Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Хоҡуҡтарымды беләм...”
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты йыл һайын студенттарын практикаға ебәрә. Әгәр беренсе курстан һуң фольклор йыйыу менән шөғөлләнһәк, икенсе уҡыу йылы тамамланғас, телебеҙ диалекттарын өйрәндек. Быйыл иһә йәйге лагерҙа вожатый булып эшләнек. Факультеттан һәммәбеҙ төрлө яҡҡа юлландыҡ. Кем диңгеҙ яғына сығып китте, икенселәр мәктәптәрҙә ҡалды. Мин Әлшәй районында урынлашҡан Чехов исемендәге шифаханала булдым.

Тормошта иң ҡиммәтле нәмә – тәжрибә. Балалар менән өс аҙна эшләү, аралашыу, улар менән бергә йәшәү, ата-әсәһе урынына ҡалып, ғүмере өсөн яуаплы булыу, әлбиттә, ҙур бурыс. Беҙ – буласаҡ педагогтар. Уҡыусының күңеленә юл табыу, рухи яҡтан тәрбиәләү – уҡытыусы өсөн төп бурыс.
Отрядымдағы балалар менән йәш айырмам бик ҙур булмаһа ла, (14 йәшлектәр), уларҙан ҡырҡа айырылып тороуымды тойҙом. Айырма өҫ-башта, прическала, фирмалы кейемдәрҙә үк һиҙелде. Хатта буйға һәм йөҙгә үҙ йәштәренән олораҡ күренә үҫмерҙәр. Беренсе көндәрҙә әйҙәүселәр таға торған галстукһыҙ сыҡһам, мине тиҫтерҙәре менән бутай торғайнылар.
Шулай уҡ донъяға ҡараштарыбыҙ ҙа айырыла. “Ни өсөн беҙ өй тирәһен йыйыштырырға тейешбеҙ, беҙ бының өсөн түләмәнек”, “Мин хоҡуҡтарымды беләм, балаларға тауыш күтәрергә, уларҙың теләгенә ҡаршы килеп, бер ни ҙә эшләтергә ярамай” тигән һүҙҙәрҙе беҙ телмәребеҙҙә ҡулланмай торғайныҡ. Ниҙер бүлешә алмай, ыҙғышып киткән малайҙар ҙа бер-береһен ошаҡлашып, “Мин уны судҡа бирәм!” тип тә ысҡындырғыланы. Юридик яҡтан хоҡуҡтарҙы белеү һәйбәт, әлбиттә, әммә һәр урынлы һәм урынһыҙ ергә “закон”, “суд” һүҙен ҡыҫтырыу яҡшыға килтерерме икән, тип уйландым. Хоҡуҡтарҙы белер алдынан бурыстарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк бит әле.
Милләт яғынан ҡарағанда, минең төркөмдә күпләп урыҫ, татар, шулай уҡ украин, сыуаш балалары һәм берҙән-бер башҡорт ҡыҙы булды. Иң ҡыҙығы шунда ине: лагерҙа эшләү осоронда башҡорт­тарҙы һағындырҙы. Ни тиһәң дә, үҙеңдеке яҡыныраҡ, сит милләт балаларын башҡорт рухына ылыҡтырыу ҡыйыныраҡ, әммә мөмкин. Тәүге аҙнала ҡулға гитара алып башҡортса йырлағанда йә иһә кем менәндер туған телдә аралашҡанда: “Меня напрягает ваш татарский, я ничего не понимаю”, – тип һүҙҙе бүлдереп ҡыҫылған балалар күп булды. Сит телде ишеткәс тә, үҙе хаҡында һүҙ бара икән, тип уйлағанлыҡтан булғандыр был хәл. Тик ни өсөн башҡорт телен татар теле тип атауҙары аңлашылманы. Әлбиттә, ябай кешегә испан телен дә итальяндыҡынан айырыуы ҡыйын. Бәлки, был күренеш тә шуға бәйлелер.
Был мәҡәлә бары тик күҙәтеү генә һәм бер нисек тә балаларҙы тәнҡитләү, ғәйепләү маҡсатынан яҙылмай, киреһенсә, ошо ситуацияларҙан мин уларҙы, үҙемде аңларға, артабан ни рәүешле эшләргә тейешлегемде фаразларға тырыштым. Һәр быуындың үҙ һулышы. Беҙҙең бала саҡҡа ла ҡарап ғәжәпләнеүселәр байтаҡ ине бит. Донъя үҙгәрә, бөгөнгө көнкүреш менән йөҙ йыл элекке осорҙо сағыштырып та булмай, кәрәкмәйҙер ҙә, бәлки. Интернет дәүерендә яңы мөмкинлектәрҙе файҙаланып, туған мөхитебеҙҙе юғалтмау – төп шарт, минеңсә.
Лагерь – йәйге ялдың яҡты бер бите, ул үҙенә күрә бәләкәй бер дәүләт кеүек. Ошо кескәй илдең бер етәксеһе булып ҡарауыма сикһеҙ шатмын. Ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар сығып тороуға ҡарамаҫтан, барыһы ла ваҡытлыса ғына икәнлеген онотмау, уҡытыусы хеҙмәтенең асылына төшөнөргә ынтылышта былар барыһы ла ярҙам итәсәген аңлау дәрт кенә өҫтәне. Үҙ эшемде намыҫым ҡушҡанса башҡа­рырға тырыштым. Үҫмерҙәр күңеленә юл тапҡанмындыр: илаша-илаша ҡосаҡла­шып һаубуллашты балалар. Бала күңеле – көҙгө. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, – ти халыҡ мәҡәле, ошо һүҙҙәрҙе онотмаҫҡа тырыштым.




Автор: Айбулат СӘСӘНБАЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә