Мазһар Насибулла улы менән ҡасан танышыуымды хәҙер тотоп ҡына әйтә лә алмайым.
Ә инде күрә-күрешә йөрөүемә, рухыбыҙҙың яҡынайыуына, шөкөр, байтаҡ
ғүмер үтте. Ғилемлелегебеҙ төрлө кимәлдә булһа ла, вазифалар ҙа, исем-шәрифтәр ҙә бер-береһенә күңеле тартылған кешеләрҙе алыҫлаштыра алмай икән. Өҫтәүенә, бәхеткә күрәлер, торған урындарыбыҙ ҙа яҡынлашты – Өфө ҡалаһының уртаһындағы ыҡсым ғына урамдың ҡара-ҡаршы йорттарында йәшәү насип итте. Иҫәнбаев, ысындан да, килеш-килбәте менән Мостай Кәрим әйткән ата арыҫланды хәтерләтә. Мазһар ағай көн дә иртәнсәк ғәҙәтләнгән юлынан эшенә китә. Ошо мәлдә йыш ҡына осрашҡас, бер һорай ҡуйҙым: “Ниңә өйҙә генә ултырып яҙышмайһығыҙ һуң, ә? Портфель күтәреп, алыҫҡа йөрөп ятҡансы?” Ағайым, ҡарт имән йәшенә етһә лә, ауыл кешеләренә хас оялсанлығынан ҡотола алманы инде. Әлеге ипле генә һорауҙан да уңайһыҙланғандай итте, мөләйем йөҙөнә алһыулыҡ йүгерҙе. “Ғәжәп итәһегеҙҙер, ләкин мин өйҙә яҙыу-һыҙыу менән булыша алмайым. Ғәҙәтләнмәгәнмен”, – тип яуапланы ғалим һәм: “Беләһегеҙме, мин шөғөлләнгән фән логик фекерләүҙе, хатта ҡәтғилекте хуп күрә, ә эш урыны кешене һәр йәһәттән йыйнаҡландыра”, – тип тә өҫтәне.
Баяғы һымаҡ бер ҡатлы һорауҙар менән Мазһар Насибулла улын бүтәнсә бимазаламаным. Ағай һалмаҡ ҡына баҫып эшенә киткән бер үк мәлдә үҙем дә яҙыу өҫтәле артында булам. Тәҙрә аръяғында ығы-зығылы тормош. Икебеҙ ҙә ул тормоштоң әсе һурпаһын да татыған, ҡәҙер-хөрмәт шәрбәтенән дә ауыҙ иткән. Әлбиттә, ғәмәли тормошобоҙҙо төпсөрләп өйрәнеүсе ҙур ғалим минең төшөмә лә инеп сыҡмаҫтай нимәләрҙе беләлер. Белгәндәре, билдәле бер тәртипкә килтерелеп, логика ебенә теҙелеп, дәлилдәр менән нигеҙләнеп, ғилми хеҙмәт рәүешен алалыр. Бының ифрат ауыр, бөтмөрлөк талап итеүсе хеҙмәт икәнлеген аңлайым да ул, әммә Мазһар ағайҙың зиһен аппаратына инеп, унда ҡайнаусы уй-фекерҙәр менән таныша алыу форсаты ғына юҡ. Шуға күрә бөгөн үҙен төрлө һорауҙар менән “яфалап” алырға тәүәккәллек иттем.
– Мазһар Насибулла улы, һүҙ башында уҡ әсәй-атайығыҙ, тыуған яғығыҙ тураһында һорашыу тәбиғи булыр ине, әлбиттә. Һөйләшеү тамамлана килә, шулай ҙа, уларға бер-ике кәлимә менән булһа ла әйләнеп ҡайтырбыҙ, хәҙер, туранан-тура һеҙҙең ғилми, ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ хаҡында һорашайым әле.
– Бар ғүмерең фәнгә арналғас, әллә ҡайҙарға таралып йөрөп булмай инде. Ғилми эшкә тотоноуым 1963 йылдың 5 июлендә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында, иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлауыма бәйле.
Мине ошонда Хәлил Ян улы Тахаев етәкселегендәге тематик төркөмгә эшкә алдылар. Ғалимдар “Урта Волга иҡтисади районында химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре” тигән тема буйынса тикшеренеүҙәр алып бара ине. Мәсьәлә тотош илдә, Волга буйы өлкәләрендә һәм республикаларында химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү зарурлығынан сығып күтәрелгән икән. Ул саҡ Урта Волга төбәге Башҡортостанды, Татарстанды һәм Һамар өлкәһен берләштергән совнархозды тәшкил итә ине.
1963 – 1969 йылдарҙа миңә Урта Волга иҡтисади төбәгендә һәм, ғөмүмән, Волга буйы иҡтисади районында химия һәм нефть химияһы комплекстарын булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә һәм әҙерләүҙә ҡатнашырға тура килде. Хәйер, әйтеүе генә анһат, сөнки һәр йүнәлеште нигеҙләргә, урындағы форсаттарҙы барларға, уларҙы мөмкин ҡәҙәр һөҙөмтәле файҙаланыу юлдарын билдәләргә кәрәк. Унан һуң, булдырылған ҡеүәттәр урындағы хужалыҡ тармаҡтарының үҫеүенә йоғонто яһарға тейеш. Быны ла дәлилләү фарыз.
– Кандидатлыҡ диссертацияғыҙ ҙа ошо мәсьәләләрҙе күтәргән, шикелле?
– Эйе. Уның темаһы “Төбәктәрҙәге сәнәғәт тармаҡтарында етештереү комплекстарын булдырыу һәм уларҙы үҫтереү проблемалары” тип атала. Диссертацияны СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге иҡтисад институтында 1970 йылда уңышлы яҡланым.
– Ғилми эшмәкәрлек артабан нисек дауам итте?
– 1968 йылда тематик төркөмдө “Төбәктәрҙең иҡтисади проблемалары” тип аталған секторға әйләндерҙеләр ҙә Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәре тигән төп мәсьәлә менән берләштерҙеләр. Миңә иһә, бер нисә хеҙмәткәр менән бергәләп, республика сәнәғәтен үҫтереү проблемаларын тикшереү бурысы йөкмәтелде. Бурыс ҙур, көстәр иһә аҙ. Шулай ҙа тырыштыҡ. 1973 йылда сектор мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Секторға 1969 – 1980 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында урындағы етештереү комплекстарын булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен, Башҡортостан территориаль-производство комплексын камиллаштырыу проблемаларын, Башҡорт АССР-ының 1976 – 1990 йылдарҙа иҡтисади һәм социаль үҫешен нигеҙләү кеүек ҙур эштәр тапшырылды һәм беҙ уларҙы уңышлы башҡарып сыға алдыҡ.
1981 – 1990 йылдарҙа мин етәкләгән сектор Башҡортостанда 2000 йылдар осоронда етештереү комплекстарын үҫтереү йүнәлештәрен нигеҙләү, Башҡорт АССР-ының етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү һәм урынлаштырыу һыҙмаһын эшләү, төбәктәр иҡтисады һәм төбәк-ара иҡтисади бәйләнештәр сәйәсәтен һәм алымдарын яйлау буйынса ҙур-ҙур ғилми тикшеренеүҙәр алып барҙы һәм, ғәмәли тәҡдимдәр эшләп, етәксе органдарға тапшырҙы.
– Ифрат ҡатмарлы һәм ябай гәзит уҡыусы айышына ҡапылда ғына төшөнмәҫтәй мәсьәләләр менән шөғөлләнәһегеҙ икән. Эшегеҙ артабан да шул йүнәлештә дауам иттеме?
– Һөнәрең шул булғас, ни ҡылаһың. Ул ғына ла түгел, 1990 – 2000 йылдарҙа миңә баҙар шарттарына күсеү осоронда Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешен тәьмин итеүҙең фәнни нигеҙҙәре, Башҡортостанда иҡтисади реформаларҙың барлыҡҡа килеү мәсьәләләре, баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү осоронда төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеүен тәьмин итеү сәйәсәте һ.б. проблемаларҙы нигеҙләргә тура килде.
2001 – 2010 йылдарҙа ҙур-ҙур биш программа әҙерләүҙә ҡатнаштым. Улар республиканың етәксе органдарына тапшырылды һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Артабан Башҡортостандың Урал аръяғы райондарының 2011 – 2015 йылдарға иҡтисади үҫеш программаһы ғәмәлгә ашырылды, 2011 йылда ошондай уҡ эш төньяҡ-көнсығыш райондарына ҡағылышлы башҡарылды. 2010 – 2014 йылдарҙа, Башҡортостан миҫалында, республикаларҙың һәм өлкәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтеү һәм һөҙөмтәле итеү механизмдары нигеҙләнде, тәҡдимдәр әҙерләнде. Ә инде уҙған йылдан бирле төбәктәр иҡтисадының тармаҡ һәм урындағы структураларын яңы шарттарҙа камиллаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәм.
– Ошондай тикшеренеүҙәр, фәнни һығымталар теория рәүешендә генә ҡалмаймы? Уларҙың ғәмәли һөҙөмтәлелеге тураһында нимә әйтергә мөмкин?
– Ғәмәли маҡсатҡа барып еткәнсе байтаҡ юл үтергә тура килә. Эш шунда, республика төбәктәренең социаль һәм иҡтисади йәһәттән кимәле һәм үҫеш темпы буйынса шаҡтай айырылыуы мәғлүм. Тикшеренеүҙәргә таянып, “Башҡортостан төбәктәренең социаль-иҡтисади кимәле һәм ошо йәһәттән проблемалар” тип аталған ҙур ғына ғилми доклад әҙерләнде. Ул иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге етәксеһе Мәхмүт Исхаҡ улы Тоҡомбәтов менән Дәүләт план комитеты рәйесе Валерий Михайлович Пастушенкоға тапшырылды. Улар кәңәшләшкән дә, иҡтисадсыларҙы йыйып, мин күп көс һалған докладты тикшереүҙе ойошторорға булған. Көтөлмәгән хәл булды был, ләкин сигенергә урын юҡ. 1971 йылдың ноябрендә доклад менән сығыш яһаным. Ҙур зал халыҡ менән шығырым тулы.
Сығышымда, Башҡортостан төбәктәре социаль-иҡтисади кимәле йәһәтенән бер-береһенән ныҡ айырыла, республиканың иҡтисади һәм социаль потенциалы башлыса уның үҙәк, көньяҡ, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә тупланған, был төбәктәр йылдам үҫешә, республиканың капиталь төҙөлөшкә йүнәлтелгән аҡсаһы ғәмәлдә ошо төбәктәрҙә тотонола, шул уҡ ваҡытта башҡорт ҡәүеме йәшәгән Урал аръяғы, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәренә тейешенсә иғтибар бирелмәй, сәнәғәт ҡеүәттәре төҙөлмәй, ауыл хужалығы продукттарын эшкәртеүсе предприятиелар юҡ, был төбәктәрҙең социаль хәле бик мөшкөл, эш урындары аҙ, халыҡ күпләп Себергә һәм сит өлкәләргә китергә мәжбүр, тинем. Шуныһы, бындай фекерҙәр бер кем тарафынан да асыҡтан-асыҡ әйтелмәгәйне. Аҙағыраҡ миңә Башҡортостан Республикаһын иҡтисади төбәктәргә бүлеү бурысын йөкмәттеләр. Был етди эш булды: беҙ, һәр ҡала һәм районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫеш кимәлен һәм ошоға бәйле мәсьәләләрҙе өс йыл эсендә ныҡлап өйрәнеп, ҡуйылған маҡсатты атҡарҙыҡ. Һөҙөмтәлә социаль-иҡтисади кимәле, тәбиғи-экоиҡтисади потенциалы, хеҙмәт һәм етештереү мөмкинлектәрен һәм башҡа яҡтарҙы иҫәпкә алып, Башҡортостанда ун социаль-иҡтисади төбәк билдәләнек. Аҙағыраҡ ундай төбәктәр алтау ҡалды һәм ошолай бүлгеләү Министрҙар Советының ҡарары менән нығытылды. Был мәсьәләләр буйынса күп яҡлы эштәр артабанғы йылдарҙа ла алып барылды. Ләкин шуныһы, тикшеренеүҙәр үткәрелә, программалар төҙөлә, әммә улар төрлө сәбәптәр менән йә бойомға ашырылмай, йә өлөшләтә генә үтәлә. Фән менән тормоштоң ғүмер баҡый бер төптән егелеп эшләй алмауына асыҡ миҫал инде былар.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади яҡтан артта ҡалған Урал аръяғы, төньяҡ, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрен үҫтереү мәсьәләләренең өсөнсө этабы егерме йылдан һуң, 2010 йылда, Рөстәм Зәки улы Хәмитов республика Президенты булып килгәс, башланды. Уның Указын үтәй барып, ҙур ғына комиссия төҙөлдө. Төрлө хужалыҡ тармаҡтары етәкселәре, белгестәр, ғилми хеҙмәткәрҙәр менән бергә миңә лә ошо комиссияла эшләргә насип булды. Күләмле ике программа әҙерләнде һәм ҡабул ителде, ләкин илдәге иҡтисади көрсөк уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға форсат бирмәй.
– Һеҙ тикшеренеүҙәрегеҙ, программалар, иҡтисад тураһында сиселеп һөйләргә әҙерһегеҙҙер, әлбиттә. Яратып башҡарған эшеңдең асылын бүтәндәргә лә еткерергә теләү – тәбиғи хәл, әммә һәммә эштәрҙе лә бер ултырып һөйләшеүгә һыйҙырыу мөмкин түгел. Киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнгән гәзиттең үҙенсәлеген дә иҫәпкә алырға тура килә. Фән, иҡтисад мәсьәләләре үҙенсәлекле тема бит инде. Шулай ҙа бер һорауҙы бирмәй ҡала алмайым. Юғарыла әйтелгән юҫыҡта тикшеренеүҙәр, һығымталар Башҡортостан менән генә сикләнмәйҙер бит?
– Ғилми тикшеренеүҙәремдең теоретик һәм методологик нигеҙҙәре, ғәмәли тәҡдимдәрем дүрт йөҙгә яҡын фәнни хеҙмәтемдә, монографияларҙа, мәҡәләләрҙә сағылыш тапты. Ғилми хеҙмәттәрем Ҡаҙағстан, Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһе, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Саха (Яҡут), Коми республикалары ғалимдары тарафынан файҙаланыла.
Мәскәү университетының ғилми журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләм Америка Ҡушма Штаттары, Чикаго университетының “Рецензии и переводы” журналында ла донъя күрҙе. Германияла “Башҡортостандың иҡтисади төбәктәре: үҫеш проблемалары” тип аталған китабым сыҡты (2015 й.). Англияла бөтөн донъяға сығарылған “Сократ уҡыуҙары” йыйынтығында мәҡәләм баҫылды. Словакияның Братислава университеты сығарған йыйынтыҡта өс мәҡәләм донъя күрҙе. Һанай китһәң, байтаҡ ҡына икән. “Башҡорт АССР-ының территориаль-производство комплексы” исемле монографиям 1977 йылда СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән билдәләнде. Был Бөтөн Союз ғилми хеҙмәттәр конкурсында еңеү ине.
“Кеҫәһендә һуҡыр тин аҡсаһы ла булмаған иҡтисадсы бүтәндәргә шундай кәңәштәр бирә икән, уларҙы тотҡан хәлдә һин дә бер тинһеҙ ҡалаһың”, тигән шаяртыу бар. Был ысындан да мәрәкә өсөн генә әйтелгән. Иҡтисад – ифрат етди өлкә ул. Уның үҫеш закондарын өйрәнеүселәр ҙә шулай уҡ етди халыҡ. Миңә республикала эшләгән байтаҡ күренекле ғалимдар менән танышыу бәхете тейҙе. Хәҙер, әлбиттә, иҡтисад фәненә килгән докторҙар ҙа күбәйҙе. Шулар нисбәтендә илдең иҡтисады ла яҡшырһа икән…
***
Мазһар Насибулла улы, хеҙмәтенә күрә, шөһрәт атының алтын ялын хаҡлы рәүештә һыйпаған кеше. Ул Башҡортостан фәндәр академияһы ағзаһы, профессор, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ғалим Салауат Юлаев орденына һәм башҡа юғары наградаларға лайыҡ булған. Һикһән йәшен олуғ ағайыбыҙ эш өҫтәле янында, көсөргәнешле хеҙмәт менән ҡаршылай. Хәйер, беҙҙең быуын кешеләре эшенә нөктә ҡуйып, тынысланып иркен тын алырға һис тә өйрәнә алманы инде. Тормошобоҙҙоң, бәлки, мәғәнәһе лә шундалыр.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.