Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәүге аҙымдары өмөтләндерә
Тәүге аҙымдары өмөтләндерә Төбәктә “Эш башлаусы фермер”, “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Район хакимиәтенең был тәңгәлдәге эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге, республика Ауыл хужалығы министрлығының даими хәстәрлеге һөҙөмтәһендә фермерҙар проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеү яулай. Быйыл, мәҫәлән, “Эш башлаусы фермер” программаһына ярашлы, районда ун эшҡыуар грантҡа лайыҡ булған. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла ең һыҙғанып эшкә тотонған да инде.

Флүр Мырҙаханов – Һаҡмар ауылы егете, ошонда тыуып үҫеп, ҡанат нығытҡан. Ун ике йәш тулғас, уларҙың ғаиләһе Иҫке Сибай ауылына күсә. Урта мәктәпте тамамлағас, Тыуған ил алдында хәрби бурысын үтәп ҡайта. Тәүге хеҙмәт сынығыуын Сибай ҡалаһындағы статистика бүлегендә водитель булып башлай. Һәр яҡтан сос, булдыҡлы егет Өфө статистика техникумын ситтән тороп тамамлай һәм өс тиҫтә йылға яҡын инженер-электронсы вазифаһын баш­ҡара. Аҙаҡ Флүр көсөн эшҡыуар­лыҡта һынап ҡарамаҡсы булып, контроль-касса аппараттарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт аса. Ул Баймаҡ, Йылайыр райондары, Сибай ҡалаһы предприятие һәм ойошмалары менән әле лә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
Флүр Зөфәр улы, ҡалала йәшәһә лә, күңеле менән һәр саҡ ауылда була. Шуға ла ҡала тормошон ҡалдырып, ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡай­тырға ҡарар итә һәм Һаҡмар ауылында яңы йорт һалып инә. Ғаилә башлығы күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән йәшелсәселек тармағын үҫтереүгә ең һыҙғанып тотона. Тәүҙә ихатаһында пленка менән ябылған бер нисә теплица төҙөп, шунда ҡыяр сәсә. Эшмә­кәрлеген артабан үҫтереү маҡсатында уҙаман “Эш башлаусы фермер” програм­маһында ҡатнашыу өсөн бизнес-проект әҙерләп тапшыра. Һәм республика Ауыл хужа­лығы министрлығының конкурс комиссияһы, уның проектын иң уңышлыларҙың береһе тип танып, грант бүлергә ҡарар итә.
– Шөкөр, уйлаған ниәтем тормошҡа ашты. Миңә ышаныс күрһәтеп, ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн республика, район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Минән башҡа тағы ла бер нисә фермер дәүләт ярҙамы алыуға өлгәште, – ти бөгөн Флүр Мырҙаханов.
Дәүләттән бүленгән аҡсалата ярҙамға фермер Магнитогорск ҡалаһының “Росстрой” фирма­һы менән килешеүгә ҡул ҡуйып, һигеҙ теплица төҙөп ултыртҡан. Заманса материалдан – поликарбонаттан эшләнгән тепли­цаның икәүһе – өй эргәһендәге баҡсала, ҡалғандары ҡур­тымға алынған элекке хужа­лыҡтың ырҙын табағы билә­мәһендә урын­лашҡан. Әйткән­дәй, ҡасандыр ташлан­дыҡ хәлдә ҡалған ырҙын табағын Флүр үҙ көсө менән тәртипкә килтереп, кәртәләп тә алған.
Йорт янындағы теплицалар, нигеҙҙә, үрсетмә ултыртыу өсөн файҙаланыла. Бынан тыш, 10х10 үлсәмле пленка менән ябылғаны ла бар. Фермер унан май айында уҡ уңыш ала башлаған. Сифатлы һәм арзан продукцияны “Талҡаҫ” шифаханаһы, Иҫән ауылындағы “Ирәндек” кафеһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм район магазиндары күпләп һатып ала. Шуныһы ҡыуаныслы: май айында алынған дәүләт ярҙамы бөгөн үк үҙ һөҙөмтәләрен биргән дә инде.
Әйтергә кәрәк, элекке ырҙын табағы биләмәһендә бөгөн эш гөрләй, әле теплица хеҙмәт­кәрҙәре ҡыярҙан яңы уңыш көтә. Уныһын йыйып алыуға, ноябрь-декабрь айҙарында башҡа теплица­ларҙағыһы ла өлгөрә. Әле уңған фермер тепли­ца­ларға йылылыҡ биреү маҡ­сатында ҡаҙанлыҡ ҡорол­маһы урынлаштырыу менән мәшғүл. Был иһә йыл әйләнәһенә продукция алыу мөмкинлеге бирәсәк. Ҡыярҙан тыш бында помидор, ер еләге ултыртыу ҙа күҙ уңында тотола.
Эшһөйәр, бөтмөр егет теплица хужалығы менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай, ә 17 гектар ерҙе ҡуртымға алып, киләсәктә картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр үҫтереп, халыҡты тағы ла ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе күҙаллай.
Флүр Мырҙаханов – Һаҡмар ауылы старостаһы ла. Ул ауылды төҙөклән­дереү, йәшел­ләндереү, уға яңы һулыш биреү, был эштәргә ауылдаштарын да йәлеп итеү ниәте менән янып йөрөй.
– Бөгөн ауылда эш юҡ тигән­дәргә аптырарһың, буш һүҙ ул, – ти фермер. – Ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк, иренмәгән кешегә ниндәй ҙә булһа шөғөл табыла.





Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә