Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Халыҡтың яуаплылығына ышанам”
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ:  “Халыҡтың яуаплылығына ышанам” Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев халыҡты борсоған һорауҙар буйынса “тура бәйләнеш” үткәрҙе. Көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы ҡайһы бер яуаптарҙы гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.

– Һаумыһығыҙ! Благовещен ҡалаһынан Екатерина булам. Икенсе ҡаланан күсеп килдем. Үҙ һайлау участкамды нисек табырға икән?

– Республика Үҙәк һайлау комиссияһының Интернеттағы сайтында “Үҙ участкаңды тап” тигән бүлек бар. Шунда адресығыҙҙы яҙып, ниндәй участкаға ҡарауығыҙ тураһында мәғлүмәт алығыҙ һәм бөгөндән дә ҡалмай һайлау участкағыҙға барып тауыш биреүселәр исемлегенә индереүҙәрен һорап ғариза яҙығыҙ. Тик шуны билдәләргә кәрәк: ҡануниәткә ярашлы, даими йәшәү урынығыҙ ҙа, ваҡытлыса теркәлгән адресығыҙ ҙа бер һайлау округына ҡарарға тейеш.

– Стәрлетамаҡтан Игорь булам. Күрше участкаға һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡуйҙылар. Беҙҙә ул юҡ. Минең дә заман ҡоролмаһы аша тауыш биргем килә.

– Ысынлап та, бик көнүҙәк мәсьәлә. Әммә шуны билдәләргә кәрәк, бөтә нәмә беҙ теләгәнсә генә килеп сыҡмай шул. Мин был осраҡта финанслау өлкәһен күҙ уңында тотам – мөмкинлегебеҙ юғыраҡ. Ә, дөйөм алғанда, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда һайлау кампанияһы өсөн 181 участка КОИБ менән йыһазландырылды. Киләсәктә ҡоролма киңерәк ҡулланылыр тип ышанам.

– Һаумыһығыҙ! Тышта көҙ. Халыҡ башлыса баҡсала. Күптәр ялын ҡаланан ситтә үткәрергә күнеккән. Нисек уйлайһығыҙ, һайлауға килеүселәр күп булырмы?

– Һайлаусыларҙың яуаплылығына ышанам. Участкалар таңғы сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Моғайын, 15-20 минут ҡына ваҡыт табырҙар. Һәр хәлдә, барыһын да һайлауҙарға килеп үҙҙәренә оҡшаған кандидат өсөн тауыш бирергә саҡырам!

– Алло! Хәйерле көн! Өфөнән шылтыраталар. Хәйҙәр Арыҫлан улы, үткән һайлауҙарҙа исемле участкалар тураһында күп һөйләгәйнеләр. Быйыл был тәңгәлдә яңылыҡтар бармы, яңылары барлыҡҡа килдеме?

– Исемле участка тәү сиратта – ҙур яуаплылыҡ. 2004 йылда Волга буйы субъекттары һәм Урал төбәктәре ҡатнашлығында үткән семинар кәңәшмәлә Рәсәйҙең ул саҡтағы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров республикала исемле участкалар ойоштороу идеяһын тәҡдим иткәйне. Башланғыс халыҡ араһында ла хуплау тапты. Әлеге көндә ундай участкалар Башҡортостанда алтау иҫәпләнә.

Ғөмүмән, беҙ һан артынан ҡыумайбыҙ. Был төп маҡсат түгел. Исемле икән, тимәк, башҡаларға күрһәткестәр йәһәтенән дә, ойоштороу яғынан да өлгө булырға тейеш. Ҡыҫҡаһы, эш дауам итә. Башҡортостанда исемдәре бөтә илгә билдәле күренекле шәхестәр бик күп. Республиканың барлыҡ район-ҡалалары ла кандидаттарын тәҡдим итә ала.

– Хәйҙәр Арыҫлан улы! Мин – буласаҡ әсәй. Тиҙҙән сабыйым тыуасаҡ. Һайлау көнөндә бала табыу йортонда булып ҡалһам?

– Мин һеҙгә һайлау участкағыҙҙан теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға кәңәш итер инем. Уның менән һеҙ бала табыу йортонда ла (ваҡытлыса һайлау участкаһы ойошторолһа) тауыш бирә

аласаҡһығыҙ. Әгәр дауаханала участка булмаһа, етәкселәре комиссия ағзаларын саҡыртырға бурыслы.

– Һаумыһығыҙ! Октябрьскийҙан шылтыратам. Һайлауҙа күҙәтеүсе булғым килә. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?

– Күҙәтеүселәрҙе теркәү үткән кандидат йәки үҙ кандидатын тәҡдим иткән сәйәси партия күрһәтә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: күҙәтеүсе һайлау ҡануниәтен, тауыш биреү, һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү тәртибен камил белергә тейеш. Шунһыҙ күҙәтеүсе ролен тулы кимәлдә үтәү мөмкин түгел, минеңсә.

– Һаумыһығыҙ! Өфөнөң Киров районында теркәлгәнмен. Ял көндәрендә тыуған яҡтарыма – Баймаҡҡа йыйынам. Ваҡытынан алда һайлай аламмы?

– Юҡ. Алдан тауыш биреү муниципаль һайлауҙарға ғына ҡағыла. Әгәр һеҙ Дәүләт Думаһына кандидат өсөн тауыш бирергә теләйһегеҙ икән, теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға кәрәк. Тик шуны иҫәпкә алығыҙ: Баймаҡ ҡалаһы Салауат һайлау участкаһына ҡарай, ә һеҙ Өфөлә теркәлгәнһегеҙ. Шуға һеҙ был осраҡта партия исемлеге буйынса ғына тауыш бирә алаһығыҙ.

– Әлшәй районынанмын. Әсәйем I группа инвалиды, ул миндә йәшәй, әммә теркәлмәгән. Комиссия ағзаларына шылтыратып күсмә йәшник менән килеүҙәрен һораным. Үтенесемде кире ҡаҡтылар. Уларҙың быға хаҡы бар инеме?

– Аңлауымса, һеҙ әсәйегеҙ теркәлгән адрес буйынса һайлау участкаһына шылтыратҡанһығыҙ, ә үҙегеҙҙең йәшәгән урынығыҙ бөтөнләй икенсе участкаға ҡарай.

– Эйе.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һайлау комиссияһының икенсе һайлау участкаһы биләмәһенә сығырға хаҡы юҡ.

– Хәйерле көн! Ишембайҙан Руслан булам. Ағайыма тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан сағында бүләк тапшырғайнылар. Быйыл мин дә беренсегә тауыш бирергә йыйынам. Миңә лә бүләк булырмы икән?

– Ысынлап та, республикала тәүгә тауыш биреүселәрҙе тәбрикләү матур йолаға әүерелде – һайлау комиссияһы уларҙы махсус дипломдар менән билдәләп үтә. Бүләккә килгәндә, һайлау кампанияһын ойоштороуға бүленгән аҡсала бындай сығымдар ҡаралмаған. Әгәр урындағы хакимиәт был идеяны күтәреп сыға икән, тимәк, бүләге лә буласаҡ.

– Дүртөйлөнән Айҙар шылтырата. Теркәүҙән төшөрөү танытмаһын ҡайҙан һәм нисек алырға икән?

– Үҙегеҙҙең һайлау участка комиссияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Паспортығыҙҙы алырға онотмағыҙ. Ни өсөн һайлау көндө үҙ участкағыҙға килә алмауығыҙҙың сәбәбен күрһәтеп, ғариза ла яҙырға тура киләсәк. Әйткәндәй, теркәүҙән төшөрөү танытмаһы бер генә тапҡыр бирелә. Юғалтҡан осраҡта уның дубликаты эшләнмәй.

– Ә танытманы минең өсөн башҡа берәйһе барып ала аламы?

– Ышаныс ҡағыҙы нигеҙендә мөмкин. Әммә ул нотариуста раҫланған булырға тейеш.

– Һаумыһығыҙ, Хәйҙәр Арыҫлан улы! “Ҡыҙыу элемтә” эшләй башланымы? Унда нисек шылтыратырға?

– “Ҡыҙыу элемтә” 8 сентябрҙән эшләй башланы. Һайлауҙарға ҡағылышлы бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса 8 800 347 5454 телефон һандарына шылтыратырға мөмкин. “Ҡыҙыу элемтә” һәр ваҡыттағыса Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә шылтыратыуҙар ҡабул итәсәк.

Эш ваҡыты:

14 – 17 сентябрҙә – 10.00 – 18.00,

18 сентябрҙә – 8.00 – 20.00.

Һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.

Яуаптарҙы Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә