Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тырыш Хөснулла
Хөснулла Ерьесов Иҫке Сибай ауылында һуғыштан бер йыл алда донъяға килә. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған һәм Ҡарағайлы йылғаһының арғы яғында үҙ исеме бирелгән айырым бер утар булып ултырған Ҡарағүбәк уҙаман нәҫеленән ул.


Атаһы, итәк тулы балалары менән ҡатынын ҡалдырып, дәһшәтле һуғыштың башында уҡ ҡулына ҡорал ала һәм ил һағына баҫа. Сталинград өсөн барған тиңһеҙ алыштарҙа контузия алған яугир 1943 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ләкин фронт михнәттәрендә миктәгән сәләмәтлеге уны 64 йәшендә генә гүргә алып китә. Атаһы артынан яу юлынан киткән Фәйзрахман ағаһы Берлинғаса барып етә. Тик уға тыуған йортона ҡайтыу бәхете теймәй – ҡаты сир арҡаһында госпиталгә эләгә һәм шунда яҡты донъя менән хушлаша.
Өйҙә ир балалар араһынан иң олоһо булып ҡалған Мираҫ ағаһы, үҙен ике йәшкә ҙурыраҡ итеп яҙҙырып, бала ғына көйө торф сығарыу эшенә тотона. 12-13 йәшлек малайҙың ололар менән бер ҡатарҙан Таҙғаҡ һаҙлығында ҡара тир түгеп тапҡан 400 грамм ҡара икмәк ғаилә табынына ярайһы ғына тос өлөш була.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған үҫмер артабан Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында урынлашҡан урман хужалығы мастерҙары мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Әйткәндәй, ул йылдарҙа был махсус мәктәп тотош Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкә һәм республикаларҙа ла киң таныла, сөнки унда 1937 йылда репрессияға эләгеп, Ленинград академияһынан Николо-Берёзовкаға һөрөлгән квалификациялы профес­сорҙар белем бирә. 30 йыл эшләү дәүерендә мәктәп меңдән ашыу урман хужалығы мастерҙарын һәм кесе урмансыларҙы әҙерләп сығара, Башҡортостанды махсус әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итә.
Николо-Берёзовка мәктәбендә уҡыған йылдарын Хөснулла ағай йылылыҡ менән иҫкә ала. Шаулы уҡыу йылдары, дәрт-дармандары ташып торған үҫмерҙәрҙең төрлө күнекмәләрҙә, ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыуы оноторлоҡмо ни! Мул һыулы Кама йылғаһы, ҡуйы урманлы хозур тәбиғәт ҡосағында үткәргән көндәре әле лә үҙенә әйҙәп, йәшлегенә саҡырып торған кеүек.
Тыуған ауылында клуб мөдире булараҡ хеҙмәт юлын башлаған Хөснулла Ғәйзулла улы тормош юлында үҙен байтаҡ ҡына һөнәрҙәрҙә һынап ҡарай. Урман технигы, агроном, иретеп йәбештереүсе, ураусы, электр инженеры, шофёр… Был һөнәрҙәрҙең барыһы ла уға яҡшы таныш. Алтын ҡуллы уҙаман бөгөн үҙ ҡулдары менән йыйған тракторында йөрөй.





Автор: Мотал РӘМОВ. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә