Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәргә нимә кәрәк?
Йәштәргә нимә кәрәк? Бөгөн йыш ҡына шундай һорау бирәләр. Ысынлап та, йәштәребеҙ нисек йәшәй, ниндәй уйҙар кисерә, һынауҙарҙы нисек үтә? Әлбиттә, уларға кәңәш биреүселәр ҙә күп. Өлкәндәрҙең һәр береһе тиерлек замана йәштәрен шелтәләргә, төрлө сетерекле хәлдәрҙә “ә беҙ йәш саҡта…” тип өйрәтергә ярата. “Атайҙар һәм балалар” мөнәсәбәтенең ҡатмарлылығы һәр дәүерҙә лә булғандыр. Быуындар бәйләнеше ныҡлы хәлдә лә, йәш һәм өлкән быуынды бер-береһенә ҡаршы ҡуйырҙай ваҡиға-күренештәр табыла. Үрҙә ҡуйылған һорауға (йәштәргә нимә кәрәк?) яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының эш йүнәлештәрен хуплап, йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә саҡырам. Шуға ла “Ҡоролтай тауышы” гәзите аша йәш быуынға, уларҙы тәрбиәләгән милләттәштәргә өндәшергә булдым.


Аңлау һәм ышаныс

Шундай бер әйтем таралған: йәш ваҡытта көс бар, ваҡыт бар, аҡса юҡ, өлкәнәйгәс – көс тә, ваҡыт та юҡ, аҡса бар. Нимә, бөтә нәмәне аҡсаға бәйләмәксеһеңме, тип аптырамағыҙ. Бөгөнгө заманда дәрт һәм ваҡыт менән генә алыҫ китеп булмай шул. Ә йәш кешегә бөтәһе лә кәрәк – белем дә, һөнәр ҙә, уңайлыҡтар ҙа.
Телгә һорау артынан һорау килеп кенә тора: ниңә һуңғы ваҡытта йәштәр, хатта үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтары арта? Психологтар, ата-әсәнең иғтибары етмәү арҡаһында, тип яу һала. Ғәжәп хәл: ата-әсә менән бала бер-береһенән алыҫая бара, имеш. Ҡан-йән менән бәйләнгән кешеләр бер-береһен аңламай. Балаһын тәрбиәләүҙән дә алғараҡ ҡуйырлыҡ ниндәй проблемалар уратып алды икән ата-әсәне? Йәмғиәт һәм власть ошо турала хәстәрлек күрергә тейеш. Тимәк, йәш кешенең теләк-ихтыяжын ғәмәлгә ашырыу өсөн уны аңларға һәм ышанысын яуларға кәрәк. Атай-әсәй генә түгел, ә уҡытыусы, эш биреүсе, етәксе лә аңларға тейеш. Йәш кешенең күңелен бер һүрелтһәң, аҙаҡтан яңынан ышаныс яулауы бик ауыр.

Тырышлыҡ һәм дөрөҫ юл

Йомшаҡ диванда, компьютер алдында ултырып нимәгәлер өлгәшеп буламы? Интернет селтәре мөмкинлектәрен иҫәпкә алғанда, бәлки, була, тип тә яуап бирер тырыш йәштәр. Тик кеше менән күҙмә-күҙ аралашыу ҙа, мөмкин булған тиклем сәйәхәт итеү ҙә фекерләү даирәһен киңәйтә ул. Йәш саҡ шундай бер осор – кешенең мейеһе идеяларҙан, хыялдарҙан ташып тора, энергия саманан ашҡан. Иң мөһиме – шуны дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтеү. Йүнәлеш ваҡытында табылмаһа – фажиғә. Йәш кешене кәртәләр үҙҙәре эҙләп табасаҡ. Уларҙан алда өлгөрөргә кәрәк. Уның өсөн ни эшләргә? Тәүәккәл булырға! Беҙҙең менталитетҡа бәйле килешһеҙерәк холҡобоҙ бар: йә тәүәккәлләй алмайбыҙ, йә артыҡ ғорурбыҙ (алдыңда бер ябылған ишекте икенсегә ҡағып инеү ауыр беҙгә), йә битарафлыҡ ҡамасаулай. Эшләп ҡарарға, үрләп ҡарарға, йығылғас, тороп китергә һәм тағы ла дауам итергә! Баҡһаң, математик яҡтан иҫәпләгәндә, бәхетле һәм бай булыу мөмкинлеге һин тырышҡан һайын нығыраҡ арта.

Нимә кәрәккәнен белеү

Ҡағиҙә булараҡ, үҫмерлек 18 йәшкә бөтөргә тейеш. Әммә күптәр әле 25 йәштәрҙә лә бер ҡатлы, теләһә нимәгә эйәрергә әҙер торған булып ҡала. Өлкәндәрҙең бигүк намыҫлы булмаған амбицияларына ла барып ҡабыусандар. Йәш егет һәм ҡыҙҙар шуны белһен: ике өлкән кеше алышҡан майҙанға барып эләгеп, йоҙроҡ аҫтында ҡалыр алдынан уйлағыҙ – һеҙгә ысынлап шул туҡмаҡ кәрәкме? Әлбиттә, тәжрибә өсөн ярап та ҡалыуы мөмкин, тик “сит кешеләр һуғышында түгел, ә үҙ һуғышығыҙҙа йоҙроҡ алыу яҡшыраҡ”, йәғни үҙ тәжрибәң генә күпкә өйрәтә. Быныһын бер психолог әйткән шикелле.
Йәшлектең күп хаталары ғәфү ителерлек ул. Тик шул хаталар аша һеҙ нимәгә өйрәнергә теләгәнегеҙҙе, ҡайҙа юлланғаны­ғыҙҙы аңларға тейешһегеҙ.

Ялҡаулыҡтан ҡотолоу

Шундай бер хәҡиҡәт билдәле: байҙар һәм генийҙарҙың күпселегенә хас уртаҡ һыҙат бар – улар үҙҙәренә ни кәрәген иртә аңлаған. Уңышһыҙ, бөхәл кешеләрҙең бер уртаҡлығы – сәйәси тәртип йә ҡаты ата-әсә ҡорбандары булыуы түгел, ә уларҙың үҙ тормошон ҡорорға йыбаныуы, сүллектә ҡасып, башын ҡомға тығып торған дөйәғошҡа оҡшауы.
Теләгән – мөмкинлектәр эҙләй, теләмәгән – аҡланыу сәбәптәре таба. Ялҡауҙар йәшләй ҙә ҡулын кеҫәһенә тығып йөрөй. Ҡоштар ни өсөн һауала? Юҡ, ҡанаттары булған һәм осоу һәләте бирелгән өсөн генә түгел, ә осҡолары килгән өсөн дә.

Берҙәмлек

Бөгөн йәштәребеҙгә генә түгел, ә көллөбөҙгә лә “берҙәмлек” тигән төшөнсәне яҡшы аңларға өйрәнеү мотлаҡ. Бер риүәйәт тә бар бит әле селек һепертке тураһында. Селекте берәм-берәмләп алып һындырһаң, тиҙерәк юҡҡа сыға, ә барыһын бер усҡа һыйҙырып, һепертке итеп бәйләгәндә, һындырыу ғына түгел, бөгә лә алмаҫһың. Әлеге мәлдә ҡарайым да уйға батам – тырым-тырағайбыҙ бит. Йәмәғәт ойошмаларын ғына алғанда ла, дөйөм бер маҡсатҡа – илебеҙҙә, еребеҙҙә үҙ урыныбыҙҙы табып, ысын хужалар булып лайыҡлы йәшәр өсөн – ынтылырға тейеш кеүекбеҙ ҙә, аҙымдарҙы бергә яһай алмай торабыҙ. Бергә атлаған һымаҡ булабыҙ ҙа, юҡҡа ғына үсегешеп таралабыҙ. Йәштәргә тәжрибә етмәй, өлкәндәр өйрәтә белмәй. Бер-беребеҙҙе алдайбыҙ, ситтәр арбаһына ҡыҙығабыҙ, кәртә аша сыға алмаһаҡ, ҡул һелтәйбеҙ. Беҙ булдырабыҙ, тигән орандың беҙ, тимәк, күмәк, берҙәм икәнебеҙҙе белдергәнен онотмайыҡ. Шәп оран, шулаймы?





Автор: Сулпан ИҪӘНАМАН. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә