Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙ ишәктән — ир, ирҙән ишәк яһар...
Ҡатын-ҡыҙ ишәктән — ир,  ирҙән ишәк яһар... Халыҡ һүҙе хаҡлыҡҡа тура киләме?
Ҡатын-ҡыҙ... Тәбиғәттең мәңге сиселмәҫ серле йомағы. Кешелектең әсәһе. Гүзәллек һәм аҡыл, түҙемлек һәм сабырлыҡ бергә төйнәлгән донъя тотҡаһы.



Шулай ҙа йәмғиәттең ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәте, минеңсә, сәйерерәк. Уның ҡөҙрәте алдында баш эйеү һәм матур­лығын күккә күтәреп маҡтау, шул уҡ ваҡытта уға бала әсәһе, йорт-ер хужа­бикәһе, тәрбиәсе итеп кенә ҡарау һәм ошо тәғәйенлә­неш­тәргә өҫтөнлөк биреү ҙә бар. Йәнәһе, ҡатын-ҡыҙҙың был донъялағы төп урыны – әсә булыу, бала үҫтереү, ир кешегә ҡанат ҡуйыу.
Мин бөгөн ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡ­тары тура­һында фәлсәфә һа­тырға йыйынмайым. Эмансипация, феминизация кеүек сит-ят һүҙҙәр ҡулланылһа ла, асылда мәсьәлә ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттә тотҡан урыны, шул йәмғиәт тарафынан уның рухи мөмкинлек­тәрен тулы файҙаланыу-фай­ҙаланмауына ҡайтып ҡала. Һәм был осраҡта гүзәл заттың ирҙәр менән тиң бул­дыҡлылығы, хужа­лыҡтың ҡайһы өлкәләрендә үҙенең һәләттәрен тулыраҡ аса алыуы хаҡында һүҙ ҡуйыртыу ҙа урынһыҙ. Был турала һөйләшеү үҙе үк ниндәйҙер дәрәжәлә яҡын кешелә­ребеҙҙе кәмһеткәндәй. Киреһенсә, беҙ йәмғиәт тормошонда ҡатын-ҡыҙҙы өҫтөн­лөклө иткән сифаттар, ирҙәр ҡулынан килә алмаҫтай эштәрҙе уларҙың башҡара алыуы тураһында әйтергә тейешбеҙ.
Ошо ерлектә мин гүзәл заттың, донъя­ның ваҡ-төйәк мәшәҡәт­тәренән күтәре­леп, ижтимағи иғтибар үҙәгенә баҫып эшләүе, ғөмүмән, ошо юҫыҡтағы мәсьә­ләләр хаҡында фекер уртаҡ­лашыр инем.
Әсәйҙәребеҙ заманында, үҙҙәренең йәшлеген һәм матур­лығын ҡорбан итеп, һабанға егелеп ер һөргән, миллиондарса яралы яугирҙе һуғыш яланынан алып сыҡҡан, беҙҙе, балаларын, ас үлем тырнағынан йолоп алып ҡалған. Мөғжизә, әммә имәндәй ирҙәр һығылып төшкәндә лә, ҡатын-ҡыҙҙа әллә ниндәй рухи һәм физик көс табыла. Ҡеүәт менән алдырып булмаған мәл­дәр­ҙә ул наҙ, ихласлыҡ ярҙа­мында еңә. Аҡыл менән бергә ҡушылғанда нәфис заттың мөлә­йемлеге мөғжизәләр тыуҙыра ала.
“Советтар Союзы илсеһе” тигән нәфис фильм күҙ алдынан китмәй. Гүзәл актриса Юлия Борисова Александра Коллонтай ролендә уйнай. Ни тиклем рухи юғарылыҡ, матурлыҡ һәм ил мәртәбәһен үҙенең холоҡ-фиғе­лендә сағылдыра алыу һәләте! Александра Михайловна – донъяла иң беренсе ҡатын-ҡыҙ илсе. Ул – шулай уҡ сәйәси эшмәкәр ҙә, публицист та. Нарком булған, Норвегияла, Мексикала сауҙа вәкиле һәм илсе булып эшләгән. Ун биш йыл, 1945 йылға тиклем, Швецияла илсе булған. Был дәүләттең нацистик Германия яғында беҙгә ҡаршы сыҡмауында дипломат Александра Коллон­тайҙың хеҙмәте баһалап бөтөр­гөһөҙ, тиҙәр.
Хаталаныуым да ихтимал, әммә донъя алдында юғары дәрәжәләргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар тураһында уйланғанда йышыраҡ шул бөйөк ватанда­шыбыҙ хәтергә килә. Ә ниңә башҡалар ҙа тел осонда түгел? Ниңә әле булһа ҡатын-ҡыҙҙың ниндәйҙер дәрәжәләргә өлгә­шеүен ғәҙәти күренеш булараҡ түгел, бәлки һирәк осрай торған хәл итеп ҡабул итәбеҙ? Бында ла, әлбиттә, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ алдына берҙәй талаптар ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине. Физик, физиологик, психологик айырмалар ике енестең потенциаль мөмкинлектәрен бер кимәлгә ҡуя алмай. Ирҙәр менән ҡатындар ауырлыҡ күтәреүҙә йәки көрәштә тиң булыуға ынтылырға тейеш түгел. Уның ҡарауы, сәйәсәттә, идара итеүҙә, хәҙергесә әйткәндә, менеджментта гүзәл зат үҙен тулы күркәмлектә күрһәтә ала.
Рәсәйҙең мең йыллыҡ тарихында дәүләт башында батша­бикә Елизавета Петровнанан башҡа нәфис зат тороуына миҫал юҡ. Ситтән килеп идара иткән Екатериналар, Анналар иҫәпкә инә алмай. Ҡазан ханлығының башында заманында легендар Сөйөмбикә торған. Башҡа миҫал­дарҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәтер­ләүе ауыр.
Халыҡтың боронғо традицияларына, дин йоғонтоһонда фор­малашҡан мента­литетҡа һылтан­майыҡ. Ҡатын-ҡыҙға түбән­һетеп ҡарау әллә ҡасанғы патриархаль мөнәсәбәттәрҙән килә. Шул уҡ ваҡытта 1917 йылғы октябрь инҡилабы ҡатын-ҡыҙҙың һәр мәсьәләлә тиң хоҡуҡлы булыуын иғлан итте. Эйе, Конституцияға таянғанда, ҡатын-ҡыҙ алдында киң офоҡтар, сикләнмәгән мөм­кинлектәр асыла. Ысынбарлыҡта иһә совет власы йылдарында ла, хәҙерге Рәсәйҙә лә дәүләт һәм йәмәғәт тормошонда уларҙың роле күренмәй тиерлек. Дөрө­ҫөрәге, ул ғаилә, тәрбиә, сәлә­мәт­лек һаҡлау өлкәләрендә ин­ҡар иткеһеҙ абруйға эйә булһа ла, иҡтисадҡа һәм дәүләткә идара итеү институттарында һаман күләгәлә ҡала килә.
Ни өсөн? Фәҡирлеккә, ҡатын-ҡыҙҙың түбәнһетелеп йәшәүенә һылтанмайыҡ. Уның, беренсе сиратта, әсә булырға тейешлеге һәм һөҙөмтәлә ҡатын-ҡыҙҙың хеҙмәт карьераһынан законлы ситләшеүе барыбер кире ҡаҡ­ҡыһыҙ дәлил була алмай. Миҫалға һинд халҡының террорсы вәхшиҙәр ҡулынан һәләк булған бөйөк ҡыҙы Индира Ган­диҙы килтереү ҙә етә. Ул Фирүз менән Раджив исемле улдар үҫтергән. Шул уҡ ваҡытта Һин­достан кеүек ҙур дәүләткә етәкселек итеп, ғәжәйеп аҡыллы, бар донъя алдында ҙур абруйлы сәйәсмән дәрәжәһенә күтәрелгән.
Ғөмүмән, ХХ быуат юғары ижтимағи аренаға байтаҡ ҡына күренекле ҡатын-ҡыҙҙы күтәрҙе. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: күп дәүләт эшмәкәрҙәре гүзәл затты традицион рәүештә бик һанлап бар­маған мосолман илдәрендә үҫеп сыҡты. Хәтерем яңылыш­маһа, Бангладешта, Пакистанда, Филиппинда Хәлиҙә Рахман, Беназир Бхутто, Корасан Акино ханымдар президент булып эшләне. Мин инде ханымдарға хөрмәт менән ҡараған демократия илдәре Бөйөк Британияла — Маргарет Тэтчер, АҠШ-та Хиллари Клинтон, Кондолиза Райс һәм башҡалар тураһында әйтеп тә тормайым. Британияла, Германияла хакимлыҡта әле лә Тереза Мэй, Ангела Меркель тора. Ҡушма Штаттарҙа президент­лыҡҡа Хиллари ханым дәғүә итә.
Демократия һәм мәҙәнилек ил яҙмы­шын күп йәһәттән ҡатын-ҡыҙҙарға ышанып тапшыра бе­леүҙә лә сағылалыр. Әгәр совет осорон хәтерләһәк, телгә мәҙә­ниәт министры Екатерина Фурцева менән СССР Юғары Сове­тының Мил­ләттәр Палатаһы рәйесе Йәҙғәр Насретдинова килә. Шуның менән тамам. Хәйер, бөгөнгө Рәсәй Хөкүмәтендә, Президент Хакимиәтендә лә етәксе вазифаларҙа ҡатын-ҡыҙ бик аҙ. Федераль Йыйылыш залында, бер нисә депутатты иҫәпләмә­гәндә, ир-ат ултыра.
Бер нисә йыл әүәл беҙ Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина менән бәхилләштек. Дәүләт эштәрендә ул республикала ҡа­тын-ҡыҙ өсөн һирәк була торған дәрәжә­ләргә күтәрелгәйне, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары булып эш­ләне. Был ғәжәйеп эшлекле, кеселекле һәм кешелекле ха­ным­дың бәхете лә республикаға һәм халҡына хеҙмәт итеүҙә булды. Мәғариф, Мәҙәниәт, Социаль яҡлау министр­лыҡ­тарына етәксе­лек иткән бер нисә ҡатын-ҡыҙҙы иҫәпкә алмағанда, республикабыҙ тарихында ҙур вазифа­ларға өлгәшкән ундай шәхестәр юҡ. Хатта демократик юл менән һайлап ҡуйылған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ла бер нисә генә ҡатын-ҡыҙ депутат ултыра. Ҡала, район хакимиәттәрендә лә гүзәл затҡа социаль, гуманитар мәсьәләләрҙе алып барыуҙы ғына йөкмәтәләр. Беләбеҙ: ҡатын-ҡыҙ кешегә иғтибарлыраҡ, уның хәлен тиҙерәк аңлай, әммә сәнәғәттә, иҡтисадта, финанс-банк сфера­һында ла тиҙ һиҙемләү, һығыл­малы аҡыл кәрәк­мәйме ни? Хәҙер, команда системаһы юҡҡа сыҡҡан осорҙа, көр тауыш, тоҙло-боросло һүҙ менән өҫтәл һуға белеүҙән бигерәк, анализ, тәрән белем, профессионаллек кәрәк. Ә был сифаттар беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙа юҡмы ни?..
Күп кенә мәсьәләләргә ҡағыл­ғанда, фәһем эҙләп, йыш ҡына Көнбайышҡа мөрә­жәғәт итәбеҙ. Европа илдәрендә дәүләт менән идара итеүгә генә түгел, сәнәғәт, финанс, менеджмент өлкәләрен­дәге командалыҡ вазифаларына ҡатын-ҡыҙҙар күпләп килә. Норвегияла, мәҫә­лән, енестәрҙең тиң хоҡуҡлылығы тура­һындағы закон 1978 йылда ҡабул ителгәйне һәм был мәсьәләләрҙә алға китеш ҙур. 1986 йылда, хөкүмәт башына Гру Харлем Брундтланд ханым килгәс, һигеҙ ми­нистрлыҡ вази­фа­һына ҡатын-ҡыҙ тәғәйен­ләнде. Хәҙерге хөкүмәттә лә министр­лыҡ­тарҙың 40 процентын ҡатын-ҡыҙ етәкләй. Нәфис зат вәкил­дәре оборона, нефть сәнәғәте, энергетика, транспорт, коммуналар һәм төбәктәр, сәлә­мәтлек һаҡлау, мәғариф, халыҡ-ара үҫеш, балалар һәм ғаилә эштәре буйынса министрлыҡтарҙың башында тора. Норвегия парламенты (стортинг) депутат­тарының 37 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Илдәге иң ҙур сәйәси партия­ларҙы ла улар етәкләй. Әйткәндәй, Германия Федератив Республикаһында оборона министры вазифаһын ҡатын-ҡыҙ үтәй.
Был ғына ла түгел. Хоҡуҡтар тигеҙ­леген ил властары финанс компанияларына ла тарата. Парламент ҡарары буйынса, иң ҙур компанияларҙың етәксе­легендә яҡын йылдарҙа гүзәл заттар 40 процентҡа етергә тейеш. Ҡарар үтәлмәгән хәлдә компания­ларҙы хатта тарҡатыу көтә.
Аңлашылалыр, Рәсәйгә был дәрәжәгә еткәнсе бараһы ла бараһы әле.
Эйе, Мостай ағай әйтмешләй, ҡатын кеше һәр йәһәттән мөмкин­лектәре асылып етмәгән сер, тылсым булып ҡала асылда.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22