Сал тарих шаһит: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының даны донъяның төрлө тарафына яңғыраған. Улар йорт усағын һаҡлап ҡына ҡалмаған, ирҙәре менән бергә яу сапҡан, һунар иткән. “Батыр тыуҙырғың килһә, башҡорт ҡыҙын ал”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән күрше халыҡтар, сөнки беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙа матурлыҡ менән батырлыҡ бергә уҡмашҡан.
Шундай заттарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова. Күптән түгел Ҡырғыҙстанда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашып ҡайтты сая апайыбыҙ.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт халҡы күсмә тормошта йәшәгән тиеү бик үк дөрөҫ түгел. Борон-борондан мәғрур Уралды төйәк иткән милләтебеҙ йәй айҙарында ауылдарҙан йәйләүгә күсеп көн күргән. “Күсмәлегебеҙ” шунан килә лә инде.– Әлмира Шәриф ҡыҙы, был халыҡ-ара сарала ҡатнашыу мөмкинлеге нисек тыуҙы?
– Иптәшем менән футбол буйынса донъя чемпионатын ҡарай инек. Шунда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары буласағы тураһында хәбәр күҙгә ташланды. Иптәшем Байрасҡа: “Мин дә барайым әле!” – тигән булдым. Ул теләгемде аңлап ҡабул итте. Тиҙ арала Бишкәккә Екатеринбургтан осорға кәрәклеген асыҡланым. Шулай ҡапыл ғына юлға сығырға тәүәккәлләнем. Боронғолоҡ саҡырыуы ине был. “Любизар” хәрби-патриотик ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Юлай Ғәлиуллинға рәхмәт – мине был сарала ҡатнашыусылар исемлегенә индерергә форсат тапты.
– Был илдә һеҙҙе һоҡландырған һәм ғәжәпләндергән мәлдәр ҙә булғандыр, моғайын…
– Иң һоҡландырғаны һәм таң ҡалдырғаны – бындағы халыҡтың үҙ телендә иркенләп аралашыуы. Хатта русса хәбәр ҡушһаң да, бер-ике һүҙ әйтәләр ҙә шунда уҡ ҡырғыҙсаға күсеп китәләр. Ғөмүмән, милли колориттарын һаҡлап ҡала алғандар. Мәҫәлән, тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән матур һәм уңайлы милли кейемдәрен көндәлек тормошта ла ҡулланыуҙары оҡшаны. Беҙҙәге кеүек концерт йә булмаһа театрлаштырылған тамашаға ғына кеймәйҙәр.
Шуны ла билдәләп үткем килә: Ҡырғыҙстан ял итеү өсөн бик уңай ил булып сыҡты. Мәҫәлән, бөтә аҙыҡ-түлек хәләл һәм бик арзан. Торлаҡты ла ҡиммәт тип әйтеп булмай. Әммә төп өҫтөнлөгө – әлбиттә, иҫ киткес хозур тәбиғәте. Түбәләре мәңгелек боҙ менән ҡапланған ғорур тауҙар, бөтә донъяға танылған саф Ысыҡкүл, урғылып аҡҡан йылғалар, ҡуйы урмандар, мәғрур ҡаялар һәм тарлауыҡтар һаман да күңелемде иләҫләндерә. Ә һулап туймаҫлыҡ һауаһының сафлығы ни тора! Шуға ла бөгөн бөтә таныштарыма Ҡырғыҙстанда ял итеп ҡайтырға кәңәш итәм.
– II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары шәхсән һеҙгә ниндәй тәьҫораттар бүләк итте?
– Рухланып ҡайтыу өсөн Ҡырғыҙстанға юлланғайным. Ысынлап та, рухландым. Үҙемә туғандаш ҡырғыҙ донъяһын астым. Төрки халыҡтарының барыһына ла хас ихласлыҡты күрҙем.
Уйындар ҙур ҡоласлы сара булды. Уны асыу тантанаһына билдәле Голливуд актеры Стивен Сигалдың һыбай килеүе бөтә донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итте. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: бында алты тиҫтәнән ашыу илдән килгәйнеләр! Әммә башҡорт спортсылары милләтебеҙ намыҫына тап төшөрмәне һәм лайыҡлы сығыш яһай алды. Мәҫәлән, ҡаҙаҡса көрәш буйынса яҡташыбыҙ Рөстәм Арыҫлановты еңеүсе табылманы. Беҙҙә саҡ тергеҙелә башлаған “Ылаҡ” ярышында Баймаҡ районы командаһы дүртенсе урын яуланы. Икенсе йыл ғына шөғөлләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, уҡсыларыбыҙ ҙа иң көслө унау иҫәбенә инде. Был – барыбыҙ өсөн дә ҙур уңыш. Егеттәребеҙҙең ошо уйындарҙа бер нисә йыл махсус рәүештә әҙерләнгән спортсылар менән көс һынашҡанын оноторға ярамай.
Һәр ярыш күңелдә әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ рух күтәренкелеге уятты. Бөркөт осорған, тиҫтәләрсә саҡрым һыбай сапҡан, мәргәнлеккә уҡ сойорғотҡан йә келәмдә көс һынашҡан шул бихисап батырҙар боронғолоҡҡа ишек астымы ни!
– Һеҙҙе республика кимәлендәге сараларҙы ойоштороусы булараҡ та беләбеҙ. Бында иғтибарығыҙҙы айырыуса нимә йәлеп итте?
– Ҡырғыҙҙарҙың үҙ тарихына иғтибары һәм ихтирамы һоҡландырҙы. II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһы барышында сал тарих эҙенән сәйәхәт ҡылдыҡ. Солпан-ата ҡалаһының ипподромы заман талаптарына яуап бирерлек иң юғары сифатлы 3D проекция менән йыһазландырылғайны. Бер ҡараһаң, стадион мәк яланына әүерелә, икенсе минутта – мәғрур тауҙарға, өсөнсөһөндә – сал далаға. Бөркөт саңҡылдауы, аттар сабыуы....
Бишкәк ҡалаһында манассыларға – “Манас” эпосын яттан һөйләгән сәсәндәренә ҡуйылған мөһабәт һәйкәлдәрҙе күреп таң ҡалдым. Һүҙ ҙә юҡ, тарихтарын мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйҙәр.
Солпан-ата ҡалаһы янындағы Ҡырсын йәйләүендә милли һунар буйынса “Сал борон” ярыштары үтте. Уны тергеҙеүгә ҙур көс һалған Алмазбәк Акуновты был илдә һәр кем тәрән ихтирам итә. Сараны ябыу тантанаһында һәр делегацияның уға хөрмәт йөҙөнән иҫтәлекле бүләк тапшырыуы ла ошоно раҫланы. Тәүҙәрәк ярыштар өлкә кимәлендә генә ойошторолған. Бер аҙҙан Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев уны дәүләт кимәлендә үткәрергә бойора. Хәҙер иһә “Сал борон” II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының программаһына ингән.
– Был боронғолоҡто рекламалауҙың иң уңышлы ысулы бит…
– Ҡырғыҙстанда ошо хәл риүәйәткә әйләнеп киткән инде – бер мәл ил башлығы ғалимдарҙы һәм фольклорсыларҙы донъя буйынса сәйәхәткә сығарып ебәргән икән. “Бөтә Ер шарын урап сығығыҙ ҙа ҡырғыҙ халҡының үҙенсәлеген асыҡлағыҙ”, – тигән бурыс ҡуйған ул. “Милләтебеҙҙең башҡаларҙан төп айырмаһы – үҫештә артта ҡалыуында һәм боронғолоғоноң һаҡланыуында”, – тип белдергән, тегеләр ҡушылғанды башҡарып сыҡҡас.
– Тимәк, кәмселектәрен өҫтөнлөккә әйләндерә алғандар?
– Тап шулай. Бөгөн ошо үҙенсәлектәрен тулыһынса файҙаланырға тырышалар. Мәҫәлән, беҙҙә һабантуйҙар мәлендә йыш ҡына һатыуға Ҡытайҙа етештерелгән тауарҙар сығарыла. Ә бында, исмаһам, шундай бер тауарҙы осратһамсы – сауҙала тик үҙҙәренеке генә. Мәҫәлән, кейеҙҙән яһалғандың иҫәбе юҡ ине. Ғөмүмән, был йәһәттән халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан етештереүселәре бар икән.
Шулай уҡ ҡыҙыҡһынып балаларҙың тирмә-конструктор йыйғандарын ҡарап торҙом. Бында һатыуҙа ул аҙым һайын осрай. Һәр бала шуның менән уйнап үҫә. Шуға ла тирмәне нисек ҡорорға икәнлеген берәүгә лә төшөндөрөргә кәрәкмәй. Әйткәндәй, йәйләүҙә уны ваҡытҡа ярышып йыйғандарына шаһит булдым. Беренсе урынға сығыусылар ун дүрт минутта ҡороп ҡуйҙы! Ә беҙҙә быға ярты көн сарыф ителер ине. Башҡортостанда ла ошондай тирмә-конструкторҙар етештереүҙе яйға һалырға була бит. Беренсенән, был ысул менән милли үҙенсәлегебеҙҙе рекламалаһаҡ, икенсенән, шундай уйындар арҡылы килер быуын тарихыбыҙ менән танышып үҫер ине.
Ғөмүмән, беҙҙә тирмәләрҙе һабантуйҙарҙа һәм йыйындарҙа ғына осратырға була. Ҡырғыҙстанда улар музей ҡоролмаһы түгел. Иҫке генә йорттарҙың да ихатаһында тирмә күреп ғәжәпләндем. Был ҡырғыҙҙарҙа ғәҙәти күренеш икән. Хатта II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына ла тирмә һүрәте төшөрөлгән бихисап биҙәүестәрҙе һатыуға сығарғандар. Уны оҫталар йәйләүҙә үк ҡоя ине.
Әйткәндәй, Юлай Ғәлиуллин, Гөлгөнә Баймырҙина, Рушан Хәсәнов, Артур Батыршиндың өҫтөндәге сағыу башҡорт милли кейемдәре был сараға килгән һәр ҡунаҡтың иғтибарын йәлеп итте. Беҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ ошо арҡала ҡайһы бер тамашаларҙы күрә алманы. Ике аҙым да яһап өлгөрмәйҙәр – иҫтәлеккә фотоға төшөү өсөн халыҡ ҡамап алып, сиратҡа теҙелеп китә. Ниндәй милләт вәкилдәре булыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһыналар. Туғандаш халыҡ икәнлегебеҙҙе асыҡлау ҡырғыҙҙарҙа икеләтә ҡыуаныс уята. Әлбиттә, был күңелебеҙгә май булып яғылды.
– Һеҙҙеңсә, ошондай ҙур сараны республикабыҙ кимәлендә ойоштороп буламы? Әллә быға ил кимәлендә көс һалыу кәрәкме? Мәҫәлән, был уйындар мәҙәниәткә иҫ киткес ҙур инвестиция бит…
– Мәҙәниәткә, туризмға, шул уҡ ваҡытта киләсәк быуынға инвестиция. Мәҫәлән, бөтә спорт ярыштарына тамаша ҡылыу бушлай ине – шуға ла бик күптәр балалары менән килде. Тимәк, улар ошо милли рухты ҡандарына һеңдереп үҫәсәк. Ирекмәндәре лә иләк аша иләп алынған кеүек – һәр береһе рус, ҡытай, инглиз, немец кеүек сит телдәрҙә иркен аралаша, алсаҡ һәм асыҡ. Мәҫәлән, Мәликә исемле ҡыҙ менән аралашып торҙом – баҡһаң, киләсәктә Ҡытайҙа белемен камиллаштырырға йыйына. Ҡытай грантына һәм стипендияһына уҡып сығасаҡ.
Бер мәл Мәскәү Мемориаль мәсете имамы Шамил Ғәләүетдиновтың: “Балаларығыҙҙы тәрбиәләгәндә сикләй күрмәгеҙ. Улар өсөн баш ҡалала белем алыу иң ҙур маҡсат булмаһын. Донъя сикһеҙ икәнлеген онотмағыҙ. Тиңдәр араһында тиң булырлыҡ итеп тәрбиәләгеҙ”, – тип вәғәз һөйләгәне хәтеремдә ҡалғайны. Ҡырғыҙҙар ошоға өлгәшә алған. Ысынлап та, рухың көслө булғанда бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡһың. Был халыҡтың да умыртҡа һөйәге ныҡ икәнлеген яҡшы тойҙом.
Юҡ, был уйындар кеүек киң ҡоласлы сараны яңғыҙ ғына ойоштороу мөмкин түгел. Бында бихисап сығым түгергә тура килгән, әлбиттә. Меңәрләгән спортсыны, ҡомуҙсыны, бейеүсене, матбуғат вәкилен торлаҡ һәм транспорт менән тәьмин итергә, туҡландырырға кәрәк бит. Ойоштороу үтә лә юғары кимәлдә ине – ҡунаҡтар өсөн Солпан-ата ҡалаһынан ун биш минут һайын Ҡырсын йәйләүенә бушлай автобустар йөрөп тороуы ғына ла ошоно раҫлай. Шуға ла уның тәрәндән уйланылып башҡарылғанлығына шик юҡ.
– Һеҙҙеңсә, бындай уйындарҙы ойоштороуҙың әһәмиәте нимәлә? Төп маҡсат тамаша булдырыу түгел бит…
– Төп маҡсат – милләт өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыуҙыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, был уйындарҙа ҡош менән һунар итеү буйынса ла ярыштар үткәрелгәйне. Башҡорттар ҙа борон-борондан бөркөт менән ҡырға сыҡҡан – был турала легендаларыбыҙ ҙа асыҡ һөйләй. Хатта Рәсәй батшаһын һунар ҡоштары менән тап беҙҙең халыҡ тәьмин иткән. Ҡаҙағстандың “Бөркөтсө” федерацияһының вице-президенты Бәхет Ҡарнаҡбаев та быны айырым билдәләне. Ә бөгөн беҙ был һунар төрөн бөтөнләйгә юғалтҡанбыҙ. Ҡырмыҫҡалы районынан Вилдан Хәсәнов кеүек шәхестәр генә уны тергеҙеү өсөн көс һала. Ә был һунар төрө күпме үҫмерҙә тарихыбыҙға ҡыҙыҡһыныу уята алыр ине!
Шуға ла бындай саралар иң тәүҙә үҙебеҙ өсөн кәрәк. Йөрәгендә башҡорт рухы булмаған әҙәмде бөркөт менән һунар итеү бер ҡасан да ҡыҙыҡтырмаясаҡ. Ә һунарсылыҡ һәр күсмә халыҡтың төп шөғөлө булған. Башҡорт та атта тыуған һәм ат өҫтөндә үлгән бит. “Ылаҡ” ярышында баймаҡтарҙың уңышы менән ни өсөн һаман да ғорурланам? Был еңеү рухыбыҙҙың ҡаныбыҙҙа һаҡланғанлығын раҫланы.
– Күсмә халыҡтар уйындарынан ниндәй уйҙар менән ҡайттығыҙ?
– Бер мәл үҙемде һүнгән усаҡта ҡуҙ табырға тырышып ултырыусыға оҡшата башлағайным. Әммә был сарала булып ҡайтыу күңелемдә рух осҡонон яңынан ҡабыҙҙы. Арал диңгеҙенән Уралғаса йәйрәп ятҡан башҡорт иленең сал тарих төпкөлөнән килгән ауазын ишеткәндәй булдым. Фольклорсыларға, туған тел уҡытыусыларына, сәсәндәр мәктәбен тергеҙергә тырышҡандарға, музыканттарға (халҡыбыҙҙың 46 төр милли музыка ҡоралы булып та, бөгөнгө көнгә нисәүһен генә һаҡлап ҡала алғанбыҙ!), скульпторҙарға (милләтебеҙ боронғолоғон иҫбатлаған, рухыбыҙҙы һаҡлаған батырыбыҙ Уралға һаман да һәйкәл ҡуя алмайбыҙ), спортсыларға, башҡорт атын үрсетеүселәргә, ғөмүмән, һәр беребеҙгә уйланырға ерлек күп. Бай тарихлы үткәнебеҙҙе тергеҙеү өсөн һәр кемебеҙ, кемдеңдер әйткәнен көтөп тормаҫтан, ҡулынан нимә килә, шуны эшләргә тейештер. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа милләтебеҙҙең бындай сараларҙан ситтә ҡалмауы зарур. Был – асылыбыҙға ҡайтыуға этәргес. Ике йылдан Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары йәнә ҡабатланасаҡ икәнлеген онотмайыҡ. Уға бөгөндән әҙерләнә башлау талап ителә.
Һандар һәм дәлилдәрlII Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһын тура эфирҙа 800 миллиондан ашыу кеше ҡараған.
l Рәсәй командаһы был ярыштарҙа 12 алтын, 5 көмөш, 10 бронза миҙал яуланы.
lII Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында 63 ил вәкиле ҡатнашҡан.
lСпортсылар 23 ярыш төрөндә көс һынашҡан.
lСараны асыу тантанаһында мең ҡомуҙсы бергә бер көйҙө башҡарған. Был ҡаҙаныш Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН әңгәмәләште.