Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ташҡа ла йән өрөп була
Ташҡа ла йән өрөп булаҺәләтле башҡорт скульпторы Илдар Юнысовтың эштәре сәнғәт һөйөүселәрҙе хайран итә. Бер күреүҙән ижады күңелде яулай һәм тиҙ генә айырыла алмайһың. Бөгөн йөҙҙән ашыу скульптура һәм скульптура композицияһы авторы эшмәкәрлеге менән Башҡортостанда ла ҡыҙыҡһына башланылар.
Силәбе оҫтаһы Илдар Юны­совтың ижады – башҡорт һәм Рә­сәй һынлы сәнғәтендә сағыу күренеш. Автор ҡабатлан­маҫ һындар донъяһы булдырыуға өлгәшкән. Уның сиктәргә биклән­мәгән ижадында айырым бер зауыҡ, йәм һәм йән бар. Илдар тапалмаған һуҡмаҡтан килә, үҙенсәлекле алымдарға мөрә­жәғәт итә. Ысынбарлыҡта яңы форма тыуҙырыу – уның ижадын ошо һүҙҙәр менән ҡылыҡһыр­ларға мөмкин. Оҫтаға ҡоро академизм һәм әҙер стандарттар ҙа, һуңғы арала модаға ингән ағымдар ҙа ят.
Уның күп кенә сюжеттары тәү ҡарашҡа ябай һымаҡ күренә, әммә йән өргәндән һуң эштәренә тәрән мәғәнә һалынғанлығын төшөнәһең. Илдар Юнысовтың башҡорт халҡының тарихын, башҡорт әҙәбиәтен, фольклорҙы һөйөүе юҡҡа түгел. Башҡорт­остандың үткәненә бәйле эштәре бихисап. Араларында халҡыбыҙ­ҙың арҙаҡлы шәхестәре Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Мифтахетдин Аҡмулла, Ҡадир Даян һәм башҡаларҙың һындары бар. Улар, әйтерһең дә, тере: иғтибар менән баҡ – һалҡын таш һында ҡан тамырҙары һулҡылдап тибә, ҡарашы нәҡ һиңә төбәлгән түгелме? Ысынбарлыҡ һәм ирреаль донъя араһында сик юғала, аң икенсе ваҡыт үлсәменә күсә, һалҡын ҡытыршы мәрмәрҙән, балсыҡтан ағылған йәнле энергияны тояһың. Нескә, нәзәкәтле, хәрәкәтләнгәндә ҡатып ҡалған кеүек һындарҙың тәьҫире көслө, сюжет линиялары иһә ҡатмарлы. Скульпторҙың тотош ижады башҡорт халҡына һәм Башҡорт­останға һөйөү менән һуғарылған.
Илдар Юнысовҡа ул ҡәҙәр һөнәри таһыллыҡ, образлы, концептуаль фекерләүҙең ҡайҙан килеүе ғәжәпкә ҡалдыра. Халыҡ араһынан сыҡҡан үҙенсәлекле скульпторҙың сәнғәт буйынса белеме юҡ. Ул үҙен “реалист” тип нарыҡлаһа ла, скульптураларын хәҙерге Франция, Италия, Амери­каның сәнғәт галереяларын биҙәгән билдәле постмодернистар менән бер рәткә ҡуйырға була. Эштәрен иғтибар менән ҡа­рап, улар араһында миниатюралар ҙа таптым. Тәрән фәлсә­фәүи мәғәнә һалынған, айырым бер деталгә баҫым яһап эшләнгән был һындар туҡтап ҡалған сағыу кадрҙар булып хәтергә уйылды.
Бейеп йөрөгән башҡорт ҡатын­дарының һәм ир-азаматтарының фигуралары көслө хис-тойғоно, кисерештәрҙе теүәл еткерә. Бейеү рәсемен улар һәр береһе үҙенсә төшөрә. Бына һикергән хәрәкәттә ҡатып ҡалған егет ҡул-ҡанаттарын йәйгән ыңғайға осоп китер һымаҡ. Үҙенең дәрәжәһен белеп, һалмаҡ ҡына хәрәкәттәр менән янында ҡыҙ бейей. Картинаны иркенләп бейеп китергә кәре ҡалмаған, дәртле көйгә ҡулдары менән ым-ишара яһаған бабай һыны тулыландыра. Икенсе сюжет спорт темаһын кәүҙә­ләндерә: көрәшсе­ләрҙең йөҙө көсөргәнешле, мускулдар тартыл­ған, бер-береһен аяҡтан йығырға йыйынғандар...
– Былар – минең тәүге эштә­рем, – тип йылмая Илдар. – Күрәһегеҙме, улар эшләнеп бөтөлмәйенсә ҡалған.
Әммә был сағыу, авангард стилендәге һындарҙың урыны саң-туҙанлы кәштәлә түгел, заманса сәнғәт галереяһында. Салауат Юлаев та ошо уҡ сериянан. Башҡорт халҡы юлбашсыһының образы тамашасы күреп өйрәнгән салауаттар рәтенән түгел. Шағир, сәйәсмән, фәйләсүф тырышлы­ғының бушҡа булыуын яҡшы аңлаған, әммә башҡа юғалтыу­ҙарҙы булдырмаҫ өсөн иркен фиҙа ҡылған Салауат. Бында Тыуған ил, инсаниәттең бойомға ашмаҫ хыялы – һуңғы һулышҡаса азат булып ҡалыу теләге менән хушлашыу ҙа ап-асыҡ һынлан­ды­рылған. Өлгөрөп еткән оҫта Илдар Юнысовтың яңы уй-фекер­ҙәре, ижади ниәттәре, эскиздары, буласаҡ эштәре бихисап – төрлө темалар буйынса үтә сая, нова­тор­ҙарса һүрәттәр. Фантазияһы менән таң ҡалдырған камил һыҙмалар Хаҡ Тәғәләнең үҙенән, күрәһең.
Тыумышы менән Ҡоншаҡ районының Әшир ауылынан Илдар. Үҙе әйтеүенсә, бала саҡта бик йыш төпһөҙ күк йөҙөнә бағып, яңғыҙ урман гиҙергә яратҡан. Хәтфә үлән тәме сыҡҡан һауаны һулап, ҡояш байыуына тамаша ҡылған, ҡоштар һайрауын тыңлап, бөркөт һәм шоңҡарҙар осоуын күҙәткән. Былар барыһы ла үткер бала зиһенендә сағыу хәтирәләр ҡалдырған. Кеше ҡулы теймәгән тылсымлы донъяға сәйәхәт башҡорт балаһына тиҫтерҙәре менән аралашыуҙы ла, китаптарҙы ла алмаштырған.
– Тирә-яҡ мөхит, тәбиғәт миндә аңлау-фекерләү ҡеүәһен үҫтерҙе, фәлсәфәүи күҙлектән ҡарағанда, донъяны күп үлсәмле булараҡ ҡабул итергә өйрәтте, – тип билдәләй скульптор.
Ауыл малайы хыялдан ергә, ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайт­ҡанда, уны өйҙә еңел булмаған көндәлек мәшәҡәттәр көтә. Илдар әйтеүенсә, ата-әсәһе ялҡаулан­маҫҡа, ете ҡат тир сыҡҡансы эшләр­гә өйрәткән. Улар өлгө­һөндә егет икмәк ҡәҙерен белеп, ныҡышмал, тырыш булып үҫә. Ҡулдары арыуҙан хәлһеҙ­ләнгәндә лә, эштән бушаған арала ҡулына балсыҡ алып, төрлө һындар әүәләй. Ҡыҙыҡлы кеше һындары, фантастик йәнлек-януарҙар, тәбиғәттә осрамаған ҡоштар килтереп сығара, күмер менән һыҙмалар яһай, ҡәләмгә тотона.
1990 йылдарҙа Ҡоншаҡ райо­нының Тахталым урта мәктәбен­дә рәсем уҡытыусыһы булып эшләгәндә Илдар Ибраһим улы һүрәт төшөрөү техникаһын үҙләштерә, керамиканан шарж төрөндәге миниатюралар яһай, буласаҡ ижади эштәренең эскиздарын әҙерләй. Төпкөл башҡорт ауылы егете дуҫтарын, ауылдаштарын һәләте менән генә түгел, эшһөйәрлеге менән дә хайран итә. Эҙләнеү һөҙөмтәһендә килеп тыуған уй-фекерҙәр генә ижад емеше булып формалашыуын яҡшы аңлап, Илдар ошо йылдар­ҙа тарихи материалды ентекле өйрәнә.
– Ижад итеүҙең һәр этабы – аңыбыҙҙың инсаниәт туплаған тәжрибә һәм белем менән эшләүенең һөҙөмтәһе, – тип фекер йөрөтә ул. – Ошо осраҡта ғына күңел ҡылдарын тирбәтер­лек, уйланырға мәжбүр итерлек әҫәрҙәр ижад итергә мөмкин.
Ижади эҙләнеү һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Илдар Юнысов бөгөн скульптура кеүек ауыр жанрҙа ҡолас йәйеп, профессионалдарса эш итә. Эклектика менән бер үк ваҡытта нәзәкәтлелек синтезы хатта бер аҙ албырғата. Сюжет өлгөләре һәр ваҡыт фарс һәм трагедия урталығында ҡалғандай. Көс һәм етеҙлек, ғәййәрлек һәм дәрт кеүек төшөнсәләр аҡылға килә, аҡ күбеккә төшкән ат менән ҡамсат бүрекле һыбайлы икеһе бер булып алға уҡталған һынды күргәс. Илдар әйтеүенсә, ул айырыуса хайуандарҙы әүәләргә ярата. Уның “Ҡолонло бейә” тигән икенсе композицияһы үҙенең тәби­ғилеге, сафлығы менән иғтибар­ҙы йәлеп итә. Композицияла ҡолонлау, яңы тормош биреүҙең сере йәшеренгәндәй. Бейә һыны әле генә тояҡтарына баҫҡан, үҙенә яңы донъя асҡан ҡолон­сағына һөйөү менән мөлдөрәмә тулы.
Һөйөү темаһы скульпторҙың ижадында төп урынды биләй. “Ир һәм ҡатын” компози­цияһында саф һәм ҡөҙрәтле хис бөтөн тәрәнлегендә бирелгән. “Эйелгән ҡыҙ” ҙа иҫ китмәле матур. Оҫта уны таштан түгел, һығылмалы, йомшаҡ материалдан әүәләгән кеүек. “Бейеүсе башҡорт ҡыҙ­ҙары” – йәшәү йәмен аңлатҡан камил йән эйәләре лә – ғәжәйеп бер композиция. Их, ошо матурлыҡты ал да ҡала урамдарына һирп! Ҡала һәм ауылдарҙың тышҡы күренешен үҙгәртерлек ижади шәхестәребеҙ бар бит. Көньяҡ Урал башҡорттары араһында яҡты киләсәге булған ысын талант эйәләре, рәссамдар, скульпторҙар йәшәй һәм эшләй, тип һис икеләнмәй әйтә алабыҙ.





Автор: Мөхәммәт ХӘБИРОВ. Район: Силәбе өлкәһе.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә