Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңел карабы сайҡала ҡалһа...
Күңел карабы сайҡала ҡалһа... Донъя тигән даръяла ниҙәр генә булмай. Бигерәк тә ығы-зығы, уй-мәшәҡәттәр ел-дауылдай ҡубып, хистәр елкәнен өҙгөләй башлаһа. Ундай саҡта күңел карабы ла сайҡалып ҡуя. Ә шул мәлдә кеше сиктән сиккә бәргеләнһә, ни эшләргә? Ошо юҫыҡтағы һорауҙар менән Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгенең “Ышаныс телефоны” хеҙмәте етәксеһе Ғәлиә Әхәт ҡыҙы СӘЛИХОВАға мөрәжәғәт иттек.


– Психолог – невролог – психиатр араһындағы айырма нимәлә?
– Невролог – ул нервылары ҡуҙғыған, ауырыған кешеләр менән эшләгән табип. Үҙенең эшмәкәрлегендә медицина препараттарын, дарыуҙар ҡуллана. Пси­хиатрға килгәндә, ул күңел ауырыуҙары менән эш итә, психик яҡтан ниндәйҙер сиргә һабышҡан кешеләрҙе дауалай. Шулай уҡ табиптар сафына инә һәм, невролог кеүек үк, сирлегә медицина препараттары, дарыуҙар тәғәйенләй. Ә психолог күңел­дәре һау, психик яҡтан сәләмәт булған, әммә тормошта төрлө хәлдәргә юлығып, юғалып ҡалған, ниндәйҙер ауыр хәлдәрҙән сығыу һуҡмағын тапмаған кешеләр менән эш алып бара. Ул мөрәжәғәт итеүселәргә дарыуҙар билдәләмәй, һүҙ һәм башҡа психодиагностик алымдар ярҙамында дауалай. Был йәһәттән “арттерапия”, “ҡом терапияһы” кеүек ысул­дарҙы билдәләргә мөмкин.
– Кешеләрҙе күберәк нимә борсой?
– Быны пациенттың йәшенә ҡарап билдәләйек. Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр араһында бәләкәй балалар, үҫмерҙәр, ата-әсәләр, өлкән йәштәгеләр ҙә бар. Әммә шунда ла, дөйөм алғанда, күберәге – күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү осраҡ­тары.
Кескәйҙәрҙе нимә ҡыҙыҡ­һындыра? Ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт, әлбиттә. “Әсәйем уйнарға сығарманы”, “Йәнһүрәт ҡаратмай”, “Уҡырға мәжбүр итә”, – тип мөрәжәғәт итә улар, мәктәптәге проблемаларҙы ла күтәрәләр. “Мин дөрөҫ яуап бирҙем дә, ә уҡытыусым түбән баһа ҡуйҙы”, – тиҙәр. Өлкәндәр күҙлегенән баҡһаң, көлкө генә кеүек, ә бала өсөн уның ҙур фажиғә булыуы ихтимал. Үҙҙәренең йәшенә ҡарата ошондай донъяуи мәсьәләләрҙе күтәрә балалар.
Үҫмерҙәргә килгәндә, иң беренсе планға мөхәббәт, ғашиҡ булыу тойғолары ҡалҡып сыға. Ғәҙәттә, ошо тема буйынса шылтыратып, һөйләшеп алырға яраталар. Унан йәнә ата-әсә менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре лә борсой. Бер-береһен аңламауҙары хәүефләндерә. Үҫмер бит инде, үҙал­лылыҡҡа, бойондо­роҡһоҙлоҡҡа ынтыла. Ә ата-әсәһе өсөн ул бала булып ҡала. Шуның арҡаһында ошо проблемалар тыуа ла инде. Саҡ ҡына юғарыраҡ кластарҙа иһә тәүге планға берҙәм дәүләт имтихандары ҡалҡа. “Бирә алмаҫһың” тип ҡурҡыталар, ата-әсә бер яҡтан баҫым яһай, икенсе яҡтан – уҡытыусылар... Ошондай шарттарҙа балаға ҡайһылай итеп психик һаулыҡты һаҡлап ҡалырға? Беҙгә шылтыраталар.
Өлкәндәргә килһәк, эштәге мөнәсә­бәттәр, етәкселек менән сәкәшеүҙәр, коллегалар менән аңлашылмаусанлыҡ проблемалары күтәрелә. Йәнә ата-әсә менән үҫмерҙең бер-береһен аңламауы. Сөнки кемдер балаларын аңлай, бәғзе берәү тыңлай белмәй. Олораҡтарҙы алғанда, ул һәм ҡыҙҙарының иғтибары, һөйләшеү, аралашыу етешмәү сәбәпле, бушлыҡты тултырыу өсөн ышаныс телефонына мөрәжәғәт итә.
– Күпселек мөрәжәғәт иткән проблемалар нимәгә ҡайтып ҡала?
– Әлеге лә баяғы шул ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт. Ул һәр заманда ла көнүҙәк булып ҡала. Өлкәндәр йәштәрҙе әрләй: “Улар насар, боҙоҡ, беҙ улай булманыҡ”, – тиҙәр. Хәҙерге йәштәр олоғайғас, тағы шул уҡ һүҙҙәр ҡабатлана. Бер аҡыл эйәһе әле үҙ дәүерендә үк: “Хәҙерге йәштәр шул тиклем насар, шул тиклем иркә, уларҙан бер ни ҙә сыҡмаясаҡ”, – тигән. Был һүҙҙәргә инде бер нисә быуат үтеп киткән, әммә әле булһа үҙ көсөн юғалтмай.
Ә бына бөгөнгө осорға бәйләп әйткәндә, иҡтисади көрсөк ваҡытында эшһеҙ ҡалыу, ҙур бурысҡа батыу, торлаҡ табыу проблемаларын, шул арҡала ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмар­лашыуын күҙәтергә була.
– Кешене психологка мөрәжәғәт итеүҙән ниндәй сәбәп туҡтата? Әйтәйек, “унда йөрөү оят” тигән стереотиптар йыш осраймы?
– Беренсенән, беҙҙә психологик мәҙәниәттең формалашып етмәүен әйтер инем, сөнки кешеләр “психолог” менән “психиатр” араһындағы айырманы әле һаман аңлап етмәй. “Бына ошондай психологик үҙәктәр бар, унда психологтар эшләй, уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин” тиһәң, иң беренсе яуап “мин псих түгел!” буласаҡ. Ә Америкала, Көнбайыш Европа илдәрендә, мәҫәлән, һәр кешенең үҙенең тәғәйен психологы бар. Ярты йылға бер булһа ла уға күренеп торалар. Күңел сирҙәрен иҫкәртеү маҡсатында ла психологка мөрәжәғәт итәләр.
Беҙҙә иһә насар диагноз менән иҫәпкә ҡуйырҙар, аҙаҡтан эшкә төшә алмай йөрөрмөн, водитель таныҡлығына имтихан биргәндә лә йоғонтоһо ҡалыр тип психологтан ҡурҡыу, уға ҡырын ҡарау йәшәп килә. Йәнә социаль-психологик үҙәктәрҙең барлығын белмәүҙе, мәғлүмәт етмәүҙе лә әйтергә мөмкин. Ә бит тотош республикала ошондай 40-тан ашыу үҙәк бар, һәм уларҙан ҡурҡыу өсөн бер сәбәп тә юҡ. Ғәмәлдә психолог бит бер ниндәй ҙә иҫәпкә ҡуймай, ул һинең кем һәм ҡайҙан икәнлегеңде лә асыҡламай.
– Әңгәмәләр нисек, ниндәй форматта бара?
– Беҙгә килеп тә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Унда инде күҙгә-күҙ ҡарап аралашасаҡбыҙ. Телефон аша ла консультациялар алып барыла. Әйтәйек, кеше, “Ышаныс телефоны” аша шылтыратып, үҙенең проблемаһы менән уртаҡ­лашҡандан һуң, мәсьәлә трубка аша ғына хәл ителмәҫтәй күренһә, уны осрашыуға саҡырабыҙ. Ҡатмарлы осраҡтарҙа – ҡабул итеү ваҡыты, күрешеп һөйләшкәс иһә артабанғы эш алымдары билдәләнә. Ҡайһы берәүҙәргә өс сеанс та етә, икенселәргә ун сеанс кәрәк булыуы ихтимал. Уныһын инде психолог менән клиент үҙ-ара хәл итә.
– Ә “хобби” кеүек төшөнсәләр ниндәй роль уйнай тормошобоҙҙа?
– Кешенең эшенән тыш тағы ла күңеленә ятышлы ҡыҙыҡһыныуы булһа, ул уға йыуаныс килтерһә, тормошона ҡыуаныс өҫтәһә, был бигерәк тә яҡшы! Яратҡан шөғөлдөң әһәмиәте ҡайһы саҡта баһалап бөткөһөҙ, сөнки ул һәр саҡ һинең менән ҡала һәм йәшәүеңә бер йәм өҫтәй, ниндәйҙер төшөн­көлөккә бирелеүҙән һаҡлай. Уны хатта әҙәм балаһын ошо донъяла тотоп торған бер нигеҙ итеп тә ҡарарға мөмкин.
Шул уҡ ваҡытта беҙ кешегә эше ҡәнәғәтлек килтерәме-юҡмы икәнлеген әйтә алмайбыҙ, әммә аҡсаһыҙ йәшәү мөмкин түгеллеген дә иҫтән сығарырға ярамай. Ни тиһәң дә, ашау өсөн генә лә матди сығым кәрәк бит, ә бына шул уҡ ваҡытта кеше рухи донъяһын да байытып торһа, уның тормошо ла тулыланасаҡ.
– Йәшәү мәғәнәһе тураһында ни тиерһегеҙ?
– Һәр кем уны үҙенсә аңлайҙыр, моғайын. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡыҙҙар кейәүгә сығып, гөрләтеп донъя көтөп, бер-бер артлы тупылдатып бала табып, уңған хужабикә, яҡшы ҡатын һәм һөйгән әсә булыуҙа йәшәү мәғәнәһен күрә. Улар эшкә сығам, ҙур карьера төҙөйөм тигән маҡсат та ҡуймай. Берәүҙәр иһә бәхетен яратҡан шөғөлөндә, эшендә таба. Икенселәр иһә уны сәйәхәткә бәйләй. Хатта берәй сит илгә сыҡмай ҡалһалар, “был йылым бушҡа үткән кеүек булды”, ти улар. Йәмғиәткә файҙа килтереү, донъяға матурлыҡ илтеү ҙә ҙур мәғәнә. Бының өсөн төп эш тә, уҡыу ҙа ҡамасауламай хатта. Шуға күрә тормош асылы һәр кемдең үҙендә, булмышында, ләкин аныҡ бер маҡсат йәки алымды ғына йәшәү мәғәнәһе тип әйтергә, был төшөнсәләрҙе бутарға ярамай.
Әлеге мәлде миҫал итеп алайыҡ: һинең маҡсат – интервью алыу, минеке – һорауҙарыңа яуап биреү. Ярар, һөйләштек, ти, һуңынан хушлашып тара­лышырбыҙ. Әңгәмәнең мәғәнәһе нимәлә? Был осраҡта иһә ошо һөйләшеүебеҙ йәшәүен дауам итәсәк. Гәзит битендә булһынмы, Интернет селтә­рендәме. Әммә уны уҡығандан һуң ун кеше генә шылтыратып йәки үҙе килеп ярҙам алһа, ниндәйҙер сиккә ташланыуҙан һаҡланып ҡалһа, мәғәнәнең яҡты бер өлөшө буласаҡ!.. Тик тормош бының менән генә тамамланмай.
– Ни өсөн кешеләр “Нисек дөрөҫ йәшәргә?” тигән һорауға яуап эҙләй?
– Бәлки, йәмғиәттә дөрөҫ кенә йәшәгән кешенең өлгөһө юҡтыр, ләкин кемделер идеал итеп алып, шуның тормош рәүешенә ынтылып йәшәү төптө дөрөҫ түгел. Һәр беребеҙ донъяға үҙенсәлек­тәребеҙ менән яратылғанбыҙ. Кемгәлер шиғыр яҙыу һәләте бирелгән, ә икенсеһе шундай шәп итеп өй һала, башҡа берәү кинәнеп иген ура... Балаларҙы яратып уҡытҡандар ҙа, алтын ҡуллы табиптар ҙа бар, шуға күрә күңелең, намыҫың ҡушҡанса йәшәү дөрөҫөрәктер, тип уйлайым. Нисек кенә булмаһын, кемдеңдер артынан барғансы, үҙ юлыңды ярыу яҡшыраҡ.
– Йәшәү мәғәнәһе юғалып, кеше сиктән сиккә ташлана башлаһа?..
– Бының ыңғай һөҙөмтәһе юҡ, әлбиттә. Был осраҡта алтын урталыҡты һаҡлау бик мөһим. Тормоштан ваз кисеү, фанатизмға бирелеү ҙә бит үҙеңде был донъянан сикләйәсәк. Бындай саҡта уйлап эш итеү, бизмәнгә һалып үлсәү яҡшы. Ҡыҙған баш менән хаталы юлға баҫыу иһә үкенескә килтереүе бар. Шайтандың ғына өмөтһөҙ икәнен иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.
– Аутотренинг ярҙам итә аламы?
– Кешенең үҙ-үҙенә ярҙам итергә тырышыуы, тимәк. Ҡайһы бер осраҡта файҙаһы барҙыр, сөнки был алым элек-электән ҡулланыла. Тик ҡайһы бер осраҡта ярҙам итеү көсө ҙур булмауы ла ихтимал. Тәрәнгә, ныҡ төпкә төшкән осраҡтарҙа кешенең үҙ-үҙенә ярҙам итә алмауы ла ихтимал. Тынысланыу, ярһып китеп ниҙер ҡыйратып ташламау, фекерҙәрҙе ипкә килтереү өсөн аутотренинг алымдары файҙалы булыр. Ябай ғына әйткәндә, ниндәйҙер проблема килеп тыуһа, шул проблема менән ятып йоҡла, иртән, һыуынған башҡа ғына ҡарар ҡабул ит.
– Ә психологка мөрәжәғәт итергә ваҡыт еткәнен нисек аңларға?
– Әгәр күңелдә “психологка барайыммы икән” тигән уй тыуһа, был үҙе үк күрһәткес! Сөнки ул буштан ғына барлыҡҡа килмәгән, тимәк, ошо кимәлгә еткән. Ысынлап та, бындай осраҡта ҡурҡмайынса, артыҡ күп уйлап тормайынса мөрәжәғәт итергә, белгес менән ултырып һөйләшергә, кәңәшләшергә кәрәк. Әгәр кеше үҙәккә килә алмай икән, үрҙә әйтелгәнсә, ышаныс телефоны аша шылтырата ала. Был – тәүлек әйләнәһенә эшләгән түләүһеҙ хеҙмәт. Башлаған әңгәмәне дауам итеү иһә кешенең үҙ иркендә. Әгәр теләй икән, иртәгәһенә лә шылтырата, юҡ икән, трубканы һалдың да эш бөттө.


8-800-70-00-183 –
“Ышаныс телефоны” хеҙмәте, тәүлек әйләнәһенә, бушлай һәм аноним рәүештә психологик ярҙам күрһәтелә.

8 (347) 276-56-12 –
Республика ғаиләгә, бала­ларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәгендәге психологка ошо телефон аша яҙылырға мөмкин.



Денис ҒИЛМАНОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22