Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә. Тик белем усағына балалар кәрәк тәбаһа”
“Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә. Тик белем усағына балалар кәрәк тәбаһа” Мәғарифта реформалар шауы тынып, һиллек урынлашҡан мәл. Тармаҡты заманға ярашлы үҙгәртмәйенсә, сифатҡа ынтылмайынса алға барыу мөмкин түгеллеген төшөндө халыҡ.
Белем биреү өлкәһе – тормоштоң көҙгөһө. Унда бөгөнгө социаль-иҡтисади хәл, тәрбиәүи, рухи-мәҙәни кимәл – барыһы ла асыҡ күренә. Һәр өлкәнең торошон яйға һалыу, үҫешен тәьмин итеү бурысы тап мәғарифҡа йөкмәтелгән. Быны педагогик йәмғиәт кенә түгел, башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре лә, власть вәкилдәре лә яҡшы аңлай һәм белем биреүҙе һәр яҡлап камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индерә. Ошо йәһәттән Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Гүзәл ШАҺИЕВА фекерҙәре менән уртаҡлашты.

– Мәғарифтағы үҙгәреш­тәрҙең күбеһе урын­дарҙағы социаль хәл менән тығыҙ бәйле. Быны халыҡ аңлап ҡабул иттеме, Гүзәл Ғайса ҡыҙы?
“Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә. Тик белем усағына балалар кәрәк тәбаһа”– Аңлатыу эшен, әлбиттә, байтаҡ алып барырға тура килде. Иң ҡырҡыу проблема – бәләкәй ауылдарҙағы мәктәптәрҙе ҡулай­лаштырыу буйынса халыҡ менән һөйләшеп-килешеүгә ике яҡтан да байтаҡ көс түгелде. Мәсьәлә еңел түгел, ҡатмарлы. Бер яҡтан ҡарағанда, эйе, ата-әсәнең бала­һын янынан ебәрмәй, йонсотмай белем алдырғыһы килә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә бармаҡ менән генә һанарлыҡ уҡыусы тотоу дөрөҫмө? Уларҙа ярыш сәме буламы? Башҡа тиҫтерҙәре алдынғы технологиялар менән йыһазлан­дырылған мәғариф учреждение­һында заманса белем алғанда, төпкөл ауыл балаһын ошо мөмкин­лектән ситтә ҡалдырыу уның “ҡанат”ын һындырыу кеүек килеп сыға түгелме? Һәр уҡыусы тигеҙ мөнәсәбәткә, үҫеш шарттарына хоҡуҡлы бит.
Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә, тиҙәр. Тик тәү сиратта белем усағы эшләһен өсөн балалар кәрәк тә-баһа. Бер нисә генә уҡыусы бөтөн ауылдың “йөгөн” үҙ иңендә күтәреп барып, һөҙөмтәлә заманса белем алыуҙан мәхрүм ҡалһынмы?
Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса күптән түгел ныҡлы бәхәс бара ине. Хәҙер халыҡтың күпселеге йәш быуынға төплө белем биреү, уны төрлө яҡлап үҫтереү мөһимлеген аңланы. Мәҫәлән, беҙҙең райондағы бер бәләкәй ауылда мәктәпте ҡулай­лаштырыу арҡаһында уҡыусылар бөгөн ҡалалағы башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Башта балалар өсөн әлеге мәғариф учреждениеһына экскурсия ойошторолдо. Ата-әсәләр бында белем алыу, һәләттәрҙе үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырыл­ғанын, түңәрәктәрҙең бихисап булыуын, төрлө ансамблдәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеген үҙ күҙҙәре менән күрҙе.
Юҡ, баланы тыуған ауылынан ситтә уҡытыу беҙҙең принципиаль йүнәлеш түгел. Йәштәр үҙ төйәгенә күпләп ҡайтып төпләнһә, йорт ҡалҡытһа, ниндәйҙер кәсеп йәйелдереп ебәрһә, шатлыҡтың сиге булмаҫ ине лә...
– Белеүебеҙсә, һеҙҙә ундай осраҡтар ҙа күп.
“Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә. Тик белем усағына балалар кәрәк тәбаһа”– Эйе, йылдан-йыл арта бара. Ауылдан сыҡҡан йәштәрҙең байтағы тыуған еренә ҡайтып төпләнеүҙе хуп күрә башланы. Мәғлүм булыуынса, беҙҙең Ишембай – ифрат бай яҡ, теләгән йүнәлештә үҫе­шергә, күңелең ятҡан кәсеп менән шөғөлләнергә мөмкин. Йәштәрҙең ошоно аңлап, үҙенә лә, тыуған еренә лә файҙа килтереп йәшәргә тырышыуы һөйөнөслө. Эшкә ҡайтыусылар күбәйә. Яңыраҡ ҡына юғары уҡыу йортон тамамлаған бер нисә белгесте хеҙмәт урыны менән тәьмин иттек. Йәштәргә социаль йәһәттән дә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, былтыр табиптарға өс фатир бирҙек. Быйыл август аҙағында үткән “Ҡала көнө”ндә күп бала тәрбиәләгән тиҫтәнән ашыу ғаилә торлаҡ сертификатына эйә булды.
Ғөмүмән, йәштәргә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Уларҙы спортҡа, райондың мәҙәни тормошона йәлеп итеүгә ҙур иғтибар бирелә. 2014 йылда ауыл биләмәләрендә “Әүҙем йәштәр көндәре” тигән сара ойошторҙоҡ, ул хәҙер даими үткәрелә. Уның барышында йәштәр район хаки­миәте, төрлө муниципаль һәм дәүләт учреждениелары белгес­тәре менән осрашып, яҡындан аралаша, проблемаларҙы ла уртаға һалып һөйләшеү, ауырлыҡ­тарҙан сығыу юлдарын күмәкләп эҙләү мөмкинлеге асыла. Йәш ғаиләләрҙең дәүләт ярҙамы төрҙәре, социаль, торлаҡ, ипотека кредиттары буйынса белешмә, эшҡыуарлыҡты, ауыл хужалығын үҫтереүгә бәйле һорауҙарына яуап бирелә. Әлбиттә, бер нимәне лә бөгөн йә иртәгә үк яйға һалыу мөмкин түгел, барыһы ла әкренләп хәл ителә.
Иң борсоған мәсьәлә шул: тыуым кәмей, айырылышыу осраҡтары күбәйә. Беҙҙә генә түгел, башҡа райондарҙа ла көн үҙәгендә торған проблема был. Ғаилә тарҡалыуының иң ҙур сәбәбе ниҙә? Эшһеҙлек. Вахта ысулы буйынса ситтә аҡса табыу осраҡтары ла ҡайһы берҙә айырылышыуға килтерә. Шул уҡ ваҡытта өйләнмәй, кейәүгә сыҡмай өлкәнәйә барған ирҙәр һәм ҡатындар байтаҡ. Ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, ғаиләләрҙе нығытыу маҡсатында районда ниндәйҙер махсус программа төҙөргә кәрәклеге хаҡында һөйләшеп килешелде. Был эште күмәкләп, урындағы хакимиәт етәкселәре менән берлектә тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ.
Ғөмүмән, йәштәр мәктәп уҡыусыларына ныҡлы өлгө булырға тейеш. Уларҙың етеш, маҡсатлы йәшәүенә һоҡланып, үрнәк алып үҫергә тейеш балалар. Тимәк, бөгөнгө йәш ғаиләне һәр яҡлап хәстәрләү мәғарифтың нигеҙен билдәләй, тип әйтергә мөмкин.
– Яңы уҡыу йылына районда өс балалар баҡсаһы асылған...
– Быны ҙур ҡаҙаныш тип баһалайбыҙ. Яңы Әптек, Ураҙбай, Бәрҙешле башланғыс мәктәптәре янында балалар баҡсаһы асыу был ауылдарҙа йәш ғаиләләрҙең күбәйә барыуына бәйле. Өс учреждениены төҙөүгә лә район ҡаҙнаһынан аҡса бүленде. Улар яңы ҡорамалдар, йыһаздар менән тәьмин ителде, биләмәләрендә уйын майҙансыҡтары булдырылды. Өҫтәп, “Реаль эштәр” программаһына ярашлы бүленгән аҡсаның да күпмелер өлөшө шуға йүнәлтелде.
Дөйөм алғанда, мәғариф учреждениелары яңы уҡыу йылын тулы әҙерлек менән башланы. Әле Ишембай ҡалаһындағы 3-сө мәктәп капиталь ремонтлана. Йәнә бер бурыс – икенсе сменаны бөтөрөү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был йәһәттән, мәҫәлән, бер мәктәпкә өҫтәмә бина бирергә планлаштырабыҙ.
– Уҡытыусыларҙың эшенән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Уҡытыусы һәр заманда ла иң хөрмәтле кеше, әйҙәүсе көс булып ҡала. Район педагогтары тырыша, заман менән бергә атларға ынтыла. Быйыл, мәҫәлән, белеүегеҙсә, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика гимназия-интернатынан Фаягөл Әмирханова “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсында төп бүләкте яуланы.
Педагогтарҙың эшенән ҡәнәғәт­беҙме? Был турала уҡытыусы­ларҙың район кәңәшмәһендә асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәһен барланыҡ, элеккеләре менән сағыш­тырҙыҡ, репетиторлыҡ эше­нә анализ яһаныҡ... Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусының хеҙмәт һөҙөмтәһен БДИ аша ғына баһа­лаусылар һаны артты. Дөрөҫмө был? Педагог бит өҫтәүенә конкурстарҙа көсөн һынарға, оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, методик кәңәшмәләрҙә тәжрибә уртаҡ­лашырға, уҡыусыларҙы олим­пиадаларға йөрөтөргә, йәмә­ғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға – ғөмүмән, йәш быуынға ныҡлы өлгө булырға, уларҙы һәр яҡлап үҫтерергә тейеш. Киләсәктә, БДИ һөҙөм­тәһенән тыш, уҡытыусы­ларҙың ошо күрһәткестәре лә иғтибар үҙәгенә алынасаҡ.
– Яңы уҡыу йылы уңайынан пе­дагогтарға ниҙәр әйтергә теләр инегеҙ?
– Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, хеҙмәтебеҙ ҙә ауырлашты, тип зарлан­ғандарҙы ишеткән бар. Тормош бит бер ваҡытта ла еңел булмаған. Хәҙер иһә, именлектә ғүмер иткәндә, етеш йәшәү өсөн бөтөн мөмкинлектәр барҙа зарланыу айырыуса урынһыҙ. Бөгөнгө уҡытыусы ла, ижади һәләттәрен файҙаланып, “йырлап” эшләү мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн дәүләт уға барлыҡ уңайлы шарттарҙы тыуҙырырға тырыша.
Төп дәүләт имтиханынан, БДИ-нан күренеүенсә, күп уҡыусылар һынау тапшырыу өсөн төрлө йүнәлештәге предметтарҙы ала. Мәҫәлән, берәүҙең физиканы, шулай уҡ йәмғиәтте өйрәнеүҙе һайлауы ихтимал. Был – уҡыусының ҡайһы юлдан китергә белмәүе тигән һүҙ. Педагогтар ата-әсә менән берлектә баланың һәләттәрен бәләкәй сағынан уҡ билдәләп, уны шул йүнәлештә үҫтереүҙе төп маҡсат итеп алһын ине. Йәш быуынды яратайыҡ, уй-теләктәрен ишетә беләйек, хыялдарын тормошҡа ашырайыҡ. Шул саҡта улар ситкә китергә атлыҡмаҫ, яныбыҙҙа булыр, төбәгебеҙҙе үҫтереүгә бөтөн көсөн һалыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 10

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 8

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 9

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 7

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 9

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата? 12.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәр хәрби иҫәп тураһында белдереү ҡағыҙы ала башланы. Был нимәне аңлата?...

Тотош уҡырға 26

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне 12.08.2025 // Йәмғиәт

Стәрлебаштан тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 15

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Республикала ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 16

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо һаҡлана 12.08.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырлы һәм йылы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр итте республика...

Тотош уҡырға 15