Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетте лә фәрештәләр иртә менән тарата
Бәхетте лә фәрештәләр иртә менән тарата Ҡотлояр Мәүлийәр улы менән Латифа Сабит ҡыҙы Мәүлийәровтарҙың ғаиләһендә етенсе бала булып донъяға килә Риф. Өс ағаһы — Мөнир, Шәһәрйәр, Иршат һәм өс апаһы — Мөкәрәмә, Миңлегөл, Гөлшат ҡыуанып ҡаршы ала кинйәне. Ололары кеселәрен ҡарап, бер-береһенә ярҙам итеп, татыу, матур ғаиләлә бәләкәйҙән үк эшкә егелеп, маҡсатҡа ынтылыусан, егәрле булып үҫәләр.
Аталары Ҡотлояр ағай — ике һуғыш үткән ветеран. Беренсе Ватан һуғышында ун йыл йөрөп ҡайта. Сәләмәтлеге ҡаҡшау, өлкән йәштә булыу сәбәпле, Бөйөк Ватан һуғышында хеҙмәт армия­һында була. Тормошто, ғаиләһен, балаларын үлеп яратҡан яугир Бөйөк Еңеүҙең ун йыллығын билдәләгән йылда, кинйәһе өс айлыҡ ҡына саҡта, мәңгелеккә күсә.
Итәк тулы бала менән яңғыҙ ҡалған Латифа апай эш менән баҫа ҡайғыһын. Ул замандарҙы иҫкә алһаң, ҡатын-ҡыҙҙың түҙемлегенә, сыҙам­лығына һәй­кәл ҡуйырлыҡ. Ут, газ юҡ. Һыуҙы ҡойонан, шиш­мәнән ташыуҙар. Һиңә ҡарап торған ете ба­ланың тамағын туйҙырып, өҫ-башын ҡарауҙар. Колхозда бер ҡараңғынан икенсеһенә ҡәҙәр эшкә йөрөүҙәр. Ярай әле өлкәндәре кеселәрен ҡурсып тора.
Ҡайғы-хәсрәткә, ауырлыҡтарға бирешмәй Латифа апай. Береһенән-береһе матур, тырыш, эшсән балаларына һоҡланып, хеҙмәттән йәм табып, егелеп донъяһын көтөп, ҡошсоҡтарын бер-бер артлы ояһынан осора. Балалары кеше ара­һында кәм-хур булмаһын тип уҡытырға тырыша. Яҙғы сәсеү, көҙгө ураҡ ваҡыттарында колхоз ашханаһында эшләп, ситтән ебәрелгән шоферҙар­ҙы фатирҙа тотоп, ашатып, шәхси хужалығын алып барып, арыу-талыуҙы белмәй йәш ҡатын. Бөтә ауырлыҡтарға, ҡыйынлыҡтарға түҙә балалары хаҡына.
...Бала сағы йәмле Асылыкүл буйында үтә Рифтең. Тамаҡ ялғарға бер телем икмәк менән башлы һуған алып, тиҫтер малайҙар менән күл буйында ҡыҙынып, һыу инеп, балыҡ тотоп, теремек, етеҙ булып үҫә ул. Урындағы мәктәптә һигеҙ класты тамамлағас, Өфөгә медучилищеға уҡырға инеп, фельдшер таныҡлығы ала. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яҡтарына ҡайта.
Хеҙмәт кенәгәһендә тик бер генә эш урыны уның — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы. Хеҙмәт юлын “Ашығыс ярҙам” машинаһында фельдшер булып башлай Риф Ҡотлояр улы. Бында ул ысын тормош мәктәбен үтә. Юлһыҙ, төпкөл ауылдарға ла, ҡала буйлап та беренсе сигнал менән юлға сығып, ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтеп, күпме кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға, хәлен еңеләйтергә өлгәшә йәш белгес. Ул тормошта тик үҙенә генә — көсөнә, белеменә, тырышлығына ышана. Алма беш — ауыҙыма төш, тип кемдәндер ярҙам көтөп ултырғандарға йәне көйә. Был донъяла һәр кеше үҙ мөхитен үҙе матурларға, уңайлы шарттар тыуҙырырға, тырышып эшләргә тейеш тигән фекерҙә Риф уҙаман.
1979 йылда ул массаж яһаусы һөнәрен үҙләштерә һәм бына 35 йылдан ашыу ошо уҡ дауаханала эшләй. Әйтеүе генә анһат — өс тиҫтә йыл ярым ҡул менән массаж яһай. Уның ярҙамы менән сәләмәтлеген нығытҡан, аяғына баҫҡан­дарҙы һанап бөткөһөҙ. Районда уны белмәгән, ихтирам итмәгән кеше юҡтыр. Һәр береһе менән мөләйем, алсаҡ. Ҡулдары менән генә түгел, татлы теле менән дауалай ауырыуҙарҙы.
Һоҡланғыс итеп йәшәй Риф уҙаман. Йортон да һалған. Ул ултыртҡан ағастарҙы бергә йыйһаң, урман булыр ине. Ул да, ҡыҙ ҙа үҫтергән. Уларға матур йәшәү шарттары булдырып, йорт һалып биреп, фатир алып, бәхетле олатай ул бөгөн. Атаһынан өс айлыҡ ҡына булып ҡалған малай үҙ көсө, тырышлығы, сәме һәм маҡсатлы булыуы менән һоҡланғыс итеп үҙ донъяһын барлыҡҡа килтергән.
Халҡыбыҙҙа шундай әйтем бар бит: иртә торһаң, ит бешә. Бәхетте лә фәрештәләр иртә таңда ғына тарата, тиҙәр. Риф уҙамандың эш көнө тәртибенә күҙ һалһаң, хайран ҡалырлыҡ. Иртәнге сәғәт 5-тә тора ул. Баҡсаһын ҡарап, сәскәләренә һыу һибеп, ағас төптәрен йомшартып, өй алдын тәртипкә килтереүҙән башлана көнө. Йорт ихатаһы — минең биләмә, минең мөхит, ти ул. Ҡатын-ҡыҙҙыҡы — өй эсе, шуға күрә ҡатыны Луизаны баҡсаға, йорт янында эшләшергә түгел, ә ундағы гүзәл донъяға — емеш ағастарына, сәскәләргә, фонтанға ҡарап һоҡланырға ғына саҡыра.
Иртәнге сәғәт ете тулғансы ул дауаханала эштә була. Был үтә лә тырыш, эш һөйөүсән кешенең эш-мәшәҡәттәре минутына тиклем иҫәпләнеп ҡуйылған. Артыҡ ваҡыты юҡ уҙамандың. Ошо тығыҙ эш графигында ул көнөнә бер сәғәт йүгереүгә лә ваҡыт таба әле. Телевизорҙан яңылыҡтарҙы һәм спортты ғына ҡарай. Иң ялҡау кешенең шөғөлө — “йәшник”кә төбәлеп ултырыу, тигән фекерҙә ул. Оҙон-оҙаҡлап ял итергә лә яратмай ул. Бала саҡтан егелеп эшләп, тик үҙ көсөнә, тырышлығына ғына ышанып үҫкән егет бер минут тик тора алмай.
Ғөмүмән, Мәүлийәровтар нәҫеле Алға ауылында уңған, тырыш һанала. Йорт-ҡуралары, ихаталары төҙөк, матур. Өй эстәре зауыҡ менән йыһаз­ландырылған. “Ауылыма ҡайтһам, туғандарға, ағай-энеләргә юл төшһә, ҡыуанып, һоҡланып туя алмайым”, — ти Риф Ҡотлояр улы. Үҙенең нәҫеле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо йәшәй күңелендә. Атайһыҙ үҫкән бала сағын, үҫмер йылдарын иҫкә алып, шым ғына әрнеп илауҙарын да иҫкә төшөрҙө уҙаман. Хәҙер үҙе улы менән ҡыҙына һоҡланғыс, өлгөлө атай ҙа, кәңәшсе лә, таяныс та ул.



Автор: Гөлшат САМАТОВА. Район: Дәүләкән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы

Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы 06.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Яңыбай ауылында традицион уҡтан атыу буйынса «Балаҡатай мәргәне» төбәк-ара турниры ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған...

Тотош уҡырға 1

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ......

Тотош уҡырға 3

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды 03.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле бер нисә автомобиль юлы ябылды...

Тотош уҡырға 3

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта

Өфөнән Мысырға тура рейстар һаны арта 03.02.2026 // Йәмғиәт

AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы билдәле булды

Комментарий өҫтәргә