Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҙаҡ йәшәүҙең сере бармы?
Оҙаҡ йәшәүҙең  сере бармы? – 100 йәшлек инәйҙең бер ҙә тик ултырғанын күрмәҫһең,– тип һоҡлана уға ауылдаштары. Һоҡланырлыҡ та шул! Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәшәгән Йомабикә Бикбова ололарға хас булмаған теремеклеге менән беҙҙе лә хайран итте.


– Хоҙай насип иткәс, ошо йәшкә килеп етелде инде, – тип һүҙ башланы йөҙйәшәр. – Ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәнек тә ниндәй генә замандар күрмәнек инде. Бөгөн донъябыҙ тыныс, өҫтөбөҙ бөтөн, ашарға ашыбыҙ бар. Ошо үҙе бәхеттер…
XX быуаттың байтаҡ бәлә-ҡазаларын, ҡанлы ваҡиғаларын үҙ иңендә татыған Йомабикә Fиззәт ҡыҙы 1916 йылда Хәйбулла районының Аҡҡужа ауылында тыуа. Шул замандың сыуалыштары, 21-се йылдағы аслыҡ – былар барыһы ла бәләкәй ҡыҙҙың күңелендә эҙһеҙ үтмәй.
– Бала сағымдың ауыр йылдары әле лә иҫтә. Алты йәшемдә атайһыҙ ҡалдым. Әсәйем генә тәрбиәләп үҫтерҙе. Ағайым менән байҙарға ялланып эшләнек. Мин уларҙың балаларын ҡарай инем. Хужалар эштән ҡайталар ҙа беҙҙең ризыҡҡа тейгәнһегеҙ тип ҡыйырһыталар. Иң ҡыйыны аслыҡ йылдарында кешеләрҙең күпләп ҡырылыуын күреү ине, – ти ул, хәтирәләргә бирелеп.
Халҡыбыҙ мираҫы, тарихыбыҙ оло йәштәге кешеләрҙә йәшәй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Йомабикә инәйҙең һәр һүҙе – тарихи ысынбарлыҡ. Уның хаҡында тотош бер китап яҙырлыҡ.
– Утлы йылдар тамамланыуға тиҫтә ваҡыт уҙһа ла, күңел яралары уңалмай икән шул. Тыл хеҙмәтендә күп көс түгеп, ҡара таңдан алып баҫыуҙа ла эшләнек. Бәләкәй генә малайҙар менән үгеҙ егеп, ер ҙә һөрҙөк. Бер йомортҡаны әллә нисә кешегә бүлеп ашай инек, – ти күпте кисергән әңгәмәсем.
1936 йылда Йомабикә Fиззәт ҡыҙы тормош иптәше Мөхәмәтсәлимгә кейәүгә сыға. Тәүге көндәрҙән фронтҡа юлланған ғаилә башлығын ул ике балаһы – Рәдис һәм Зәкиә менән оҙатып ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙҙары – ҡыҙылса менән ауырып, ә улдары 27 йәшендә генә үлеп ҡала. Утлы йылдарҙан һуң тағы дүрт балаға ғүмер бирә Бикбовтар. Оҙаҡ йылдар Маҡандағы Әлфиә килене менән йәшәгәндән һуң, бөгөн берҙән-бер күҙ нуры Рәйсә ҡыҙы менән донъя көтә.
Шуныһы үкенесле: яу йылдарын башынан алып аҙағынаса үткән яугирҙең ҡатыны һәм балалары әлеге ваҡытта бар мөмкинлектәрҙән мәхрүм.
– Атайымдың офицер булдым тип һөйләгәне хәтерҙә. Хәрби билетын юғалтҡан. Документтар артынан хәрби комиссариатҡа бер нисә тапҡыр барып ҡараныҡ та ҡул һелтәнек, – ти ҡыҙы Рәйсә был хаҡта.
Һүҙ ыңғайы йөҙйәшәр инәйҙең пенсия күләме менән дә ҡыҙыҡһынам.
– 11 мең һумдан ашыу. Төрлө өҫтәмәләр менән 15-кә барып етә, – ти ул.
Ирекһеҙҙән еңеү йылдарын яҡынайтыуға, бар ғүмерен яҡты, имен киләсәк төҙөүгә бағышлаған Йомабикә Бикбованың хеҙмәте ғәҙел баһаға лайыҡмы тигән һорау ҙа тыуа.
Әңгәмә аҙағында, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, геройыбыҙға оҙаҡ йәшәүҙең сере ниҙә тигән һорау менән дә мөрәжәғәт иттем.
– Өләсәйем дә йөҙ йәшкә тиклем йәшәне. Һуңғы йылдарында түшәккә ятҡас, үҙем ҡараным. Ҡурмасты сәйнәп бирәм дә ауыҙына ҡаптырам. Риза булып китте... Сауабы төшкәндер инде… Fөмүмән, оҙаҡ йәшәүҙең сере буламы икән? Ҡайғыһын да күрҙем, шатлығын да, ҡара эштәрҙә лә йөрөнөм. Тормош үҙе сыныҡтырғандыр…
Ысынлап та, быуатты атлаған, тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған инәйҙең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр. Үҙе әйтмешләй, уны тормош сыныҡтырған…




Автор: Данил ӘБДЕЛFАЗИН. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә