Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Татыулыҡҡа тау ҙа ҡыҙыҡҡан, ти
Үрге Иҙрис ауылы элек-электән эшсән, берҙәм, шул уҡ ваҡытта әҙәпле халҡы менән айырылып торҙо. Был төбәк кешеләре әле лә дәртен һүрелдермәй, бәҫен төшөрмәй йәшәүен дауам итә. Иман йорто ла ауылға йәм өҫтәй. Йома намаҙы ваҡытында аҙан тауышына күмелә. Ололарға эйәреп йәштәр менән балаларҙың да мәсеткә йөрөүе һөйөндөрә.
Яҙмамдың башында ауылда көн итеүселәрҙең эшсәнлеген телгә алыуым юҡҡа түгел. Ошо кескәй генә төбәктән районда ғына түгел, республика кимәлендә данланған билдәле шәхестәр сыҡты. Мәҫәлән, Социалистик Хеҙмәт Геройы, ике Ленин ордены кавалеры, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты Гәүһәр Фәйзуллина, өс тиҫтә йылдан ашыу Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозға етәкселек иткән Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХVII съезы делегаты Хәбибнәжәр Халиҡов менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Шулай уҡ биш колхозсы “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән исемгә лайыҡ булды, совет осоронда ике тиҫтәнән ашыуы орден һәм миҙалдар менән наградланды. Был миҫалдар — ауыл халҡының тырыш, эшһөйәр булыуы хаҡындағы кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәрҙең бер нисәһе генә.
Фиҙаҡәр хеҙмәте менән айырылып торған Әлфиә Үтәбаева тураһында яҙырҙан элек уның атаһы Вәлиулла ағайҙы хәтергә алып үтмәү яҙыҡ булыр, тип уйлайым. Ғүмерен колхоз эше өсөн арнаған ир-уҙаман тормоштоң барлыҡ баҫҡыстарын намыҫлы үтте. Фәйрүзә еңгә менән ете балаға ғүмер биреп, 48 йыл татыу йәшәнеләр. Үкенескә ҡаршы, хәҙер икеһе лә арабыҙҙа юҡ инде.
Әлфиә урта мәктәпте тамамлағас, күңеле тартҡан һөнәргә эйә булды. Һатыусылыҡҡа уҡып, ауылына эшкә ҡайтты. Шул уҡ йылды Мәжит исемле егет менән ғаилә ҡорҙо.
Тыуған мөхитендә матур тәрбиә күреп үҫкән Әлфиә менән Мәжит тәүге көндәрҙән үк тормоштарын бер-береһенә ышанып, ҙур дәрт менән башланы. Бер аҙ улар төп нигеҙҙә йәшәне, артабан йорт һалып, башҡа сыҡтылар. Әлфиә, эше тынғыһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, олоғайып барған ҡайны-ҡәйнәһенә терәк булды. Ата-әсәһенең хәлен белергә лә ваҡыт тапты. Тәүҙә Гөлнуры, бер аҙҙан Миңнуры донъяға килгәс тә өйҙә оҙаҡ ултырманы. Балаларын ҡәйнәһе Хәнифә менән әсәһе Фәйрүзә тәрбиәләште.
Эшендә һынатманы Әлфиә, яратып башҡарғанғамы икән, планды һәр саҡ арттырып үтәне, алсаҡ һәм мөләйем хеҙмәткәр булды. Ул саҡта Темәс сауҙа селтәренә ҡараған Түбәнге Иҙрис магазины етәксеһе Фирҙәүес Ишмәтова һатыусынан ҡәнәғәт булыуын белдереп:
— Әлфиә һымаҡ тырыш һатыусылар сауҙа ойошмаһында һирәк. Һатып алыусылар менән уртаҡ тел таба, төплө кәңәштәре менән ярҙам итә, шуға ла ул күптәргә өлгө, — тигәйне.
Ҡайныһы вафат булғас, ҡәйнәһен эргәләренә алып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Ҡасандыр гөрләп торған колхоз тарҡалғас, ғаилә башлығы Мәжит эшһеҙ ҡала. Шулай ҙа әмәлен таба: Себер яҡтарына юллана, вахта ысулы менән эшләй. Иң мөһиме — ғаиләһе өсөн яуаплылығын яҡшы аңлай. Ҡыҙҙары Сибайҙа медицина колледжында белем ала.
— Ғаиләңдән айырылып, ситтә эшләп йөрөүе ауырҙыр бит? — тип ҡыҙыҡһындым Мәжит ҡустынан.
— Ни эшләмәк кәрәк, түҙергә тура килә. Төп хәстәрлек — ир-ат иңендә. Эшһеҙлек һәр ваҡыт дауам итмәҫ, ил етәкселәре ауылдарҙы тергеҙеү өсөн киләсәктә ярҙам ҡулы һуҙыр тигән өмөттәмен.
Әлфиә эшен атҡарырға ла, туҡһан йәшкә етеп килгән ҡәйнәһен хәстәрләргә лә өлгөрә. Тыл һәм хеҙмәт ветераны булараҡ, Хәнифә апайға Сибай ҡалаһынан ике бүлмәле фатир биргәндәр, әммә унда йәшәгеһе килмәй.
— Киленемдән айырылаһым юҡ. Аллаға шөкөр, уңдым, ҡыҙым һымаҡ күрәм, үҙенә лә Хоҙай һаулыҡ бирһен, — тип доғаларын уҡый инәй.
Ике тиҫтәнән ашыу йыл ҡәйнәһен ҡараған, өҫтәүенә урында ятҡан әсәһен тәрбиәләп һәм ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатҡан Әлфиә Вәлиулла ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда ҡәйнәһенән генә түгел, үҙ әсәһенән баш тартыусылар ҙа осрай.
Һәр кем үҙ дәүерендә киләһе быуынға үрнәк булып намыҫлы йәшәргә бурыслы. Беҙ быны Әлфиә менән Мәжит Үтәбаевтар өлгөһөндә күрәбеҙ. “Рәсәйҙең сауҙа отличнигы” билдәһе, республика һәм район ҡулланыусылар ойошмаһының Почет грамоталары менән наградланған Әлфиә Үтәбаева көн дә яратып башҡарған эшенә — магазинына юллана. Унда уны һатып алыусылары көтә.
Салауат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы
Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 2

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 3

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 3

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде 02.11.2026 // Йәмғиәт

Тимур Герасимов Башҡортостандың сәнәғәт министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә

Башҡортостанда төндә ҡырау, ҡар һәм һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе көтөлә 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала төндә -9 градусҡаса ҡырау төшөүе, ҡар ҡатыш ямғыр ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандан ауыл табибы халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булды
Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 8


Комментарий өҫтәргә