Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фатир һатып алғанда нисек алданмаҫҡа?
Бөгөн “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһен хәл итеүгә айырым иғтибар бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, торлаҡты сафҡа индереү күләме
буйынса иң уңышлылар тиҫтәһенә ингән күп кенә ҙур ҡалаларҙа был проблема көнүҙәклеген юғалтмай. Өфө ҡалаһы хакимиәте ошо йүнәлештәге эште республиканың власть органдары менән тығыҙ бәйләнештә алып бара.


Яңы төҙөлгән йорттан фатир алырға теләһәгеҙ, ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләрҙең тоҙағына эләгеп, алданған өлөшсөләр сафын тулыландырмау өсөн нимә хаҡында хәбәрҙар булырға кәрәк һуң?
Был өлкәләге хоҡуҡтарҙың һәм законлы мәнфәғәттәрҙең төп гарантиялары “Тө­ҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһын­да”ғы Федераль законда билдәләнә. Граждандар шулай уҡ “Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Законға ла таяна ала.
Тәү сиратта төҙөүсе тураһындағы мәғ­лүмәтте ентекле тикшереү шарт. Компа­нияның төҙөлөш баҙарында нисә йыл эшләүен, ниндәй объекттарҙы сафҡа индереүен, уңыштарын асыҡлау зыян итмәҫ. Бындай мәғлүмәтте йыш ҡына асыҡ сығанаҡтарҙан, бүтән кешеләрҙең баһа­ламаларынан табырға мөмкин. Баш­ҡортостан Республикаһы Арбитраж судының рәсми сайтын ҡарап сығығыҙ. Унда һеҙ һайларға теләгән төҙөлөш ойошмаһының ниндәй ҙә булһа суд процесында ҡатнашыу-ҡатнашмауы, бындай эштәрҙең үҙенсәлектәре, уға ҡарата банкротлыҡ сараһының ҡулланылыу-ҡулланылмауы мотлаҡ күрһәтелә. Йортто һайлағанда арзан хаҡ вәғәҙә иткән ылыҡтырғыс рекламаға ышанмағыҙ.
Тағы ла бер мөһим мәл: төҙөүсенең аҡсаны нисек йәлеп итеүенә иғтибар бирегеҙ. 214-се Федераль закондың 1-се статьяһына ярашлы, был йәһәттән бер нисә алым бар: төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу договоры нигеҙендә; эмитент тарафынан торлаҡ сертификаттары сығарыу юлы менән; торлаҡ-төҙөлөш һәм торлаҡ өсөн аҡса туплау кооперативтары тарафынан эшмәкәрлекте көйләгән федераль закондарға ярашлы. Аҡсаны йәлеп итеүҙең башҡа юлдарын ҡулланыу иһә ҡануниәт менән тыйыла.
Һеҙгә инвестиция йәлеп итеү киле­шеүенә, объект төҙөлөшөнә инвестиция йәлеп итеү төп предметы булған һәм торлаҡты һатып алыусы “инвестор” тип танылған торлаҡ төҙөү һәм заем договорына (артабан уның хаҡын торлаҡты тапшырыу ярҙамында түләү шарты менән), шулай уҡ булмаған күсемһеҙ милекте һатып алыу-һатыу договорҙарына, улар буйынса талап хоҡуғын биреү хаҡындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға тәҡдим итһәләр, һаҡ булығыҙ. Ошо рәүешле төҙөүсенең ҡануниәт талаптарын үтәүҙән тайпылырға маташыуы ихтимал. Бындай договорҙарға ҡул ҡуйһағыҙ, 21-се Федераль законға ярашлы, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу­сыларға бирелгән гарантияларҙан, йәғни төҙөүсенең килешеү шарттарын боҙоуы һөҙөмтәһендә гражданға килтерелгән зыянды ҡаплау буйынса махсус гарантиялар­ҙан, ғәмәл­дәге ҡануниәт менән билдә­ләнгән хоҡуҡ­тарыңды һәм законлы мән­фәғәттәреңде яҡлау, тейешле вәкәләтле власть органдарында яҡлау табыу мөмкинлегенән ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.
Шуны онотмағыҙ: 214-се Закондың 4-се статьяһына ярашлы, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу договорында мотлаҡ биш пункт булырға тейеш. Беренсенән, унда проект документтарына ярашлы тапшырылырға тейешле аныҡ объекттың билдәләмәһе бирелеүе шарт. Икенсенән, төҙөүсе был объектты “өлөшсө”гә тапшырыу ваҡытын, өсөнсөнән, договорҙың хаҡын, уны түләү ваҡытын һәм тәртибен күрһәтергә тейеш. Дүртенсенән, килешеүгә төҙөлгән объектҡа гарантияланған срок яҙылырға тейеш. Бишенсе пунктта иһә төҙөүсе тарафынан документ буйынса йөкләмәләрҙең үтәлешен тәьмин итеү алымдары асыҡлана. Ошо пункттар бул­маған осраҡта договор ғәмәлгә яраҡһыҙ тип иҫәпләнә. Бынан тыш, документ Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең органдарында мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейеш.
Килешеүгә ҡул ҡуйғанға тиклем төҙөүсенән ошо объектты төҙөүгә рөхсәт ҡағыҙын, шулай уҡ милек хоҡуғын йәки йорт һалыу өсөн бүленгән ер биләмәһен ҡуртымға алыу хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһындағы документты талап итегеҙ. Шул уҡ ваҡытта төҙөүсенең проект документтарын ҡайҙа баҫтырып сығарыуын асыҡларға ла онотмағыҙ. Проект декла­рацияһы менән танышҡандан һуң яңы объектты тулыһынса күҙаллау мөмкинлеге тыуасаҡ. Ошо документтар булмаһа, төҙөүсенең һеҙҙең аҡсағыҙҙы йәлеп итергә хоҡуғы юҡ.
Бынан тыш, ул ойоштороу документтары, дәүләт теркәүе, һалым органында иҫәпкә ҡуйылыуы тураһындағы таныҡ­лыҡтар, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге хаҡындағы отчет, раҫланған йыллыҡ отчеттар, бухгалтер балансы, аудитор һығымталары менән таныштырырға тейеш. Ошо ҡағыҙҙарҙы өйрәнеп, төҙөүсенең финанс хәлен асыҡларға, уның менән договор төҙөү-төҙөмәү тураһында һығымта яһарға мөмкин. Ошо нормалар үтәлгән осраҡта ғына аҡсағыҙҙы юғалтмай, яңы фатирҙа өй туйлай аласаҡһығыҙ.
Халыҡтың һәм инвесторҙарҙың аҡсаһын үҙләштереү буйынса төрлө алдаҡ схемалар төҙөгән ойошмаларҙы хөкөмгә тарттырыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, күптән түгел генә “Диал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директоры һәм сауҙа бүлеге начальнигы 83 кешене алдап, уларҙың 95 миллион һумдан ашыу аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнеп, туғыҙ һәм һигеҙ йылға иректән мәхрүм ителде.
Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға бәйле һорауҙарығыҙ тыуһа, үҙегеҙ йәшәгән ерҙә ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау бүлеге белгестәре менән кәңәшләшә алаһығыҙ.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә