Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нәфсеме, бәйһеҙлекме?
Стәрлетамаҡта уҙған ялда Ҡала көнөндә булған хәлдең видеояҙмаһы бөтә илде урап сыҡты. Уның эстәлеге бындай: бушлай таратылған туңдырма этеш-төртөш тыуҙыра, кешеләр бер-береһен аямай, алға ынтылып, мөмкин тиклем күберәк тәмлекәс эләктереп ҡалырға тырыша...

Байрам айҡанлы, “Фабри” сауҙа үҙәгендә 250 килограмм туңдырма таратырға булалар. Әйткәндәй, ойоштороусыларҙың төп хатаһы шунда: акция хаҡында алдан хәбәр итәләр. Һөҙөмтәлә билдәле ваҡытта күп халыҡ йыйыла, тығылыш барлыҡҡа килә.

Шуныһы шаҡ ҡатыра: бушлай тәғәмгә башлыса оло йәштәге ирҙәр дәғүә итә. Ике минутлыҡ видеояҙмала башта уҡ бер ҡыҙ бала ҡысҡырып ебәрә. Артынса ҡатын тауышы (баланың әсәһе, күрәһең) ишетелә: “Ирекәй! Һеҙ нимә!..” Артабан сал сәсле, пеләш башлы 55-60 йәштәрҙәге көслө заттың кемеһенеңдер таратыусыларҙың ҡулынан тартып алырҙай булып ҡыланыуы, кемеһенеңдер бер генә түгел, ике-өс туңдырманы ҡосаҡлап кире боролоуы күренә. Ҡыҫҡаһы, иҫ киткес йәмһеҙ күренеште күҙәтәбеҙ.

Бындай хәл бер Стәрлетамаҡта ғына түгел шул... 2013 йылдың марты, Төмән ҡалаһы. 8 Март байрамында бушлай ике километр оҙонлоҡтағы сосисканы бүлеп тараталар. Ҡыҙған халыҡ төркөмөн полиция хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ғына тынысландыралар...

2015 йылдың апреле, Мәскәү ҡалаһы. Пушкин майҙанында биш мең кешегә тәғәйенләнгән 900 килограмм Пасха күмәсен өләшәләр. Кешеләр, дини байрам булыуына ҡарамаҫтан, әрләшә-әрләшә тәм-томға үрелә...

2015 йылдың марты, Томск ҡалаһы. Печенье. Бушлай. Ахырҙа майҙансыҡта ризыҡ валсығы ғына ятып ҡала...

2015 йылдың октябре, Түбәнге Новгород ҡалаһы. Яңы сауҙа үҙәге асылыу айҡанлы, бушлай биштәрҙәр тараталар. Халыҡ ағымы ҡуйылған кәртәне емереп үтә. Кискеһен кассир ҡыҙҙы “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға алып китәләр...

Беҙ ҡасан шундайға әйләндек һуң? Әле ҡасан ғына өҫтәлгә һибелгән икмәк валсығын да ҡәҙерләп сүпләп ауыҙға оҙата, бутҡаны ла ашағас, тәрилкәһен ялап ҡуя, күстәнәскә эләккән кәнфитте лә тигеҙ итеп бүлеп ашай инек. Ризыҡҡа оло хөрмәт менән ҡараныҡ. Ә хәҙер уның өсөн тартҡылашып талашабыҙ, иләмһеҙ бүлешәбеҙ, төшөрөп тапайбыҙ... Һыу буйындай сираттарҙа ла әбей-бабайҙарҙы, балаларҙы алдан үткәрҙек, аяҡтан йыға яҙып алға ынтылманыҡ.

Ә бөгөн бит беҙ ас ултырмайбыҙ. Нужа юҡты таптыра торған заман түгел дәбаһа. Һәр хәлдә, 15 һумлыҡ туңдырмаға көнөбөҙ ҡалғаны юҡ. Тик ниңә кеше, урыҫ әйтмешләй, “халява” тип хәле бөтә, теше төшә, аҡылдан яҙа икән? Хатта ҡайһы бер урындарҙа ташламалы тауар яланғас кешегә генә һатыла тиһәләр, оялмайынса кейемен сисеп ташлаусылар табыла. Нимә был – нәфсеме, тотанаҡһыҙлыҡмы, әллә үҙеңде һәр яҡлап бәйһеҙ шәхес итеп тойорға тырышыу тойғоһомо?

Шул ташламалы тауарҙарҙы, ташламалы хеҙмәт күрһәтеүҙе эҙләп кенә йөрөүселәр бар. Ярай был да насар түгел, ғаилә ҡаҙнаһының сығымдарын кәметә, ти. Әммә ошо күренештең сир рәүешен ала барыуы борсомай ҡалмай. Социаль селтәрҙәрҙә ҡайһы берәүҙәрҙең шәхсән битендә диуары тик ошондай репостар (ҡайҙалыр баҫылған мәғлүмәт менән бүлешеү, шуның өсөн бүләк алыу ихтималы) менән тулған. Хатта кемдер “бер ҙә бушлай бүләк отҡаным юҡ” тип ихлас борсола...

Элек ризыҡ-фәләнде, кейем-һалымды мохтаждарға тараталар, бүлеп бирәләр ине. Башҡалар быны үҙен түбәнһетеү итеп һананы. Бер танышым икенсегә кейәүгә сыҡҡас, тәүге никахынан булған башланғыс класта уҡыған улы уҡытыусыға: “Миңә хәҙер матди ярҙам кәрәкмәй, минең атайым бар”, – тигән оло ғорурлыҡ менән. Ә бөгөн ҡайһы берҙә бындай “халява”ны теше-тырнағы менән өҙөп алырлыҡ булып сәкәләшәләр. Шуныһы аяныслы: күп кенә осраҡта донъя күргән тәжрибәле оло кешеләр ҙә... Улар бит балаларҙан аҡыллыраҡ булырға тейеш!

Халҡыбыҙҙа бер тәрән мәғәнәле әйтем бар: буштың атаһы үлгән. Ысыны шулай бит. Бушлай ҙа бөтөнләй үк бушлай булып сыҡмай йә ҡулыңа берәй хәрәм нәмә килеп инһә, нимәңделер юғалтырыңды көт тә тор. Ярай ҙа был әйберләтә булһа... Бәлки, беҙгә йыш ҡына башҡа матур мәҡәл-әйтемдәргә лә күҙ һалыу кәрәктер: бары менән байрам, юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, ашҡа ла бар бер сама...


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә