Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дурбан-Дыуан-Дуван-Диуан?
3. Таҙтүбә

Әлегә тиклем тик Стәрлетамаҡ һәм Ишембай яҡтарындағы Йөрәктау (диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге — 220 метр), Ҡуштау (251 метр), Шәкетау (ул хәҙер бөтөп бара, сөнки Стәрлетамаҡтың “Сода” комбинаты соҡоп, шартлатып эзбиз сығара), Торатау (280 метр) бейеклектәрен генә шихандар, йәғни боронғо диңгеҙ төбөнән ҡалҡып сыҡҡан эзбизлы яңғыҙ тау рифтары тип йөрөттөләр.
Баҡтиһәң, боронғо пермь рифтары республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә лә бар икән. Мәсетле районындағы Мунсик тауҙары тураһында гәзитебеҙ былтыр 7 декабрҙә яҙып сыҡҡайны инде.
Бына тағы ла бер шихан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 517 метрлыҡ был тау Таҙтүбә тип атала һәм Дыуан районының шул уҡ атамалығы ауылдың төньяҡ осонан башлана ла артабан Вознесенка, Яраҫтау, Сальевка ауылдары яғына һуҙыла. Сальевка ла урыҫ һүҙе түгел, ул “сал тау” тигәнде аңлата. Татарстандағы Яр Саллы ҡалаһы менән Дыуан районындағы Сальевка ауылы — тамырҙаш атамалар.
Таҙтүбә тауы 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгәйне. Таҙ “пеләш” тигәнде аңлата. Ысынлап та, уның түбәһе таҙ, пеләш башлы кешене хәтерләтә. Уның көньяҡ битләүендә ағас-фәлән күренмәй, тик энәле ҡәнәфер, яҙғы һары умырзая, елем үләне, урал еҙ төймәһе (пижма), астрагал, себер күк сәскәһе, күгелйем ҡаҙаяҡ — бөтәһе 15-ләгән төр үлән үҫә. Улар араһында дарыу үләндәре ла байтаҡ. Таҙтүбә шиханының фаунаһы ла бай. Тау итәгендә һоро йомрандар оя ҡорһа, түбә ипкенендә ҡанатһыҙ сиңерткәләр һикерешә, төрлө төҫтәге күбәләктәр сәскәнән сәскәгә ҡуна, ә төньяҡҡа һуҙылған сауҡалыҡта ҡоштар һайрай.

4. Изге сығанаҡ һәм йоҙаҡтар


Мәсәғүттән Ҡыйғыға барған юл өҫтөндәге Имәнтау итәгендә ҡаяларҙы ватып-емереп һалҡын һыулы шаян шишмә атылып сыға ла таштан ташҡа һикерә-һикерә Әй йылғаһына ашыға. Урындағы урыҫтар уны “Святой источник” — “Изге сығанаҡ” тип йөрөтә һәм улар был төбәккә ХVIII быуат урталарында килгәнгә тиклем үк ағып ятҡан шишмәгә “крестовой ход” (тәре күтәреп йөрөү), төрлө дини байрам үткәрә, ҡоролоҡ йылдарында Хоҙайҙан ямғыр һорап ялбара.
Йәштәр ҙә үҙ иткән был сығанаҡты. Яңы өйләнешкән йәштәр, һыу ашлатырға тип, тар ғына баҫма аша сығып шишмә янына килә, һыуын эсә, бит-ҡулдарын йыуа, бер-береһенә һыу сәсрәтеп шаяра, яр башындағы түңәрәк япма (беседка) аҫтына ултырып туйҙарын дауам итә лә Мәсәғүт ауылы алдындағы күрһәтеү бағанаһына никахтарының оҙайлы булыуын теләп төрлө төҫтәге таҫма бәйләй һәм туй кортежы Ҡыйғы — Оло Устьикин юлындағы Әй күперенә йүнәлә. Бында йәштәр ике йоҙаҡты бергә бикләп йылғаға ташлай. Был да үҙенә күрә никахтың ныҡлығына ышаныс тураһында һөйләүсе яңы башланған ғөрөф-ғәҙәт.
Шуныһы ғәжәп: Изге сығанаҡ тау-таш араһынан бер йыл атылып сыҡһа, икенсе йыл ҡорой ҙа ҡуя. Өсөнсө йыл йәнә аға башлай.

5. Ҡарағай “бабай”


Дыуан менән Ҡариҙел райондары араһындағы “Грань” (“Сик”) тигән аҡлан ситендә 4 метр 68 сантиметр йыуанлығында һәм буйы 18 — 20 метрға еткән ҡарт ҡарағай үҫеп ултыра. Уның көнсығыш өлөшөндә 10 һәм 12 метр бейеклектә ике солоҡ умартаһы ла ҡуйылған булған. Хәҙер улар юҡ инде. Тимәк, Өфө яйлаһының был өлөшөндә ҡасандыр солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ундағы урмандарҙы ҡыра башлағас, солоҡсолоҡ та юҡҡа сыға, һәм бөгөн ул Бөрйән яҡтарында ғына дауам итә.
Әммә 400 йәшлек ҡарт ҡарағай бөгөн дә, йәшерәк ағастарҙы үҙ ҡанаты аҫтына алып, башын ғорур күтәреп, тирә-йүнгә йәм биреп, тамырҙарын тәрәнгә ебәреп ҡымшанмай баҫып тора. Ул район әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

6. Ҡарашар һаҙлығы

Вознесенка ауылынан 3-4 саҡрым көнсығышта майҙаны 63 гектарға еткән тәрән һаҙлыҡ йәйрәп ята. Черношар тип йөрөтөлгән был һаҙлыҡтың икенсе атамаһы ла бар. Ҡасандыр бындағы Ҡарашар ауылында Сенька исемле урыҫ йәшәгән. Ул һаҙлыҡ уртаһынан саф һыулы шишмә урғылып ятҡанын күрә лә уны таҙартырға, йырырға тотона. Аҡҡан һыу юлына ул тарма орлоғонан май һыҡтырыу ҡоролмаһы төҙөй.
Йылдар үтә. Хәҙер Сенька үҙе лә, ул төҙөгән ҡоролма ла, ауыл да юҡ. Әммә “Сеньканың май һауыты” тигән атамаһы ҡалған, ә шишмә ҡамыштар араһынан юл ярып ағыуын дауам итә. Унда мүк еләге, оҙонса ваҡ япраҡлы һәм аҡ өйкөм сәскәле һаҙанаҡ (багульник), кейәү үләне (тимьян), ҡыҙыл көртмәле һәм башҡа һирәк осраусы емеш-еләк үҫә.
Шуныһы ҡыуаныслы: үткән быуаттың етмешенсе йылдарындағы, ерҙе арттырып мул уңыш аласаҡбыҙ, тигән мелиорация шауҡымы был һаҙлыҡты урап үтә. Торналар, селәндәр һәм башҡа һыу ҡоштары, мышылар, ҡабан сусҡалары ла бар Ҡарашар һаҙлығында.
Күренекле ботаник, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы, профессор, Таҙтүбә ауылы егете Евгений Кучеровтың әйтеп ҡалдырыуы буйынса, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ, Таҙтүбә шиханы ла, “Грань” ҡарағайы ла, Ҡарашар һаҙлығы ла килер быуындарға һаҡланып ҡалырға тейеш.

7. Тәүге педагогия уҡыу йорто

Башҡортостандың ауыл ерендәге тәүге педагогия уҡыу йортона Мәсәғүттә нигеҙ һалына. Ул Златоуст өйәҙе земствоһы ҡарары менән 1907 йылдың 27 сентябрендә асыла һәм тәүҙә Әй күперенән йыраҡ түгел “Халыҡ йорто” тип аталған йортта урынлаша. 1910 йылда земство аҡсаһына ауыл уртаһында ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы бина ҡалҡып сыға һәм дүрт класлы ҡатын-ҡыҙҙар прогимназияһы шунда күсә. Уны тамамлаусыларға “Халыҡ уҡытыусыһы” тигән исем бирелә һәм ауыл мәктәптәренә ебәрелә. 1908/09 уҡыу йылында, мәҫәлән, унда 107 ҡыҙ уҡыған. Шуларҙан 73-ө — крәҫтиән, икәүһе – дворян һәм чиновник, һигеҙе дини ғаиләнән, икәүһе – сауҙагәр, ун бере – мещан, йәнә ун бере – башҡа ҡатлам ҡыҙҙары.
1918 йылдың апрелендә прогимназия ябыла, уҡытыусылар ҡыуыла, бинаға большевиктар штабы урынлаша һәм июнь айында 40 коммунар уны фетнәселәрҙән һаҡлап башын һала.
1929 йылда Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарары менән Мәсәғүттә һәм Мәләүездә ауыл педагогия техникумдары асыла. 1949 йылда Мәсәғүт техникумы ике йыллыҡ уҡытыусылар институты тип үҙгәртелә. Ул илебеҙҙең ауыл ерендәге тәүге пединституты була һәм 1957 йылға тиклем ауыл мәктәптәре өсөн меңгә яҡын урыҫ теле һәм әҙәбиәте, физика, математика уҡытыусыларын әҙерләй, ә 1929 йылдан бөгөнгәсә уны 7 меңдән ашыу кеше тамамлай.
Бөгөн ул педагогия колледжы тип атала һәм урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, информатика, башланғыс кластар, мәктәпкәсә белем биреү буйынса уҡытыусылар әҙерләй.
(Аҙағы. Башы 50-се һанда).
Ризван ХАЖИЕВ,
журналист;
Наилә АБДУЛЛИНА,
Мәсәғүт район китапханаһының тыуған
яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә