Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 25 мең һум кәрәкме?
Башҡортостанда әсәлек капиталы иҫәбенән бер тапҡыр 25 мең һум аҡса алыуға ғаризалар ҡабул ителә.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2,5 ай эсендә 30,4 меңдән ашыу ғаилә ғариза тапшырған. Әле уларға 529 миллион һум аҡса күсерелгән.
Быйыл 30 сентябргә тиклем әсәлек капиталына сертификат алған йәки аласаҡ, шул уҡ ваҡытта төп йүнәлештәр буйынса капиталды тотонмаған ғаиләләр 25 мең һум алыу хоҡуғына эйә. Ғаризны сертификаты булған ғаиләләрҙең барыһы ла тапшыра ала. Был эште 30 ноябргә тиклем башҡарыу шарт. Ғаризала әсәлек капиталы сертификатының серияһы һәм номеры, аҡса күсерелергә тейешле иҫәп реквизиттары күрһәтелергә тейеш. Электрон ғаризаларҙы Пенсия фондының сертификат биргән идаралығына ебәрергә кәрәк.

Йөҙйәшәрҙәр һайлауға бара

18 сентябрҙә Әлшәй районында алты йөҙйәшәр тауыш бирәсәк. Улар — Раевка ауылынан 103 йәшлек Татьяна Михеева, Ғәйниямаҡтан Иҡлимә Батталова, Ханжарҙан 102 йәшлек Кәфиә Абдрахманова, Шафрандан Антонина Божко, шулай уҡ сентябрҙә 100 йәштәрен билдәләгән Маһира Фәйзрахманова менән Сәхибә Собханғолова.

Әйткәндәй, был инәйҙәрҙең барыһы ла һайлау хоҡуғын әүҙем файҙалана, уҙған йылдарҙағы һайлауҙарҙың береһен дә ҡалдырмаған. Быйыл улар Дәүләт Думаһына, шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлаясаҡ.

Башҡорт аты Мәскәүҙә статусын раҫланы

Мәскәүҙең үҙәк ипподромында саф тоҡомло аттар байрамы булды.

Междуреченск ҡалаһының традицион бүләген уйнатыуҙа Өфөнән жокей Илшат Мәхмүтов ҡатнашты. Ул Принцип Кантри ҡушаматлы туры айғыр менән сығыш яһаны. Рәсәйҙең иң яҡшы юртаҡтары менән ярышҡанда Принцип Кантри Илшат Мәхмүтовтың оҫта етәкселегендә икенсе урынды яуланы. Бөтә Рәсәй рекордсмены Донвар Локты уҙып китергә уға бер аҙ ғына ваҡыт етмәне.
Уның ҡарауы, Принцип Кантри Башҡортостандың иң йүгерек аты статусын раҫланы. Әйткәндәй, ул Дүртөйлө районының Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводында аҫрала һәм “Арғымаҡ” ат спорты комплексында күнекмәләр үтә.

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Әллә туҡтауһыҙ яуған ямғыр тәьҫире, әллә башҡа сәбәптән һуңғы ваҡытта юлдарҙа авариялар һаны бермә-бер артты. Ял көндәрендә генә 40-ҡа яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа туғыҙ кеше һәләк булған, 47-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Был юлы йөк автомобилдәре ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары байтаҡ булыуы ла хәүефләндерә. Ҡоро юлда ҙур тиҙлек менән йөрөп, көҙгө һауа шарттарына яраҡлаша алмаймы икән әллә йөк автомобилдәре водителдәре? Мәҫәлән? Мәләүез районында ғына ике йөк машинаһының водител тиҙлекте арттырыу сәбәпле, идара итеү һәләтен юғалтып, юлдан осҡан. Икеһе лә төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ә бына Өфө районы биләмәһендә булған юл-транспорт ваҡиғаһы аяныслы тамамлана. “Мерседес” йөк автомобиле водителе, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, руль артында йоҡлап китә һәм ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Һөҙөмтәлә ул “Тойота” һәм “Лада Приора” автомобильдәре менән бәрелешә. Фажиғәлә Ханты-Манси автономиялы округынан кроссовер хужаһы һәм уның ҡатыны һәләк була. Уларҙың 12 йәшлек балалары һәм йөк машинаһы водителе төрлө тән йәрәхәттәре ала. Баланы үлемдән махсус кресло аралай.
Юл-транспорт һәләкәттәренең артыуын иҫәпкә алып, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе айырыуса һаҡ булырға саҡыра. Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле, юлдарҙа ла хәл ҡатмарлашасаҡ.

Руслан Юлтаевтың
“Өс хат”ы – еңеүсе


Ошо көндәрҙә “Skey-cinema” бөтә Рәсәй кинофестивалендә еңеүселәр иғлан ителде. “Иң яҡшы тулы метражлы фильм” номинацияһында режиссер Руслан Юлтаевтың “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән “Өс хат” фильмы уңышҡа өлгәште. Әйткәндәй, был картина әлегә тиклем дә төрлө кинофестивалдәрҙә призер булғайны.

IV “Skey-cinema” бөтә Рәсәй кинофестивале Тамбовта уҙғарылды. Унда уйын, музыкаль, документаль һәм анимациялы фильмдар күрһәтелде. Фестивалдә уңышҡа өлгәшкән иң яҡшы эштәр Рәсәйҙең егерменән ашыу төбәгендә күрһәтеләсәк. Быйыл бәйгенең географияһы киңәйҙе. Унда Ҡырым, Башҡортостан, Сыуашстан ҡалалары, Новосибирск, Ставрополь, Силәбе, Красноярск, Калуга һәм башҡалар (йәмғеһе 35 ҡала) ҡатнашты.
“Өс хат” фильмы тамашасыға 1941 – 1942 йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Фронтта ҡаты алыштар барған осорҙа төпкөл башҡорт ауылында әле донъяға килмәгән сабыйҙың яҙмышы хәл ителә. Картина Ишембай һәм Ғафури райондарында, Арлар һәм Мәндем ауылдарында төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе – Зиләрә Юлтаева, Физалиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башҡара.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә