Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡәбилә башлығына ышанған ҡатын тураһында хикәйәт
Ҡәбилә башлығына ышанған  ҡатын тураһында хикәйәт Нисек илһамландырыусы ҡатын булырға? Бик борон, ер йөҙөндә нимә күҙҙәренә күренә барыһын да тотоп ашарға ғына торған, тик ҡырағай хайуандар ғына йәшәгән дәүерҙә, бер ҡәбилә ғүмер иткән, ти.
Бер көн быларға фажиғә килә, ҡәбилә йәшәгән мәмерйә алдына ҡылыс тешле бер юлбарыҫ эйәләшә. Уны үлтерергә бер яугирҙең дә көсө етмәгән. Кешеләр ҡасып бикләнеп ҡал­ған. Инде ҡояш ун тапҡыр ба­йығансы бер нәмә лә ашамаған улар. Яугир ҡәбиләнең тәненән көс китә башлаған. Ә мәмерйә алдынан юлба­рыҫ китмәгән дә китмәгән. Шунан бер ваҡыт башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ҡатын торған да ҡәбилә башлығы эргәһенә килеп былай тигән:
– Һин – иң көслө яугир, иң етеҙ һу­нарсы, шәп йүгерә алаһың. Һинең тиҙ­легең генә беҙҙе ҡотҡара ала. Бер ниндәй юлбарыҫ та һинең менән етеҙлектә ярыша алмай, сөнки һин аҡыллы ла. Һин уны хәйлә менән еңә алаһың һәм еңеү һинеке буласаҡ!
Ҡатындың һүҙҙәре ҡәбилә баш­лы­ғына үҙенең элекке еңеүсе ҡиәфәтен иҫенә төшөрә һәм ул башын күтәрә. Башлыҡҡа был ҡатындың һүҙҙәре оҡшап ҡала, уны тыңлағандан-тыңла­ғыһы килә, сөнки был һүҙҙәрҙән ҡәбилә башлығы рухлана һәм үҙе менән ғорурланыу хисе уяна, үҙен лайыҡлы ҡәбилә башлығы итеп таный.
Ҡатын башлыҡтың күҙҙәренә ҡарай һәм унда: “Зинһар, туҡтама, тағы ла һөйлә!” – тигән һүҙҙәрҙе уҡый, ул телмәрен дауам итә:
– Беҙ һинең өсөн бер йөк кенә, данлыҡлы башлығыбыҙ. Һин юлба­рыҫ­ты беҙгә, бер өйөр көсһөҙ кеше­ләр­гә ҡарағанда, яңғыҙың тиҙерәк үл­те­рәсәкһең. Күренмәй генә мәмер­йәнән сыҡһаң, юлбарыҫ өсөн көтөл­мә­гән хәүеф тыуҙыра­саҡһың. Ул урынынан ҡалҡынып та өлгөрмәҫ, һин тиҙ генә һөңгөңдө уның йөрәгенә ҡаҙарһың.
Мин беләм, был фәҡәт шулай буласаҡ. Һин уны үлтерәсәкһең һәм беҙ уны ашаясаҡбыҙ, ә аҙаҡ, көс йыйғас, хәүеф янамаған ергә күсеп китәсәкбеҙ. Һин беҙҙе ожмахҡа алып барасаҡһың. Мин быны беләм!
Был һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, ҡа­тын үҙенең урынына барып ултыра ла күҙҙәрен йома. Ә ул ысынында ҡәбилә башлығынан бер нәмә лә көтмәй, бары тик ышана ғына, сөн­ки ул ир кеше, уның көсө беҙҙе ҡот­ҡарасаҡ тип инана. Ҡәбилә баш­лығының урынынан ҡуҙғалмай ул­тыр­ғанына ла ҡайғырмай, сөнки баш­лыҡ һәр ваҡыт үҙе хәл иткәнен белә.
Шулай итеп, мәмерйәлә улты­рыусыларҙың ун беренсе көнөнөң яртыһы үтеп китә. Мәмерйә эсендәге эҫелектән, аслыҡтан йонсоған кешеләр, ҡатын да йоҡлап китә.
Ҡатын ҡаты ҡысҡырышыуға уяна. Бөтә ҡәбилә шатлығынан һикерешеп бейей икән. Ҡә­билә башлығы юлба­рыҫты үлтергән!
Ысынында, ҡәбилә башлығы бө­тәһенең дә, шул иҫәптән юлба­рыҫ­тың да йоҡлап киткәнен көтә лә мәмерйәнең ауыҙына ҡапланған ташты кинәт юлбарыҫтың өҫтөнә ауҙара һәм ҡапыл албырғап ҡалған йыртҡыстың йөрәгенә тиҙ генә һөң­гөһөн ҡаҙай. Был еңеүгә шул тиклем тиҙ һәм еңел өлгәшелә, хатта ҡәбилә башлығы үҙе­нә лә ышанып етмәй. Ул үҙенә ышаныс белдергән был ҡатындың шул тиклем аҡыллы һәм хәйләкәр икәнлеген аңлай, уның эргәһенә тағы барғыһы, яҡшы һүҙҙәр ишеткеһе килә. Ҡатын уға:
– Олуғ башлығыбыҙ, һин йырт­ҡысты еңдең, беҙҙе ҡотҡарҙың. Һин – бөйөк яугир! Ошо ҡаһар­ман­лығыңды һәр ваҡыт иҫләрмен. Һәм, зинһар, беҙҙе ҡурҡыныс янамаған ергә алып бар, – тип үтенә. Ҡәбилә башлығы уға:
– Ярар, һеҙҙе мотлаҡ яңы хәүеф­һеҙ урынға алып барасаҡмын, – тип һүҙ бирә. Ә үҙе эстән генә: “Был ҡатын – минең бәхет бетеүе. Уның миңә ышанып һөйләгән һүҙҙәрен көн һайын тыңлағым килә. Нимә генә булмаһын, мин һәр ваҡыт уға ышаныс күрһәтеүен тойор өсөн киләсәкмен”, – тип уйлай.
Ә ҡатын эстән генә: “Мин уның көсөнә ышаныуыма ҡарағанда, ул минең ышанысыма нығыраҡ мохтаж. Мин уға ышанған һайын, ул нығыраҡ көслө була бара”, – тип уйлай.
Йылдар үткәс, ҡатын үҙенең ҡыҙына ошо бишек йырын йырлап йоҡлатыр булған. Уның тәржемәһе беҙҙеңсә ошолай яңғырай:
“Үҫеп еткәс, бөтә йөрәгең менән үҙеңә ышанған ирҙе һайла, һәр ваҡыт нимә теләйһең, ышаныс бағлап әйт уға, ул һәр ваҡыт шуны ғәмәлгә ашыра ала.
Һин уға үҙеңдең ышаныс көсөң менән кәрәк. Ҡояшҡа планеталар, кешеләргә кәрәккән кеүек һауа.
Һин уға кәрәкһең, унан башҡа ҡаһарман булмаҫ һис кем,
Һин уға кәрәкһең, һинең ышанысың булмаһа, ул йәшәй алмаясаҡ хатта таңға тиклем.
Ышан һин уға, һинең ышанысың һәр һүҙең менән барып етһен.
Әгәр уның менән һөйләшәһең икән – һәр һүҙең ышаныс менән тулы булһын, әгәр шымаһың икән, һинең шымыуың да уға ышаныс менән шымыу булһын”.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә