Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр таңын доғалар менән ҡаршылап...
Һәр таңын доғалар менән ҡаршылап... Ысынлап та, әҙәпһеҙ кеше иманлы була алмайҙыр ул. Шуға ла борон-борондан ололар баланы бәләкәйҙән тәртип­кә, миһыр­банлыҡҡа, изгелеккә өйрәтергә тырышҡан. Был тәңгәлдә олатай-өләсәйҙәр мәктәбе айырыуса ихтирамға лайыҡ. Бөгөнгө ише махсус дәрестәр, лекция-фәлән үткәрмәй тороп та бала ғаиләлә үк күркәм тәрбиә алған, олоно – оло, кесене кесе итергә күнеккән. Урамда үҙеңдән өлкән берәйһе менән иҫәнләшмәй үтеү, кәрһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙмау, тәкәбберлек кеүек кире күренештәр бер ҙә генә хуплау тапмаған, ундайҙарға әйләнә-тирәләгеләрҙең өнһөҙ шелтәһе күҙ ҡараштарынан уҡ һиҙелеп торған…


Заманыбыҙҙы нисек кенә һүк­мәйек, беҙҙең Иҫке Сибай ауылында әҙәп-иманлы, башҡаларға матур өлгө булырлыҡ ғаиләләр бик күп. Йәштәрҙең ата-әсә менән бер ҡыйыҡ аҫтында үҙ-ара килешеп, татыу йәшәүҙәре, динебеҙгә ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йола­ларыбыҙҙың һаҡланыуы, шәриғәт ҡанундарын үтәргә тырышыу, мәсет юлында ололар менән бер ҡатарҙан йәштәрҙе лә күреү күңелдә әйтеп бөткөһөҙ хушһыныу, шатлыҡ тыуҙыра. Ап-аҡ яулыҡ­та­рын яҙып ябынған апай-инәйҙәр­ҙең, түбәтәйле, аҡ һаҡаллы ағай-олатайҙарҙың йома һайын өйлә намаҙына тип мәсеткә ашығыуы матур күренеш беҙҙә. Ауыл өҫтөндә яңғыраған аҙан тауышы, дини байрамдарҙа һөйләнелгән вәғәздәр һәммәбеҙҙе лә асылы­быҙға ҡайтырға, иманға саҡыра…
Ғәзимә апай менән Хөснулла ағай Ерьесовтар ана шул күптәр­ҙең тик икәүһе генә. Ярты быуат ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп үткән ихтирамлы һәм абруйлы кешеләр улар. Ғәзимә апай – бынан ете йыл элек хаж юлын үтеп, күңелен паклап, изге урындарҙан онотолмаҫ тәьҫо­раттар һәм юйылмаҫ һабаҡтар алып ҡайтҡан хажиә. Һәр таңын изге доғалар менән ҡаршы алып, һәр эшенә “бисмилла” менән тотоноп өйрән­гән, дини ҡануниәтте урын-еренә еткереп үтәргә тырышҡан оло кешенең һөйләгәндәрен, мөмкин ҡәҙәр бүлдермәҫкә тырышып, йотлоғоп тыңланым һәм уның менән бергә алыҫ үткәндәргә – Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында ятып ҡалған бала сағына юлландым.
…Ғәзимәнең атаһы Мөхәмәт­садиҡ хәҙрәт Аллабирҙин даны йыраҡ ҡитғаларҙа билдәле булған дин әһеле Ғабдулла ишан Сәиди ҡулында белем ала. ХVIII быуат­тың икенсе яртыһында Бөрйән ырыуы зыялылары, атап әйткәндә, Бөрйән-Таналыҡ олоҫо башлығы Хәбибулла Ҡансурин, 2-се Бөрйән улусы Иҙрис ауылынан ахун Мәхмүт Дәүләткирәев, Наҙар (Атанғол) ауылы старшинаһы, йөҙбашы Миҙәтғәле Мәтинов һәм башҡаларҙың башланғысы менән яҡын-тирәләге хәлле баш­ҡорт­тарҙан йыйылған иғәнә аҡсаһына төҙөлгән Муллаҡай мәҙрәсәһендә бик күп дини тәғлимәтле милләттәштәребеҙ белем эстәй. Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт даны бөтә донъяға билдәле бағымсы Мөжә­үир хәҙрәт Сиражетдиновтың беренсе ярҙамсыһы, йәғни өйрәтеү­сеһе була. Тимәк, ошонан сығып ҡына ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең дини белем кимәлен яҡынса күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бөйөк юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди яҙғанса, Муллаҡай мәҙрәсәһе үҙ шәкерттәренә ғәмәлдә заман талабына яраҡлы, алдынғы һәм төплө белем бирә. Унда дини тәғлимәт менән бер рәттән донъя­уи фәндәрҙе өйрәнеүгә, ғәмәли күнекмәләргә ҙур урын бүленә. Дәрестәр шәкерттәргә яҡын, аңлайышлы төрки телдә, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып, яңы ысул менән алып барыла. Бында ир балалар төрлө яҡлап физик күнекмәләр үтә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыла, ағас эшкәртеү, йорт-ҡура күтәреү, балсыҡ менән эш итеү, унан төрлө буяуҙар яһау, тимерҙән әйберҙәр эшләү, умартасылыҡ, им-том һәм халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау кеүек һәр кем өсөн зарури булған һөнәрҙәргә өйрәнә.
Былар хаҡында Ғабдулла ишан­дың аҙаҡ Муллаҡай мәсетендә имам вазифаһын үтәгән улы Әнүәр хәҙрәт һөйләп ҡалдырған иҫтәлек­тәр аша ла беләбеҙ. Ирәндек тауҙарының төҫлө металдарға бай булыуынан сығып, Ғабдулла ишан Сәиди үҙ шәкерттәренә, урындағы тау тоҡомдарына, үҫемлектәргә ҡарап, алтын, көмөш, баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын төҫмөрләү серҙәрен дә өйрәткән.
Әйткәндәй, ваҡ-төйәк көнкүреш әйберҙәре менән һатыу иткән ситтән килгән сауҙагәр Мөхәмәт­садиҡ Рәмиев һәм уның Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған улдары нәҡ Ғабдулла Сәидиҙең йоғонтоһонда һәм уның өйрәтеүе буйынса мәғдәнселек менән мауығып китә. Арҙаҡлы дин әһеленең ни ҡәҙәр белемле булыуын уҡып сыҡҡан шәкерттәре йөҙөндә лә күрергә мөмкин. Атаҡлы ахун Шаһишәриф Мәтинов, ағалы-ҡустылы Мөхәмәт­шакир менән Мөхәмәтзакир Рәмиевтәр, билдәле дин әһелдәре – Иҙрис ауылынан ахун Фазулла Дәүләткирәев, имам-хатип Сирғәле Ғәйетбаев, Муллаҡай ауылынан имам-хатиптар Сәйетәхмәт, Хәби­бул­ла хәҙрәттәр һәм башҡалар остаздарының юлын уңышлы дауам итә…
Ун сабыйға ғүмер биргән Мөхә­мәтсадиҡ хәҙрәт менән Фәтхиямал абыстай балаларын бәләкәйҙән шәриғәт ҡанундарына ярашлы тәрбиәләргә тырыша. Кистәрен шәм яҡтыһында ул-ҡыҙҙарын янына йыйып, Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт уларға Ҡөрьән тәфсирен өйрәтә, пәйғәм­бәребеҙ хәҙистәрен төшөн­дөрә. Уның дингә бирелеүе, Аллаһ Тәғәләгә инаныуы шул ҡәҙәрем көслө була ки: хаҡлы ялға сығып, пенсия тәғәйенләнгәс тә, үҙенә тейешле аҡсаһын алыуҙан баш тарта, йәнәһе: “Аяҡ-ҡулым һау саҡта миңә буштан килгән хәрәм бол кәрәкмәй!”
Ата менән әсә балаларын шәхсән өлгөләрендә тәрбиәләй. Кинйә ҡыҙҙары булған Ғәзимә апай уларҙың буш ултырған саҡтарын, үҙҙәренә килгән кемгәлер йөҙ сирғанын хәтерләмәй. Юҡты бар итеп йәшәргә тырышыуҙарын, тик изгелеккә, хуш күңеллелеккә өндәүҙәрен ғорурланып телгә ала, киреһенсә. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, биш балаһын етем ҡалдырып, яу ҡорбаны булған Абдулла улының ғаиләһен итәк тулы балалары өҫтөнә үҙ ҡанаты аҫтына алыуы, артабан да ейән-ейәнсәрҙәренә хәленән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙып тороуы ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең оло йөрәкле ир-уҙаман булыуына дәлил. Ә бит ул йылдарҙа күп ғаиләләр хатта яңғыҙ балаһын да туйҙыра алмаған, сабыйҙарын яҙмыш ҡосағына ташлаған…
Ошо ауыр осорҙа Алла­бирҙиндар ғаиләһе лә оло юғалтыуҙар кисерә. Яуға киткән өс бер туғандың икәүһенән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына тороп ҡала. Абдулла һәм Ғилметдин Аллабир­ҙиндарҙың исем-шәрифе Мулла­ҡай ауылында яу ҡорбандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск таҡтаташына алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған. Ә Камил олатай Аллабирҙинға иһә һуғыш афәттәренән имен-аман әйләнеп ҡайтып, тылда тыныс хеҙмәт менән йәшәү бәхете тейә…
Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт менән Фәтхиямал абыстай балаларының киләсәген ҡайғыртып йәшәй, улар­ҙың уҡымышлы булыуын теләй. Юҡҡамы ни Ғәзимә хажиәнең апай-ағайҙары заманына күрә аң-белемле кешеләр була, тормошта үҙ урындарын табып йәшәй.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған Ғәзимә Түбә руднигында урта мәктәпте тамамлауы тураһында ҡулына өл­гөргәнлек аттестаты ала. Йәштәрҙе ауылда төпләндереү сәйәсәтенең көсәйгән ваҡыты. Мәктәпте тамамлаусылар тотош синыфтары менән ауыл ерендә эшкә ҡалған заман. Ғәзимә лә тота килеп кенә ауылын ташлап китә алмай һәм шунда һарыҡ фермаһына эшкә сыға. Әммә атай һабаҡтары мейеһенә һеңгән ағаһы Камил һеңлеһенең ҡара эшкә батып йәшәүен теләмәй. 1959 йылдың апрель урталарында Ғәзимә апайҙы ажғырып ташып ятҡан Һаҡмар йылғаһы аша алып сыға һәм Түбәнән Сибайға оҙата.
Тик йәш ҡыҙҙы бында ла әҙер бәхет ҡаршы алмай. Кәрәкле документтарын рәткә килтергәнсә, уға йылдан ашыу төрлө эштә үҙ көнөн үҙенә күрергә тура килә. Бөгөн кинйә ҡыҙы менән кейәүе эшләгән филармония (элекке Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто) бинаһы ла Ғәзимә апайҙың ҡул йылыһын һаҡлай – йәш ҡыҙ уның стеналарын йөҙләү-биҙәү эшендә ҡатнаша.
Ниһайәт, 1960 йылда Муллаҡай ҡыҙы Сибай медицина учи­лищеһына уҡырға инә. Училище ул ваҡытта эшселәр өсөн төҙөлгән оҙон барактың урта өлөшөндә урынлашҡан була. Барактың ике яғында йәш ғаиләләр көн итә. Белемгә һыуһаған, махсус һөнәргә ынтылған ҡыҙ тырышып уҡый, училищеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, ул бер нисә йылдан дипломлы белгес булып сыға.
Сабый ғына көйө һуғыш килтер­гән аслыҡ-яланғаслыҡты, әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған быуын вәкиле булараҡ, Ғәзимә апай яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәй, яҡтыға, матур киләсәгенә табан ынтыла һәм, училищены уңышлы тамамлап, изге һөнәр эйәһе була. Шулай ҙа уны алда бихисап тормош һынауҙары көтә әле…
Ҡулына диплом алып, үҙ райо­нына ҡайтҡан ҡыҙҙы Иҫке Сибай участка дауаханаһына ҡараған Басай фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәғәйенләйҙәр. Халыҡтың һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙан арынып, яңы ғына мандып килгән сағы… Күп ауылдарҙа һаман булһа кисте шәм яҡтыһы менән ҡаршы алалар, һәр ерҙә юлһыҙлыҡтан яфа сигәләр. Барса халыҡтың күҙ терәп торған ылауы – егеүле ат та трактор арбаһы… Ә телефон тигән нәмәне күптәр ишетеп тә белмәй. Йәш фельдшер ҡара­мағында тотош бер нисә ауыл. Медикаменттарҙы ат менән йәки тракторҙа Түбәләге дарыухананан барып алалар.
Ул йылдарҙа медицина өсөн төп проблемаларҙың береһе ауырлы ҡатындарҙың сабыйынан имен-һау бушаныуын тәьмин итеү була. Балалар күпләп донъяға килгән, бала табыу йорттары етешмәгән осор. Күп сабыйҙарҙы фельд­шерҙар өй шарттарында ҡабул итергә мәжбүр. Йәш ҡыҙ ҙа хеҙмәт юлының башында һәм артабан яңы донъяға килгән әллә күпме сабыйҙы иң беренсе булып ҡулына ала, уларға кендек инәһе була. “Бөгөн ҡасандыр үҙем ҡабул итеп алған сабыйҙарҙың балаларының балаларын күреп һөйөнәм, – ти ул, – уларҙың һаман булһа мине онотмауына, әленән-әле сәләмдәр тапшырып, бүләк-күстәнәстәр ебәреп тороуына ҡыуанам”.
Төпсөк ҡыҙының яуаплы вазифала эшләүен яҡшы аңлаған, уны һәр төрлө бәлә-ҡазанан, тел-тештән ҡурсырға тырышҡан әсәһе Фәтхиямал инәй ҙә ҡыҙы янына Басайға күсеп бара. Алыҫ юлға мотлаҡ ҡыҙы менән бергә сыға ул, ни күрһәләр ҙә, уның янында булырға, ауыр мәлдәрен еңеләй­тергә тырыша. Шулай бер саҡ көҙ ат санаһында Түбәгә дарыу алырға баралар. Арыған ат йылға аша сыҡҡанда сығынсылап, шып туҡтап, ҡуҙғалмай ҙа ҡуя. Ни эшләргә? Ике ҡатын боҙло һыуға төшөп нисек булдыра алһа – шулай атты туғарып, уны ярға алып сыға. Арба тулы дарыулы йәш­никтәр! Боҙло һыуҙан һуң елеккә үтер һыуыҡҡа ҡалтыранып, аптырап ҡалған әсәле-ҡыҙлы юлсылар янына ике һыбайлы килеп сыҡмаһа һәм уларға үҙ ярҙамын тәҡдим итмәһә, нимә эшләрҙәр ине икән?!
Иҫке Сибайға үҙ йомошо менән килеп-китеп йөрөгән ҡыҙ киләсәк яҙмышының тап ошо ауыл менән бәйле булырын һиҙемләмәй ҙә. Ул ғына түгел, дауахана янындағы икенсе бер ойошмала эшләп йөрөгән йәш егеттең үҙенә күҙ һалыуын да тойомламай башта. Ләкин, кем әйтмешләй, беҙ ҡапсыҡта ятмай – бер көн килеп егет ҡыҙға үҙенең хистәрен аса.
Шулай итеп, 1965 йылдың башында Ғәзимә апай менән Хөснулла ағай яҙмыштарын бергә бәйләй. Йәштәрҙең ғаилә тормошо Басайҙа дауам итә – йәш кәләш элеккесә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тир түгә, ә ғаилә башлығы урындағы хужалыҡта иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Ай һайын фельдшер, нимә тура килһә, шуға эләгеп, күпселеген йәйәүләп, Иҫке Сибай дауахана­һына отчет менән йөрөй. Өҙәрем юлда күргән ауыр­лыҡтарын айырым бер хикәйәт итеп һөйләрлек…





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872