Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әйтер һүҙең әйтеп ҡал...
Берҙәм тауыш биреү көнөнә лә һанаулы ғына ваҡыт ҡалды. Мәғлүм булыуынса, 18 сентябрҙә Рәсәй Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайланасаҡ, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар үтәсәк, республикала һигеҙ ҡала округы Советына (Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө), Межгорье ҡалаһы ҡала округынан тыш, бөтә ҡала округтарына, 54 муниципаль район һәм 10 ҡала биләмәһе Советына (Баймаҡ, Бәләбәй, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Мәләүез, Туймазы, Учалы, Яңауыл), Асҡын, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡалтасы, Кушнаренко, Мәләүез, Нуриман, Салауат райондарындағы 41 ауыл биләмәһе Советына депутаттар һайланасаҡ. Әле агитация осоро бара. Партиялар, депутатлыҡҡа кандидаттар һайлаусыларҙы киләсәккә пландары менән таныштыра, маҡсаттары һәм хыялдары хаҡында һөйләй. Ә һеҙ кандидаттарға ниндәй наказ бирер инегеҙ? Һеҙҙеңсә улар тәү сиратта ниндәй проблемаларҙы өйрәнергә һәм хәл итергә тейеш?

Венера ХӘЙҘӘРОВА, Благовар районы:
— Минеңсә, әле йәмғиәттең иң иғтибар талап иткән урыны — ул һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф тармағы. Уҡытыусылар ҡағыҙ эшенән бушамағанда, табиптарға һыу буйы сират аша эләгеп булмағанда белемле һәм сәләмәт шәхес тәрбиәләп буламы икән? Әлеге көндә “зәңгәр экран”дарҙан төшмәгән ана шул кандидаттар ҡыҙыҡ өсөн генә булһа ла ябай дауаханаға барып ҡараһын ине ул. Шунда, бәлки, аңларҙар: халыҡты тормошҡа ашмаҫтай маҡсаттар, бурыстар ҡыҙыҡһындырмай, улар ысынбар­лыҡ менән йәшәй. Кешелеккә уҡытыусы­ларҙы ҡайғыртҡан, уларҙың мәнфәғәтен яҡлаған һәм хатта ниндәйҙер кимәлдә һаҡлаған ҡанундар кәрәк. Дауаханаларҙың ябылыуына юл ҡуймаған закон проекттарын әҙерләү ҙә – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был йәһәттән ил Президенты ҡабул иткән “май указдары”ның нисегерәк тормошҡа ашырылыуын күҙәтеп барыу ҙа бик мөһим.
Ринат МИФТАХОВ, Салауат ҡалаһы:
— Йәштәр менән эште әүҙем­ләште­рергә кәрәк. Статистика мәғлүмәт­тәренән күренеүенсә, бөгөн наркомания булһынмы, эскелекме, ғөмүмән, бөтә социаль афәт ана шул быуынды һағалай. Ә уларҙан ҡотолоу юлы бер — спорт һәм хеҙмәт. Тик бөгөн, әйтәйек, баш ҡалабыҙҙа ниндәй генә спорт секцияһына яҙылам тиһәң дә, тәү сиратта хаҡтары тешләшә. Тимәк, йә хаҡтарҙы көйләргә, йә әлеге балаларҙың ата-әсәләренә эш хаҡын арттырырға кәрәк. Ғөмүмән, социаль мәсьәләләрҙе бер нисек тә үҙаллы ғына хәл итеп булмай ул. Әле кандидаттар спорт майҙансыҡтарын төҙөйбөҙ, спортты үҫтерәбеҙ, тиҙәр. Тик уларҙы төҙөү менән унда кем шөғөлләнәсәк? Киләсәк йәштәр ҡулында тип ҡабатларға яратабыҙ. Әммә уларҙың һау-сәләмәт яҙмышы беҙҙең ҡулда. Йәштәрҙә киләсәккә ышаныс тыуҙырырҙай закондар ҡабул итергә кәрәк.

Гөлнәзирә СӘЛИМОВА, Өфө ҡалаһы:
— Бынан биш йыл элек ипотекаға фатир һатып алған инем. Тағы егерме ике йыл түләйһе бурысым бар. Ай һайын 20 мең һумға яҡын аҡсам кредитты ҡаплауға китеп тора. Шуға әлеге көндә мине бер генә мәсьәлә борсой: кредит ставкаларын аҙға ғына булһа ла кәметеп булмаймы икән? Ни өсөн сит илдәрҙә кредитты 1-2 процент ставка менән юллап булғанда, беҙҙә был һан хатта 50 проценттан артып китә. Был өлкәне закон менән көйләп булмаймы? Депутаттар ошо хаҡта ла уйланһын ине.

Юлай ЮЛСУРИН, Бөрйән районы:
— Нимә көтәм һәм нимә өмөт итәмме? Бер нимә лә көтмәйем дә, өмөт тә итмәйем. Беҙ һәр ваҡыт ҡайҙандыр нимәлер өмөт итергә өйрәнеп киттек шикелле. Ғөмүмән, беҙ һайлаясаҡ депутаттар нисек кенә яҡшы булмаһын, һәр ҡайһыбыҙҙың яҙмышын хәл итә алмаясаҡ. Ҡайҙандыр, кемдәндер көтөп ултырғансы, һәр кем хеҙмәт урынында, йәшәгән ерендә көн дә үҙе өсөн дә, илебеҙ өсөн дә файҙалы эш алып барырға бурыслы.

А. ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә