Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш кешеһе мыжымай
Эш кешеһе мыжымай Һуңғы ваҡытта кемдәрҙер эш юҡлыҡҡа, икенселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың нәфсеһенә зарлана, ләкин эшләгән халыҡ ҡына өндәшмәҫ балыҡ һымаҡ йәшәүен дауам итә. “Сәйәсәт хәҙер аш бүлмәһенә күсте, ә ашарға унда бер ни ҙә юҡ”, – тип яҙғайны бер журналист. Шулайҙыр, сөнки, ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, ҡаҙанға нимә һалыу һәм уны ҡайҙан алыу аш бүлмәһендәге кешегә генә мәғлүм. Улар иһә үҙенә күрә “тешле бизнесменға” әйләнеп бөткән, йәғни аҙыҡ-түлектең ҡайҙа күпме торғанын биш бармағы кеүек белә.
Мәҫәлән, 28 һумға кер һабыны алып ҡайтҡанһың, ти. Ҡатының, был бит шул-шул магазинда 19 һум тора, тип әйтеүе ихтимал. Ҡыҫҡаһы, заман һәр кемде йәшәргә өйрәтә, уның “дәрестәр”ен үҙләштерергә теләмә­гәндәр ауырлыҡтарға зарланыусан. Тормош нисек кенә булмаһын, йәшәргә, эшләргә, үҙ маҡсаттарыңды бойомға ашырырға һәр саҡ мөмкинлек бирә. Пенсияға сығып та тыныс ҡына “мейес” башында йылынып ятмаған кешеләрҙең нимә менән шөғөлләнеүен миҫал итеп алайыҡ.
– Бына минең пенсиям, – ти Сәрүәр ағай, иретеп йәбештереү аппаратына күрһәтеп. – Тағы ла электр двигателе бар. Шулар ярҙамында аҡса эшләргә тырышам. Көн дә килем килтереп тормаһа ла, ҡайһы берҙә арыу ғына сумма кеҫәгә инеп ята.
Элек нефтсе булып эшләгән бер ағай акцияларға эйә булған, икенсе бер пенсионер һаҡсы булып эшкә урынлашҡан. Ул буш ваҡыттарында пластик тәҙрәләр монтажлау менән дә шөғөлләнергә өлгөрә икән. Заманында юрист һөнәрен үҙләштергән берәү әле лә суд ултырыштарында вәкил булып сығыш яһай. Педагогтар өлкән класс уҡыусыларын БДИ-ға әҙерләй. Ирҙәрҙең һәр береһендә тиерлек водитель танытмаһы бар, өлкән йәштә булыуҙарына ҡара­маҫтан, күптәре такси хеҙмәтен үтәй. Отставкалағы офицер һарыҡ үрсе­теү, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Уның килеме хатта офицерҙарҙың эш хаҡынан артып китә икән...
– Шуны аңларға кәрәк, – ти пенсионер Зәбир Шәрифуллин. – Беҙгә ниндәй генә пособие түләмәһендәр, барыбер еткереп булмаясаҡ. Дәүләт һәр кемде лә “ожмах” менән тәьмин итә алмай, уның төп маҡсаты – “тамуҡ” булдырмау. Һаулығың бар икән, эшләргә, өҫтәмә килем сығанаҡтары эҙләргә кәрәк. Минең, мәҫәлән, пенсияға сыҡҡас, эсем боша башланы. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүгә тотонғайным, барыһы ла яйға һалынды. Етеш тормошта кинәнеп йәшәйем. Һәр кешегә йәшерен ижади көс һалынған, шуны файҙаланырға кәрәк. Бының өсөн “комфорт” зонаһынан сығыу мотлаҡ.
Үрҙә телгә алғайныҡ инде, хужабикәләр ҡайһы магазинда хаҡтар осһоҙораҡ икәнен белеп тора. Өфөлә йәшәгән бер апай һатып алған әйберҙәрен һәм хаҡтарын махсус яҙып барған. Аҙаҡ уларҙы ҡарап сыҡҡас, сәстәре үрә тора: алған әйберҙәренең 30 процентынан еңел генә баш тартырға була, йәғни әллә ни кәрәге юҡ. Ә беҙ кәрәкмәгән күпме әйберҙе өйөбөҙгә ташыйбыҙ икән? Хатта уларҙан ҡотолоу юлы менән генә лә күпме аҡсағыҙҙы үҙ янсығығыҙҙа ҡалдыра алаһығыҙ. Бында халҡыбыҙҙың ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ тигән тапҡыр әйтемен иҫтә тотоу урынлы.
Шуны онотмайыҡ: маркетологтар һатып алыусыны “ҡапҡанға” эләк­тереү өсөн ниндәй генә ысулдар уйлап сығармай. Әйтәйек, ҡайнатылған кофе, ҡурылған тауыҡ еҫе, хаҡтарҙы 999 һум тип яҙыу, хәйләле ташламалар яһау һәм башҡалар. Бер танышым акция буйынса ике әйбер алып, өсөнсөһөн бушлай биреүҙәре тураһында һөйләгәйне. Аҙаҡ икенсе магазинға инеп ҡараһа, ул әйберҙәр акцияһыҙ ҙа алғандарынан 15 процентҡа осһоҙораҡ булып сыҡҡан.
Ғөмүмән, беҙгә кемдәрҙелер тикшереп, ләғнәттәр яуҙырғансы, үҙебеҙгә күҙҙе асыбыраҡ ҡарарға кәрәк. Нимә ҡулыңдан килә, шуға тотон. Буй етмәҫлек “емеш” ымһындыра икән, көсөңдө самала, йәғни аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙырға өйрән. Тырыш кеше өсөн бикле ишектәр юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә