Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эксперттары рекламаның балаларға насар йоғонтоһо тураһында белдергән. Һаулыҡҡа зыян килтергән нәмәләр хаҡында һөйләгәнен генә түгел, рекламаның үҙен зарарлы булғаны өсөн тыйырға тәҡдим итә белгестәр. Уларҙың фекеренсә, реклама үҫмерҙәргә тормошто хаталы күҙлектән күрһәтә, юғары өмөттәргә ымһыныу, яуапһыҙлыҡ тәрбиәләй. Эксперттар һанауынса, бала сағында яңылыш йүнәлеш алған кеше аҙаҡ та нәфсеһен тыя алмаясаҡ, аҡсаһын юҡ-бар әйберҙәргә туҙҙырыуын дауам итәсәк.Телевизорҙы ҡабыҙған һайын реклама рәүешендә төрлө күренештәр күҙ алдында өйөрөлә башлай. Был йәһәттән хәҙер Интернет та арыу уҡ әүҙемләште. Ябай ғына мәғлүмәт эҙләп ингән ереңдә лә тотош экранды видео таҫмаһы ялмап алып, үҙенекен һөйләргә керешә. Ана, йәнәһе, әллә ниндәй интернет-казинола бәғзе берәү байып киткән, ә бында фәлән-фәсмәтән арзан хаҡҡа һатыла, тегендә иһә ике бургер тигәне берәү хаҡына төшә һәм башҡаһы... Йотоп ҡына өлгөр тигәндәй. Хатта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ла киң таралған һимереү сәбәбен, диабет, йөрәк ауырыуҙарын зыянлы ризыҡтар рекламалауға һәм халыҡтың шуға күҙ йомған килеш эйәргәненә бәйләй.
Бала саҡтан ҡиммәтле әйбергә ымһынған кеше, рекламаға ышанып, килеменең түбән булыуына ҡарап тормай, кредит һәм аҡсаға бәйле махинация ҡорбанына әүерелә. Эксперттар ҙа байтаҡ ғаиләләрҙә бурыстың баш ауырыуы булып тороуын билдәләй.
Ярар әле, исмаһам, тәмәкегә, иҫерткес эсемлектәргә әлегә тыйыу ҡуйылған. Хәҙер мәктәпкә 100 метр яҡынлыҡтағы сауҙа урындарында уларҙы һатыу, рекламалау рөхсәт ителмәй. Юғиһә бығаса тапшырыуҙар араһындағы һәр биш минутлыҡ тәнәфестә ҡулына бутылка тотҡан йәки юл һыуытҡысын һыра менән тултырған берәү күренә ине.
“Реклама тураһында”ғы Законда бәлиғ булмағандарҙы яҡлауға ҡағылышлы статья бар. Унда ата-әсәләрҙең абруйына тап төшөрөргә, рекламалағы әйбергә баланы ымһындырырға ярамағанлығы әйтелә. Шулай уҡ матди хәле төрлө кимәлдә булған ғаиләләргә тауарҙың арзанлығы тураһында баҫым яһау, шул әйберҙе алған бала тиҫтерҙәре араһында өҫтөнөрәк урын биләйәсәк тигән фекер тыуҙырыу тыйыла. Әммә ғәмәлдә ошо талаптар күҙәтелмәй. Был йәһәттән баланың: “Миңә лә анауындай планшет кәрәк”, – тигәнен ишетергә мөмкин.
Ошонда Зәйнәб Биишеваның бер әҫәре иҫкә төшә. Унда етәксе вазифаһын башҡарған ирҙең ҡатыны ҡыҙын мәктәпкә алып бара. Шул арала әсә “Ҡара әле, һиндә иң шәп портфель, башҡаларҙа ундай юҡ” тигән фекерен еткерә. Әлбиттә, ошо йүнәлештә тәрбиә бының менән генә тамамланмай. Әҙибә һуңғараҡ был ҡыҙҙың шашып үҫеүен күрһәтә. Был йәһәттән ата-әсәләрҙең күбеһе балаларының “кәрәк һәм алып бир” тигәндәренә аптырай, бының менән көрәшеү юлдарын эҙләй. “Беҙҙеке теләһә нәмә һорап, бимазалап бөттө” тигән һүҙҙәр ҙә йыш ишетелә. Әммә унынсыға алған ҡурсаҡтың файҙаһыҙ икәнлеген балаға аңлатыу ныҡ ҡыйынға төшә.
Бөгөнгө заманды рекламаһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Шул уҡ магазиндарҙың да, уны халыҡҡа еткергән киң мәғлүмәт сараларының да икмәге ул. Әгәр етештергән уйынсыҡтарыңды һатам тиһәң, был эште йәмәғәтселеккә сығармайынса атҡарыу шулай уҡ мөмкин түгел. Ә инде кәштәңдәге тәтәйҙе бала күрә ҡалһа, уны ул бер нисек тә тыныс ҡына урап үтмәҫ. Ярай элегерәк ағастан эшләнгән тракторҙарҙы һөйрәп үҫкәндәр. Шул осорҙа ауылға пластмасса машиналар килтерһәләр, һәр бала ата-әсәһенән таптырыр ине, моғайын.
Белгестәр рекламаның яҡшынан булмаған өс төрөн һыҙыҡ өҫтөнә ала. Беренсеһе – һаулыҡҡа зыян килтергән аҙыҡ-түлек, мәҫәлән, газлы һыу, чипсы-фәлән. Мәктәптә һатылмаһа ла, балалар уларҙы ҡайҙан алырға икәнлеген белә. Ә аҡсаның мәктәп ашханаһында ашар өсөн бирелеүе уларҙы борсомай. Икенсеһе – тотанаҡһыҙ ҡулланыу. Был осраҡта бәләкәй йәштәгеләрҙең ҡиммәтле уйынсыҡ һорауҙары бары башланғыс күренеш булып тора. Ә бына һуңғараҡ “текә” тигән һүҙгә төшөнһәләр инде, бөттө баш, ҡурсаҡ, машиналар ары торһон, планшет, смартфондарға аҡсаңды еткереп кенә өлгөр. Уларҙы һатып алыу мөмкинлеге булмаған ата-әсәнең балаһы иһә үҙен башҡаларҙан кәм тойор... Өсөнсө төргә килгәндә, унда ололар өсөн тауарҙарҙы рекламалағанда бала образын ҡулланыу иғтибарҙы йәлеп итә. Быныһы инде – туранан-тура ата-әсәгә йоғонто яһарға, үҙҙәрен “ҡармаҡ”ҡа эләктерергә тырышыу ысулы.
Әйткәндәй, белгестәр, ошо өлкәлә ҡануниәт сараларына ғына өмөт итеп ултырырға кәрәкмәй, ти. Был йәһәттән балаларҙа үҙ ғүмере өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләргә кәңәш итәләр. Берәүҙәр хатта, рекламаға зарланып ултырғансы, телевизорҙы сығарып ырғытыуҙы эшлеклерәк булыр, тип белдерә. Был йәһәттән психология фәне буйынса бер ғалимдың фекере ҡыҙыҡлы. “Әгәр беҙ тормошта видеоролик геройҙарынан насарыраҡ йәшәйбеҙ икән, ғәйеп рекламала түгел, ә беҙҙе уйларға өйрәтмәүҙәрендә. Һуң, үҙ башың булмағанға башҡаның ни ғәйебе?” – ти ул.
Әгәр инде реклама сабыйыңдың мейеһенә инеп урынлашмаһын тиһәң, унан алдараҡ өлгөрөргә, балаң менән үҙеңә шөғөлләнергә кәрәк, тигән уйҙа ғалим. Был йәһәттән бергәләп кино ҡарау мөмкинлеген дә телгә ала, ә инде реклама ҡамасауламаһын өсөн диск, flash-карталарҙы ҡулланырға тәҡдим итә. Белгестәр ҙә, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булған татыу һәм өлгөлө ғаиләләрҙә баланың телевизорға, компьютер уйындарына ваҡыты ҡалмай, тип белдерә...
Ата-әсәгә биш кәңәш:1. Балаға “текә” уйынсыҡтың башҡа тиҫтерҙәренән өҫтөнлөктө күрһәтмәүен аңлатырға. Шәхси уңыш һәм ҡаҙаныштары менән ғорурланырға өйрәтергә.
2. Әгәр бала нимәнелер ныҡышып таптыра икән, башҡа альтернатива тәҡдим итергә. Ҡаты ҡағылыуҙы нисек тә урап үтергә тырышырға кәрәк.
3. Реклама образы менән ысын әйбер араһындағы айырманы табырға өйрәтергә. Ни өсөн ундағы тормоштоң яҡшыраҡ күренгәне хаҡында һөйләшергә.
4. Реклама әйберҙәре ысынлап яҡшымы икәнлеген ғәмәлдә тикшерергә, әйтәйек, һауыт-һаба йыуыу буйынса бәйге үткәрергә мөмкин.
5. Ғөмүмән, баланың ғүмерендә телевизорҙың булмауы хәйерлерәк. Экран эргәһендәге ваҡытын ҡыҫҡартырға, ҡараған нәмәләренең сифатын күҙәтергә. Ваҡытығыҙ булмағанда ла, телевизорҙы бала ҡараусыға алмаштырмағыҙ.