Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һомайҙары тыуыр был илдең
Һомайҙары тыуыр  был  илдең Халҡы яҙмышын үҙ йөрәгенә һалып бәүеткән ағинәйҙәр, уларҙан өлгө алып үҫкән милләттең ғорур ҡыҙҙары – әсәйҙәр, уларҙан тыуған, ил биҙәге, сәскәләй матурлыҡ бөрккән ҡыҙҙар... Батыр халҡыбыҙға йән өрөүсе, тамырҙарыбыҙҙы бик борондан алып лайыҡлы дауам итеп килгән, милләттең рухиәте, асылы, үҙаңы, ҡото, ырыҫы, иманы һағында торған ил инәләренең бер өлөшө беҙ – ҡыҙҙар. Үҙ ҡәлебебеҙгә төшкән ошо мөҡәддәс бурыс был донъялыҡта ҡатын-ҡыҙ тигән мөһабәт исемде лайыҡлы күтәреп йөрөтөргә хаҡлы итә лә инде. Ә төптән уйлап ҡарағанда, ниндәй икән ул бөгөнгө башҡорт ҡыҙы? Милләтенең бәҫен ҡайғыртамы? Ниндәй асыл ята уның йөрәгендә?


Ошо һорауҙарға яуап алыр өсөн мин бына инде ун йыллап йәм­ғиәтебеҙҙең үҙенсәлекле бер һулышы булып йәшәп килгән “театр-дефиле “Һомай” студияһына мөрәжәғәт иттем. Белеүебеҙсә, бөгөн үҙенә тиҫтәләгән башҡорт ҡыҙын йыйған мәҙәни һәм ижади студия 2006 йылдарҙа әле йәштәр фестивале “Йәшлек-шоу”ҙа “Сер” төркөмө менән берлектә сығыш яһай. Ул саҡта “Йүрүҙән” ателье­һы­ның коллекцияһын тәҡдим итергә сәхнәгә алты-ете генә ҡыҙ күтәрелһә, бөгөн инде “Һомай”ҙың йөҙөн тиҫтәләп ҡатын-ҡыҙ күрһәтә. Бында йылына ғына 15-20 яңы кеше килә.
Һомайҙары тыуыр  был  илдең– Ул саҡта йәмғиәтебеҙҙә баш­ҡорт ҡыҙҙары өсөн милли йәһәттән үҫешергә ярҙам итерлек, улар менән шөғөлләнерлек ойошмалар юҡ кимәлендә ине, шуға күрә лә буй-һынына, төҫ-ҡиәфәтенә ҡарамай, ҡатын-ҡыҙ булараҡ һәр береһендә тәбиғи сифаттарҙы уятырлыҡ бер мөхит тыуҙырғым килде. Мәҫәлән, һәр кемде топ-модель итеп яралтмағандар бит ергә, ләкин күп ҡыҙҙарҙың сәхнәгә сыҡҡыһы, үҙен артист, йырсы йәки модель ролендә күргеһе килә. Ә беҙ, ваҡытында “Һомай” театр дефилеһы асып, ундайҙарға мөмкинлек тыуҙыра алдыҡ. Әлбиттә, уларҙың күбеһенең артабанғы яҙмыштары сәхнә менән бәйләнмәй ҙә, әммә ошо саҡтары уларҙың мәңге хәтерендә ҡаласаҡ. Был бит – үҙе бер тәрбиә мәктәбе, матурлыҡ, нәфислек өлгөһө. Һәм, әлбиттә, бында шөғөлләнгән ҡыҙҙарҙы бер ҡасан да был тормошта нимәнелер эшләй алманым, нимәнелер тормошҡа ашыра алманым тигән уйҙар борсомаясаҡ.
Эйе, 35-40 йәштәрендә лә һаман сәхнәгә сығыуҙы хыял иткән ҡатын-ҡыҙҙар бар. Әммә уларҙың инде ғаиләһе, эше мөмкинлек бирмәй, шуға ла был хыялдарынан күптәр баш тартырға мәжбүр була. Фәҡәт ошондай ҡатын-ҡыҙ өсөн проекттар эшләйбеҙ бөгөн. Өмөттәребеҙ беҙҙе һәр саҡ аҡлай килә. “Һомай”ҙа тәрбиәләнеп сыҡҡан һәр кем бөгөн ғаиләһендә лә уңған хужабикә булыу өҫтөнә йәмғиәттә лә уңышлы карьера яһай алды, улар араһында телевидение, театр, эстрада, бизнес өлкәһендә һәм сит илгә сығып та үҙҙәрен тапҡандар бихисап.
Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙ матур һәм уникаль, тик ҡайһы берәүҙәр үҙен баһалап еткермәй. Шуның өсөн дә беҙ һәр ҡыҙ менән шәхсән рәүештә эшләйбеҙ, ғөмүмән, һәр ҡайһыһын матур бер муйынсаҡтың ынйыһы итеп үҫтерергә тыры­шабыҙ. Әлбиттә, ҡыҙҙарыбыҙ араһында “йондоҙ”ло тормошҡа ынтылмағандар ҙа бар, тап ошондай аҡыллы һылыуҙарыбыҙҙан шәп ойоштороусы, идарасылар сыға ла инде, ундайҙар менән утҡа ла, һыуға ла инергә мөмкин, – тине ҡатын-ҡыҙҙарҙың рухиәте, күңел көҙгөһө тәңгәлендә күп эштәр башҡарған “Һомай” проек­ты­ның авторы һәм етәксеһе Айгөл Үтәгәнова.
Әйткәндәй Айгөлдө беҙ 2000 йылдарҙың ретро йырсыһы итеп беләбеҙ. “Шанхай ҡыҙы”, “Эҙлә­мәйек ситтән һөйөүҙе”, “Әсәкәйем”, “Урам малайы”, “Йәшнә, ғүмер” – әле лә күптәрҙең яратҡан йыр­ҙары. Бөгөн репертуарында йөҙәр­ләгән йыр булып, үҙе һис арымай һаман ижад итеп, йылдан-йыл күренек­лерәк була барған “Һомай” проектына уңышлы етәкселек итеп килгән аҫыл ҡыҙыбыҙ үҙе лә ғаиләле булырға өлгөргән.
Был юҫыҡта ул “Һомай”сыларға карьера йәһәтенән генә түгел, ғаилә йүнәлешендә тағы ла төплөрәк мәғлүмәт бирә алалыр. Әйткәндәй, үткәрелгән бик күп проекттарҙың уңышлы булыуында “Һомай” студияһының продюсеры һәм хореографы Азалия Дилмө­хәмәтованың да роле бик ҙур. Ул “Һомай”сыларға алмашҡа кескәй Айсулпанды үҫтерә һәм, әлбиттә, үҙенең ҡатын-ҡыҙ, әсәлек бурысынан тыш тағы студия эштәре менән дә шөғөлләнә.
Ә бит бик күп проекттар өҫтөндә эшләй ойошма, һәр шөғөллә­неүсегә эш етәрлек. Ғөмүмән, был студия өсөн “шөғөл” тигән һүҙҙе ҡулланыу дөрөҫ түгел, һәр осрашыу репетиция булараҡ үтә. Миҙгел башынан аҙағынаса улар төрлө сараға әҙерләнеү менән мәшғүл. Ә бит ошо осорҙа ғына нисәмә сарала ҡатнашыу бәхетенә эйә булдылар. Фотосессияларҙан алып, ил кимәлендәге фестивал­дәргә ҡәҙәр.
Һуңғы ун йылда студия ҡат­нашҡан, сығыш яһаған, ойош­торған саралар һанап бөткөһөҙ. Йыл һайын уҙғарылған республика “Һылыуҡай” бәйгеһе, төрлө йыл­дарҙағы “Йәшлек-шоу”, “Иҙел”, “Тюрквижн”, “Милли кейемдәр” фестивалдәре, билдәле шәхес­тәрҙең ижад кисәләре, милли һәм республика байрамдары, йәштәр дискотекалары, фильмдарға төшөү, Өфө дизайнер-модельер­ҙары үткәргән реклама фотосессиялары, ҡаланың мода күргәҙ­мәләрендә, форум һәм презентацияларында сығыштар... “Театр-дефиле “Һомай” студияһында ҡатнашҡан ҡыҙҙарға шәхес булараҡ асылырға, йәмғиәттең билдәле бер ҡатлам элитаһын булдырырға, үҙеңде Тыуған илеңдең лайыҡлы илһөйәре итеп тәрбиәләргә мөмкинлек бик ҙур.
Шуға ла баштан уҡ студия башҡорт һылыуҙарын сит илдәргә сығарыуға ҡоролған башҡа модель агентстволарына альтернатива булдырыу маҡсатында ҡорола. Ҡағиҙә буйынса ундай студия­ларҙа педагогтар сит ил агент­лыҡтары менән килешеү төҙөй алырҙай “перспективалы” модел­дәр менән генә эш итә, ә студияның ҡалған моделдәренә үҙе өсөн генә шөғөлләнергә ҡала. Үҙ сиратында иһә “Һомай” сту­дияһы ҡатнашыусыларға айырып ҡарамай, сөнки унда “моделде һатыу” тигән төшөнсә юҡ. Унда ла уңайлыҡтар башҡа агентлыҡ­тарҙағы кеүек үк тыуҙырылған, ләкин башҡаларҙан айырмалы рәүештә, мөмкинлек һәр моделгә бирелә. Был башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн әхлаҡи яҡтан да бик мөһим роль уйнай.
Белеүебеҙсә, ойошмала бөтә нәмә дуҫтарса, туғандарса йылы мөнәсәбәткә ҡоролған. Бындағы мөхит башҡорттоң милли һыҙатын сағылдыра. Әйткәндәй, “ҡыҙ кеше ул – милләттең репутацияһы” тигән тапҡыр бер һүҙ бар. Ә был студия моделдәре республиканың йөҙөн инде нисә йыл рәттән лайыҡлы күрһәтеп килә. “Һомай”ға йөрөгән йәки уның менән бәйлә­неш тотҡан башҡорт ҡыҙҙары инде ғаиләле булып, башҡорт батыр­ҙары менән йола буйынса дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнгән.
Студия асылғас та ҡыҙҙа­ры­быҙға милли йәһәттән тотороҡло булыу өсөн сәләмәт аралашыу майҙансығы барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең милләт өсөн баһалап бөткөһөҙ милли кадрҙар тәрбиәләнде. Ә бит бөгөнгө көндә мәктәп-университеттарҙа ғына түгел, хатта бик күп ғаиләләрҙә лә ҡыҙҙарға әҙәп һәм әхлаҡ яғынан тәрбиә биреү онотолоп бара. Был йәһәттән ҡыҙҙар дөрөҫ тәрбиә алыу, ҡатын-ҡыҙ бәхете серҙәрен үҙләштереү өсөн ғаилә консультанты Гөлбикә Хәйерварина менән осраша, фекерҙәрен уртаҡлаша, кәңәшләшә.
Бөгөнгө заманда ҡатын-ҡыҙҙы эш буйынса уҡытыу модаға инеп китте. Ә бит бөгөн күптәр уйлап еткермәй, ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен ҡарау ниәтенән көн-төн эшләп, ир-егет роленә инеп китте. Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяла тәғәйен­ләнеше ғаиләһен туйындырыуҙа түгел, насип булған килем ир-егет ҡулынан барыбер киләсәк, уларға ышанырға ғына кәрәк. Был турала өләсәйҙәребеҙ бик һәйбәт белгән һәм тәү сиратта улар, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ир-егеткә илһам сығанағы булып торған. Ә бөгөнгө заманда ҡыҙҙарҙы “ҡул­дарына ҡылыс алып, мамонт артынан үҙҙәрен ебәрергә” өйрәт­кәндәр, күнектергәндәр. “Һомай” студияһы үҙенең тәрбиә­ләнеү­селәре ҡәлебендә ошоларға төп иғтибарҙы бүлә лә инде. Был мәсьәләләрҙе һәр башҡорт ҡыҙы менән егете аңлап еткергән хәлдә генә ғаиләләребеҙ рухи яҡтан сәләмәт буласаҡ. Ә сәләмәт милләттең киләсәге лә имен.
Әйткәндәй, бына инде халҡы­ның иң төп матди байлығын рух менән һуғарыусы “Театр-дефиле “Һомай” студияһына быйыл ун йыл тула. Ошо айҡанлы сентябрҙә асыласаҡ яңы миҙгелдә уларҙы ҙур эштәр, йыл һайын үткәрелеп килгән республика фестивалдәре һәм яңы проекттар көтә.
Бөгөн башҡорт йәмғиәте, насар ҡылыҡтарҙан азат булып, яңы йәшәү рәүешенә инде. Уның ни­ге­ҙендә иһә республикабыҙҙың йәш егет-ҡыҙҙарының аң-белемде үҙләштереүгә һалынған тырыш­лығы, милли һәм рухи яҡтан камил­лыҡҡа ынтылыуы асыҡ күренә. Заманыбыҙ әле милли юҫыҡта көслө икән, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө...
Мәҡәләмдең башында бирелгән һорауҙарға яуапты һәр кем эҙләп таба алғандыр тип ышанам. Ана бит, шағирә Гөлфиә Юнысова ла үҙенең ижадында замана башҡорт ҡыҙҙарына бик лайыҡлы мөрә­жәғәт иткән:
Башҡорт ҡыҙы һаман ғәмле
бөгөн,
Ил яҙмышы уның ҡанында.
Киләсәкте ҡурсып, һаҡлап тора
Халҡым сәңгелдәге янында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә