Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өй туйланды, тик ул буш тормаһын
Ҡолғона ауылы уртаһында ҡалҡҡан мөһабәт бинаға тулҡынланмай аяҡ баҫыу мөмкин түгел. Бындай усаҡ хаҡында төпкөлдәге ауыл түгел, хатта ҡайһы бер район үҙәге лә хыяллана алмайҙыр әле. Хәйер, әлегеләй социаль-мәҙәни үҙәк республикала, ысынлап та, бер нисәү генә. Әйткәндәй, күркәм бина эшмәкәрлеген күркәм саранан башланы – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилейы ошонда үтте.

…Бынан бер нисә йыл элек республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ – Белорет юлының төҙөлөш эштәре менән танышырға барғанда Ҡолғонаға ла туҡталғай­ны. Ул саҡта Рөстәм Зәки улы урындағы халыҡ менән осрашып, ауылдағы проблемалар хаҡында һөйләште. Ҡолғоналар ауылда клуб юҡлығын (иҫкеһе янған) әсенеп бәйән итте һәм урында мәҙәни усаҡ булдырыуҙы үтенеп, республика етәксеһенән ярҙам һораны.
Ни бары бер-ике йыл эсендә буш урында матур бина ҡалҡты. Бында Ҡолғона ауылы хакимиәте, клуб, почта бүлексәһе, китапхана, тамаша һәм бейеү залдары урын­лашҡан. Интернет үткәрелгән. Түңәрәктәр эшләй, ағинәйҙәр ҡоро булдырылған. Тренажер залы ла бар. Һуңғыһының, әлбиттә, ауыл ерлеге өсөн файҙаһы самалы һымаҡ. Уның ҡарауы, спортты мал ҡарап йәки бәрәңге ҡаҙып ҡына үҫтереп булмай бит.
Шуныһын да билдәләмәү мөм­кин түгел: бина Ҡолғонала урын­лашһа ла, социаль-мәҙәни үҙәк менән яҡын-тирәләге ауылдар халҡы – ҡалыуайрылар ҙа, һәйет­тәр ҙә, ялтарандар ҙа файҙалана. Мәҫәлән, бер нисә ауылдан йы­йылған һәүәҫкәр артистар төркөмө бер-береһенә концерттар менән йөрөшә ала. Ҙур саралар ҙа нәҡ ошо усаҡта үтәсәк. Йәштәр ҙә йыйылып, бергәләп күңел асыр, һаулығын нығытыр. Нисек кенә булмаһын, район үҙәгенән 80 километр алыҫлыҡта ятҡан төпкөл өсөн был үҙәктең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның тиҙ арала төҙөлөүе бигерәк тә ҡыуандыра.
Һүҙҙе осраҡлы рәүештә мәҙәни усаҡтан башламаныҡ. Уның ҡал­ҡыуында Ноғман ағайҙың өлөшө ҙур. Кендек ҡаны тамған еренең яҙмышына һис ҡасан да битараф булмаған Ноғман Мусин төҙөлөш эштәре менән тыуған ауылына ҡайтҡан һайын танышып торған. Улай ғына ла түгел, төбәк етәксеһе менән осрашҡан мәлдә йәштәрҙең ял итер, күңел асыр урыны юҡлы­ғын уртаға һалып һөйләшкән. Ә күркәм юбилейын ҡайҙа үткәреү теләген һорағас, оло яҙыусы һис шикләнеп тормайса әлеге усаҡты һайлаған. Ошо урында абруйлы әҙиптең кешелеклелек сифатын, эскерһеҙ хәйләлеген һәм ысынлап та мәңгелек урман йырсыһы икәнен йәнә бер ҡабат һыҙыҡ өҫтөнә алып китмәй булмай. Халҡы өсөн янып йәшәгән шәхесебеҙ барлығына һөйөнөп бөткөһөҙ.
– Бөгөн икеләтә байрам: береһе – Ҡолғона ауылының тормошона йәм өҫтәгән социаль-мәҙәни үҙәк асылһа, икенсеһе – ошо күркәм бинала абруйлы яҙыусыбыҙҙың оло юбилейын билдәләйбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Салауат Сәғитов, ҡол­ғоналарҙың шатлығын уртаҡла­шып. – Әммә беҙҙе берләштергән был ике ваҡиғаны айырып ҡарап булмай, сөнки Ноғман ағайҙың әлеге үҙәктең ҡалҡып сығыуында аҡһаҡал булараҡ еткергән тос фекере һәм теләге ҙур роль уйнаны.
Үҙенең сығышында Салауат Тәлғәт улы Ҡолғона ауылын төпкөл тип атауҙан баш тартырға саҡырҙы, сөнки бында тыуҙырылған шарттар заман менән бергә атлай.
– Районыбыҙ – үҫеш юлында, иҡтисади-социаль балҡыштарыбыҙ күп, һеҙҙең һымаҡ шәхестәрҙең эшмәкәрлеге уңыштарыбыҙҙы тағы ла байыта, – тип яҙыусыға рәхмә­тен белдерҙе Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин.
Был көндө яҙыусыны бер төркөм әҙиптәр һәм әҙәби тәнҡитселәр ҙә тәбрикләргә килгәйне. Юбиляр – уларҙың ҡәләмдәше генә түгел, әҙәби остазы ла, тормош уҡытыу­сы­һы ла.
– Ноғман ағай беҙгә, үҙенән йәшерәк ижадсыларға, һәр саҡ иғтибарлы, һәммәбеҙҙе ҡанаты аҫтына алырға тырыша, – тип билдәләне, мәҫәлән, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбай.
Эйе, әҙәбиәт өлкәһендә үҙе лә күп эшләй абруйлы әҙип, ҡәләм­дәш­тәрен дә һәр саҡ ижадҡа әйҙәп тора. Был йәһәттән һуңғы миҫал­дарға ғына туҡталғанда ла күпте күҙалларға була: әҫәрҙәренең 11 йы­йынтығын сығарыу, шул уҡ ваҡытта инде туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ағайҙың йәштәр менән бергә әҙәби семи­нар­ҙарҙа ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ҡороуы һоҡлан­маҫлыҡмы ни?!
Абруйлы шәхес­кә төрлө яҡлап баһа бирергә мөмкин. Ул ҡат-ҡат уҡырлыҡ әҫәрҙәр ижад иткән бөйөк яҙыусы ла, халҡын, тыуған яғын хәстәрләп йәшәгән уҙаман да. Шул уҡ ваҡытта сарала Ноғман ағайҙың йәнә бер сифатына ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Ябайлыҡ... Хеҙ­мәт бурысы буйынса күпме сара­ларҙы күҙәткән бар, ә бына ҙур етәкселәр менән ябай ғына ауыл инәйҙәренең бер үк сәхнәлә тороп, рәхәтләнеп телмәр тотоп, йырлап-бейегәнен тәү ҡабат күреүем. Эйе, оло шәхестең оло йөрәгенә барыһы ла һыйған!
Был Ноғман ағайҙың йомғаҡлау һүҙен еткергәндә лә ярылып ятты – әҙип тормош юлын да барламаны, әҙәбиәт хаҡында ла һүҙ алып барманы, ә бары тик тыуған яғының киләсәгенә өмөтөн бағлауын бәйән итте, телгә алынған усаҡтың маҡса­тын телгә алды. Ауылы, ауылдаштары, урмандары тураһында барҙы һүҙ.
– Был мәҙәни усаҡ – бер ауыл тарихы өсөн генә түгел, бөтә район үҫешендә роль уйнарлыҡ, ошо тирә ауылдарҙың яҙмышында әйтер һүҙе булырлыҡ, Кирәй-Ҡыпсаҡ ырыуы халҡын берләштереүҙә үҙ емешен бирерлек ваҡиға, — тине ул һәм ошондай әҙиптәрсә, аҡ­һаҡал­дарса теләген дә еткерҙе. – Мөһабәт бина ҡалҡты, әммә ул буш тормаһын...
Ысынлап та, Ҡолғонанан бөйөк яҙыусы бар, инде атаҡлы йырсылар, бейеүселәр сығырына ышанып ҡалайыҡ!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21