҙең сығыштарҙы яратып ҡарай ине. Әсә­йемдең шаршауынан һинд кейемдәрен тегеп, һинд киноларының йырына бейей инек. “Арлекино” йыры сыҡҡас, шуның көйөнә бейеү һалдым, салбарҙы киңәйтеп, костюм тектем. Сәс киҫергә лә әүәҫ булдым. Әгәр ҙә ошо юлды һайламаһам, моғайын да, дизайнер-модельер булыр инем (көлә). Әлмира апайым Өфө сәнғәт училищеһын тамам­лағас, мине лә унда уҡырға саҡыр­ғайнылар, ни өсөндөр барманым, ләкин яҙмыш урау-урау юлдар аша булһа ла барыбер сәнғәткә алып килде.
– Һеҙ етәкселек иткән кол­лек­тивтар­ҙың сығыштары халыҡсан­лығы, бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора. Уларҙың һәр бере­һенә нисек сценарий яҙып өлгөрә­һегеҙ? Йолаларҙы сәхнәләштереү алдынан уларҙы ентекле өйрәнергә лә кәрәк бит әле?
– Тауға ҡараһаң да, йылғаға ҡараһаң да, һәр береһенең үҙ тарихы бар. Эҙләнергә, табырға һәм таба белергә, тапҡан нәмәңде дөрөҫ, матур итеп сәхнә­ләштерергә кәрәк. Халыҡ йырҙарын халыҡ араһынан эҙләйем, берәйһенән ятыраҡ йыр ишетеп ҡалһам, шунда уҡ уны яҙып алып, өйрәнә һалам. Әлегәсә билдәһеҙ булған, киң таралмаған халыҡ йырҙары бик күп, шуларҙы сәхнәгә алып сығырға тырышам.
– “Йөрәктау” ансамбленең Санкт-Петербургтағы сығышына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Халыҡ-ара конкурста береһенән-береһе сағыу коллективтар араһында Гран-при алыу еңелдән булмағандыр. Жюри ағзаларының күңелен нисек яулай алдығыҙ?
– Бейеүҙәребеҙ дәртле, йырҙарыбыҙ моңло бит беҙҙең. Ә шуға йәштәрҙең ғәй­йәрлеген, костюмдарыбыҙҙың сағыу­лы­ғын да өҫтәһәң, һоҡланғыс тамаша килә лә сыға. “Был тиклем матур ҡыҙҙарҙы ҡайҙан табаһығыҙ?” – тип һораны жюри рәйесе минән. Сәхнәлә беҙҙекеләр саялығы менән дә айырылып тора. Күҙҙәрендәге осҡондо, сәмде тоймау мөмкин түгел. Баһалама ағзалары Мәскәү һәм Санкт-Петербургтың сәнғәт әһелдәренән торҙо, талап бик юғары булды, ләкин беҙ һынатманыҡ.
– Иң яҡшы етәксе булараҡ, һеҙ ҙә диплом менән бүләкләнгәнһегеҙ...
– Эйе. Беләһегеҙме, шул саҡ мине Башҡортостаным өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп алды. Фестивалгә ҡайҙан ғына килмәгәйнеләр: Мәскәү, Түбәнге Новгород, Волгоград, Сорғот ҡалаларынан, Татарстан, Бүрәт, Удмурт һәм тағы ла әллә күпме республика, өлкәләрҙән ҡатнаштылар. Ошо тиклем ғәм халыҡ араһында һинең тыуған республикаңдың исеме яңғырап торғанда нисек ғорурланмайһың! Мин был тойғоно йыш кисереүем менән бәхетлемен. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһаҡ та, коллектив­тарымдың һәр береһе менән Башҡортостаныбыҙҙың бай мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәтәбеҙ.
– Был хисте йәмәғәтегеҙ Рәим Наим улы ла һеҙҙең менән берҙәй кисерәлер. Ирле-ҡатынлы сәнғәткә мөкиббән һоҡланғыс парҙарҙың береһе бит һеҙ.
– Эшебеҙ ҙә, яулаған уңыштарыбыҙ ҙа уртаҡ беҙҙең. Бер өлкәлә эшләүебеҙ бик тә отошло, миңә ҡалһа. Рәим, музыка белгесе булараҡ, һәр яҡлап ярҙам итә, беҙ уның менән ижадташ та, фекерҙәш тә, дуҫ та.
– Ғаиләңдә тылың ныҡ булғанда, күңелең дәрт, моң менән тулғанда эшкә теләк тә ҙур була шул. Артабан да шулай яңынан-яңы сағыу тамашалар менән һөйөндөрөп тороғоҙ. Иң мөһиме – 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориа­даһында республи­кабыҙҙың күп һанлы ижади коллективтары араһында һеҙҙе лә күрергә яҙһын.
– Рәхмәт. Амин!

Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873