Рәсәйҙәге төрки халыҡтарҙың Ислам динендәге тарихи юлы – суфыйсылыҡ. Нәҡшбәндиә тәриҡәте, һис шикһеҙ, быуаттар буйы иманды, динде ғилемдең, ихласлыҡтың иң юғары кимәлендә һаҡлауҙа ҙур уңышҡа өлгәшкән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ быуын-быуын ошо Нәҡшбәндиә рухи үҫеш юлында иманын нығытҡан, берләшкән, үҙ асылын һаҡлаған. Нәҡшбәндиә тәриҡәте нигеҙендә һәр мосолманда таҙалыҡ, намыҫлы хеҙмәт, түҙемлек, инсафлыҡ, ихласлыҡ, иман ныҡлығы, йөрәгеңдә Бер Аллаға, милләткә тоғролоҡ кеүек иң аҫыл сифаттарҙы үҫтереү ята. Суфыйсылыҡ халҡыбыҙҙың тарихи йолаларына тап килә, башҡа конфессиялар менән ихтирамлы мөнәсәбәттә һәм һәр ваҡыт йәмғиәттең, дәүләттең, диндең бер-берен аңлауы яҡлы.
Башҡортостанда Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең атаҡлы һәм бөйөк остаздарынан бигерәк тә түбәндәгеләрҙе: шәйех Хөсәйенбәк, Мәүләнә шәйех Абдулхәким Ҡорбанғәлиев, шәйех Абдулла Сәйеди, Хәбибулла Хансаваров һәм Мөжәүир хәҙрәт, Ғатаулла ишан, Толомғужа ишан, Мәүләнә шәйех Ғиләжетдин, Мәүләнә шәйех Абдулғәни, Шәмиғол хәҙрәт, Сәйеди Йәғәфәр ишан, Мораҙым бей ишан, Әбйәлил ишан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейековты һәм башҡа бик күптәрҙе билдәләп үтергә булыр ине. Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә йәшәгән был бөйөк шәхестәр үҙҙәренең рухи кимәле, диндарлығы, белеме менән үҙебеҙҙә генә түгел, башҡа тарафтарҙа ла арҙаҡлы булып танылған. Улар Башҡортостаныбыҙҙа диндең терәге булған, уларҙың хеҙмәте йәмғиәтебеҙҙең юғары әхлағын тейешле кимәлдә тотҡан, халҡыбыҙҙың иманын нығытҡан.
Халҡыбыҙҙың тарихи хәтерендә Салауат Юлаев батырыбыҙ айырым урын биләй. Баш эймәҫ яугир, шиғырҙары Хаҡ Тәғәләгә сикһеҙ һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған суфый шағир ул Салауат. Ул шиғырҙарында һәр тере йән эйәһенең, хатта сәскәләрҙең дә Раббыға маҡтау, рәхмәт әйтеүенә таң ҡала. Ҡөрьәнде яттан белгән Салауат Аллаһ һөйөүенең сикһеҙлеген йөрәге менән тойған һәм шиғриәтендә башҡорт халҡының фани донъя һәм Аллаһ рәхмәтендәге баҡыйлыҡ төшөнсәләренә мөнәсәбәтен сағылдырған.
Сәйеди Йәғәфәр, Солтан Әүлиә шәйех Морат Көсөков, Килмәк-хафиз Нурышев, Кинйә абыҙ Арыҫланов кеүек халҡыбыҙ тарихында йондоҙҙай балҡыған исемдәр милләтебеҙ хәтерендә һис һүнмәҫ. Шуның өсөн Башҡорт педагогия университеты ла данлы мәғрифәтсе, суфый шағир Мифтахетдин Аҡмулланың исемен йөрөтә.
Шәйех Зәйнулла ар-Рәсүли Урал, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙә, Кавказ һәм Ҡырымда Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәтенең һуңғы бөйөк шәйехе булған. Тәриҡәттең иң юғары – Ҡотоб Заман (Ҡотдуси Сиррух) исемен йөрөтөүе юҡҡа түгел. Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең ябай мосолмандарға ғына түгел, революцияға тиклемге күренекле мосолмандарға, руханиҙарға бик ныҡ йоғонто яһауы тарихтан билдәле. Айырыуса танылған ғалим, сәйәсмән, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди, шағир Шәйехзада Бабич, тарихсы Морат Рәмзи шулар рәтендә. Көнсығышты өйрәнеүсе рус академигы В. Бартольд, Зәйнулла Рәсүлевтең вафатына арналған мәҡәләһендә уны “үҙ халҡының рухи короле” тип атай. Танылған мосолман эшмәкәрҙәре, Рәсәй һәм СССР мосолмандарының Диниә назаратын төрлө йылдарҙа етәкләгән мөфтөйҙәр Ғәлимйән Баруди, Ризаитдин Фахретдин, шәйехтең улы Абдрахман Рәсүлев, Шакир Хиләлетдиновтар Зәйнулла ишанды үҙҙәренең рухи уҡытыусыһы итеп таныған һәм уға эйәреүҙе оло хөрмәт иҫәпләгән. Әлеге ваҡытта Ислам диненең суфыйсылыҡ юлын Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин да хуплай.
Шуға ҡарамаҫтан, http://onkavkaz.com/news/1237-mukaddas-bibarsov-groznenskaja-fetva-ne-reshit-no-mozhet-usugubit-problemy-musulman-rf.html сайтында Һарытау мосолмандары Диниә назараты рәйесе, Рәсәй мөфтөйҙәре Советы рәйестәше Муҡаддас Бибарсов (беҙҙең Башҡортостан Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Әйүп Бибарсовтың бер туған ағаһы) On Kavkaz сайтында: “Если на Северном Кавказе в пример ставится суфий имам Шамиль, то среди тюрков это, ин шаа Аллах шахид, Салават Юлаев, не шедший путем суфизма, но воспитанный на принципах Ислама мусульманин. Они оба герои своих народов и оба несомненно”, – тигән фекер әйтә. Быны нисек аңларға? Ошо көндәрҙә Ислам донъяһына ҡағылышлы Грозный ҡалаһында Фәтеүә ҡабул ителде. Әйткәндәй, унда Рәсәй халҡы өсөн суфыйсылыҡ Исламдағы төп юл булыуы хаҡында әйтелә. Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт тә был сарала ҡатнашып, Фәтеүәгә ҡул ҡуйҙы.
Салауат батырыбыҙҙың шағир, сардар булыуҙан тыш, ысын мосолман, суфый булыуы хаҡында ғалим Салауат Таймаҫов та яҙып сыҡҡайны. Киләһе һандарҙа бирербеҙ уның мәҡәләһен. Әлегә шиғырҙарына анализ яһаған фекер тәҡдим итәбеҙ.Салауат исеме Мөхәммәд пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) доға тигәнде аңлата. Кем тәү башлап уны исем итеп үҙ балаһына ҡушҡандыр – билдәһеҙ. Бәлки, башҡорт старшинаһы Юлай Аҙналиндыр? Әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, әлеге көндә был исем башҡа бер халыҡта ла осрамай. Салауат – халҡыбыҙҙың иң яратҡан исемдәренең береһе.
Һәр халыҡтың рухын күтәрә торған, холҡон, булмышын сағылдырған, уны батырлыҡҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән милли геройы була. Ҡайһылыр халыҡта ул хатта әкиәт геройы ла булыуы ихтимал (әкиәт, легенда нигеҙендә ысынбарлыҡ ятыуын онотмайыҡ). Беҙҙең халыҡтың геройҙары күп, ә иң ололары, быуаттар артылышында балҡып торғандары икәү – Урал батыр менән Салауат батыр. Ни өсөн тап Салауат Юлаев башҡорт халҡының милли геройы булып киткән һуң? “Ни сәбәпле уны шул тиклем күтәрәләр, быға ул лайыҡмы икән?” тигән һорау ҡуйыусылар ҙа булыр.
Ғәмәлдә бөгөн республикала йәмәғәтселек араһында ла һәм хөкүмәт кимәлендә лә Салауаттың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарыла. Батырҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға ҡарата быға тиклем Башҡортостанда бер шәхестең дә өлөшөнә төшмәгән онотҡоһоҙ оло тамаша ҡуйылды. Ошонан һуң йыл һайын үткәрелә килгән Салауат көндәре, Эстония менән дуҫлыҡ күпере, Өфөләге Салауат проспекты, Салауат тураһындағы тарихи, публицистик һәм нәфис әҫәрҙәр... Уның тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр табыла. Тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр эҙләнеүҙәрҙе туҡтатмай, һаман да тикшерәләр, яңы сығанаҡтарға юлығалар. Йылдар, быуаттар үткән һайын Салауаттың исеме, образы күтәрелгәндән-күтәрелә, тағы ла сағыуыраҡ балҡый.
Рәсәй батшалығы уны халыҡ хәтеренән бөтөнләй юйып ташларға ынтылған. Әбей батша әмере менән уның исемен сабыйҙарға ҡушыу үлем янауы менән тыйыла. Батырҙың хатта исемен эҙәрлекләү быуат ярымдан ашыу дауам иткән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына башҡорттар үҙ балаларына батырҙың исемен ҡуша башлай, һәм ул һәр ауылда мотлаҡ осраған Мөхәммәд, Нурмөхәммәт, Әхмәт, Самат кеүек мәртәбәле исемдәр менән бер кимәлдә йәнә таралып китә. Әгәр ҙә Злобин һәм Протазановтар булмаһа, Салауат исеме архивтарҙа ғына ҡалыр, ул исемде йөрөтөүселәр ҙә булмаҫ ине, тиеүселәр ҙә табылыр. Эйе, С. Злобиндың “Салауат Юлаев” романы, артабан кинорежиссер Я. Протазановтың шул исемдәге фильмы һуғыш йылдарында совет һалдаттарын батырлыҡҡа рухландырҙы, тыуған еребеҙҙе, Ватанды Салауаттай яратырға һәм һаҡларға әйҙәне. Салауат исеме бынан башҡа онотолор инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Урал батырын, уның тураһындағы бөйөк эпосты нисәмә мең йыл йөрәгендә, хәтерендә һаҡлай алған халыҡ быуат ярым, ике быуат эсендә үҙенең Салауатын нисек онотһон? Был мөмкин түгел! Салауат – милләт йөрәгендә, ҡанында, рухында!
Ә шулай ҙа ни өсөн тап Салауатты халыҡ үҙенең милли геройы итеп күтәргән? Башҡорт халҡының батырҙары ла, сәсәндәре лә аҙ булмаған. Танылған тарихсы һәм журналист Салауат Хәмиҙуллин үҙенең “Тарихи мөхит” тигән тапшырыуҙар серияһының Салауат Юлаев тураһындағы өлөшөндә (2013 йыл, 9 декабрь) ошо уҡ һорауҙы ҡуя. Салауат Юлаев Пугачев яуында бөтә башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итмәгән, ул тиҫтәләгән ҡаһарман командирҙарҙың береһе булған, ләкин Салауат ҡына халыҡ батырына әүерелгән. Фильмда беҙ был һорауға ышандырырлыҡ яуап алабыҙ.
Салауаттың даны батыр һәм сәсән булараҡ ҡына түгел, үҙенең йәшенә хас булмағанса ғәжәйеп аҡылы, Ҡөрьәнде яҡшы белеүе, уҡымышлы, ҙур ғилем эйәһе булыуы менән дә һуғыш яуына тиклем үк бөтөн башҡорт иленә таралған була. XIX быуат яҙыусыһы Ф. Нефедов (1838 – 1902) Салауат тураһында былай ти: “Ул – ғалим һәм шағир. Ул Ҡөрьән һәм шәриғәтте белә, үҫмер егет алдында аҡһаҡалдар ихтирам менән баш эйә, уның ғилемлелегенә муллалар ғына түгел, ахундар хайран ҡала...”
Тарихсы Салауат Таймаҫов Салауат Юлаевты суфый тип атай. Уның дини етәксе булыуы ла ихтимал, ти. Салауаттың суфый, йәғни тәриҡәт юлында булыуын шиғырҙары уҡ һөйләй, тип билдәләй ғалим. Салауат Юлаевтың әлеге көнгә килеп еткән 15-ләгән шиғырының өсөһөндә Аллаһы Тәғәлә иҫкә алына.
...Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр
(“Уралым”).
...Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин.
(“Яу”).
...Уралҡайым, һайрар
ҡошҡайҙарың
Тыңлаһам да, телен белмәйем.
Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә,
Тип эсемдән генә уйлайым (“Ағиҙелкәй аға...”).
Ошо ғына юлдар аша ла беҙ Салауаттың ябай шағир түгеллеген күрәбеҙ. Ә инде тәү сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, картинаға тағы ла асыҡлыҡ инә. Билдәле булыуынса, Салауаттың тәүге ете шиғыры беҙгә XIX быуатта тыуған яҡты өйрәнеүсе Руф Игнатьев (1818 – 1886) һәм Филипп Нефедовтың (сәсмә хәлдә) урыҫ матбуғатында баҫылған мәҡәләләре аша килеп етә. Р. Игнатьевтың “Башкир Салават Юлаев, Пугачевский бригадир, певец и импровизатор” тигән әҫәрендә ете шиғыр ҙа тулыһынса бирелгән. Уларҙың бишәүһендә Аллаһы Тәғәлә бер нисә урында иҫкә алына. Мәҫәлән, “Уралым” шиғыры былай башланып китә:
О! Урал мой благодатный,
Про тебя пою
Песнь ту мою –
И твое величье славлю.
На тебя глядя,
Сознаю величье Бога,
Божие дела!
Артабан шул уҡ шиғырҙа:
...Из всех птичек громче славит
Бога соловей.
Его голос чудный, сладкий,
Будто бы азан
На молитву кличет
Верных мусульман.
“Һандуғас” һәм “Тирмәмдә” шиғырҙарында:
Тихой ночью в перелеске
Соловей поет.
Бога ли славит эта песня,
Мира ли красоту...
(Хәҙерге вариантта “Аллаһ” һүҙе “күк” һүҙе менән алмаштырылған: “Күктеме, ерҙеме данлай? Кем белә уны”).
...Хор пернатых Бога славит
С утра до зари,
Соловей же чудо-птица
Днем поет и в ночь,
Значит больше всех Аллаха
Славит соловей.
“Яу” шиғырында:
У того ручья я Богу
Песнь мою, хвалу
Пел и снова в сечу
Соколом летел.
“Егеткә” шиғырында:
Так мужайся, храбрый воин,
Бога в помощь призови,
Богу храбрые угодны,
В поле битвы поспеши.
Күреүебеҙсә, шиғырҙарҙың бөгөнгө варианттарында был юлдарҙың күбеһе төшөрөп ҡалдырылған. Әлбиттә, был ҡомартҡыларҙы эҙләп табып, тәржемәләп, тәртипкә килтереп, баҫтырып сығарыуға күп көс түккән ихтирамлы ғалимдарыбыҙ, яҙыусыларыбыҙҙың бында ғәйебе юҡ. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, дәһрилек заманы – советтар осоронда Аллаһты маҡтаған был юлдар текстан алып ташланмаһа, шиғырҙарҙы матбуғатта баҫтырыу, китаптарға индереү мөмкин булмаҫ ине. Ә бит уйлап ҡараһаң, бөтә мәғәнә лә шул юлдарға ҡайтып ҡала кеүек. Мәҫәлән, “Һандуғас” шиғырында: “Башҡа ҡоштар иртәнән кискә тиклем Аллаһты данлай, ә һандуғас көнөн дә, төнөн дә һайрай, тимәк, ул Аллаһты бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ маҡтай”, – тиелә. Тап ошо юлдар Салауатты икенсе яҡтан аса. Сөнки төндәрен тороп Аллаһҡа тәсбих йә зекер әйтеүсе Аллаһы Тәғәләне нығыраҡ маҡтай, нығыраҡ ярата түгелме? Һәм үҙе шундай хәлдә булмаған зат был хаҡта ошолай итеп яҙа аламы? Был суфыйҙар шиғыры түгел, тип кем әйтә алыр?
Быуаттар буйы ер-һыуҙарыбыҙҙы талаған, халҡыбыҙҙы ҡол итеп, муйыныбыҙға көсләп тәре тағырға тырышҡан, кешеләрҙе тереләй утта яндырған, йөҙҙәрсә ауылды үртәгән, ата-бабаларыбыҙ менән баш етмәҫлек вәхшилектәр ҡылған яуыз батшалыҡҡа ҡаршы сыға Салауат. Эйе, Салауат батыр яугир генә түгел, ә үҙ артынан меңдәрсә кешене изге көрәшкә әйҙәй алырлыҡ көслө шәхес була. Ә был көс уға Аллаһы Тәғәләнән килә.
Пугачев яуы баҫтырылғас, генерал Потемкин Екатерина II исеменән Салауат Юлаевҡа шәхсән хат ебәрә. Бирелһәң, ғәфү итәбеҙ, тәүбәңә кил, тиелә унда. Әммә Салауат тәүбәгә килеүҙән баш тарта. Бүтән старшиналар, командирҙарҙың барыһы ла халыҡтың һәм үҙҙәренең именлеге хаҡына ҡоралдарын һала. Салауат баш һалмай. Ни өсөн? Ни өсөн балалары, яҡындары хаҡына булһа ла батшабикәгә буйһонмай? “Сөнки Салауат ғорур! Уның батыр тигән даны бар. Ә батырҙар бирелмәй, батырҙар дошманына (батша булһа ла) баш эймәй!” – тип әйтәбеҙ. Ләкин шуныһы – тәриҡәт юлындағылар өсөн дан, шөһрәт тигән төшөнсә юҡ. Яуға киткәндә лә Аллаһ исемен зекер иткән Салауаттың ҡорал һалмауын уның йәшлегенә, ғорурлығына, батыр данына тап төшөргөһө килмәүенә генә ҡайтарыу дөрөҫ түгел.
Ошо урында миңә ауылдашым әүлиә Уйылдан мәзиндең яҙмышы иҫкә төшә. 1936 йылда уны ҡулға алалар. Динеңдән баш тарт, ул сағында һине һәм ғаиләңде тыныслыҡта ҡалдырабыҙ, тиҙәр. Береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы, ҡатыны мөлдөрәп ҡарап торғанда ла, уларҙы ниндәй әсе яҙмыш көткәнен белһә лә, исем өсөн генә булһа ла (уның йөрәген берәү ҙә асып ҡарай алмай бит) баш тартмай ул диненән. “Мин Аллаһ юлындамын, Аллаһ ризалығы өсөн йәшәйем, үлһәм дә уға хыянат итәсәгем юҡ”, – ти ул тыныс ҡына. Бер нисә көндән әүлиәне аталар. Йыуаш ҡына кеше булған, тиҙәр уны, ә иманы ҡайһылай көслө булған! Иманын ул бер нәмәгә лә алмаштырмаған! Был донъянан Аллаһ юлында шәһит булып киткән Уйылдан мәзин. Салауат та шәһит булыуҙы артығыраҡ күргән. Аллаһ ризалығы өсөн ерен, динен, халҡы, иле азатлығын яҡлап көрәшкән бит ул. Бының өсөн кемдеңдер алдында тәүбә ҡылыу Аллаһы Тәғәләгә хыянат итеү булыр ине.
Дөрөҫөн әйткәндә, элек мин былар хаҡында уйланғаным юҡ ине. Уйланырға һәм ҡулға ҡәләм алырға бер ҡыуаныслы ваҡиға сәбәпсе булды. Былтыр көҙ Башҡортостанға бөтә донъяға билдәле ҙур әүлиә шәйех Солтан Мәхмәт Әдил килде. Ул изге әүлиәләр ятҡан урындарға зыярат ҡылды. Салауат районында батырыбыҙҙың музейында ла булды. Әүлиәнең Салауат батырыбыҙ тураһында һөйләгәндәре барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе, күҙҙәребеҙҙе асты, хәҡиҡәткә яҡынайтты: “Салауат – Аллаһы Тәғәләнең арыҫланы. Ул Аллаһ юлында көрәшкән. Әлеге мәлдә ул Аллаһы Тәғәлә янында юғары урында, ҙур дәрәжәлә. Шуға күрә әгәр халҡығыҙ, Аллаһҡа ғибәҙәттәр ҡылып, ҡиәмәт көнөнә тиклем иманын, мосолманлығын һаҡлап ҡала икән, Салауат та Аллаһтың рәхмәтендә булыр, дәрәжәһе үҫер, һәм Аллаһы Тәғәлә барыһына ла сауабын бирер. ...Аллаһтың яратҡан ҡолдарын яратығыҙ. Ул сағында һеҙ улар менән бергә булырһығыҙ. Иң элек беҙ Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с.) яратырға тейешбеҙ, шунан изге әүлиәләрҙе, сәхәбәләрҙе. Әгәр ҙә һеҙ Салауатты ғына яратһағыҙ ҙа, Аллаһы Тәғәлә хозурында яратҡан батырығыҙ менән йәнәш булырһығыҙ. Сөнки пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) хәҙисендә әйтелгәнсә, кеше ҡиәмәт көнөндә яратҡаны янында булыр. Аллаһы Тәғәләгә беҙ Салауат хөрмәтенә доға ҡылырға тейешбеҙ...” – тине оло әүлиә.
“Пәйғәмбәрлектән изге хәбәрҙәр генә ҡалды”, – тигән Мөхәммәд саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм. Изге хәбәрҙәр беҙгә изге төштәр аша килә йәки уларҙы әүлиәләр еткерә. Әүлиәнең Салауат тураһындағы был изге хәбәре батырыбыҙҙы беҙ әле уйлап та ҡарамаған, белмәгән кимәлгә күтәрҙе, илаһи ҡөҙрәтен асты. Ни өсөн тап Салауатты халҡыбыҙ онотмай, сөнки Аллаһ шулай ҡуша, үҙенең яратҡан ҡолон оноторға бирмәй, Урал батырҙы нисек оноттормаған, Салауат менән дә шул уҡ хәл.
“Салауат” һүҙе Мөхәммәд ғәләйһи-сәлләмгә доға тигәнде аңлата, Пәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с) ололау доғаһы. Cалауат әйтеү – ҙур сауап. Бер салауат өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙгә сауапты ун тапҡыр арттырып бирә. Сөнки Мөхәммәд (с.ғ.с.) – Аллаһтың иң яратҡан ҡоло. “Әгәр миңә бер салауат әйтһәгеҙ, Аллаһ һеҙгә ун салауат әйтер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ. Мәҫәлән, иң ҡыҫҡа салауаттарҙың береһе “Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдин үә ғәләә әәли Мүхәммәд” (Раббым, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмгә һәм уның ҡәүеменә рәхмәтеңде бир). Уйлап ҡараһаң, әгәр Салауат исеме ошондай изге доғаларҙы эсенә ала икән, тимәк, был исемде әйтеү үҙе генә лә сауаплы. Салауат исемдәре күп булып, шул исемде ҡат-ҡат әйтеп торған халыҡҡа күпме сауап, бәрәкәт яуа. Бына ни өсөн Екатерина II-не Салауаттың үҙе генә түгел, хатта исеме лә ҡурҡытҡан һәм был исемде ул ер йөҙөнән бөтөнләй юҡ итергә тырышҡан. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте төшөп торған, бәрәкәтле, иманлы, динле халыҡ батшаға кәрәкмәгән, сөнки ундай халыҡты ҡол итеп булмай, ул – бер Аллаһтың ғына ҡоло. Салауат – бөгөн халҡыбыҙҙың иң яратҡан исемдәренең береһе.
Әйткәндәй, Өфөлә мосолман ҡәрҙәштәребеҙ бөйөк батырыбыҙ рухына бағышлап Ҡөрьән сыҡты. Был башланғысты башҡа тарафтарҙа ла күтәреп алдылар, һәм был изге ниәттең, ғәмәлдең дауамлы булырына шик юҡ. Шатландырайыҡ батырыбыҙ рухын, Аллаһы Тәғәләнең сауабына ирешәйек – доғалар ҡылайыҡ.