Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Баҡсалар китап кеүек…
Баҡсалар китап кеүек… “Кешеләрҙең баҡсалары янынан үткәндә хужалары хаҡында китап уҡыған кеүек булам”, – тигәйне күренекле яҙыусы, Сала-уат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова бер әңгәмәбеҙ ваҡытында.


Ысынлап та, йортта ниндәй хужа йәшәгәнен баҡса күрһәтеп тора шул.
Федоровка районының Батыр ауылындағы Хәлисә һәм Миҙхәт Багаевтарҙың ихатаһын күргәс тә бында уңғандарҙың ҡулы тейгәне һиҙелеп тора. Уң яҡтан да, һулдан да, артта ла бер нисә урында баҡса өсөн ер бүленгән. Өйөң нисек, баҡсаң да шундай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Көҙгө эштәр бөтөүгә табан барһа ла, Багаевтарҙа сүп өйөмөн дә күрмәҫһең, һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек.
Баҡсалар китап кеүек…Беренсе баҡсаһына күҙ һала­быҙ. Бында, халыҡсан итеп әйткәндә, ат башындай кәбеҫтә­ләр үҫеп ултыра. Баҡсалағы күршебеҙҙең йәй буйына иртәле-кисле көнөнә икешәр тапҡыр һыу һибеүенә ҡарамаҫтан, уҙа барһа ҡуш йоҙроҡтай ғына кәбеҫтә­ләрен хәтерләнек тә, ошондай ҙур йәшелсәләрҙе үҫтергән Ба­гаевтарҙың, ай-һай, бер серҙәре барҙыр, тип һорамайса түҙә алманыҡ. Ысынлап та, бындай уңыш үҫтереүҙең хикмәте бар икән шул.
– Беҙ бер ниндәй ҙә химик ашламалар ҡулланмайбыҙ. Үҙебеҙгә, балаларға һәм ейәндәргә ашарға бит, – тине хужа Миҙхәт Багаев. – Ә сере уның ябай ғына. Эре мал һуйғанда эсенән сыҡҡан тиҙәген бер мискәгә тултырабыҙ ҙа һыу һалып ҡуябыҙ. Шул шыйыҡсаны кәбеҫтә төбөнә һибәбеҙ.
Төнәтмәне һалып сыҡҡас шул урында тупраҡтың пленка кеүек нәмә менән ҡапланғанын күрә Миҙхәт. Ә был һыуҙы ергә үткәрмәй тигән һүҙ. Шуға кәбеҫтәнең төбөн йомшартып картуф күмгән кеүек күмеп ҡуя. Һөҙөмтәлә кәбеҫтәнең ҡабығы йыуан булып үҫә һәм хатта, бая әйткәнсә, ат башындай күсәнде лә иҫе лә китмәй күтәреп тора. Аҫтағы япраҡтарын уңған хужабикә Хәлисә ханым ҡырҡып алып малдарға бирә тора. Ашарға ҡулланғанда кәбеҫтәнең тыштағы ҡатнаш тундарының бер нисәһен ташларға ла тура килмәй, ергә тейә яҙып бысранып та ятмай.
Бәлки, был тәжрибәне башҡа баҡсасы­лар ҙа үҙ эштәрендә файҙаланып, мул уңыш үҫтерер. Артабан йәп-йәшел булып ултырған түтәлдәр иғтибарҙы йәлеп итә. Әллә һуңлап булһа ла икенсе ҡатҡа редис сәскәндәрме тиһәк, гәрсис ултыртҡандар икән.
– Был урында һуған үҫте. Быйыл дүрт тоҡ уңыш йыйып алдыҡ. Ерҙе тәбиғи ашлар өсөн гәрсис сәстек, – ти Хәлисә ханым.
– Теге яҡтағы баҡсамда ла бар шундай уҡ түтәл. Унда иртә өлгөрә торған помидор үҫтергәйнек.
Ер ҡап-ҡара булып буш ятмай Багаевтарҙа. Баҡсала йәшеллектәр кәмегән саҡта бәрхәт кеүек күпереп үҫкән гәрсис көҙгө шыҡһыҙ, ямғырлы көндәрҙә йәм биреп ултыра.
– Гәрсистең тағы бер файҙаһы бар беҙҙең өсөн, – тип өҫтәй Миҙхәт. – Күреп тораһығыҙ: баҡсаға умарталар ҡуйылған. Сентябрҙә яландарҙа сәскәләр бөткән мәлдә ҡорттар гәрсис­тән үҙҙәренә ҡышҡы­лыҡҡа ашарға етерлек бал йыя. Уның сәскәһе һап-һары булып, хуш еҫ таратып ултыра.
Уңған хужалар ҡурай еләге ағастарының баш­тарын ҡырҡып, ҡы­уаҡтарҙы бергә йыйы­быраҡ бәйләп ҡуйған. Шулай иткәндә, ҡар уларҙың ботаҡтарын һындырып, ағастарға зыян килтерә алмаясаҡ.
Сентябрҙең аҙағы етеп килһә лә, һаман да ҡыҙыл, йәшел поми­дорҙар күренә.
– Әле ныҡлап ҡырау төшкәне юҡ бит әле, шуға алмайыраҡ тора­быҙ. Бындай ғына һы­уыҡтарға бирешмәй улар, үҫә бирһендәр, – ти хужалар. Түтәлдәрҙә шулай уҡ татлы борос­тар ҙа, баклажандар ҙа үҙ сиратын көтөп ултыра. Теплицаларында иһә икенсе тапҡыр по­мидорҙары үҫә. Ҡыярҙы апрелдә үк ашай баш­лайҙар икән. Әле шул ҡыярҙан бушаған урын­ға йәшел тәмләткес үләндәр сәскәндәр. Өфөлә йәшәгән ейәне Баязит уларҙы йәрмин­кәлә һатырға уйлай. Бына бит уңғандарҙың ейәндәре лә бәләкәйҙән аҡса эшләргә, эшҡыуар­лыҡҡа өйрәнеп үҫә. Афарин!
Теплица тураһында һүҙ башлағас, уға айырым туҡталып үтке килә. Сөнки уның да үҙенә күрә бер ғилләһе бар. Ябай ғына теплица түгел. Багаевтар йәшелсә үҫтереп кенә ҡалмай, ә икенсе ҡатында махсус ситлектәр ҡуйып, яҙғыһын инкубатор себештәре алып, шунда ҙурайтып үҫтереп алалар. Теплицала йылы. Себештәргә үҫер өсөн шул ғына кәрәк. Уңған хужабикә Хәлисә ханым бында үҙе мейес сығарған. Ҡаҙан ҡуйған. Тауыҡтарҙы, өйрәк-ҡаҙҙарҙы һуйғас ошонда ҡайнар һыуҙа бешекләп, йөндәрен йолҡа һәм уларҙы киптерергә икенсе кәштәгә һалып ҡуя. Уныһы ла теплицаның икенсе ҡатына эшләп ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, егәрле хужабикә ике ҡуян ҡойроғон бер юлы тота.
– Бөтә эшемде ошонда бөтөрәм, өйгә индереп йөрөмәйем, – ти ул. Фәһем алырлыҡ тәжрибә бит, шулаймы, дуҫтар?! Багаевтарҙың өй эргәһе баҡсаларында ял мөйөшө булдырылған. Унда йомшаҡ күн креслолар һәм диван ҡуйылған. Уртала – өҫтәл. Ямғыр яуғанда ла ышыҡ бында. Сөнки өҫтө бер ниндәй материал менән ҡапланмаған, ә ҡырағай виноград тигән үҫенте (икенсе төрлө уны ҡыҙҙар винограды ла тиҙәр) ел-ямғыр үтмәҫлек итеп ышыҡ булдырған. Йәй ҡунаҡҡа килгән ейәндәре сәскәләргә һыу һибеп арығас ошонда ултырып ял итә, китаптар уҡый.
Баҡсала үҫкән сәскәләр ҡырау төшөү менән һулый. Тәбиғәт ҡануны шулай: мәле етеү менән улар ”үлә”. Ә Хәлисә сәскәләрҙе мәңге йәшәтеү серен тапҡан. Нисек, тиһегеҙме? Баҡсаларында үҫкән бөтә йәшелсә-емешен – алмағас сәскәләрен, раузаларҙы, мәктәрҙе – барыһын да картиналарға күсереп ҡалдыра. Юҡ, рәссамдар шикелле майлы буяуҙар менән киндергә төшөрмәй, ә төрлө төҫтәге йөн ептәр, таҫмалар менән яһай. Өй эсе тулы шундай картиналар күҙҙең яуын алып тора. Ә бүләккә таратҡандары күпме?!
Тағы бер ғәжәйеп ял мөйөшө бар Багаевтарҙың, дөрөҫөрәге, сәй мөйөшө. Бында инде ысын виноградтар уңдан да, һулдан да, арттан да, өҫтән дә ҡаплап алған. Самауыр сәйе эсеп ултырғанда емеште төрлө яҡтан үрелеп алып ҡына тәмләргә мөмкин.
– Былтыр ошо мөйөштән генә 11 биҙрә виноград йыйып алдыҡ, – ти Хәлисә. – Быйыл йыймағанбыҙ әле.
Өфөләге өс балаһына таратып бир­гәндән ҡалғанынан компот, һут эшләйҙәр. Хатта, донъя булғас, уныһы ла кәрәгеп китә, шарап та яһайҙар. Үҙеңдеке бер ниндәй зыянлы матдәләр ҡушылмаған, файҙалылыр инде эсә белһәң, әлбиттә. Бер яғынан “Изабелла” виноградтары аҫылынып торған, икенсе яғынан үрмә гөлдәр күпереп үҫкән йәшел арка тылсымлы бер ишекте һаҡлап торған кеүек. Был ишектең артында ниндәйҙер мөғжизәләр бар һымаҡ. “Унда нимә бар һеҙҙең?” – тигән һорауыбыҙға хужабикә көлөп: “Мал һарайы”, – тип яуапланы. Ҡарасы, иҫтәр китерлек бит. Багаевтарҙың “батшалар йәйәү йөрөй торған ер”ҙәрендә лә кукуруздан матур бер аллея үҫтергәнен күргәс, был йортта матурлыҡты аңлаған, донъяның ҡәҙерен белеп йәшәгән кешеләр көн итеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республи­ка­быҙҙың мәғариф алдынғыһы, “Ағинәй” клубы етәксеһе, ә Миҙхәт Миңләхмәт улы әле Аҡһаҡалдар ҡорон етәкләй, ауылдың элекке хужалыҡ етәксеһе лә. Ер ҡәҙерен белеп, гүзәллекте тойоп, өс балаларына ла матур тәрбиә биреп, хаҡлы ялда ла тынғыһыҙ хеҙмәт менән ғүмер итеп, балаларына ярҙам күрһәтеүҙән ҡыуаныс, кинәнес табып йәшәйҙәр.
Баҡса эштәре тамамланмаған әле Багаевтарҙың. Күк сливаһынан Хәлисә ханым ҡаҡтар яһаған, һарыһынан ткемали тигән соус әҙерләмәксе. Кишер менән сөгөлдөрҙәре әлегә йыйып алынмаған. Өс түтәл кишерҙәренән дә мул ғына уңыш булыр тип көтәләр. Балаларына ла, үҙҙә­ренә лә етер. Инде тағы бер баҡсаларын байҡайһыбыҙ ҡалды. Ул да булһа – картуф сәселгән ер. Бында картуф ҡына үҫмәй. Майҙан өс өлөшкә бүленгән. Икенсе икмәк йыйып алынған ер бушап ҡалған. Икенсе яҡта бесән үҫтергәндәр. Уныһы ла сабылып, йыйылып, өйөп ҡуйылған. Ә бына өсөнсө, урталағы, өлөштә – шәкәр һәм мал сөгөлдөрө плантацияһы.
– Шул сама сөгөлдөрҙө ҡайҙа ҡуйып бөтөрәһегеҙ ул? – тип һорауыбыҙға Багаевтар:
– Малдарға, ҡаҙҙарға ашатабыҙ, – тип яуапланы, – Ә беләһегеҙме, сөгөлдөр ашаған малдар, ҡаҙҙар нисек тиҙ һимерә, иттәре лә тәмле була! Йәл, ауыл ерендә күптәр сөгөлдөр үҫтермәй.
…Бына ошондай фәһемле экскурсияла булдыҡ Багаевтарҙың баҡсаһында. Иҫ киткес йөкмәткеле, бай мәғлүмәт алдыҡ.
Ер үҙенә эйелгәнде ярата. Тырышһаң, мул уңышы менән ҡыуандыра. Ауыр һуғыш йылдарында ла халҡыбыҙ баҡса менән аслыҡтан ҡотолған, тере ҡалған. Хәҙер ҙә уңғандарға бер ниндәй санкциялар ҡурҡыныс түгел. Бөтәһе лә үҙ еребеҙҙә үҫә. Багаевтарҙың баҡсалары менән танышҡас та беҙ бик шәп бер файҙалы китап уҡыған кеүек булдыҡ. Ҡай саҡ йорттарҙың ихаталары ла, баҡсалары ла хужалары тураһында күберәк һөйләй шул.

Нияз МӘҺӘҘИЕВ,
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә