Исеме есеменә тура килә тигәндәй, Өмөтбайҙа ысынлап киләсәккә өмөт менән ҡараған, тормошто яратҡан, йәшәүҙән йәм тапҡан халыҡ йәшәй. Иң мөһиме – бында йәштәр төпләнеп ҡала, шундай ғаиләләрҙән тотош урамдар барлыҡҡа килгән, һәр йортта кәм тигәндә өсәр-бишәр бала. Йорттар ҡалҡа, сабыйҙар тыуа икән, тимәк, ауылдың киләсәге бар. Һуңғы ваҡытта күп райондарҙа булып, ауылдарҙың йәшәйеше менән танышып, күпселек осраҡта “ауыл ҡартая, йәштәр ҡалмай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килһә, Өмөтбайҙа, киреһенсә, гел йәш ғаиләләр менән осрашыу насип булды: үҙ ҡулы менән һалған йорттарын күрҙек, береһенән-береһе матурыраҡ балалары менән таныштыҡ, ауылда эш юҡ тип зарланмай, Магнитогорск, Асҡар, Баймаҡ баҙарҙарында үҙ продукцияһын һатҡан уңған хужабикәләрҙең егәрлелегенә һоҡландыҡ, ғаилә башлыҡтарының оҫта ҡуллы булыуҙарына инандыҡ.Ғаиләләр атай нигеҙен һаҡлайБер һүҙ менән әйткәндә, бында олоһо ла, кесеһе лә бынамын итеп донъя көтә, юҡты бар итә, үҙ ауылына тоғро ҡала. Өмөтбайҙарҙың тик үҙҙәренә генә хас сифаттарға килгәндә, улар күп түгел. Беренсенән, халыҡ картуф һатыу менән шөғөлләнә. Һәр йорт янында гектарға яҡын майҙанда картуф баҡсаһы бар: иртә яҙҙан ҡышҡа тиклем икенсе “икмәк”те баҙарға сығаралар, хатта уның “Өмөтбай картуфы” тигән бренды ла бар икән һатып алыусылар араһында. Икенсенән, халҡыбыҙҙың яҙылмаған бер ҡанунына тоғро улар. Төпсөк бала мотлаҡ атай нигеҙен ташламай, йәғни ауылда тороп ҡала. Беҙ танышҡан йәш ғаиләләрҙең күпселеге кинйә улдар булып сыҡты. “Ни өсөн ауылда ҡалдың?” тигән һорауға ла: “Ғаиләлә иң кесеһемен!” – тигән яуап ишеттек. Өсөнсөнән, ауылда йәштәр йәшәгән һәр йорт тигәндәй, район һәм республика тарафынан йәш ғаиләләр йәки ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бүленгән субсидия иҫәбенә түгел, үҙ аҡсаһына һалынған. “Ни өсөн субсидия юлламанығыҙ?” тигән һорауыма: “Документтар тултырып, субсидия юллап йөҙ тапҡыр Баймаҡҡа йөрөгәнсе, үҙ көсөңә йорт һалып инеүең күпкә еңелерәк”, – тигән яуап алдыҡ. Хәйер, был хаҡта саҡ ҡына һуңғараҡ.
Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” тигән китабында 1740 йылда Бүреле йылғаһының урта ағымында Өмөтбайҙың атаһы тархан Тәнекәй Мурзиндың утары булыуы хаҡында телгә алына. Уның өс улы була: Кирәй, Өмөтбай, Сибай. 1755 йылғы ихтилалда яу башлығы Тәнекәй Мурзиндың ауылы яндырылып юҡҡа сыға. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: рәсми документтарҙа теркәлеүенсә, 1813 йылда отставкалағы сотник Өмөтбай Тәнекәев ғаиләһе, иптәштәре менән Бүрелетамаҡ һәм Һаҡмар йылғаһы ҡушылған урында ҡайтанан ауылға нигеҙ һала. Халыҡ ауылды Тәнекәйҙең оло улы исеме менән Кирәй тип тә йөрөткән. Ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 1816 йылда ауылда – 62, 1859 йылда 102 кеше теркәлгән. 1900 йылда Өмөтбайҙа ике һыу тирмәне булыуы билдәле. Бөйөк Ватан һуғышында 107 ир-ат ил һаҡларға китә, шуның 73-ө тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайта.
2013 йылда Өмөтбайға 200 йыл тулыу уңайынан ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтә. Бөгөн 189 хужалыҡта барлығы 593 кеше йәшәй. Ауылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, “Ләйсән” балалар баҡсаһы, китапхана, клуб, шәхси магазин бар. Район үҙәге Баймаҡҡа 70 саҡрым булһа, Магнитогорск ҡалаһына ла шул уҡ ара. Колхозлашыу осоронда Туймазы яҡтарынан байтаҡ ғаилә күсеп килә һәм Татар урамы барлыҡҡа килә. Ауылда Башҡорт, Баймырҙа урамдары ла бар. “Перспективаһыҙ” мөһөрө һуғылған Баймырҙа ауылынан тотош ғаиләләр Өмөтбайға күсерелә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ауылдың иң матур һәм йәш урамдарының береһе Йәштәр исемен йөрөтә.
Өмөтбайҙар хаҡлы рәүештә үҙҙәренең күренекле шәхестәре менән ғорурлана. Улар – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Марсель Мәжитов, уның улы Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Мәжитов, Рәсәйҙең атҡаҙанған машина эшләүсеһе Хәмит Вәлитов, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Ғиззәт Зөлҡәрнәев, БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Булат Көмөшбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәтих Хөснөтдинов һәм башҡалар.
Әүлиә дауаһы килешәӨмөтбай ауылының көньяғында Әүлиә тауы урынлашҡан. Уның бейеклеге – 656,5 метр. Күп сирҙәрҙән дауалаған Әүлиә тауы тураһында төрлө тарафта йәшәгәндәр күптән инде яҡшы белә. Сәйәхәтселәр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбес менән ҡоймаланған Әүлиә ҡәбере янында әруахтарға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тарата. Өмөтбай ауылы кешеһе Ғилфан Ишмырҙин, үҙ аманатына тоғролоҡ һаҡлап, Әүлиә ҡәберен ҡыҙыл кирбес менән буралап алған.
Бында ергә ятып серем итеп алыу – мотлаҡ үтәлергә тейешле йола. Фәҡәт серем иткән ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тип һөйләй ололар. Тауҙа һирәк осраған ҡара ҡайындар үҫә.
Әүлиә тауы тураһындағы легендала алыҫ Урта Азия тарафтарынан ҡайтып килгән мосафир телгә алына. Дәрүиш әүлиәлек һәләтенә эйә булған, өмөтбайҙарҙы ауылға яҡынлашып килгән ҡаза тураһында иҫкәрткән. Тыуған иленә ҡайтып етә алмаҫын һиҙгәс, Дәрүиш ошо ауылда йәшәргә ҡалған. Вафаты еткәс, ҡаршылағы тауҙың башына ерләргә васыят иткән. Ауыл халҡы Аллаһ бәндәһен мосолмандарса ҡәҙерләп ҡибла тарафына ҡаратып ерләгән. Халыҡта Әүлиә тауының шифаһы тураһында хәбәр таралған. Әүлиәнең исеме билдәһеҙ, тик Бөрйән ырыуы халҡының изге тауға килеп, әүлиәнең исемен Зиннурийән тип атап доға ҡылыуҙары хаҡында ауылдың аҡһаҡалдары телгә ала.
Легенданың икенсе вариантында был төбәктә бер туған өс әүлиәнең йәшәүе тураһында бәйән ителә. Өмөтбай әүлиәһенең исеме – Бағыусман, Баймырҙаныҡы – Биәсмән, Әхмәт ауылы (Әбйәлил районы) әүлиәһе Бағырусман исемле булған. Ғәҙәттә, дауалау һәләте булған кешене Бағы (Баҡшы) тип атар булғандар. Әүлиә ҡәберҙәре янында аттар үҙҙәренән-үҙҙәре туғарылыр, ер һөрөүсе тракторҙар туҡтап ҡалыр булған.
Шуныһы билдәле: тауға килеүселәр күберәк һуңғы вариантты ҡабул итә һәм бер туған әүлиәләрҙең ҡәберлегенә барып зыярат ҡыла. Күрәһең, изге ерҙә, изге кешеләрҙең фатихаһы, Әүлиә рухы менән йәшәгәнгәлер, өмөтбайҙар элек-электән тыныс, берҙәм, үҙ-ара татыу булған. Бар эштәре уң булып, донъялары матур, ғаиләләре татыу, балалары ишле, ризыҡтары хәләл, мул, етеш булған. Бөгөн дә берәй эш башлаһындармы, оло сәфәргә сыҡһындармы, сирләп китһендәрме, күңелдәренә ҡыйынлыҡ килһенме – һәр саҡ Әүлиә тауына менеп, изге башланғыстарына фатиха алып, күңелдәрен бөтәйтеп, рухи көс алып ҡайта улар.
Ауыл ағинәйеАуыл халҡының оҙаҡ һәм һау-сәләмәт йәшәү серен элек-электән кешеләр “Әүлиәбеҙ фатиха бирә” тип аңлатҡан. Кем белә, бәлки, был һүҙҙәрҙә лә хаҡлыҡ барҙыр. Ауылдың иң оло кешеһе Фәхриямал Билаловаға – 95 йәш. Донъяның төрлө ауырлыҡтарын күп күрә ул, бигерәк тә бала ҡайғыларын кисерергә тура килә. Әммә йәшләй етем ҡалып, кескәй ҡустыһын һәм һеңлеһен үҫтергән, уларға ата-әсә наҙын биргән ҡатын барыһына ла түҙә, тормош һынауҙарына бирешмәй. Сермән педучилищеһының II курсында белем алған 16 йәшлек ҡыҙ ҡустыһын һәм бәләкәй һеңлеһен йәлләп ҡайтып китергә мәжбүр була. Ул Әбйәлил районының Ҡолоҡас ауылында хеҙмәт юлын башлай, артабан Баймырҙала уҡыта. Хужаһы репрессияланған өйҙө комсомол йәштәре уға рәтләп бирә. Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы һеңлеһе менән шунда йәшәй.
1940 йылда әрме сафынан ҡайтҡан Сәлих Солтановҡа кейәүгә сыға. Әммә йәштәрҙең бәхете ярты йылға ла етмәй: 1941 йылдың 4 майында хәрби әҙерлеккә тип йәш ғаилә башлығын Алкинға алып китәләр.
1942 йылдың ҡышында Мәскәү госпиталенән Сәлих Солтановтан фотоһы менән хаты килә. Был ваҡытта Фәхриямал Рамаҙан ҡыҙы Әбйәлил районының Исхаҡ ауылында уҡыта. 1944 йылдың яҙында яралары уңалыр-уңалмаҫ, “аҡ билет” менән ире фронттан ҡайта. Һуғыш тамамланғансы икеһе лә шул ауылда эшләй. Һуғыш бөткәс, Баймырҙаға ҡайталар.
Бөгөн геройымдың күкрәгендә “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм “Әсәлек даны” ордены балҡый.
– Ғүмеремде бушҡа уҙғарманым. Бер эштән дә ҡурҡманым, балалар ҙа үҫтерҙем – биш ул, өс ҡыҙ (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле дүртеһе генә иҫән), иремә тоғро ҡатын да булдым, һуғышҡа оҙатып, көтөп алдым. Иптәшем түшәккә ятҡас, уны матур итеп тәрбиәләп 67 йәшендә баҡыйлыҡҡа оҙаттым. Сәлих үлгәс, Өмөтбайға Хәмитулла улым янына күсендем. Тик ул вафат булып ҡалды. Хәҙер яңғыҙ йәшәһәм дә, киленемә, балаларға рәхмәт, һәр көн килеп, ярҙамлашып, хәлемде белеп торалар.
Әйткәндәй, Фәхриямал Билалова 1939 йылдан бирле “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡый.
Иң кәрәкле һөнәр эйәләреУлар кем, тип һораһағыҙ, әйтәйем: фельдшер һәм мал табибы. Береһе ауыл халҡының сәләмәтлеге өсөн яуап бирһә, икенсеһе ауыл малының һаулығын ҡайғырта.
Гөлнара Садиҡова – Әбйәлил районының Асҡар ауылы ҡыҙы. Өфө медучилищеһын тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған яғында Ишҡол ауылында башлай. 1997 йылда Өмөтбай егете Разул Фәрит улына кейәүгә сыға. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Ләйсән менән улдары Рияз донъяға килә. 2000 йылдан алып бөгөнгә тиклем ауылдың алыштырғыһыҙ “духтыры” ул. Ауыл халҡы “килендән дә, фельдшерҙан да уңдыҡ” тип һөйөнә. Уға ярҙам һорап килгән һәр кешегә мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Ауылдан алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Баймырҙа ауылын да хеҙмәтләндерә. Ҡайһы саҡта йәйәүләп тә йөрөргә тура килә. “Күпселек ирем машина менән йөрөтә. “Ашығыс ярҙам” шоферы тип тә шаярталар уны”, – тип йылмая Гөлнара Камил ҡыҙы.
Әлбиттә, ауыл фельдшеры өсөн күп осраҡта һиҙгерлек талап ителеүе бер кемгә лә сер түгел. Ҡайһы ваҡыт сирлегә дөрөҫ һәм ваҡытында күрһәтелгән тәүге ярҙам уның ғүмере өсөн мөһим булыуы мөмкин. Яғымлы һүҙ, мөләйем ҡараш, дөрөҫ дауалау – геройымдың төп принциптарының береһе.
Ә Тимерғәле Рәхмәтуллин Йылайыр совхоз-техникумының ветеринария бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын “Һәүәнәк” совхозында башлай. Артабан колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡас, Өмөтбай ауылының ветеринар фельдшеры итеп тәғәйенләнә. Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ветстанцияла барлығы өс кеше эшләй. Ауылдарҙа малдан ҡан алыу, яҙлы-көҙлө прививка эшләү кеүек сараларҙы улар күмәкләшеп бергә башҡара.
– Малдары ауырыһа, хужалары төндә лә килә. Һәр саҡырыуға барырға тырышам, сөнки кешенең төп күҙ төбәп торғаны – мал. Бөгөн ауылда йәшәгәндәр, бигерәк тә беҙҙең ауыл халҡы, көндәлек йәшәү килемен фәҡәт малдан ала. Шуға күрә мал-тыуарҙарҙың һау-сәләмәт булыуы бигерәк тә мөһим. Кәрәк икән – тауығына, этенә, һыйыр-атҡа ла укол һалам, дауаларға тырышам, – ти Тимерғәле Азат улы.
Иң яҡын дуҫыбыҙ“Ҡайҙа барһаң, дуҫ-иш кәрәк, атың сығып ҡаршы алырға” тигән йыр һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп, “ҡайҙа барһаң, почтальондар кәрәк, гәзит-журналдарға яҙҙыртыуға” тип йырлау кәрәктер хәҙер. Ысынлап та, командировкала булырға тура килгәндә тәү башлап гәзитебеҙҙең иң яҡын дуҫтары, ярҙамсылар – ауыл почтальондары менән осрашырға, уларҙы яҡындан күреп һөйләшергә тырышам. Дөрөҫ, бөгөн уларҙың сумкалары бер аҙ һәлпәүерәк, әммә шулай ҙа рухи байлыҡты матдиһынан юғары ҡуйған гәзит алдырыусыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шуныһы ҡыуандыра.
Рәйсә Ғәлимйән ҡыҙы Өмөтбай, Күгиҙел һәм Баймырҙа ауылдарына гәзит-журнал тарата. Почта аҙнаһына өс тапҡыр килә һәм ваҡытында илтелә. Баймырҙа ауылына ғына айына бер тапҡыр йөрөй, сөнки унда йәшәүселәр ошо ауылдағы туғандары исеменә ваҡытлы матбуғатты алдыра.
– Һуңғы йылдарҙа матбуғатҡа яҙылыу ауыр бара, хаҡтар ҡиммәтләнгәнгә күрә, халыҡ яҙылмай башланы. Шуға ҡарамаҫтан, кәрәкле тиражды йыйырға тырышабыҙ, гәзиттәргә ташламалы яҙҙырыу ваҡытында ең һыҙғанып эшләргә тура килә. Һөнәремде бик яратып башҡарам, халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү – үҙе ҙур ҡыуаныс, – тине почтальон апай. – Халыҡ бер аҙ бесән әҙерләп, балаларын уҡыуға оҙатһа, матбуғатҡа яҙылыуҙы башлармын тип торам.
Ҡасандыр ауылдың абруйлы кешеләренең береһе һаналған почтальон хеҙмәтенең баһаһы көндән-көн юғала барған кеүек тойолһа ла, почта хеҙмәте бөгөн дә халыҡҡа хеҙмәт итә. Бигерәк тә үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған Рәйсә Рәхмәтуллина кеүектәр күберәк булғанда, халыҡ та рухи аҙыҡһыҙ ҡалмаҫ. Почтальон хәбәр итер, почтальон сәләм илтер әле артабан да.
Йәштәр –
беҙҙең киләсәкБыл һүҙҙе һуңғы ваҡытта йыш ҡулланабыҙ. Әммә йәштәр беҙҙең киләсәк кенә түгел, бөгөнгөбөҙ ҙә икәнен ни өсөндөр аңлап етмәйбеҙ. Һәр йәш кеше тормошта үҙ урынын тапһын, ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен, тип әллә күпме һөйләйбеҙ, яҙабыҙ, тик уларға кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға онотабыҙ. Үрҙә яҙып үткәнемсә, Өмөтбайҙа йәш ғаиләләр бик күп, уларҙың һәр береһе үҙ мөйөшөн булдырған, әммә барыһы ла бер үк проблемаларға юлыҡҡан. Бәхетле йәш ғаиләләрҙең бер нисәһе менән яҡындан танышайыҡ.
Әнүзә менән Венер Ғүмәровтар сәскәләй өс ҡыҙ тәрбиәләй. Шығырлап торған ҡарағайҙан бынамын тигән йорт төҙөгәндәр. Ғаилә башлығы ауыл халҡынан һөт йыйып, Темәс ауылындағы “Буранбай” һөт йыйыу цехына тапшыра. Хужабикәгә даими эш юҡ, шуға күрә уға баҙар юлын тапарға тура килә. Шәхси ихатала күпләп мал, ҡош-ҡорт тоталар. Һөт ризыҡтарын әҙерләүҙә ҡәйнәһе Вәкилә Кашаф ҡыҙы – ҙур ярҙамсы. Беҙ барғанда инәй ҡорот ҡайнатып йөрөй ине.
Гүзәл һәм Венер Һағынбаевтар икеһе лә ошо ауылдан. 2008 йылда өйләнешкән йәш пар Наҙгөл, Алтынай исемле ҡыҙҙар менән Данияр исемле малай үҫтерә. Тиҙҙән улар янына йәнә бер бәләкәсте алып ҡайтырға йыйына әсә кеше. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, шуға күрә беҙ уны тап итә алманыҡ.
– Етенсе класҡа тиклем Магнитогорск ҡалаһында уҡыным, хатта башҡортса һөйләшә лә белмәй торғайным. Әсәйемдәр ауылға күсеп ҡайтҡас, мәктәпте бында тамамларға тура килде. Беҙ бик иртә өйләнештек. Миңә – 17, ә Венерға 18 йәш ине. 2013 йылда ошо йортобоҙҙо һалып индек, балаларыбыҙ матур булып ҙурайып килә. Ауылда йәшәргә була, тик ялҡауланырға кәрәкмәй, – ти Гүзәл ханым.
Ауылдың бер яҡ осонда ағалы-ҡустылы Бүләковтар ата-әсәләренең йорто янында береһенән-береһе күркәмерәк үҙ өйҙәрен төҙөгән. “Ағалы-энеле бер-береһенә ярҙам итеп, татыу йәшәргә тейеш”, – тине уларҙың әсәһе Асия апай.
Гүзәл менән Данил Бүләковтар яңы йортҡа бер нисә ай элек күскән, әле башҡараһы эштәре лә байтаҡ күренә. Шуныһы ҡыуандыра: яңы йортта хужалар йорт түренә сәңгелдәк элеп ҡуйған. Буласаҡ баһадир Тимур йоҡлай унда. Бәләкәстең уянғанын һағалап, апаһы Гөлзәмиә ҡустыһының янынан да китмәй көтөп ултыра.
Күрше йортта Зилиә менән Даян Бүләковтар йәшәй. Улар ҙа Динислам, Динар исемле улдар менән Азалия исемле матурҡайҙы үҫтерә. Әбйәлилдән килен булып төшкән Зилиә баҙарға тыуған яғына йөрөүҙе хуп күрә.
– Магнитогорск баҙары беҙҙең өсөн ҡулай ҙа, уңайлы ла. Алып барған әйберҙәремде һатмайынса ҡайтҡаным юҡ. Кесе йома һайын Асҡар баҙарына йөрөйбөҙ, үҙебеҙ алып барған һөт ризыҡтарын һатып, кәрәк-яраҡ алып ҡайтабыҙ, – ти Әбйәлил ҡыҙы.
Ағалы-ҡустылы Бүләковтар киләсәктә йылҡысылыҡты үҫтерергә ниәтләй. Күпләп йылҡы үрсетеп, ҡымыҙ етештереү теләктәре. Быйыл бер нисә баш йылҡы һауып, бер аҙ ҡымыҙ эшләп тә өлгөргәндәр, әммә бесәнгә төшөү сәбәпле, эш әлегә туҡталып ҡалған.
– Сабынлыҡ мәсьәләһе киҫкен тора, – ти улар. – Ошоға тиклем Бөрйән районына барып бесән эшләргә мәжбүрбеҙ, юл алыҫ булыу сәбәпле, ҡуна ҡалырға тура килә. Унан алып ҡайтыу еңелдән түгел. Ауыл халҡына пай ерҙәре сабынлыҡ итеп бирелгән, әммә бер кем дә пай еренең ҡайҙалығын белмәй, сөнки улар үлсәнеп һәм ҡайҙа икәнлеге күрһәтелмәгән. Файҙаланылмаған ер өсөн йыл һайын ике мең һумға яҡын һалым түләйбеҙ. Ҡайһы бер урынға таллыҡтар үҫеп, бөтөнләй яраҡһыҙға әйләнеп бара.
Әйткәндәй, пай ерҙәре мәсьәләһен бер Бүләковтар ғына күтәрмәне, Өмөтбай ауылы халҡына ни өсөндөр ошоға тиклем үҙҙәренә тейешле пай ерҙәре тәғәйен күрһәтелмәгән. Ауылда иген сәскән фермерҙарҙың булмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра, сөнки буш ятҡан пай ерен һораусы, уны ҡуртымға алған өсөн игенләтә йәки бесән-һаламлата ҡайтарған кеше юҡ.
Йәнә бер йәш парҙың танышыу тарихы бик ҡыҙыҡ булып сыҡты. Күрше Таһир ауылынан Зәлиә Илшат ҡыҙы мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә килә. Ҡолсорала “Аулаҡ өй” кисәһе үткәрелеү сәбәпле, ауыл китапханасыһы Әнүзә Мәжитова уны һәм бер нисә йәш егетте кисәгә ҡатнашыу өсөн алып бара. Буласаҡ тормош иптәше Зәлиәне күреп, уның үҙ ауылында уҡытыуы хаҡында шул кисәлә белеп, хайран ҡала. Ҡыҙ сара бөтөү менән тиҙ генә ҡайтып китә, егеттәр клубта ҡала. Рәмил иртәгәһенә йәш уҡытыусы йәшәгән йортҡа килә, танышалар һәм күп тә үтмәй өйләнешәләр. Ғаилә башлығы Себерҙә эшләй, хужабикә “ҡыҫҡартылыу”ға эләккән, әлегә эшһеҙ. Тимур һәм Наҙгөл исемле балалар үҫтерәләр. Өфө ҡалаһынан ике бүлмәле фатир һатып алғандар, унда ла йәшәргә була.
– Ауылға өйрәнелгән: көн һайын әтәс ҡысҡырыуына уянып, һыйырҙарымды иркәләй-иркәләй һауып, иртәнге һиллекте боҙоп, тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һоҡланып, уларҙы көтөүгә ҡыумаһам, тауыҡтарымдың ҡытҡылдаша-ҡытҡылдаша ем сүпләүҙәрен күҙәтмәһәм, нимәлер етешмәгән кеүек була. Көн буйы туҡтауһыҙ йүгереп эшләү күңелгә йыуаныс һәм ҡыуаныс бирә. Бесәнгә йөрөйбөҙ, еләк-емеш йыябыҙ, иптәшемдең килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ, – тип ауыл тормошон оло ләззәт менән һүрәтләне хужабикә.
Йәштәр урамын барлыҡҡа килтергән ғаиләләр менән бер юлы аралашыу форсаты тейҙе. Был урамда күпселек ҡыҙҙар донъяға килгәс, ауылдаштары шаяртып “Ҡыҙҙар урамы” тип тә атай икән. Беҙ киләсәктә малайҙар тыуыуын теләп, бының Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килеүенә юраныҡ.
Нимәләр борсой ауылдың киләсәген?
Беренсенән, документтар юллауҙағы мәшәҡәттәрҙән ваз кискән ауыл йәштәре. Ни өсөнмө? Сөнки йыш ҡына бындай ҡағыҙ тейешле урынға барып етмәй йәки дөрөҫ булмай сыға. Билал ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы ҡағыҙҙар менән дөрөҫ эш итмәйме, әллә һуңлап тапшырамы, белмәйбеҙ, әммә ни өсөндөр беҙҙең документтар яраҡһыҙ булып сыға, ти йәш ғаилә хужалары. “Йортто төҙөүе еңелерәк, ергә документ юллағансы... Баймаҡҡа йөҙ тапҡыр бараһың, береһен эшләгәнсе, икенсеһенең ваҡыты үтә. Ана, беҙҙең кәләштәр балалар пособиеһын да алмай, субсидия хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Ай һайын белешмә һорап интектереп кенә ҡалмайҙар, алып барһаң, “һуңланығыҙ” тип кире ҡайтаралар”, – тип зарланды барыһы ла. Икенсенән, тотош урам барлыҡҡа килде, тигәйнек, һәр йортҡа яҡтылыҡ үткәреү тейешле ойошма хеҙмәте һаналһа ла, шунда йәшәүселәр үҙ иҫәптәренә бағана ултыртып, бер-береһенән кабель һуҙған, шунлыҡтан кискә табан яҡтылыҡ май шәмендәй кеүек булып китә, электр приборҙары эшлектән сыға. Ай һайын иҫәпләшеп тороуға ҡарамаҫтан, һаман булһа тейешле хеҙмәткәрҙәр килмәгән. “Зәңгәр яғыулыҡ” менән дә шул уҡ проблема, газ торбаларын һуҙыу өсөн күп тә кәрәкмәй, әммә йәштәрҙең тауышын ишетеүсе юҡ.
Ауылда эш юҡ, мал көтөп йәшәй халыҡ, тип һөйләргә яратабыҙ. Әммә быҙауы тана булғансы хужаһының күпме ыҙаланғанын күрмәйбеҙ. Иртә таңдан алып ҡара кискә тиклем шәхси ихатаңда эшләп, шул арала һөт ризыҡтарын эшкәртеп тә, һатыуға сығарып та өлгөргән уңған хужабикәләргә һоҡланмау мөмкин түгел дә... Әммә улар ҙа “тимер” түгел бит. Ял иткеләре лә, матур күлдәктәрен кейеп мәҙәни сараларға, ҡунаҡҡа йөрөгөләре киләлер ҙә бит, тик ваҡыттары ғына юҡ.
– Ауылда йәшәүебеҙгә зарланмайбыҙ, барыһы ла үҙеңдеке. Балалар ҙа иркенлектә, бер-береһе менән аралашып үҫә. Мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй, фельдшерыбыҙ уңған. Шулай ҙа ауыл хужалығын үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыу кәрәк, тип етәкселәр раҫлай икән, ни өсөн ауылда төпләнергә ҡалған беҙҙең кеүек йәштәргә ярҙам күрһәтмәҫкә?! Беҙ ҙә шул ауылды, ауыл хужалығын үҫтереү яғындабыҙ, – тине улар.
Торбалар һуҙылған, аҡсаһы түләнгән...Ауылдың Һаҡмар урамындағы һигеҙ йортҡа 2012 йылдан алып торбалар һуҙылып, аҡсаһы түләнеп бөтөүгә ҡарамаҫтан, һаман булһа “зәңгәр яғыулыҡ” тоташтырылмаған. Ни өсөнмө? Сөнки хужалар бер һүҙгә килә алмай, кемеһелер кемгәлер тейешле сумманы түләмәгән, икенсеһе шуға үс итеп ауыл халҡының килешеүҙәрен бирмәй. Һөҙөмтәлә әлегәсә газ юҡ. Ә бит был йортта йәшәгәндәр газ торбаларын һалған, уларға “зәңгәр яғыулыҡ” тоташтырыуға вәғәҙә биргән эшселәргә ышанып, хатта эште тиҙләтеү маҡсатында, көҙ ямғыр яуып, рашҡылап тороуға ҡарамаҫтан, һәр береһе үҙ йорто эргәһендә соҡорҙарҙы үҙҙәре ҡаҙып, торба һалыу өсөн рәтләп тә ҡуя. Күптәре ялған вәғәҙәгә ышанып, мейесен һүтергә лә өлгөрә. Әммә әйткән ваҡытта газ да юҡ, түрәләр ҙә күренмәй. Эт эткә, эт ҡойроҡҡа, тигән һылтау менән уларҙың һорауҙарын ҡәнәғәтләндереүҙән “ҡаса” килә. Алһыу Буранбаева әйтеүенсә, ул үҙ кеҫәһенән 35 мең һум аҡсаны сығарып һала. Ауыл кешеһе өсөн аҙ сумма түгел, уныһы ла йәл булмаҫ ине, ошоға тиклем газ яғып ултырғанда, тип уфтана ул. Барыһы ла әҙер, тик кранды ғына асырға кәрәк тә ул, шуны эшләүсе табылмай шул.
Мәғариф ветераны Фәтих Латипов “зәңгәр яғыулыҡ”ты үҙ йортона һуҙыу өсөн 20 меңен тотонған. Ни өсөн етәкселәр араһындағы үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ өсөн ябай халыҡ интегергә тейеш әле? Бына шуныһы аңлашылмай. Һаҡмар урамында йәшәгәндәрҙең аһ-зарын ишетеүсе табылырмы, әллә быйылғы ҡышты ла улар торбалары һалынып та, аҡсалары түләнгән килеш газһыҙ сығырмы?!
***
Ниндәй генә йортҡа инһәк тә, һәр урамда еңел машина, трактор ултырыуына иғтибар иттек. Кәртә янында оҙон-оҙон эҫкерттәр, матур осланған кәбәндәр урын алған. Ауыл халҡының иң мәшәҡәтле осоро – бесән мәленә тура килһәк тә, кешеләрҙең эштән арып, йонсоп, беҙҙе ризаһыҙ ҡаршы алыуҙарына тап булманыҡ. Киреһенсә, һәр кем үҙ донъяһын күрһәтеп, нимә менән шөғөлләнгәнен һөйләп, ауылдың төп проблемаларына туҡталып, йәштәрҙең матур итеп тыуған ерендә төпләнеүҙәренә ҡыуанып бәйән итте.
Ауыл тормошо үҙ яйы менән дауам итә, яңы йорттар ҡалҡа, сабыйҙар донъяға килә, урамдар балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Ошонан да матур мәлдең булыуы мөмкин дә түгел. Өмөтбайҙарҙың, һис һүҙһеҙ, киләсәге лә, бөгөнгөһө лә бар.