Бөйөк Ватан һуғышы башына тура килгән 1941 йылда тыуғандар башҡорт әҙәбиәтенә көслө ижади тулҡын булып килде. 1991 йылдың сентябрь аҙаҡтарында беҙ, яҙыусылар, Ҡәҙим Аралбайҙың яҡташтары араһында Хәйбулла ерендә осрашыуҙарҙа булып ҡайттыҡ. Был ваҡиғаларҙан һуң сирек быуат ғүмер үтеп киткән, ә ҡыҙыҡлы сәфәр һаман да күҙ алдымда. Иң ныҡ иҫемдә ҡалғаны, әлбиттә, шағирҙың хәҙер инде ер йөҙөнән юғалған тыуған ауылы Таңатар урынында кисергән тойғоларым булды.
1970 йылда “Күк әрем” исемле поэмамда мин “Ҡайһы ишегеңде ҡағайым һуң, тыуған өйһөҙ тыуған ауылым” тип яҙғайным. Тәпәй баҫҡан төйәгеңә ҡайтыу һәр саҡ оло шатлыҡ, әммә унда тыуған йортоңдоң булмауы бик ҡыйын. Ә бында – Хәйбулла яғында – тотош ауыл ер йөҙөнән дә, карталарҙан да юйылған, ошонда тыуып үҫкән шағирҙың паспортында ғына яҙылып ҡалған. Кешеләрҙең яҙмышында ни тиклем ҙур юғалтыу! Ауыр һуғыш йылдарында ла ауыл һаҡланып ҡалған, ә бына имен йылдарҙа, илдәге меңәрләгән тораҡ менән бергә бик аяныслы рәүештә перспективаһыҙ мөһөрө һуғылып, ул юҡҡа сыҡҡан. Былар хаҡында Ҡәҙим Аралбай “Аҡ тирмә” поэмаһында йөрәге һыҙланып яҙҙы. Әҫәрҙе халыҡ яратып уҡыны, уның “Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле” тигән тәүге юлы ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнде. Яҙғаныңдың, әйткәнеңдең халыҡ теленә күсеүе – һирәк шағирҙарҙың өлөшөнә төшә торған бәхет.
Ҡәҙим Аралбайҙың бынан һуң 60, 70 йәшендәге тантаналары матур үтте, уның ижады хаҡында минең дә ике мәҡәләм матбуғатта баҫылып сыҡты. Шағирҙың һайланма томдары донъя күрҙе. Шуларҙың береһе минең инеш һүҙ менән асылғанын күреп ҡыуандым. Шулай ҙа тәүге юбилей иҫтә нығыраҡ ҡала, күрәһең. Ҡасандыр гөрләп торған ауыл Таңатар булған ерҙәге тәьҫораттарымды йыш хәтергә төшөрәм. Ауыл яңынан йәшәй башлар һымаҡ ине. Өс-дүрт йорт ҡалҡҡайны. Юлдаштарым менән шуға айырыуса ҡыуанғайныҡ.
Хәҙер сағыштырып ҡарайым да аптырап ҡуям. Ул саҡта бөткән ауыл урынында Айытбай тигән ир-уҙаман туғандары менән йорттар төҙөй ине. Шунда мәктәп йәшендәге бер баланы өйҙә уҡытыр өсөн (белем усағы юҡ бит инде) йәш кенә уҡытыусы ҡыҙҙың эшләй башлағаны хәтерҙә. Әле мәктәп тә юҡ, ә бер баланы уҡытыр өсөн уҡытыусыны махсус ебәргәндәр! Хәҙер ап-арыу ауылдарҙа мәктәптәр ябылғанын, ун бишләп-егермеләп баланың башҡа ауылдарға йөрөп уҡығанын уйлаһаң, ысынлап та аптырарлыҡ шул.
Ул саҡтарҙың ни тиклем ҡанатлы йылдар, шул уҡ ваҡытта ниндәй ҡыйралыштар заманы булғанын ваҡыт үтеү менән беҙ нығыраҡ аңланыҡ. Ошо 1991 йылдың авгусында ГКЧП ваҡиғалары халыҡты шаңҡытты. Күп тә үтмәне дәһшәтле ватаныбыҙ, бала сағыбыҙ, йәшлегебеҙ ғорурлығы булған, нисәмә йыл беҙ тоғро хеҙмәт иткән СССР юҡҡа сыҡты. Беҙ инде башҡа дәүләттә йәшәй башланыҡ. Шулай ҙа әҙәбиәткә бер дәүерҙә аяҡ баҫҡан ҡәләмдәштәрем менән тәүге юбилейыбыҙҙы һөйөклө СССР-ыбыҙҙа үткәреп ҡалдыҡ.
Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағынан яҙмышыбыҙ яңы Башҡортостан Республикаһының яҙмышынан айырылғыһыҙ булды. Дәүләтселегебеҙҙең яңы хоҡуҡи статусын яулар өсөн көрәштең иң киҫкен мәлдәрендә ҡыйыу шиғри һүҙҙәр әйтелде, төплө фекерле публицистик сығыштар йыш булды. Башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороуҙа Рәшит Шәкүр сәйәси зирәклек күрһәтте. Ғәзим Шафиҡовтың публицистик сығыштары үҙе сенсацияға әйләнә торғайны. Рәшиҙә Солтанова, Сәфәрғәли Йәнтүрин етәкселегендә халҡыбыҙ өсөн бик күп файҙалы эш башҡарған башҡорт мәҙәни клубы Ҡәҙим Аралбайҙың поэмаһы исеме менән “Аҡ тирмә” тип аталды.
Ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнаған, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын ныҡлы традицияға әйләндерергә күп көс һалған, сәйәси көрәш юлында сыныҡҡан ижади ҡәләмдәштәрем, шуларҙың иң алғы сафында барған Ҡәҙим Аралбай һәр саҡ маҡсатына тоғро булып ҡалды. Беҙ әле һаман да шул инаныуҙар менән йәшәйбеҙ, ләкин йылдар үтеү менән хәҙер инде башҡасараҡбыҙ. Элек ҡарашыбыҙ киләсәккә нығыраҡ төбәлһә, һуңғы ваҡытта уҙғандарҙы йышыраҡ хәтерләйбеҙ. Элек ярһыуыраҡ инек, бөгөн уйсаныраҡбыҙ.
Һуңғы сирек быуат эсендә Ҡәҙим Аралбай ижады үҫештә булды, шағир ҙур ҡаҙаныштар яуланы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры исемдәренә өлгәшеү – уның тормошондағы иң сағыу, иң мөһим ваҡиғалар. Ҡәҙим Аралбайҙың әҫәрҙәренә лә, ижтимағи эшмәкәрлегенә лә юғары һәм ғәҙел баһа был.
Барлай башлаһаң, Ҡәҙим менән минең яҙмышта оҡшашлыҡтар, уртаҡлыҡтар күп кенә икән. Икебеҙ ҙә иркен далала тыуып үҫкәнбеҙ. Икебеҙ ҙә – һуғыш балалары. Мин бәләкәстән етем үҫтем, ә Ҡәҙим атаһын бөтөнләй күрмәгән. Иң мөһиме – туған телебеҙгә, милли рухиәтебеҙгә, башҡорт әҙәбиәтенә үҫмер сағыбыҙҙан тоғро хеҙмәт итергә тырыштыҡ һәм шулай булып ҡаласаҡбыҙ.
Уңыштарҙы күреп, бергә ҡыуандыҡ. Юғалтыуҙарҙан һуң, бергә ҡайғырҙыҡ. Онотолмаҫ сәфәрҙәрҙә юлдаш булдыҡ. Салауат Юлаев һөргөндә ғазапланған Балтик буйҙарына 1997 йылдың сентябрендә таңда юлланып, төндә әйләнеп ҡайтыуыбыҙ, бер-ике сәғәттән һуң Мөхтәр Ауэзовтың 100 йыллығына Мәскәү аша Алматыға осоуыбыҙ… Ваҡытты ерҙәгегә ҡарағанда күктә күберәк уҙғарыуыбыҙ тураһында яҙғайным инде. Бергә үтелгән юлдарҙы барлай башлаһаң, улар алыҫ-алыҫ тарафтарға барып тоташа.
Бик етди йыйынтыҡтарҙың, тарихи баҫмаларҙың донъя күреүе өсөн дә бергә тырышҡан саҡтар булды. Мәҫәлән, 2001 йылда башҡорт телендәге иң ҡалын китаптарҙың береһе – “Башҡорт шиғриәте антологияһы”ның баҫылып сығыуы әҙәбиәтебеҙҙә генә түгел, милләтебеҙҙең тотош рухи тормошонда бик ҙур ваҡиғаға әйләнде. Бындай күләмдәге китапты уҡыусыларға еткереү ҙур финанс сығымы талап итер ине. Ә беҙ уны Хөкүмәттән бер тин алмайынса бағыусылар ярҙамында сығара алдыҡ. Ярҙам итеүселәрҙең ҙур исемлеге төҙөлөп, республика етәкселеге тарафынан раҫланғайны. Ләкин эштең осона сығыу өсөн бағыусыларға ҡат-ҡат мөрәжәғәт итергә, республика буйлап күп йөрөргә тура килде. Тарих, тел, әҙәбиәт институты директоры, академик Зиннур Ураҡсин, “Китап” нәшриәте директоры Ҡәҙим Аралбаев һәм, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булараҡ, мин бағыусылар исемлеген бүлешеп алып, антологияны сығарыу өсөн тейешле сумманы йыя алдыҡ.
2004 йылда беҙ элекке СССР-ҙа беренселәрҙән булып Яҙыусылар союзының 70 йыллығын билдәләнек, ҙур булмаған брошюра ла баҫтырҙыҡ. Ә инде ижади ойошмабыҙҙың 75 йыллығына тағы ла нығыраҡ әҙерләндек. Ул ваҡытта Ҡәҙим Аралбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй ине. Был ваҡиға айҡанлы тантаналы кисәгә төрлө республикалар һәм өлкәләрҙән ҡунаҡтар саҡырҙыҡ, Өфөлә Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә секретариаты ултырышын үткәрҙек, Мостай Кәримдең 90 йыллығын да ошо ваҡытта опера һәм балет театрында, Келәш ауылында билдәләнек. Былары – уҙып китә торған ваҡиғалар. Ә бына тарихта юйылмаҫлыҡ булып теркәлеп ҡалғаны – Башҡортостан яҙыусылар союзының 75 йыллығына арнап сығарылған “Ил яҙмышы, заман һулышы” (“Судьба земли, дыхание времени”) тигән бик ҙур китап. Башҡорт һәм рус телдәрендәге төплө ғилми хеҙмәт булған был баҫманы Ҡәҙим Аралбаев менән икәүләп әҙерләнек. Уның барлыҡҡа килеүендә Ҡәҙимдең хеҙмәте айырыуса ҙур булды. Яҙыусылар союзының 75 йыллығына арналған бындай китап Рәсәйҙең башҡа төбәгендә лә, элекке союздаш республикаларҙа ла сыҡманы. Шуны ла өҫтәп әйтәйек: был бик ҙур күләмле йыйынтыҡ 2009 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә бүленгән сметаның бер тиненә лә теймәйенсә донъя күрҙе. Хәҙер бындай ваҡиғалар тураһында хатта хыялланып та булмай.
Ҡәҙим Аралбай әҙәби ижадҡа, шулай уҡ үҙенә ышанып тапшырылған ҙур-ҙур вазифалы эштәргә һәр саҡ бик яуаплы ҡараны, тынғыһыҙ хеҙмәт менән йәшәне. Уңған, тырыш булды, ваҡытын бушҡа үткәрмәне. Ҡырыҫ тормош һуғыш балаһын етди булырға, һәр көндө ҡәҙерләп йәшәргә бәләкәстән үк өйрәтте. Юҡҡамы ни Ҡәҙим Аралбайҙың тормош юлы хеҙмәт ҡайнап торған ерҙә – баҫыуҙа башланған. Буласаҡ шағирҙы әсәһе ураҡ урып йөрөгән ерендә тапҡан. Сабыйҙың кендеген ураҡ менән киҫкәндәр. Ошо ҡыуаныслы ваҡиға – улы тыуыуы менән ҡотлап, әсәгә бойҙай көлтәһе бүләк иткәндәр.
Ҡәҙим Аралбайҙың “Кендегемде ураҡ киҫкән ер” исемле шиғырында ошондай юлдар бар:
Ҡайнар ҡояш, ҡылтыр арба,
Көлтә –
Тәүге бүләк тыуған көнөмә.
Минең һөрән ҡырҙы яңғыратҡан,
Йомрандарҙы ҡыуған өңөнә.
Ер тәғәмен ейһен тиеп әсәм
Сәйнәп бойҙай һутын ҡаптырған.
Үҙ ризығым – көлтә бойҙай менән
Яҙған миңә өйгә ҡайтырға.
Тәүге һулышынан уҡ бүләккә бәрәкәтле көлтә алған Ҡәҙим Аралбайҙың ижад юлында ҡыуаныстар күп булды. Киләсәктә шағирға көлтә-көлтә яңы уңыштар килтерһен.