Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ил мәктәптәрендә 1 сентябрҙән финанс ғилеме дәресе уҡытыла башланы. Әлегә ул программаға факультатив рәүешендә инә.
Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй хал­ҡының финанс грамоталылығы кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итеү һәм был йәһәттән белем биреүҙе үҫтереү” проекты илдең Финанс министрлығы менән Бөтә донъя банкы тарафынан әҙерләнгәйне. Уға ярашлы махсус дәреслектәр эшләнде. Башланғыс, төп һәм урта мәктәптәр, шулай уҡ урта һөнәри белем биреү учреждениелары өсөн әҙерләнгән әсбаптар 17 тупланманан тора. Балалар йортонда, махсус интер­наттарҙа тәрбиәләнгәндәргә айырым бүлектәр ҡаралған. Дәреслектәрҙә уҡытыусылар һәм ата-әсә өсөн методик кәңәштәр бар.
Финанс министрлығы тарафынан федераль һәм төбәк кимәлендәге уҡы­тыу үҙәктәре лә булдырылды. Был учреждениелар методистар әҙерләү, педагогтарҙың белемен камиллаштырыу өсөн яуаплы. 2016/2017 уҡыу йылында ил төбәктә­рендә 30 меңгә яҡын уҡытыусы белемен тәрәнәйтәсәк.

Ҡағыҙ мәшәҡәте кәмейәсәк

Мәктәп директорҙарынан, педа­гогтарҙан килгән бихисап дәғүәләрҙе күҙ уңында тотоп, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы белем учреждениеларында ҡағыҙ мәшәҡәтен кәметәсәк яңы закон проекты тәҡдим иткән.
Ул ғәмәлгә инһә, урындағы үҙида­ра, шулай уҡ власть органдары мәктәптәрҙән документ йә мәғлүмәт талап итә алмаясаҡ. Барыһы ла учреждениеның рәсми порталында урынлашҡан.
Әле уҡыу йорттары ай һайын 20-ләп запрос ала икән. Яуап биреү өсөн һәр аҙна дүрт-биш сәғәт ваҡыт кәрәк. Тимәк, закон проекты ҡабул ителһә, мәктәп коллективы әллә күпме административ йөктән азат буласаҡ.

Исемлектә
юҡ икән...


Мәғлүм булыуынса, балаларға эш дәфтәрен һатып алырға тура килә. Ошоға бәйле Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында үҙ фекерен белдергән.
“Әгәр мәктәп эш дәфтәрен уҡыу әсбаптарының мотлаҡ исемлегенә индергән икән, балаларҙы улар менән үҙе тәьмин итергә тейеш”, – тип белдергән етәксе. Ә инде исемлектә булмаһа, был дәфтәрҙе файҙалан­маҫҡа ла мөмкин.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа илдең Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыу әсбаптарының сифатын яҡшыртыу йәһәтенән байтаҡ ҡаҙанышҡа өлгәшкән. Варианттарҙы һайлау юлдары камиллашҡан. Был эштә эксперттарҙың ғына түгел, балаларҙың, ата-әсәләрҙең, уҡы­тыусыларҙың фекере, шулай уҡ дәреслектең ҡулланылыу кимәле иҫәпкә алына.

Ни өсөн
бер смена?


Федераль Хөкүмәт талап итеүенсә, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙең бөтөн мәктәптәре бер сменала уҡытыуға күсергә тейеш. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн республиканың Мәғариф министр­лығы төрлө мөмкинлектәр эҙләй.
Унда әйтеүҙәренсә, бер сменала белем биреүгә күсеүҙең төп маҡсаты – мәктәптә уҡыусыларҙы өҫтәмә дәрестәр менән тәьмин итеү. Илдең яңы мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева ла түңәрәктәр һәм секциялар эшен йәнләндереү мөһимлеге хаҡында белдергәйне. Был балаларға ла, ата-әсә өсөн дә файҙалы, уңайлы.
Ике сменала уҡытыу иһә төрлө сәбәп менән ойошторолорға мөмкин. Мәҫәлән, мәктәптә спорт залы берәү икән, физкультура дәресен үткәреүҙә ауырлыҡ тыуыуы ихтимал. Был осраҡта, әгәр уҡыу йорто ҙур ауылда йә ҡалала урынлашһа, дөйөм ҡулланылыштағы спорт комплекстары менән килешеү төҙөргә мөмкин.
Икенсе сменаны бөтөрөү маҡса­тында быйыл Рәсәй Хөкүмәтенән Башҡортостанға 536 миллион һум бүленгән. Был аҡса Стәрлетамаҡта мәғариф усаҡтары төҙөүгә йүнәлтелгән. Тиҙҙән ҡалала берәр мең урынлыҡ ике мәктәп сафҡа инәсәк.
Мәсьәләне хәл итеүҙең икенсе юлы – элек мәғариф тармағына ҡараған биналарҙы кире ҡайтарыу, иҫке­ләренә капиталь ремонт яһау. Был алым балалар баҡсаларына урын етмәгән осорҙа киң ҡулланылғайны.
Әле Өфөнөң Дим районында – 825, Колгуев биҫтәһендә 550 урынлыҡ мәктәптәр төҙөлә. Октябрь районына ҡараған Нуғай ауылында ла заманса белем усағы һалына.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә