Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелде
Төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелде Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация ”Сочи-2016” халыҡ-ара инвестиция форумында үҙ эшен тамамланы.

Унда Башҡортостан менән Ульяновск өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ульяновск өлкәһе губернаторы Сергей Морозов ҡул ҡуйҙы.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән Idromeccanica Lucchini S.p.A. компанияһы (Италия) араһында республикала ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум, Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән ”Өлкән быуын донъяһы” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы араһында оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы стационар социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм өҫтөнлөклө проекттар буйынса совет президиумы ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.
Делегация ағзалары төбәктәрҙең экспорт ҡеүәтен арттырыу, тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын индереү, көрсөккә ҡаршы пландар әҙерләү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙарҙа һәм сессияларҙа ҡатнашты.
Форум барышында төрлө федераль конкурстарға йомғаҡ яһалды. Мәҫәлән, республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының күп балалы һәм уңышһыҙ ғаиләләр йәшәгән фатирҙарҙы янғынды иҫкәртеү саралары менән йыһазландырыу буйынса проекты Бөтә Рәсәй социаль-иҡтисади үҫештең иң яҡшы тәжрибәләре һәм башланғыстары конкурсы еңеүсеһе булды. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса республика программаһы иһә Бөтә Рәсәй төбәктәрҙе социаль үҫтереү программалары конкурсы еңеүсеһе тип танылды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә