Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дарыу – аяҡ аҫтында
Быҙау, һарыҡ, кәзә бәрәстәре таҙа-һау булып үҫһен өсөн витаминлы ризыҡтар кәрәклеген яҡшы беләбеҙ. Өҫтәүенә дарыу үләндәре лә йыйылһа, мал өсөн кәрәкле “йәшел дарыухана” әҙерләнһә, хужаның да күңеле тыныс булыр. Бының өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәгән һымаҡ. Уның ҡарауы, дарыу гелән ҡул аҫтында, кеҫәгә лә һуҡмай. Мал өсөн иң киң таралған дарыу үләндәренән ат ҡуҙғалағын, андыҙ, әрем, меңъяпраҡты, емештәрҙән муйыл, ҡара ҡарағатты билдәләргә кәрәк.

Йәш малдың эсе ауыртҡанда ат ҡуҙғалағының тамырын, яп­раҡтарын, орлоғон файҙаланалар. Ҡоро тамырҙарҙы ике-өс йыл буйы һаҡларға мөмкин. Ҡалған ерен йылдан ашыу тотмайҙар. Бер ҡайнатма өсөн 100 грамм орлоҡ, кипкән япраҡ йәки 50 грамм ваҡланған тамырҙы 10-15 минут ҡайнаталар.
Ҡара ҡарағаттың япраҡтарын йыйып, күләгәлә киптерәләр. Бер литр һыуға 20-30 грамм япраҡ һалып 10 минут ҡайнаталар. Быҙауға ауырығандың тәүге көнөнә 200-250 миллилитр һалып, һөт бирер алдынан бер сәғәт элек эсерәләр.
Муйылдың емешенән дә, ҡайырыһынан да йәш малдың эсе киткәндә ҡайнатма ҡайнаталар. Бер литр һыуға 100 грамм иҙелгән емеш алына ла 10-15 минут ҡайнатыла. Уны 300 миллилитрлап, йылы килеш эсерәләр. Һөткә тиклем ярты сәғәт элек бирәләр.
Ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыу­ҙарына ҡаршы ябай кесерткәндән дә яҡшыһы юҡтыр. Ҡайнатма өсөн йәшел кесерткәндең япрағын урайҙар ҙа ҡайнатылған һыу ҡоялар. Мәҫәлән, быҙауҙы дауалау өсөн тәүге көндө һәр 3-4 сәғәт һайын ошо ҡайнатманы ғына бирәләр (500 миллилитр). Икенсе көнөнә һөт эсерер алдынан 30 минут ҡала эсерәләр. Ҡайнатма әҙерләү өсөн бер литр һыуға 50 грамм ваҡланған кесерткән һалалар ҙа 5-10 минут ҡайнаталар.
Ирәүәндең йәш быҙауҙарға ла, һыйырға ла файҙаһы, дауаһы шулай уҡ баһалап бөткөһөҙ. Уның кипкән тамырҙарынан ҡайнатма әҙерләйҙәр. Бының өсөн ваҡланған тамырға ҡайнап торған һыу ҡоялар (1:5-10) һәм бер сәғәткә ҡаплап ҡуялар. Ҡайнатманы көнөнә ике-өс тапҡыр эсерәләр. Ваҡланған тамыр өлөштәрен һуңынан ҡатнаш аҙыҡҡа ҡушһаң да ярай. Малдың аҙыҡ һеңдереүен яҡшыртыу өсөн һыйырҙарға 20-40 грамм, быҙауҙарға 2-10 грамм иҫәбенән ваҡланған тамыр бирәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә