Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин Ейәнсура районының Үрген ауылында донъяға килә. Балалыҡ йылдары тураһында яҡын кешеләренең береһе – бер туған апаһы Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы хәтерләүенсә, ҡустыһы 8-се класты Үргендә бөтөрә, шунан һуң ул ваҡытта райондағы берҙән-бер Абҙан башҡорт урта мәктәбен тамамлай. Бәләкәйҙән тиҫтерҙәре менән еңел аралашыусан була, улар менән тиҙ уртаҡ тел таба. Яҡшы уҡый, тәртипле була. Әҙәби китаптарҙы күп уҡый. Бала саҡ хыялы тормошҡа аша – билдәле яҙыусы һәм драматург булып китә.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетында белем алғас, Азат Абдуллин 1953 – 1956 йылдарҙа Мәскәүҙә Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының аспирантураһында белем ала. Уны тамамлағас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, тиҙҙән профессиональ яҙыусы булып китә.
Әҙип тәүге әҫәрҙәрендә үк, ысынбарлыҡтағы мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, заман геройҙарын һүрәтләүгә ынтыла, тормошта әүҙем позициялы көрәш кешеләрен күрһәтеү барған һайын асығыраҡ төҫ ала. Яҙыусы күберәк кеше, уның тормошо һәм мәғәнәһе, көрәше һәм бәхете, әхлаҡи йөҙө кеүек темаларҙы күтәрә. Ижад юлының башында ул үткән быуаттың 30-сы йылдарында Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында зоотехник булып эшләп, 23 йәшендә генә фажиғәле һәләк булған шағир Сергей Чекмарев хаҡында материал йыя, уның тормошон һәм поэзияһын тикшереү менән шөғөлләнә. Чекмаревтың көрәш менән үткән ғүмерен һәм героик образын яҙыусы “Онотма мине, ҡояш!” тигән драмаһында һәм повесында һынландырҙы. Тап бына ошо әҫәрҙәре Азат Абдуллинға үҙ темаһын, геройҙарын билдәләргә ярҙам итте, уның яҙыусы, драматург булараҡ үҫеш юлдарын күрһәтте. Бер аҙ һуңыраҡ баҫылып сыҡҡан “Аҡтан-аҡ һөт” һәм “Ҡыҙыл ысыҡ” исемле повестарында ла автор геройҙарын тормоштоң үҙенән эҙләп тапты.
Әҙәбиәттә уңышлы эшләүе, шуның менән бергә Мәскәүҙә сыҡҡан үҙәк гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа заман ҡуйған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреүе, уларға принципиаль баһа биреүе Азат Мөхәммәт улына илебеҙҙә генә түгел, донъя кимәлендә танылыу алған әҫәрҙәр тыуҙырыуға булышлыҡ итте. СССР-ҙың 150-нән ашыу һәм донъяның 35 иле театрҙарында сәхнәгә ҡуйылған “Ун өсөнсө председатель” шундай үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙең береһе булды. Драманың үҙәгендә – заманынан алда барған кеше трагедияһы. 1985 йылда автор уның дауамын – “Һуңғы уҙаман” пьесаһын ижад итә.
Әҫәрҙәрендә төп көрәш донъяға, эшкә төрлөсә ҡараш, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, хаҡлыҡ менән нахаҡлыҡ араһында бара. Сәғәҙиевте төрмәгә ултыртҡас, район етәкселәре ҙур бәләнән ҡотолғандай иркен һулап ҡуя. Төп герой дүрт йылдан әйләнеп ҡайта. Колхоз танырлыҡ түгел, өлгәшелгәндәр юҡҡа сығып бөтә яҙған, мең умартаның 170-е генә ҡалған, бәйгеләрҙә ал бирмәгән юртаҡтар һатылған, башҡа ярҙамсы хужалыҡтар ҙа бөлгөнлөк хәлендә. Йүнле кеше ҡалмаған, китеп бөткәндәр, ихтыяр тапалған, эшләргә теләк, һәйбәт йәшәү ынтылышы һүрелмәгән, хеҙмәт кешеһенең рухы һынған... Әҫәр 70-се йылдар аҙағындағы ысынбарлыҡты дөрөҫ сағылдырыуы менән ҡиммәтле, ләкин был проблемалар күп йәһәттән бөгөн дә ошолай уҡ бик ҡырҡыу тора түгелме ни?
Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйек, заманында авторҙың саҡырыуы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был спектаклдәрҙе беҙҙең район тамашасыларына ла күрһәтте.
Азат Абдуллиндың ижадында Рудольф Нуриевҡа арналған “Раббым баҡсаһы” драмаһы айырым урын алып тора. Унда мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Әҫәрҙе 2004 йылда беренсе булып Мәскәүҙә Роман Виктюктың театры сәхнәгә ҡуя. “Раббым баҡсаһы” – милли авторҙың СССР тарҡалғандан һуң 25 йыл дауамында Рәсәйҙең баш ҡалаһы театрҙары ҡуйған берҙән-бер пьесаһы. Спектакль юғары баһалана, театр уның менән тотош Рәсәйҙе урап сыға, донъяның күп кенә илдәрендә, шул иҫәптән Германияла, Англияла, АҠШ-та, Израилдә, Австралияла була.
— Пьеса әле лә сәхнәнән төшмәй, 2015 йылда театр ҡабатлап АҠШ-та гастролдәрҙә булып, “Раббым баҡсаһы” менән Нью-Йорк, Вашингтон, Бостон, Чикаго һәм башҡа ҡалаларҙың тамашасыларын шатландырҙы. Ҙур тамаша залдары авторҙы һәм актерҙарҙы алҡыштарға күмде, күптәрҙең күҙҙәрендә йәш ине, – тип һөйләй театр директоры урынбаҫары Григорий Пумашев.
Драматургтың “Боҙло тәхет” пьесаһы 2013 йылда донъя күрҙе. Әҫәрҙә илебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге ун йыллыҡ тормошо һүрәтләнә. 1930 йылда ил етәксеһе И.В. Сталин: “Алдынғы илдәрҙән бер быуатҡа артта ҡалғанбыҙ икән, тиҫтә йыл эсендә уларҙы йүгереп ҡыуып етергә тейешбеҙ, юғиһә беҙҙе иҙеп китәсәктәр”, – тип белдерә. Бар донъяны таң ҡалдырып ҡатмарлы, рәхимһеҙ шарттарҙа дошмандар ҡамауында, тарихи осор сикләүҙәрендә Сталин етәкселегендә хәл ителгән проблемалар һәм ул өлгөрмәгән йә уға хәл итергә мөмкинлек бирелмәгән мәсьәләләр бөгөн беҙҙең йәмғиәт өсөн көнүҙәк һабаҡ булып тора, бигерәк тә Украина ваҡиғаларына бәйле халыҡ-ара хәл-торош шарттарында.
Бөгөн халыҡ яҙыусыһы автобиографик повесть өҫтөндә эшләй. Уның һәр әҫәре көтөп алына. Әҙип ғүмер юлындағы сикләүҙәрҙән, тыйыуҙарҙан өҫтөн торҙо. Ә улар Азат Абдуллиндың ижадында ла, тормошонда ла бихисап булды.
Тәүге пьесаһы “Онотма мине, ҡояш!” буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған спектаклде тамашасы бик йылы ҡабул итә, Арыҫлан Мөбәрәков, Бәҙәр Йосопова, Вәли Ғәлимов кеүек атаҡлы театр әһелдәре хуплап ҡаршы ала. Әммә спектаклдең ғүмере ҡыҫҡа була, биш тапҡыр ғына ҡуйылғандан һуң ул КПСС-тың өлкә комитеты тарафынан сәхнәнән алып ташлана. Йәнәһе, әҫәр партияға ҡаршы, идея яғынан зарарлы. Бындай һығымта өсөн пьесала ни бары кешеләрҙең хөрмәтенә лайыҡ булмаған район етәксеһе образын дөрөҫ кәүҙәләндереү генә етә. Әллә замана түрәләре унда үҙҙәрен танынымы икән? Пьеса йәш драматург өсөн бер ҡазаға әйләнә.
Спектакль тыйылғандан һуң КПСС-тың өлкә комитетында башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәрҙәре менән ҙур кәңәшмә ойошторола. Республика етәкселәренең береһе трибунанан: “Бындай “писакаларҙан” әҙәбиәттә эшләү хоҡуғы тартып алынырға тейеш”, – тип белдерә. Шуның артынса ижади коллективтарҙа йыйылыштар үткәрелеп, зарарлы пьесаны һәм спектаклде фашлауҙар башлана. Был осраҡта байтаҡ яҙыусылар ҙа үҙҙәрен бик үк дәрәжәле тотмай. Республика гәзиттәренең береһе үҙ уҡыусыларына “А. Абдуллин – тунеядец” тип хәбәр һала, ә унан “тунеядецтың яҡшы пьеса яҙыуы мөмкинме?” тип һөҙөмтә лә яһап ҡуя. Етәкселек “Абдуллин яҙғандарҙың береһе лә республика матбуғатында баҫылырға тейеш түгел” тип күрһәтмә лә бирә. Яҙыусы Мәскәүгә китергә мәжбүр була, ғаиләһе тарҡала...
Әммә заман Азат Абдуллиндың был көрәштә еңеүсе икәнен раҫлай. Пьеса 1967 йылда Мәскәүҙә “Театр” журналында баҫылып сыға һәм яңынан сәхнәгә юл яра. Ул башлап Мөхтәр Әүәзов исемендәге Ҡаҙаҡ академия театрында донъя күрә, артабан илдең байтаҡ сәхнәләрендә ҡуйылып, киң билдәлелек яулай.
“Ун өсөнсө председатель”дең премьераһы 1979 йылда Е. Вахтангов исемендәге академия театрында була. Спектакль КПСС Үҙәк Комитетының идеология мәсьәләләре буйынса секретары М.А. Сусловтың, СССР прокуратураһының, партияның күп кенә өлкә комитеттарының ҙур ҡаршылығына осрай. Ләкин мәсьәләгә СССР Министрҙар Советы рәйесе А.Н. Косыгиндың ҡыҫылыуы, киң йәмәғәтселектең һәм үҙәк матбуғат сараларының яҡлауы, вахтанговсыларҙың ҡаты позицияһы арҡаһында ғына спектакль ҡотҡарып ҡалына.
Үрҙә билдәләнеүенсә, драманың сәхнә яҙмышы артабан үтә лә уңышлы була, тик Башҡортостанда ғына ул Мәскәүҙәге премьеранан һуң алты йыл үткәс кенә ҡуйылды.
Нахаҡ ғәйепләүҙәр, нигеҙһеҙ ҡыйырһытыуҙар әҙипте сыныҡтырыу менән бергә, уның үҙенең башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм һаҡсыл мөнәсәбәтен көсәйтә. Күп осраҡта лайыҡһыҙ булып та, юғары исемдәр, наградалар өсөн хатта йәндәрен һатырға әҙер тороусылар була. Ә бына 1988 йылда “Ун өсөнсө председатель” драмаһы республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгәс, Башҡортостандың бер ниндәй наградаһына эйә булмаған Азат Абдуллин, үҙе кеүек күп эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән дуҫы, хәҙер инде мәрхүм Рәми Ғарипов файҙаһына премиянан баш тарта. Ошо үҙе генә лә уның юғары кешелек сифаттары тураһында һөйләмәйме ни?
Эйе, Азат Абдуллин тормош ығы-зығыһынан, ваҡлыҡтарынан юғары була белде. Яҙыусы исеменә, яҙыусы әхлағына, намыҫына тап төшөрмәне.
Юлай СОЛТАНБАЕВ әҙерләне.