Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урал аръяғы нисек йәшәй?
Урал аръяғы нисек йәшәй? Урал аръяғының ҡайҙа икәнлеген аңлау өсөн Рәсәй картаһына күҙ һалыу етә. Көнсығыш Европа һәм Көнбайыш Себер тигеҙлектәре, әйтерһең дә, йөҙҙәрсә миллион йыл дауамында бер-береһенә ҡаршы барып, Урал тауҙарын барлыҡҡа килтергән. Ул Европа менән Азияны айырып тора, ә көньяғында Башҡортостан урынлашҡан. Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышындағы бөтә нәмә Урал аръяғына инә.


Башҡарылған эш күләме социаль проекттар юҫығында асыҡ күренә. Программа тормошҡа ашырылған осорҙа был төбәктә дүрт мәктәп, ун ике балалар баҡсаһы, ике дауахана һәм йоғошло ауырыуҙар корпусы, алты фельдшер-акушерлыҡ пункты, художество мәктәбе һәм дүрт спорт объекты төҙөлдө, реконструкцияланды. Бер нисә объект буйынса ошондай уҡ эш әле лә дауам итә. 240 километрҙан ашыу газ һәм 280 километрлыҡ һыу үткәргес селтәре файҙаланыуға тапшырылды. Айырым маҡсатлы социаль программалар фондынан социаль-мәҙәни, көнкүреш объекттарына өҫтәмә рәүештә тағы ла 290 миллион һумға яҡын аҡса бүленде.
***
Урал аръяғында 2015 йылда хужалыҡ­тарҙың бөтә категориялары буйынса ауыл хужалығы продукцияһы күләме 17,6 миллиард һум тәшкил итте, 2010 йылғы кимәл­гә ҡарағанда 1,71 тапҡыр артҡан (Баш­ҡортостан буйынса — 1,77 тапҡыр). Шул уҡ ваҡытта 2012 һәм 2013 йылдарҙа ҡоролоҡ, ҡара сиңерткә ябырылыу, ҡат­марлы һауа шарттары (ҡойма ямғырҙар), ҡайһы бер биләмәләрҙе һыу баҫыу арҡа­һында ғәҙәттән тыш хәл режимы ла индерелде.
2011 — 2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсы­ғыш райондарҙағы ауыл етештереүселә­ренә бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 2,4 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы (капитал һалыуҙан тыш) күрһәтелде. Был Башҡортостандағы дәүләт ярҙамының һигеҙ процентын тәшкил итә.
Әле йүнәлтелгән аҡсаның һөҙөмтә­ле­леге артҡандан-арта. 2015 йыл йомғаҡ­тарына ярашлы, бер һумлыҡ дәүләт ярҙамына ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтарында 8,9 һумлыҡ продукция алынған, үҫеш 2011 йылғы кимәлгә ҡарата — 29 процент, тотош Башҡортостан буйынса — 7,1 процент.
2012 йылдан, программа тормошҡа ашырыла башлаған мәлдән алып “Яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программаһына ярашлы, Урал аръяғын­дағы 134 фермер (республика буйынса дөйөм һандың 30 проценты) тарафынан 169 миллион һумлыҡ грант аҡсаһы йәлеп ителгән. Программала ҡатнашыу һөҙөм­тәһендә көньяҡ-көнсығыш район­дарҙағы йүнселдәр эшкәртелгән ер майҙанын 2,5 тапҡырға (6,5 мең гектарҙан 16,6 меңгә тиклем) арттырған. Был сара фер­мерҙар­ҙы техник йыһазлан­дырыуҙы яҡшыртыуға булышлыҡ итте. Программала ҡатнашҡанға тиклем уларҙа 223 берәмек техника иҫәпләнһә, быйыл 1 июлгә улар 463 берәмеккә еткән.
“Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһына ярашлы, 38 фермер 68,3 миллион һумлыҡ грант алған. Һөҙөмтәлә эшкәр­телгән ер майҙаны 27,4 процентҡа (11,9 мең гектарҙан 15,2 мең гектарға тиклем) артҡан.
Былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса көньяҡ-көнсығыш район­дарҙағы фермерҙар тарафынан 3,6 мең тонна ит етештерелгән. Был 2011 йылғы кимәлдән 1,85 тапҡырға юғарыраҡ (2011 йылда — 1,95 мең тонна). Ошо уҡ осорҙа 2,34 мең тонна һөт һауып алынған (2011 йылға ҡарата үҫеш 1,2 тапҡыр). 2011 йылда Урал аръяғы фермерҙары дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 6,2 процентын етештерһә, быйыл тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 8,3 процентҡа еткән (Баш­ҡортостанда иһә 6 проценттан 7,1 процентҡа тиклем).
Төбәктәге ауыл хужалығы продук­цияһының 90 проценты самаһы шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында етештерелеүен иҫәпкә алғанда, ауыл хужалығы ҡулла­ныусы­лар кооперацияһы иң перспективалы йүнәлеште тәшкил итә, тиергә мөмкин. Әле бында алты ҡул­ланыусылар кооперативы (республикала — 15) эшләй. Баймаҡ районында — “Буранбай”, “Яковлевка”, Бөрйәндә — “Нур”, Учалы­ла — “Луч” һәм “Фортуна”, Йылайыр районында “Патриот” кооперативтары. “Буранбай” менән “Патриот” “Ауыл хужа­лығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү” айырым маҡсатлы ведомство программаһында ҡатнашып, 2015 — 2016 йылдарҙа 2,9 һәм 3,5 миллион һумлыҡ грант алған.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында йыл һайын 160 — 300 мең тонна (дөйөм республика күләменең 10 проценты самаһы) иген йыйып алалар. Быйыл иһә тулайым йыйым 350 мең тонна булыр тип көтөлә.







Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә