Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рәйлә тиһәм, китәм йөрәкһеп
Күренекле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Динис Бүләковтың ҡатыны Рәйлә тураһында үткән заманда һөйләргә тел дә әйләнмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош аяуһыҙ: ҡәҙерле кешеләремде бер-бер артлы теге донъяға алып китеп тора...
Бөтә эс-серем һыйырлыҡ, хәлдәремде һүҙһеҙ ҙә аңларлыҡ үтә лә яҡын кешем ине шул Рәйлә. Сафуан менән Динистың дуҫлығына һоҡланыусылар ҙа, хатта бер аҙ көнләшеүселәр ҙә булманы түгел, булды. Ә шул дуҫлыҡ күперенә туҙан ҡундырмай, сүп-сар төшөрмәй, ике әҙиптең күңел торошо һағында тороусылар беҙ инек. Рәйлә менән мин.
Динис та, Сафуан да вазифалы урындарҙа ултырҙы, ижадта ла ал бирмәҫкә тырышты. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе ирҙәребеҙгә торошло кимәлдә тоторға, уларға ижади мөхит тыуҙырырға, ярҙам итергә ынтылып йәшәнек.


Рәйлә – “Китап” нәшриәтендә, мин китапханала эшләйбеҙ. Баш китапханасы булараҡ, республиканы арҡырыһынан-буйына тигән­дәй йөрөп сығылды. Барған һәр ерҙә башҡорт яҙыусыларының китаптарын, уларҙың уҡымлылығын тикшереп, кәрәкле мәғлүмәттәр йыям да Рәйләгә тапшырам. Ә ул үҙ сиратында быларҙы тематик план төҙөгәндә файҙалана торғай­ны. Юғары рухлы, бай мәғлүмәтле, киң ҡарашлы кеше булды Рәйлә. Егәрлелек, тырышлыҡ, һәр саҡ яңы­лыҡҡа ынтылыш, ихласлыҡ сифаттарын да өҫтәһәк, ҡабатлан­маҫ ҡатын-ҡыҙ образы ул Рәйлә. Бына ошо шәхес менән (шәхес тип әйтергә лә урын барҙыр) ҡырҡ биш йыл буйы бергә яҡын дуҫ, күрше булып йәшәлде. Динис менән Сафуанға меңдән-мең рәхмәт! Бер йорттан, бер подъездан фатир алдылар, баҡ­са­ла ла йәнәшә генә өй һалдылар.
Ниндәй генә хәлдәр булмаған­дыр инде ҡырҡ биш йыл эсендә?! Тик уларҙың һәр береһе Рәйләнең мин белеп бөтмәгән сифаттарын аса килде. Етмешенсе йылдар аҙағында атаҡлы хирург Венер Сәхәүетдинов беҙгә шундай тәҡ­дим яһаны: “Һылыу, кейәү, әйҙәгеҙ, ял көндәрендә ғаиләләр менән саң­ғыла йөрөүҙе ғәҙәткә индерә­йек. Яҙыусылар гел командировкала, халыҡ араһында, түрәләр уларҙы ҡайҙа барһа ла “һыйлай”, арып-йонсоп ҡайталар. Бер ялда саңғыла йөрөйбөҙ ҙә беҙгә ҡайтып ял итәбеҙ, икенсеһендә – Диниста, өсөнсөһөн­дә – Рауилда, шунан, кейәү, һеҙҙә”, – ти. Шулай башланып китте саңғыла йөрөүҙәр.
Бер мәл шулай Венер ағай, Сафуан, Рәйлә ҡоштай оса текә тауҙан, Ҡариҙелгә уҡтай атыла. “Эх, имгәнеп кенә ҡуймаһа ярар ине был Рәйлә”, – тип ҡан-ҡал­тырап торам. Шунан һуң мин уға: “Бүтәнсә ауырыйым тип ауыҙыңды ла асма, шул тиклем дыуамал булыр икән кеше”, – тип шелтәләп тә алдым. Волейбол, баскетбол, бадминтон, хатта бильярд та уның яратҡан уйыны ине.
Әллә күҙ тейҙереп бөттөк, әллә үҙен бер ҙә аяманы, 1981 йылдың йәйе Рәйлә ҡапыл ауырып китеп, операция өҫтәленә ятты. Әммә көслө рухы менән иҫән-һау йырып сыға алды. Тик был килеп-китә торған сир булманы шул. Ауырыу, һыҙлау Рәйләне аҙым һайын һағалап торҙо: дауаханалар, да­рыуҙар, операциялар... Барыһына ла түҙҙе Рәйлә. Үлеп яратты ул Динисын, балаларын, туғандарын, дуҫтарын, йәшәп туймаҫ яҡты донъяны. Шул көс бирҙе уға.
Урта ҡатын утта ҡалған, тигән боронғолар. Рәйлә лә урта йәш­тәрҙә Динистан иртә ҡалды. Кинйә ҡыҙы Миләүшәгә туғыҙ ғына йәш ине. Иң ауыр мәлендә Рәйлә ана шул балаға бауыр баҫты. Ләйсән менән Зөһрәнең үҙ ғаиләһе, үҙ хәстәре. Динисһыҙ үткән көндәрен Рәйлә уның ижадына бағышланы, тиһәң дә була. Бөтә архивын барлап, яҙған һәр битен тәңкәләп тигән­дәй уҡыусы хөкөмөнә тапшыра барҙы.
Рәйлә үҙе лә яҙыша торғайны. Новелламы, хикәйәме, жанрын әйтеүе ҡыйын, тос фекерле, йор тел­ле ыҡсым ғына яҙмаларын уҡыта ине. “Рәйлә, телең матур, тик ҡайҙа инде Динисҡа етеү, экономист икәнлегең һиҙелә, бигерәк ҡыҫҡа яҙаһың, шулай ҙа үҫтерер­лек сюжет­тарың бар бит”, – тиһәм, “Оҙон-оҙаҡ, яп-яҫы әҫәр яҙып улты­рырға мин яҙыусылыр шул. Былай ҙа кирбес ҡалынлыҡ китап яҙыусы­лар минән башҡа һикһән ҡашҡа”, – тип көлә.
Рәйләнең холҡон, булмышын биш бармағым һымаҡ белһәм дә, уйлайым-уйлайым да һаман ғәжәп итәм. Хоҙай уға барыһын да биргән бит, буйтым итеп. Тәү баштан уҡытыусы һөнәрен һайлаған Рәйлә (ул Салауат педагогия учи­лищеһын тамамла­ған) бынамын тигән бейеүсе лә була алыр, ал­ҡыштарға күмелер ине. Уның һең­дерә баҫып, ойотоп ҡына бейеү­ҙәре... Тегеүсе лә сығыр ине. Балаларына, үҙенә, хатта миңә лә сынъяһау күлдәк, кофталар тегә лә кейҙерә торғайны. Донъяһы ҡотло булды, көлөп торҙо. Һәр эшкә маһир. Уның ҡайыған таҫта­малдары, ҡулъ­яу­лыҡтары, бәйлә­гән өҫтәл япмала­ры затлы күргәҙ­мәләргә ҡуйыр­лыҡ. Оҫталығын балаларына ла ҡалдыр­ҙы ул. Ейән­сәре Лилиә, Рита ҡул эшенә ма­һир, Динә һүрәт төшө­рөргә әүәҫ, Дим бейергә ярата. Ҡан­дан килә­лер был. Рәйлә дуҫлыҡ, туған­лыҡ тойғоларын балаларына һеңде­реп китте. Мин улар өсөн хә­ҙер әсәй, өләсәй урынында. Алла­ға шө­көр, ихлас хөрмәт итә­ләр. Ми­ләүшә­нең балалары Сәмирә ме­нән Кәрим дә “апай” тип өҙөлөп тора.
Мин һаман да апай... Шулай хәтерҙе яңырта-яңырта Бүләков­тарҙың затлы шәжәрәһен байытып, йәшәргә насип булһын.

Фәрҙиә ӘЛИБАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә