Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәштәрҙе нимә борсой?
Өфөлә Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “МИР: Молодежь. Идеи. Развития” йәштәр конвентында ҡатнашыусылар менән осрашты.

– Бөгөнгө сараның атамаһы – һәр дәүләт, тотош кешелек телмәрендә иң төп һүҙҙәрҙең береһелер, моғайын, – тине республика етәксеһе. – Йәштәрҙең ошондай исем аҫтында йыйылып, күләмле проблемалар буйынса фекер алышыуы бик яҡшы.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыу­сыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Йәштәр муниципалитет­тарҙың инфраструктураһын үҫтереү, спорт һәм мәҙәни ҡорол­малар, социаль объекттар төҙөү һәм реконструкциялау мәсьә­ләләре менән ҡыҙыҡһынды. Бөрөнән сарала ҡатнашҡан вәкил үҙҙәренең ҡалаһында “Республиканың 100 йыллығына – өр-яңы 100 объект” проектына ярашлы яңы бала табыу йортон һалыуҙы үтенде.
– Бик яҡшы идея. Бала табыу йорттары асылһын, уларҙа донъяға килгән сабыйҙар тауышы тынмаһын, – тине төбәк етәксеһе.
Фән мәсьәләләрен тикшергәндә, йыйында ҡатнашыусыларҙың береһе Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса советтың ауыл хужалығын фәнни-техник үҫтереүгә арналған ултырышын үткәрергә тәҡдим итте. Унда йәштәр профилле ведомстволарға үҙҙәренең идеяларын һәм проекттарын тәҡдим итер ине. Рөстәм Хәмитов был башланғысты хуплап сыҡты, кәңәшмә быйыл көҙ үткәреләсәк, тип билдәләне.
Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов Берҙәм Йәштәр програм­маһының республика етәкселегенә көнүҙәк наказдарын уҡып ишеттерҙе. Улар белемдең сифатын һәм абруйын арттырыуға, йәштәр торлаҡ кооперативтарын ғәмәлгә индереүгә, туризмды үҫтереүгә, Йәштәр йортон һәм республика технополисын ойош­тороуға, Башҡортостандың медиа-образын булдырыуға ҡағыла.

“Берҙәм агент” эш башлай


Киләһе аҙнала республика страховка өлкәһендә “берҙәм агент” эшләй башлай. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов “Маяк-Өфө” радиостанцияһына биргән интервьюһында ошо хаҡта хәбәр итте.

– Беҙ Үҙәк банктан республикабыҙҙы пилот проектына инде­реүҙе һораныҡ. Ыңғай яуап оҙаҡ көттөрмәне. Киләһе аҙна башында Башҡортостан экспериментҡа ҡушыла, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.
“Берҙәм” офистар иң элек Күмертауҙа асыла. Тиҙҙән страховкалаусылар автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау килешеүен төҙөүҙән баш тарта алмаясаҡ. Проектта ҡатнашҡан компанияларҙың офистары үҙҙәренең ойошмаһы өсөн түгел, ә “уртаҡ ҡаҙан”ға ғариза ҡабул итәсәк һәм артабан уларҙы, компанияларҙың баҙарҙа биләгән өлөшөн иҫәпкә алып, йәрәбә ярҙамында бүләсәк.

Светлана Бурдюкка
ышаныс күрһәтелде


Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Светлана Бурдюк Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

***
Төбәк Башлығының икенсе Указы менән Ирина Васимирская, хаҡлы ялға сығыу сәбәпле, Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан бушатылды.

Ауыл мәктәптәре йәмләнә

Башҡортостанда ауыл мәктәптәрендәге спорт залдарын төҙөкләндереүгә 70,2 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙә­ренсә, ошо сумманың 50,2 миллион һумы – федераль, 20 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленде. Әле Ейәнсура, Яңауыл, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Илеш райондары мәктәптәрендә ремонт эштәре бара. Ҡалған объекттар буйынса тендер үткәрелә, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.

“Ирәндек ынйыһы” балҡышы

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында мода индустрияһы үҫешә. Күптән түгел Сибайҙа “Ирәндек ынйыһы” тип аталған үҙенсәлекле кейем коллекцияһы донъя күрҙе. Әйткәндәй, ул Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең танылған кутюрьеларынан юғары баһа алып та өлгөрҙө.
Проекттың авторҙары – Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусылары Зөлфиә Биктина, Дилә Рәхмәтуллина, Гөлфиә Ниғмәтуллина. Идеяны тормошҡа ашырыуҙа һәләтле уҡыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәткән.
Модельерҙар әйтеүенсә, үҙенсәлекле коллекцияны ижад итеүгә Башҡортостан тәбиғәте менән “Урал батыр” эпосы илһам­ландырған. Дүрт ҡатын-ҡыҙ кейеменең һәр береһенә күлдәк, кейеҙ камзул, яулыҡ һәм биҙәүестәр инә. Ир-егеттәр костюмы күлдәк, камзул, кейеҙ башлыҡ, салбар, ҡулға күн еңсә, итектән тора.
“Ирәндек ынйыһы” тәүге тапҡыр быйыл мартта Өфөлә уҙғарылған “Илһам” мода театрҙары фестивалендә күрһәтелде. Унда ул икенсе урынға лайыҡ булды. Апрелдә иһә “Йыл модельеры” Бөтә Рәсәй конкурсында коллекция “Палитра” номинацияһында өсөнсө урынды яуланы.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә