Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы кемгә бирелер?
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы 2016 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурста ҡатнашыуға индерҙе:

Рим Әхмәтов, “Кызыл таң” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе – замандаштарҙың образдарын, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡ, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен сағылдырған аналитик мәҡәләләре өсөн “Кызыл таң” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Гөлназ Данилова, “Российская газета” редакцияһының Өфө филиалындағы өлкән хәбәрсе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы комдивы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында билдәһеҙ факттарҙы асҡан материалдары өсөн “Российская газета” редакцияһының Өфө филиалы ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Рәшит Зәйнуллин, “Шоңҡар” журналының өлкән мөхәррире – ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади тематикалы мәҡәләләр шәлкеме өсөн “Шоңҡар” журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Азат Кинйәбулатов, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты – “Кулаев Мстислав Александрович (Мухаметхан Сахипкиреевич) (1873–1958). Председатель Башкирского правительства (1919), общественный деятель, врач, филолог” һәм “Тыловые эвакуационные госпитали в Башкирской АССР (1941–1945 гг.)” китаптары өсөн республика Журналистар союзының Башҡорт дәүләт медицина университетындағы беренсел ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;

Фәүзиә Мөхәмәтшина, “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе – замандың көнүҙәк мәсьәләләрен күтәргән аналитик материалдары өсөн “Киске Өфө” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Ниязбай Сәлимов, Башҡортостан Милли архивы директоры урынбаҫары – Муса Мортазин тураһындағы материалдар шәлкеме, башҡорт телен өйрәнеү һәм һаҡлап ҡалыу проблемаларына арналған мәҡәләләре, “Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов” китабы өсөн Ғафури районының “Табын” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Клара Туҡаева, Әлшәй районының Ураҙмәт ауыл клубы мөдире – “Незабываемые военные годы” китабы өсөн “Альшеевские вести” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Алһыу Төхвәтуллина, “Өмет” гәзитенең бүлек мөдире – Рәсәй геройҙары, Башҡортостанда тыуып үҫкән арҙаҡлы замандаштарыбыҙ тураһында материалдары өсөн “Өмет” гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде;

Гүзәл Хәмитова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналындағы телевидение студияһының тыуған яҡты өйрәнеү программалары бүлеге етәксеһе – “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.
Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2016 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Үҙ фекерегеҙҙе, тәҡдимегеҙҙе һәм иҫкәрмәләрегеҙҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио программалары йәки түбәндәге адрес буйынса хат аша еткерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Журналистар союзы, телефон/факс: 276-42-66.
Эштәрҙе тикшереү 15 сентябргә тиклем дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә