Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Байрам ҡошо ҡунған көн
Байрам ҡошо ҡунған көн Шәйехзада Бабич

Ғәйет ҡорбан

Һөйөнөгөҙ, дуҫҡайҙарым!
Байрам бөгөн, ҡорбан бөгөн;
Һәр мосолман ҡәлбенә байрам ҡошо
ҡунған бөгөн.
Һайрай ул ҡош: “Алла әкбәр,
Алла әкбәр!” – тип ҡуя,
“Һөй, мосолман, байрамыңды,
Алла яҡлар!” – тип ҡуя.

– Һөй, һөйөн, йырлап ебәр,
ырғыт бөтә зар-моңдарың,
Алла һаҡлар, һаҡлап уҙҙырһаң
был байрам көндәрен.
Алла маҡтар, маҡтаһаң байрамды,
бик йәмле тиһәң,
Алла әкбәр, Алла әкбәр,
Лиләхмәд... тиһәң.

Кил, туғандар, бер туған күк берләшеп
сайран итик,
Ҡайғы-хәсрәттәр таралһын,
гөрләшеп байрам итик...
Кил, мосолман, бир ҡулыңды,
бир, ҡыҫайым шат йән менән,
Ас иманлы йөҙкәйең, ҡотлап үбәйем
байрам менән!..


1916.
Байрам ҡошо ҡунған көнАлдымда Шәйехзада Бабичтың “Ғәйет ҡорбан” тигән шиғыры. Баҡһаң, яҙылыуына бер быуат икән. Бына, 1916 йылдың Ҡорбан байрамы. Барлыҡ мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән ошо йәш егет тә тарихи Башҡортостан ерендә ғәйет айҡанлы ҡыуанып, һөйөнгән. Шағир үҙе лә “Байрам ҡошо ҡунған бөгөн” тип яҙа. Ә бер йыл самаһы үткәс, улар республикабыҙ мөхтәриәтенең шаһиты ла булыр...

Шул йылдарҙың Ҡорбан байрамында көн нисек торғандыр, белмәйем. Әммә әлеге сентябрь ямғырына ҡарамаҫтан, Алексеевка совхозының мәсетенә йүнәлгән юлда шатлыҡлы йөҙҙәр бихисап ине. Алла йортона сират тыштан уҡ һуҙылған.
Байрамды Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин асып ебәрҙе. “Әҙәм ергә төшөрөлгәндән алып Аллаһ Тәғәлә кешегә белем биргән һәм артабан да үҙенең рәсүлдәре аша йәшәү тәғлимәтен ебәреп торған. Шуларҙың һуңғыһы һәм барлыҡ кешелеккә булғаны “Ҡөрьән Кәрим” һанала. Уның менән мөхәббәтле, рәхмәтле, рәхимле булырға, яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға өндәү ҙә еткергән Хаҡ Тәғәлә. Был йәһәттән ата-әсәгә, күршеләргә, эргә-тирәңә, тәбиғәткә һәм башҡаһына...” – тине Башҡорт­остан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе үҙенең вәғәзендә. Артабан ике йөҙләп мосолман ғәйет намаҙын башҡарыу өсөн сафҡа теҙелде. Һуңынан ҡорбан салыу, байрам ашы ҡаралғайны. Әйткәндәй, теләгән берәүгә шунда уҡ һарыҡ һатып алып, ниәтен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге лә бар ине.
Ошо уҡ мәлдә Өфөнөң “Ватан” этнопаркында Ҡорбан ғәйете айҡанлы дини фестиваль башланды. Ҡурай моңо ағылған сәхнә тирәһендә йәрминкә ойошторолған. Бер сит­тәрәк былау әҙерләнә. Ямғырға ҡарамаҫтан, волейбол, көрәш, регби, пейнтбол кеүек уйындар ҙа үҙ уйынсыларын һәм тамашасыларын тапты. Ә намаҙ уҡырға теләгәндәргә айырым тирмә ҡоролған.
Ғәрәп телендә “Ид Әл-Әдхә” тип аталған был байрам зөлхизә айының унынсы көнөнә хаж ҡылған ваҡытҡа тура килә. Ураҙа ғәйетенән уны 70 көн айырып тора.
Республикабыҙҙа әленән-әле төрлө байрамдар уҙып тора. Донъя, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған саралар араһында Ҡорбан байрамы айырым урын биләй. Ҡалай ҙа бер тарафҡа баҡҡан төрлө милләт кеше­ләренең берҙәмлеге илебеҙҙәге татыулыҡҡа ла сәбәп бит. Бай­ра­мыбыҙҙа башҡа дин әһелдәренең дә ҡатнашыуы – ҡыуаныслы күре­неш. Был йәһәттән барыбыҙ ҙа ҡул­дарҙы бер күккә ҡарай һонабыҙ бит.




Автор: Ғ. ДЕНИСОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә