Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ерҙең даны – ирҙән
 Ерҙең даны – ирҙән Быйылғы эҫе йәй, ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәре алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Бындай шарттарҙа өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, етерлек мал аҙығы туплау өсөн игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап ителә. “Нурлы” агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре был һынауҙы уңышлы үтә.


Әле хужалыҡта ураҡтың иң ҡыҙған мәле. Һоло, арпа, арыш уңышын йыйып ал­ғандар, бойҙай баҫыуҙа­рында һуңғы гектарҙарҙа эш бара. Унан һуң ҡара­бойҙай урыуға төшәсәктәр. Бер үк ва­ҡыт­та киләһе йылға етерлек орлоҡ һалыу хәстәрлеге күрелә. “Уңыш йылына ҡарата ҡәнәғәт­ләнерлек”, – ти игенселәр.
Быйыл хужалыҡ өсөн шуныһы мөһим: “Нурлы” агрофирмаһы ойошторолоуына нәҡ ун йыл. Хужалыҡ урынлашҡан Әбет ауылында бөгөн тормош йәнле, баҫыуҙарҙа эш гөрләй, халыҡтың кәйефе күтә­ренке. Бының өсөн улар тәү сиратта ауылдаштары Ғүмәр Иҫәновҡа рәхмәтле. Йәш­тән үк игенсе хеҙмә­тенең ауыр­лығын күреп үҫкән егет, байтаҡ йылдар илдең төрлө тарафтарында эшләп йөрөһә лә, күңеле менән һәр саҡ кендек ҡаны тамған ергә тартыла. Тыу­ған ауылына ҡайтып пилорама аса. Эшләп тапҡан аҡсаһына техника һатып ала.
Хужалыҡты ойоштороу мәлен­дә ауыл халҡы менән аңлашып эшләү булышлыҡ итә. Ғүмәр Зиннур улы эштә талапсан етәксе булыу менән бергә, кеселекле һәм кешелекле, хеҙмәтсәндәр тураһында хәстәрлекле булып ҡала. Әйтәйек, эргәлә генә тиерлек Мәләүез, Салауат, Күмертау кеүек сәнәғәт үҫеш алған ҡалалар урынлашҡан. Шулай ҙа йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалып, хужалыҡта эшләй. Бында эшләүселәрҙең уртаса йәше 35-тән артмай. Хужа­лыҡ етәксеһе, иҡти­сади ҡыйын­лыҡтарға ҡара­маҫтан, уларға йорт һалыр­ға булышлыҡ итә. Шуға ла йәштәр һәр эшкә сәмләнеп тотона.
Хужалыҡ игенселек һәм мал­сылыҡҡа йүнәлеш алған. Бөгөн бында 450 баш һыйыр малы, шуның 135-е – һауын һыйыры, 500 баш һарыҡ, 100 баш йылҡы малы аҫрала. Фермаларҙа ҡышҡа етерлек мал аҙығы менән тәьмин итеү хәстәрлеге күрелә.
Эштәр көйлө бара, продукция алыу йылдан-йыл арта. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Бигерәк тә ферма бина­ларының ныҡ иҫкереүе борсолоу тыуҙыра. Агрофирманы ойош­торған саҡта уҡ улар ярым емерек булған, үҙ көстәре менән ремонтлап алғандар.
Бөгөн инде матди базаны тулыһынса яңыртыу талап ителә. Әммә хужа­лыҡтың әлегә бындай финанс мөмкинлеге юҡ. Шуға дәүләт ярҙамына өмөт­ләнәләр. Мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, хужа­лыҡтың һауын көтөүен икеләтә арттырыу мөмкинлеге бар. Тимәк, продукция муллығы тағы ла артасаҡ. Иң мөһиме – ауылда эш урындары күбәйәсәк. Хужалыҡ етәксеһе һәр мәсьәләне ауылдың килә­сәген күҙаллап хәл итә.
– Ауылдың бар байлығы иген­сенең маңлай тире тамған ерҙән һәм тырыш­лығынан килә. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа баҫыу­ҙарҙың ҡеүәтен арттырыу өсөн алдынғы технология­ларҙы ҡулланыу көнү­ҙәк бурыс булып тора. Беҙ килә­сәктә тәүгеләрҙән булып Мәләүез ерендә киң ҡулланыш тапҡан “Nо-till” технология­һына күсер­гә ниәтләйбеҙ. Бының өсөн техник мөмкинлектәр һәм әҙерлекле белгестәр бар, – тип һөйләй Ғүмәр Иҫәнов.
Яңы технологияларға юл алып, хужалыҡты үҫешкә сығара­сағына ышана ул. Ауылдаштары иһә уның ты­рышлығын, булдыҡ­лылы­ғын лайыҡлы баһалай.
– Ғүмәр Зиннур улы төйәге­беҙгә икенсе һулыш бирҙе, – тиҙәр уның тураһында ихлас күңелдән.








Автор: Г. ӘМИНЕВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә